Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәттең баҡый күктәренән тауыш бирә халыҡ шағиры
Шиғриәттең баҡый күктәренән тауыш бирә халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, перспективалар” I республика форумы, шулай уҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтәсәге хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Байрамды асыу тантанаһында ҡотлау һүҙе менән Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина сығыш яһаны.

Музейҙар һорау ҡуя

Ул телмәрендә музейҙар аша халыҡҡа рухи мираҫыбыҙ барып етеүе һәм уларҙы мөмкин тиклем һаҡлау кәрәклеген билдә­ләне. Мил­ли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратованың доклады “Башҡорт­остан Республикаһының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа әҙәби музейҙарҙың роле” тип аталды һәм, исеменән үк күренеп тороуынса, үҙ эсенә бик күп проб­ле­маларҙы алды. Бөгөн Милли әҙә­биәт музейының айырым үҙ би­наһы юҡ, ошо мәсьәлә хәл ител­гәндә лә, оҙаҡ йылдар дауамында тупланған материал бер урында йыйналыр ине.
Шиғриәттең баҡый күктәренән тауыш бирә халыҡ шағирыБашҡортостандың Милли музе­йы директоры урынбаҫары Л. Чиш­кова респуб­ли­каның төрлө тө­бәк­тәренән йыйылған кол­лега­лары алдында “Башҡортостан Республикаһында әҙәби музейҙар селтәрен булдырыу тарихынан” тигән темаға телмәр тотто. Баш­ҡорт­остандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйет­ба­евтың доклады тотошлайы менән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош, ижад юлына һәм уның милли әҙәбиәткә нигеҙ һалыуына бағыш­ланды.
Донъяға билдәле урыҫ шағирә­һе Марина Цветаева музейы дирек­торы О. Саттарова Өсән-Ива­новск ауылы, әҙибәнең исе­ме­нә бәйле урындар хаҡында һөй­ләне, видеоматериалдар ярҙа­мында тотош төбәк менән таныш­тырҙы тиергә лә була. “Әҙәбиәт йы­лында Аксаковтар ғаиләһе му­зейының эшмәкәрлеге” тигән док­лад менән музей директоры А. Ғәй­нуллина телмәр тотто. “Жә­лил Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫы” тип аталған ғилми эште халыҡ хөкөмөнә шулай уҡ музей­ҙың директоры Р. Ишмыр­ҙина сы­ғар­ҙы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығына бәйле музей директоры Р. Хафизованың “Фәтих Кә­рим – шағир-патриот” тигән сы­ғы­шы ла ҡыҙыҡлы булды. Байрам һу­ңын­да музейҙар араһында ойош­торолған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Шиғриәттең баҡый күктәренән тауыш бирә халыҡ шағирыАлда әйтелгәнсә, бөгөн әҙәби музейҙар алдында бик ҙур бурыс­тар тора, әммә уларҙы хәл итер өсөн иң тәү сиратта Милли әҙә­би­әт музейының иң төп пробле­ма­һын – дөйөм ҡыйыҡ аҫтына тупланыу мәсьәләһен — хәл итеү зарур. Күп милләтле Башҡорт­останда тыуып, донъяға танылған яҙыу­сы­лар етәрлек, уларҙың һәр береһенең шәхси әйберҙәрен йыйып, әлегә тиклем туплан­ған­дарын халыҡҡа күрһәтеү өсөн бина кәрәк. Тормош һәр саҡ ошо рәүешле генә бармаҫ, ана, ҡағыҙ баҫмаларҙан баш тартҡан Көн­байыш яңынан ҡулына гәзит ала, китап аша йәш быуынды тәр­биәләү юлдарын эҙләй.

Әҙипте яҡшы беләләр

Башҡортостандың беренсе ха­лыҡ шағи­ры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар менән дауам итте Әҙә­биәт музейҙары форумы. Әҙиптең исемен йөрөткән театр алдында халыҡ күп йыйылғайны: Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы, М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лице­йы, Ғафури районынан мәктәп уҡыусы­ла­ры, бер саранан да ситтә ҡалмаған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, әҙип­тәр, сән­ғәт әһелдәре. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев халыҡ шағирының рухи тормошобоҙҙа тотҡан урыны ха­ҡында бәйән итте. Гөлнур Яҡу­пованың М. Ғафуриға арналған шиғыры күңелдәргә үтеп инде.
Шиғриәттең баҡый
күктәренән
Тауыш бирә халыҡ шағиры, – тигән юлдар әҙип һүҙенең мәң­гелек булыуы хаҡында һөйләй.
Лира Яҡшыбаева Мәжит Ғафу­риҙың Зәйнулла ишан менән ара­ла­шып йәшәүе, “Рәсүлиә” мәҙ­рә­сә­һендә уҡыуы тураһында һөй­ләне. М. Кәрим исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусы­лары Да­мир Вәлиев, Гөлназ Әхмәт­йәнова ла шағирҙың шиғырҙарын уҡып ҡыуандырҙы.
Һәйкәлгә гөлләмәләр һалын­ған­дан һуң, йыйылған халыҡ М. Ғафу­риҙың ҡәберенә юлланды. Өфө­нөң Ш. Мөхәмәтйәнов (А. Матросов) паркындағы йыйнаҡ ҡына, шыршылар араһында ышыҡланып торған был урында үҙенсәлекле мөхит урынлашты. “Мәжит Ғафури – XXI быуат” мәҙәни фонды советы рәйесе Люция Камаеваның сығышы һәр кемдең күңеленә уйылып ҡалғандыр. Ул, әйтерһең, ша­ғирҙың үҙе менән һөйләш­те, уның рухына, ижадына мөрәжәғәт итеп, яҡты һүҙен күҙ йәштәре аша ет­кер­ҙе. “Мәжит Ғафури үҙенең ижады аша төрки донъяһында тәүгеләр­ҙән булып ябай кеше образын кү­тәрҙе. Шуның менән ул халҡы­ның йөрәгендә, рухиәтендә урын ал­ды”, – тип тамамланы һүҙен Лю­ция Музакир ҡыҙы. М. Исҡужин исе­мендәге 136-сы башҡорт лице­йы уҡыусылары Александра Си­мо­нова менән Рената Ти­мерғә­лина йәнә шағир ижадына мөрә­жәғәт итеп, уның әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Ғафури районы­ның ҡайнар сәләмен Рәсилә Нәж­мет­динова үҙе яҙған шиғыры аша еткерҙе.
М. Ғафуриҙың йорт-музейында дауам итте шағирҙың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә. Йыйылған тамашасылар алдында Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусы­ла­ры сығыш яһаны, “Үгеҙ менән Бүре” әҫәрен сәхнәләш­тереп тә күрһәтте. Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Марат Кә­ри­мов, С. Юла­ев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов тәүге халыҡ шағи­рына арналған шиғырҙарын уҡы­ны. Ирек Лотфый улы З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана сы­ғар­ған Мәжит Ғафуриҙың ижады хаҡын­дағы библиографик белеш­мәне музей директоры Гөлдәр Моратоваға бүләк итте.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илһө­йәр Ғизетдинова, “Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендәге Ғәлимә образын сәхнәләштереп, барса халыҡ­ты тетрәндерҙе. Актриса был әҫәр­ҙең әле театрҙа ҡуйылыуы һәм хәҙер Ғәлимәнең әсәһе ролен башҡарыуы хаҡында әйтеп үтте, тамашасыларҙы М. Ғафуриҙың исемен йөрөткән мәҙәни усаҡҡа саҡырҙы.
Ғафури районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Руслан Салауатов сараны ойошто­роусылар­ға, ҡатнашыусылар­ҙың һәр бе­ре­һенә рәхмәт һүҙен еткерҙе. Райондың майҙан тулып килеп сыҡҡан һәүәҫ­кәр артис­тары, йыр-моңдар, дәрт­ле бейеүҙәр, әҙип­тең әҫәрҙәренән өҙөктәр – былар барыһы байрамға йәм өҫтәне. Рәмил Ғимрани ижад иткән “Ғафури районы гимны”, “Уҡлы ҡая” халыҡ вокаль ансам­бленең сығыштары баш ҡала урамын гөрләтте.
Заманында М. Ғафури “Эшсе” операһына либретто ижад иткән. Х. Әхмәтов исемен­дәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты Заһир Иҫәнсурин ошо әҫәрҙе баш­ҡарып, тамашасыларҙы уҙған быуат башына “алып ҡайтты”. Концертмейстеры – Адель Әбдел­нәғимова.
Республика һуҡырҙар китап­ха­наһы директоры Айгөл Әминева күреү һәләтенән мәхрүм булған­дар араһында ла М. Ғафу­риҙың ижады киң танылғанын әйтеп үтте. Улар өсөн махсус рәүештә халыҡ шағи­рының әҫәрҙәренән торған аудиокитаптар сығарғандар, һәм улар Милли әҙәбиәт музейына бүләк ителде.
“Башҡортостан” гәзите Милли әҙә­биәт музейы менән берлектә “Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы?” тигән викторина үткәргәйне. Еңеү­селәрҙе баҫмабыҙҙа атап та кит­кәй­нек инде. Тап ошо көндө ҡот­ларға насип булды уларҙы. II урынды яулаған әүҙем халыҡ хәбәр­селәренең береһе, скан­ворд­тар авторы Фәрит ағай Рә­мовҡа баш ҡалаға килгән арала дипломын, китапты бүләк итеп өлгөргәйнек. Фотоға төшөргә уңай­һыҙланһа ла, еңеүсе булыуын ҡа­бат иҫенә төшөрөп, мәңге­ләш­тереп ҡалдыҡ уны. Һәр саҡ шулай йәштәргә өлгө булып ҡалһын Фәрит ағай!
III урынды алған Өфө ҡыҙы Гөлнара Әмированы бүләктәре Милли әҙәбиәт музейында көтә. М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты сту­ден­ты, Илеш ҡыҙы Илүзә Саҙ­ретди­но­ваны тағы ла бер ҡотлай­быҙ ҙур еңеүе менән! Дипломдар һәм бүләктәр уҡытыу­сылыҡ эшен­дә уға дәрт өҫтәп торһон! Еңеү­селәрҙе ҡотлап сығыш яһаған Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Әлмира Шәрипова киләсәктә лә әҙәбиәт һөйөүселәр араһында ошондай саралар уҙғарыласағын әйтте һәм әүҙемлеккә саҡырҙы.
Байрамды йәнле алып барған Милли әҙә­биәт музейы хеҙмәткәр­ҙәре Радмил Аб­драх­манов менән Олеся Әхмәтрәхимова кисәне тамамлап, тамашасыларға халыҡ шағирының киң таралған шиғырын бергәләп уҡырға тәҡдим итте:
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип
Күҙ һалам мин халҡыма...
Ошо әҫәр рухы менән сарала ҡатна­шыусылар ғына түгел, М. Ға­фу­риҙың йорт-музейы урынлаш­ҡан Гоголь урамы һуғарылды кеүек...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545