Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаләм-күңелдәрҙе айҡар өсөн...
Ғаләм-күңелдәрҙе айҡар өсөн... Беҙ — ижадсы

Был донъяның байлығына иҫтәр китә,
Ғәжәп: бар ни тигеҙләнеш киңлегендә!
Ниндәй талант, ҡөҙрәтле
Аң тыуҙырғандыр,
Киң Йыһанды аһәң, моңға тултырғандыр.

Ҡөҙрәтле Аң, тимен, Кешем,
сөнки һис тә
Был теүәллек тыуа алмай күмәк көстән.
Ғаләмдән киң Аҡыл ғына бар донъяны
Ижад итеп һиңә, миңә бүләк иткән.

Ошо бөйөк Аң алдында кем инде беҙ,
Лайыҡ булғас тиңһеҙ бәхет һәм ниғмәткә?
Шул бәхетле ҙурлаусы ла ҙурайтыусы
Һәм ижадсы, тик ижадсы — беҙ ниәттә!

* * *
Был донъяның сиге юҡтыр һәр ни өсөн, —
Тәңребеҙҙең ҡөҙрәте һәм ҡеүәте киң.
Бер башаҡтың бөртөктәре — кешеләрем,
Аҡылыбыҙ, зиһенебеҙ ғаләмгә тиң.

Кешелектең дәрәжәһен арттырырға
Бирелгәндер бихисап күп беҙгә сифат.
Һынар өсөн — ялҡаулыҡ, байлыҡ,
көнсөллөк...
Һәр нәмәгә ит илтифат, ит илтифат!

Салауат батыр
һәйкәле янында


Рухың алға әйҙәй: халҡың
Өс меңенсе йылға аяҡ баҫты.
Уның йәшәүендә һинең өлөш
Ҡолас йәйеп ятҡан Урал саҡлы.

Күҙ күреме ерҙә йәйрәй диңгеҙ,
Яҙғы ҡояш нуры һүлпән саҡ.
Һүҙһеҙ Балтик түгел Ҡара диңгеҙ, —
Поляр төнлө ҡырыҫ төнгө яҡ.

Һыҙлап, илап торған күңелемә
Диңгеҙ шауы өҫтәп шом һала.
Һағыш һарыла, зиһен томанлана,
Бына инде керпек дымлана.

Һыу ситенән ҡул һуҙымы ерҙә
Таш зиндандар тора теҙелеп.
Таштар моңло, — гүйә, Салауаттың
Һеңгән моңланыуы өҙөлөп.

Бығау сыңын, таштар гөрһөлдәүен
Иҫкә алмай бында бер кем дә.
Ҡарттар әйткән: “Һәр кис оҙон көйләп
Йырлай ине берәү сит телдә...”

Таралғандыр йүгереп һыу өҫтөнән
Йыраҡтарға башҡорт моңдары.
Һиҫкәнмәй ҙә ҡалмағандыр шул саҡ
Эстон ҡыҙы, төньяҡ таңдары.

Халҡын изге яуға күтәрә алған
Рухы һынмаҫ батыр, баһадир
Һалҡын күңелдәрҙе йылытырлыҡ
Көскә, һүҙһеҙ, эйә булғандыр...

Үткер ҡараш үтә күрәлер ул
Ваҡыт аша ғәзиз илкәйен.
Был — Салауат!
Йыраҡ төнгө яҡта
Тәүәккәллек, иман һәйкәле!

Утлы мисәт

Мин бәләкәс.
Кескәй йомшаҡ тәпәйҙәрем
Туҙан ярып мине алып китеп бара
Смаҡайҙың* бер осонан бер осона...
Сәйәхәтте аң хәтергә киртеп бара.

Сабый аңы, шишмә кеүек,
түгел тәрән,
Ептәй ҡыҫҡа, әммә уҡтай етеҙ, үткер.
Тыуған тупраҡ, туҙан еҫе ҡайнарлығын
Табан аша хәтеремә кергәнен күр.

Мин ҙур инде.
Мөғжизәле Ҡыҙыл диңгеҙ
Ҡуйынында һыу тамсыһы булып йөҙәм.
Өләсәйем ҡуйынында, гүйә, мыш-мыш
Иркәләнеп кенә төштә донъя гиҙәм.

Сабый, үҫмер, бала саҡтар хәтирәһе...
Аң, күңелгә мисәт баҫып үтте кеүек.
Туҡта!
Уҡтай етеҙ сабый аңы һуҡҡан
Утлы мисәт барынан да үткер кеүек!

Моң

Тулҡын-тулҡын ялын талғын ғына
Тирбәлдереп ҡайҙан моң аға?
Серем итеп ятҡан һағыш тертләп
Ҙур күҙҙәрен аса донъяға.

Нимә ул моң? Нисек аңлатырға?
Әллә телемдәме һүҙ етмәй?
Ғаләм-күңелдәрҙе айҡар өсөн
Аң етһә лә, беҙҙең күҙ етмәй.

Бер тингә лә тормай фани донъя,
Моң иҫертһә. Күңел нескәрә.
Һине бәйҙә тотҡан аң-сылбырға
Көтмәгәндә шундай көс бәрә:

Йәш эркелә күҙгә. Томан баҫа.
Барлыҡ бәйҙәр шартлап өҙөлә.
Тик ултырған төҫлө Кеше өсөн
Өр-яңы бер донъя төҙөлә.

Үткәндәрҙән киләсәккә ептәй
Минең аша шул моң һуҙыла, —
Кеше аңы етмәҫ тәрәнлектән
Йән өрөүсе күңел ҡуҙына...

Таң һәм Ер
Тыйнаҡ ҡына, серле нурҙар һирпеп,
Таң эйелә Ерҙең йөҙөнә.
Ер уяна. Шишмә булып көлөп,
Сәләмләй ул Таңдың үҙен дә.

Төпһөҙ күл — күҙҙәрен Таңға текләп,
Ер ҡош булып һайрай, һөйөнә.
Тулҡынлана иген ҡыры булып,
Күкрәгендә гөлдәр — һөй генә!

Сорналғандар нәфис тау-түштәре
Бөҙрә-бөҙрә аҡһыл томанға.
Ҡояш күҙе балҡый. Таң шатлана,
Нуры төшә урман-юрғанға.

*Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы янында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567