Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмле Танып буйында
Йәмле Танып буйында Уҙған аҙнала “Әҙәби нағыш” марафоны республикабыҙҙың Ҡалтасы һәм Балтас райондарын да урап сыҡты. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы делегацияһына “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, шағир, прозаик Мөнир Ҡунафин етәкселек итте.

Ҡалтасы районының үҙәк­­ләштерелгән китапха­наһында Өфө­нән килгән әҙиптәр Рә­йеф Әмиров, Сергей Янаки, Марсель Сәлимов, шулай уҡ Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы Әлмира Шә­рипова ижад юлын баш­лау­сыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшерҙе, уларға кәңәштәрен бир­ҙе. Венера Глухова, Марина Карамова, Дарья Коновалова, Вилена Ҡадырова һәм Рима Рә­химова­лар­ҙың был ара­лашыуҙан күңел­дәре үҫеп ҡалғандыр тип өмөт итәйек.
Артабан яҙыусылар Дан мемориалына сәскә һалды, Ҡал­тасы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны. Ра­йон мәҙәниәт һарайында йыл символы булған Йылъяҙма-китапты балтастарға тапшыр­ҙылар. Ошонда уҡ урын­дағы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҙур концерт ҡуйҙы. Яҙыусылар сығыш яһағанда зал диҡҡәт менән тыңланы, бигерәк тә йәштәрҙең күп булыуы был са­раны ойошто­роуҙың маҡ­сатын аҡлай төҫлө. Ҡалтасы районы хакимиәте баш­лығы Юрий Садыровтың әҙип­тәр менән аралашып, осрашыуҙан сит­тә ҡалмауы төбәктә ижад кешеләренә булған мөнәсә­бәтте күрһәтә.
Балтас районы буйлап сәйә­хәтте яҙыусылар XVIII быуат мәғрифәтсеһе Батыр­шаның музейын ҡарауҙан баш­ланы. Уны ойоштороусы Рәфис Шәйхәйҙәров ҡунаҡ­тарға һәр экспонат хаҡында ентекле һөйләне. Ул үҙе Батырша Алиев нәҫеленән, бында туплан­­ға­н йыһаздар ҙа – быуындан быуынға күсеп килгән ҡомарт­ҡылар. Музейҙа 300 йыл элекке китаптар ҙа һаҡлана! Һоҡланғыс күренеш. Музей етәксеһенең тағы ла бер теләге бар. Ул да булһа – Батыршаның Шлиссельбург ҡәл­ғәһе эргәһендәге ҡәбер ташын яңыртыу. Бәлки, был мәсьәләне республика кимә­ленә күтәреү кәрәктер?
Артабан әҙиптәр үҙәк китапханала урындағы ҡәләм тир­бә­теүселәрҙең ҡулъяҙ­мала­рын тик­шерҙе. Илнур Вәлиев, Бу­лат Мостафин кеүек йәштәр­ҙең яҙғандары ҙур ҡы­ҙыҡ­­һыныу уятты. Һуңғы­һына ҡулъяҙмаһын Баш­ҡорт­­остан Яҙыусылар союзына тәҡдим итергә кәңәш бирелде. Ҡәләм оҫталары фекер алышҡан “түңәрәк өҫтәл”дә яҙыу­сы, китап, үҙнәшер темалары күтәрелде.
Ә инде “Тыуған яғым – илһам шишмәһе” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә райондағы барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Йыл символы Йылъяҙма-китапты Балтас ра­йоны хакимиәте башлығы Марсель Закиров Благовещен районы хакимиәтенең мәҙә­ниәт бүлеге етәксеһе Николай Осинскийға тап­шырҙы.
Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡын­лаша, әммә әҙиптәр ҡат­наш­лы­ғын­дағы сараларҙағы, ос­­рашыу­­ҙарҙағы әүҙемлек, ҡы­ҙыу­­лыҡ һис тә һүрелмәй әле.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573