Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел күҙебеҙ һуҡыр булмаһын
Күңел күҙебеҙ һуҡыр булмаһын Беҙҙең заманда китапханала күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙың хужалыҡ итеүе тәбиғи күренә, ә бит ҡасандыр, йөҙ йыл ғына элгәре, был эшкә ир-егеттәр генә лайыҡ тип иҫәпләнгән. Гүзәл зат китапханала хеҙмәт итеү хаҡында хатта хыяллана ла алмаған. 1917 йылдан һуң ғына, Граждандар һуғышы башланғас, ир-ат етмәү сәбәпле, Рәсәйҙә китап йорто ишектәре ханымдарға асыла. Шулай ҙа тарих бер нисә китапханасы ҡатын-ҡыҙҙың исемен һаҡлаған: данлыҡлы Александрия китапханаһында атаһы менән бергә Гипатия Теон ҡыҙының китапханасы булып эшләгәне билдәле, Израиль Премьер-министры Голда Меир Милуоки һәм Чикаго ҡалаларында китап йортонда хеҙмәт итә, АҠШ президенты Джордж Буштың ҡатыны Лора Буштың, тормошҡа сыҡҡансы, шулай уҡ ябай китапханасы булыуы билдәле.

Хәҙер инде юғары белемле, киң эрудициялы, китапхана фондында һаҡ­ланған әҫәрҙәрҙе биш барма­ғындай, компьютерҙың бөтә нескәлектәрен белгән, һәр килгән китап уҡыусыға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, нәзәкәт­ле ҡатын-ҡыҙ эшләй китап йорттарында. Шуларҙың береһе респуб­лика­­быҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры — Йәрмәкәй районы ҡыҙы, педагогия фәндәре кандидаты Айгөл Рафаил ҡыҙы Әминева.
Мин һөйкөмлө, зәп-зәңгәр күҙҙәре тирә-яҡҡа ихлас ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған был ҡыҙ менән күптән танышмын. Таныш ҡына түгел, уның менән бергә республикабыҙҙың байтаҡ райондарына командировкаларға ла йөрөү насип итте заманында.
Иң тәү күргәндә үк ихласлығы, ябайлығы, көмөш ҡыңғырауҙай матур тауышы, инсафлы көлөүе менән ылыҡтырып, үҙенә ғашиҡ иттерҙе лә ҡуйҙы.
Кешелек донъяһы фәҡәт камиллыҡ­тан, ал да гөл генә тормай, кешеләр матди яҡтан да бер тигеҙ булмаған кеүек, беҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, тома һуҡырҙар ҙа, хатта бер юлы ишетмәгән дә, күрмә­гәндәр ҙа бар. Бер нисә генә минутҡа күҙегеҙҙе йомоп, ҡолаҡтарығыҙҙы баҫып, урамға сығып йөрөп ҡарағыҙ, күңе­легеҙ шунда уҡ шомланыр, үҙегеҙ­ҙе бер кемгә лә кәрәкмәгән йән эйәһе итеп тоя башларһығыҙ. Шундайҙар өсөн 80 йыл элек булдырылған да инде республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы.
Насар күргән йәки тома һуҡырҙарға тәғәйенләнгән китапханаға мөмкинлек­тәре сикләнгән бөтә уҡыусылар ҙа йөрөй, тап бына улар өсөн ал-ял белмәй эшләй ҙә инде методистар, або­немент бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡыу залы, тауыш яҙҙырыу студияһы, кил­гән китаптарҙы комплектациялау бүлеге, инвалид балаларҙы реабилитациялау бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре. Китапханасы­ларҙың күбеһе — ҡатын-ҡыҙ, ә уларға етәкселек итеү икеләтә-өсләтә ҡыйын, сөнки ҡайһыһылыр үпкәсел, икенсеһе күберәк һөйләргә ярата, өсөнсөһө кемделер өнәп бөт­мәй. Ләкин Айгөл Рафаил ҡыҙы һәр береһе менән уртаҡ тел таба, шул уҡ ваҡытта талапсан етәксе һәм хужабикә лә.
Махсус китапхана уҡыусылары үҙенсәлекле булған кеүек, унда һәр сара ла ҡыҙыҡлы: бында һуҡыр ба­лаларға донъяның нисек ҡоролғанын аңлата белеү, яҡшылыҡты насарлыҡ­тан айырырға өйрәткән әҫәрҙәр тәҡдим итеү, китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында әҙерләнгән әҫәр­ҙәрҙе тәҡдим итеү, тифлоаң­лат­малы фильмдар күрһәтеү, телефондан йәки Интернет селтәре аша алынған заказдарҙы үтәү, һәр аҙна һайын тиерлек төрлө конкурстар, презентациялар уҙғарыу, Брайль систе­маһы буйынса китаптар сығарыу – бындағы эштәрҙең барыһын да һанап бөтөрлөк түгел, уларҙың осо ла, ҡырыйы ла юҡ.
Тыумыштан һуҡыр балалар Брайль системаһы менән уҡырға тиҙ өйрәнә, ә бына өлкәнәйгәс күреү һәләтен юғалтҡандарға бындай китаптарға төшөнөү ауырыраҡҡа тура килә. Ундайҙарға ярҙамға тауышлы китаптар кәрәк. Донъяла бер кем дә тормош яңылыҡтарынан ситтә ҡалырға тейеш түгел, махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында улар өсөн башҡорт һәм рус телендә нәшерләнгән журналдарҙы даими рәүештә тауышландыралар, шулай уҡ китапхананың сайтынан да теге йәки был ваҡиға хаҡында башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө мәғлүмәт алырға мөмкин.
Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы дәһшәтенән һуң күреү һәләтен юғалт­ҡандар һаны бермә-бер артҡан, китап­ханаға йөрөүселәр ҙә күбәйгәс, баш­ҡорт телендә лә Брайль система­һы менән китаптар нәшерләү ихтыяжы тыуған. Был мәсьәләне хәл итеүҙә Нуриман районы егете, үҙе бала саҡта уҡ күреү һәләтен юғалтҡан Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин ярҙамға килә. Ул Юрий Босов менән берлектә башҡортса китап нәшерләү программаһын төҙөй. 1992 йылда сыҡҡан тәүге китап “Башҡорт телен Брайль системаһы менән өйрәнеүселәргә методик ҡул­ланма” тип атала, артынса “Башҡорт алфавиты” баҫыла. Был ҡулланма шунда уҡ 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатының уҡыу программаһына индерелә.
— Программист Ю.И. Босов күреү һәләтен юғалтҡан ҡулланыусыларҙың Интернетҡа сығыу мөмкинлектәрен, Брайль системаһы менән нәшерләнгән китаптарҙа график һүрәттәрҙе лә баҫыу мәсьәләһен хәл итә, — ти Айгөл Рафаил ҡыҙы. — Мин китапханаға килгәндә, байтаҡ эш яйға һалынғайны. 1949 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән китапхана һуҡырҙар өсөн республика китапханаһына әйләндерелә һәм уның тәүге директоры булып Юрий Эпштейн ҡуйыла. Ул йылдарҙа күпселек мәсьәләләрҙе Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте менән берлектә хәл итәләр. 1960 йылда китапхана директоры булып Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I төркөм инвалиды Алексей Спиридонов тәғәйенләнә. Тап уның етәкселегендә һуҡырҙар йәмғиәте ярҙамы менән 1986 йылда ошо хәҙерге бина төҙөлә лә инде. Спиридоновтан эстафетаны Людмила Гагилева ҡабул итеп ала, уның етәксе­легендә китапханала компьютерлаштырыу, Интернет селтәренә тоташ­ты­рыу, китаптарҙы оцифровкалау башлана, шул уҡ мәлдә Александр Пушкин, Яныбай Хамматов, Дауыт Юлтый әҫәрҙәре һуҡырҙар өсөн ике телдә нәшер ителә.
Китапхананы заманса китап йортона әйләндереүгә күренекле яҙыусы Хәниф Кәримдең ҡыҙы Роза Хәниф ҡыҙы күп көс һала. Йыл һайын инвалид балалар өсөн төрлө әҙәби конкурстар ойошторола, тотоп-һәрмәп ҡара­малы тактиль китаптар нәшерләнә башлай. Эстафетаны 2012 йылдан ҡабул итеп, китапхананың эшен артабан да тотош коллектив менән берлектә камиллаштырырға тырышам, — тип һүҙен дауам итте Айгөл Әминева.
Тәү эшләй башлаған осорҙа бер нисә генә баҫманан торған китап йорто хәҙер йыл һайын ун меңдән ашыу Брайль баҫмаһы, кассеталарҙа һәм флеш-карталарҙа, ҙурайтылған шрифтлы китаптар һәм тифлоаң­лат­малы видеофильмдар менән байытыла.
Эшмәкәрлеге дәүерендә китапхана ҙур уңыштар яуланы: Бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан Рес­публикаһы кимә­лен­дә үткәрелгән әллә күпме конкурста еңеп сыҡты, гранттар алды. Мөм­кинлектәре сикләнгән уҡыусылар­ҙың ялын ойоштороуға нигеҙ һалды. Был йәһәттән Айгөл Әминеваның уң ҡулы, урынбаҫары Вера Пантелеева­ның роле баһалап бөткөһөҙ. Икенсе урынбаҫары Олег Кушнерук йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнештә тора, һәр уҙғарылған сара сайтҡа ваҡы­тын­да ҡуйыла бара. Һөҙөмтәлә мөмкин­лек­тәре сикләнгән ҡул­ланыусылар Интернет селтәре аша һәр саҡ хәбәрҙар була.
Был китап йорто Брайль китаптарын башҡорт һәм рус телдәрендә график һүрәттәр менән биҙәүсе мультиаудиокитаптар сығарыу буйынса иң яҡшы ойошмалар иҫәбенә инә. Брайль системаһы менән нәшерләү эшен Руслан Ҡотләмбәтов исемле тырыш егет ваҡытында атҡарып килә.
Һуҡырҙар китапханаһы бөгөн тулыһынса компьютерлаштырылған, берҙәм эске селтәр һәм Интернетта веб-сайт булдырылған, күреү һәләте насар хеҙмәткәрҙәр өсөн эш урындары автоматлаштырылған, тейешле тифлоҡоролмалар менән тәьмин ителгән. Китапхана республикабыҙҙа сыҡҡан барлыҡ матбуғат баҫмаларын да алдыра, уларҙың күбеһе шулай уҡ тауышландырылып бара.
Әле өс филиалы, илленән ашыу уҡыу нөктәһе, биш мең уҡыусыһы булған китапхана көндән-көн яңынан-яңы юғарылыҡтар яулай. Күптән түгел инвалид балалар менән эшләү бүлеге етәксеһе Динә Конушкина Мәскәүҙә ишетмәгән һәм күрмәгәндәрҙе хеҙмәтләндереү буйынса семинарҙа булып ҡайтҡас, бына нимәләр һөйләне:
— Беҙҙе семинар аҙағында ресторанға алып барҙылар, унда дөм ҡараңғы ине, беҙ алдыбыҙға ниндәй ризыҡ ҡуйылғанын да, уны ниндәй сәнске-ҡалаҡ менән тәғәмләнергә мөмкин икәнлеген дә күрмәнек, шулай уҡ тирә-яҡ тып-тын. Тауышланырға ярамай. Беҙгә шул тиклем ҡыйын булды, хатта ошо сарала ҡатнашҡан бер ханым түҙмәй сығып китте. Нимә ашағаныбыҙҙы ла аңламаныҡ, ризыҡ­тарҙың тәмен дә һиҙмәнек. Ишетмәгән дә, күрмәгән дә кешеләрҙең бер аҙға ғына булһа ла аяныс хәлдәрен төшөндөк һәм “Эй Аллаһы Тәғәләм, әлдә һин мине күреүҙән, ишетеүҙән, хәрәкәт итеүҙән мәхрүм итмәгәнһең, беҙ ниндәй бәхетле!” тип уйланыҡ.
Айгөл Рафаил ҡыҙы һәр сараны ижади ҡараш менән ойошторорға өй­рәнгән: бына инде бер нисә йыл тыу­ған яҡты өйрәнеү маҡсатында “Ми­нең хөрмәтле яҡташтарым” проекты тор­мошҡа ашырылып килә, инде туғыҙын­сы йыл мөмкинлектәре сик­ләнгән балаларҙың төрлө тема­ларға арнал­ған ижади конкурстары уҙғарыла. 2013 йылдан алып Бөтә Рәсәй акцияһы “Библиотөн” – “Библиоэңер” үткәрелә һәм шул уҡ йылдан китапхана сайтында “һөйләүсе” китаптарҙың электрон базалары булдырылған.
Мөмкинлектәре сикләнгән һәр уҡыусы тифлофлешплеерға күсереп, “һөйләүсе” китапты өйөнән дә сыҡмай тыңлай ала. Бөтә төр ҡулланыусылар сайттың “Виртуаль уҡыйбыҙ” рубрика­һынан файҙалана ала.
2015 йылда Айгөл Рафаил ҡыҙының коллективы “Мин симфония тыңлар инем” тигән Башҡортостан Башлығы грантын яуланы. Был проект буйынса һуҡырҙар өсөн сәнғәт әҫәрҙәрен тыңлау мөмкинлеген булдырыу ҡаралған. Тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙҙың тарихына, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә ҡағылышлы “Башҡортостан бармаҡ остарында” тигән ҡабарынҡы-график ҡулланмалар нәшерләгәне өсөн “Башҡортостандың иң яҡшы тауар­ҙары-2014” конкурсында “Халыҡ­ты хеҙмәтләндереү” номина­ция­һында еңеү яуланы. 2013 йылда “Миңә киноны һөйлә” проектын тормошҡа ашырғаны өсөн Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды китапхана.
Хәҙер был китап йортонда һуҡыр балалар һәм ололар өсөн тифло­аңлатмалы кинокисәләр уҙғарыу мөм­кинлеге бар. Бына күптән түгел генә Г. Евдищенко һәм В. Бессольцев тарафынан Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса төшөрөл­гән нәфис фильм һуҡырҙар өсөн тифлоаңлатмалы итеп эшләнде.
Директор Айгөл Әминева үҙенең белемен бер туҡтауһыҙ камиллаштыра: Өфө китапхана техникум-колледжын тамамлағандан һуң Силәбе ҡала мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡый, 2013 йылда педагогия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. “Ғилем” нәшриәтендә “Библиотека в социализации и адаптации людей с ограниченными возможностями здоровья в современном медиапространстве” тигән монографияһы ла нәшер ителде. Был монография — инва­лидтарҙың уҡыу мөмкинлек­тәре­нә, уларҙы хеҙ­мәтләндереүгә, китапхана ярҙамында һуҡырҙарға ти­рә-йүн­де танып белеүгә, өйрәтеүгә ҡоролған заманса баҫма.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә үҙең­дең йәм­ғиәттә кәрәкле булыуың­ды тойоу, атҡарған эштәреңдең кемгәлер тормош камиллығын аңларға, саҡ ҡына булһа ла ғүмерҙең һәр атҡан таңынан шатлыҡ осҡондарын табырға ярҙам итәләр икән, тимәк, бушҡа эшләмәй махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545