Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр-моң яҡынайта
Йыр-моң яҡынайта 27 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төрки донъяһы йәштәренең этноконцерты үтәсәк. Үҙенсәлекле проектта Башҡортостандың ғына түгел, Яҡутстандың, Ҡаҙағстандың киң билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаясаҡ. Сараны ойоштороусылар баш ҡала халҡын нимә менән ғәжәпләндерер икән? Был турала “Дан” ижад үҙәге етәксеһе, ошо тамашаның режиссеры Зәлифә Барлыбаеванан һораштыҡ.
– Был тамашаны ойош­тороу теләге ни­сек тыуҙы?
– Өфөлә уҙғарылған “Урал мо­ңо” фестива­лен­дә Саха (Яҡут) рес­пуб­ликаһынан килгән вир­­ту­оз ҡу­мыҙсы, йырсы Юлиана Криво­шапкина менән танышҡайным. Унан һуң да бәйләнеште өҙмәнек, аралашып тора­быҙ. Әйткәндәй, Юлиа­на – бик үҙенсәлекле ар­тист, уның сы­ғы­шын төрлө илдәрҙә көтөп алалар. Яҡут ҡыҙы ҡумыҙҙа бүре та­уышын да сығара, һандуғас булып та “һай­рай”. Шуны белә күреп, ниңә үҙебеҙгә саҡыр­маҫ­ҡа тигән теләк тыуҙы. Беҙ бит — ту­ғандаш ха­лыҡ­тар. Бер-бере­беҙҙең мә­ҙәниә­тен белергә те­йешбеҙ. Төрки ха­лыҡ­тарҙың артистарын бер май­ҙанға йыйып, йыр-моң аша дуҫ­лы­ғыбыҙҙы нығытырға ине теләгем. Тәҡдимемә Юлиана ҡар­шы кил­мәне, ихлас ризалашты. Бынан һуң Ҡа­ҙағстандың билдәле “Алашулы” этнотөркөмө етәкселәре менән дә бәй­ләнешкә индем. Улар ҙа башланғысты хуплап сыҡты.
– Шундай кимәлдәге сараны үткәреү ҡыйын түгелме?
– Әлбиттә, күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу еңелдән түгел. Был йәһәттән Башҡорт­остандың Мәҙәниәт ми­нистрлығы, шулай уҡ Мат­буғат һәм киң мәғлү­мәт саралары агентлығы таяныс булды. Сараның кәрәклеген аңлап, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусы­ларға ла рәхмәтлемен.
Бығаса үҙемдең төрлө кимәлдәге концерттар үткәргәнем булды. Улар Мәскәү сәхнәһендә лә, сит илдәрҙә лә уңышлы үтте. М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, телевидениела эшләгән осорҙа был йә­һәттән ярайһы уҡ тәж­ри­бә тупланым. Ошо эште яҡшы белгәс, әллә ни ҡыйынлыҡ тойманым.
– Концертта тағы ла кемдәр сығыш яһая­саҡ?
– Был проектты уйла­ғанда, үҙе­беҙ­ҙең мәҙә­ниәтте күрһәтеүҙе лә маҡ­сат итеп ҡуйҙым. Шуға ла халыҡ араһында киң танылыу яулаған һә­ләтле йәштәребеҙҙе лә концертҡа ылыҡтырҙым. Атап әйткәндә, ҡабат­лан­маҫ моң эйәләре Марсель Ҡо­тоев, Зилиә Бәх­тиева, Диана Иш­ния­зова, Катя Ямщикова сығыш яһаясаҡ. Халыҡ күңелен яулап өлгөргән “Арғымаҡ”, “Әс-сәләм”, “Ете­гән” этнотөркөмдәре лә сараны биҙәйәсәк.
– Ә нимәһе менән үҙенсәлекле һуң был проект?
– Беренсенән, бөтә артистар ҙа фоног­рамма­һыҙ йырлаясаҡ, йәғни йөҙ процент “тере тауыш” буласаҡ. Икенсенән, сит тарафтан килгән сәх­нә оҫталарының һәр сығы­шы – үҙе бер мөғжизә! Уларҙың һәр кемендә дәрт ташып тора. Донъя­ның виртуоз ҡумыҙсыһы Юлиана Криво­шапкина­ның сығышы әле берәүҙе лә битараф ҡалдыр­ғаны булманы. “Алашулы” төр­көмө егеттәре иһә ҡыҙ­ҙарҙың йөрәген әсир ит­мәй ҡалмаҫ. Ғөмүмән, тамашанан һәр кем дәрт алып, күтәренке кәйеф менән ҡайтыр тип уйлайым. Йөкмәткеһен алдан һөйләп, йәмен бөтөр­мә­йем әле. Йөҙ тапҡыр ишет­кәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр бит...

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566