Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сергей Аксаков
(1791—1859)

Яҙ килде, яҙ! Йылдың күрке,
Тик тар Мәскәүҙә түгел.
Эй Дим яҙы! Ҡояш наҙы
Иркәләй, нурын бүлеп.
Бында тәбиғәт сыҡмаған
Иң саф сабый сағынан.
Бында шаулай ҡарурмандар,
Күлдәрҙә күк сағыла.
Һыҙыла ҡара бураҙна
Ерҙе һабан ярғанда.
Шау сәскәле яландар!
Мәскәү яғын һөйләһәләр,
Тыңлау ҡыйын шулай ҙа.
Баҡсалағы ҡороған ҡыуаҡ,
Сибек үлән туғайҙа.
Тонсоу күләүек еҫенән
Ҡәнәғәт бында халыҡ.
Танауын ҡаплап, һауаны
Маҡтай бит хайран ҡалып.
Юҡ! Был яҙ — минеке түгел,
Һаҙ ҙа һаҙ, ҡом, шыршылар.
Ҡырағай далам, урманым
Мине ҡасан ҡаршылар?
Беҙҙең сәхрәләрҙә генә
Йәмдәр табам йәнемә.
Атлығам яҡты күлдәргә,
Башҡорт йәйләүҙәренә.
Шул күлдәргә өйөр-өйөр
Аттарҙың ҡарауҙары...
Яйлап ҡына Яйыҡ аға,
Урап Рифей тауҙарын.
Бәрәкәтле, изге яҡтар!
Күпме хазина ерҙә!
Тик яҙмаҫ ергә үҙ халҡын
Гел бәхетле итергә.
Күҙе ҡыҙып, килмешәктәр
Бында килеп тулырҙар.
Ерҙе танымаҫлыҡ итер
Рәхимһеҙ, ҡомһоҙ ҡулдар.
Иҙелер туғай, йығылыр урман,
Бысранып бөтөр һыуҙар.
Байлыҡ эҙләп тирә-яҡты
Соҡорҙар, аҡтарырҙар.
Тау-тау аҫыл мәғдәндәрҙе
Ҡатламдарҙан алырҙар.
Ерҙең һутын, ерҙең ҡотон
Бөтөрөр яттар һурып.
Бындағы күпме байлыҡты
Ситтән килгәндәр урыр.
Кейектәр биҙеп бөтөр,
Ҡыуылып ситкә китер!..
1830.
Тәржемәсенән:
— Сергей Тимофеевич Аксаков урыҫ әҙәбиәтендә бик үҙенсә­лек­ле прозаик, башҡорт тәбиғәтен данлаусы булараҡ юғары ба­һалана. Ләкин уның башҡорт ерен шиғыр менән дә дан­ла­ға­нын, гүзәл төбәгебеҙҙең ки­лә­сәк яҙ­мышы хаҡында бик ныҡ бор­солоп ши­ғырҙар ҙа яҙғанын хәҙер күптәр белмәй. Бынан 185 (!) йыл элек донъя күргән, баш­ҡортсаға әле тәүге тап­ҡыр тәржемә ителгән был әҫәрҙәге бик хафаланып әйтел­гән зирәк һүҙ­ҙәр, хәүефле уйла­ныуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда күңелһеҙ ысынбарлыҡҡа әйләнде. Сергей Аксаков ижады аҫыл ер-һыуҙарыбыҙҙың, ялан-урман­да­ры­быҙҙың яҙмышын һәр саҡ ҡәҙерләп, ҡурсалап йәшәргә тип киләсәк быуындарға ҡал­дырылған изге васыят ул. Барыбыҙ ҙа бөйөк яҡташы­быҙҙың ошо васыятына тоғро булһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572