Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Краснокамала!
Башҡортостанда матур ерҙәр бик күп, әммә Краснокама районы үҙенсә йәмле. Уны башҡа бер төбәк менән дә бутап булмай. Етеҙ Танып – Ағиҙелгә, ә Ағиҙел Ҡыҙыл Камаға барып тоташҡан ғәжәйеп йәмле ерҙәрҙә шиғри йәнле кешеләр йәшәй. Ошонда тыуып үҫеп, аҙаҡ бөтә илгә танылған яҙыусы, шағирҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала был яҡ кешеләре. Билдәле башҡорт шағиры Муса Йәһүҙин (Мусаниф), күренекле татар драматургы Ғамир Насыри, Мари Иле Республикаһының халыҡ шағиры Александр Юзыкайн, трагик яҙмышлы талантлы татар шағиры Эдуард Мостафиндарҙың исемдәре әҙәбиәт тарихында ғүмерлеккә тороп ҡалды.

Райондың бөгөнгө әҙиптәре Эсфир Йәһүҙин, Нажиә Басирова, Рәм­зинә Тимерова, Татьяна Манякина, Гөлназ Ғафарова, Гөлнара Ғүмәрова, Зоя Волкова, Людмила Коняхина, Фәниә Мөнирова, Юрий Якубов, Татьяна Романенко, Нурия Ғәлиева, Федора Бреднева һәм Хатип Кашаповтар ең һыҙғанып эшләй, үҙебеҙсә әйткәндә, ижад ҡаҙанында ҡайнай. “Замандаш” һәм “Инеш” ижади берекмәләре ағзалары, үҙәк китапханаға йыйылып, ҡулъяҙмалар тикшерә, әҙәби диспуттар, кисәләр ойоштора. Йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәре Нефтекама ҡалаһында йыйынтыҡ булып донъя күрҙе. Тиҙҙән Краснокама районының 85 йыллығына арналған шиғыр китабы баҫылып сығасаҡ. Бөгөн райондың ҡәләм тирбәтеүсе­лә­ренә һүҙ бирәйек.


Алтын менән яҙылған

Краснокама ерендә
Бер ауыл бар – Мошты, тиҙәр.
Уға ошо исемде
Бабайҙар ҡушты, тиҙәр.

Бына ошо ауылда,
Дуҫтарым, мин тыуғанмын.
Зәңгәр күлгә йүгереп,
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡыуғанмын.

Йәшем еткәс, мәктәпкә
Бик ашҡынып барғанмын.
Ун йыл буйы тырышып
Шунда белем алғанмын.

Күңелемә шиғри юлдар
Нәҡ мәктәптә килгән бит.
Оло йәнле уҡытыусым
Һәләтемде күргән бит!

Ә һуңынан – институт,
Редакция һәм мәктәп…
Тормайым һәр береһен
Оҙон-оҙаҡ мин маҡтап.

Барыһы ла тормошомда
Алтын менән яҙылған.
Иң күңелле миҙгелдәрем
Шиғри юлға һалынған.

Аҡ сәскәләр

Ниндәй серҙәр һаҡлай аҡ сәскәләр,
Теләр инем шуны аңларға.
Ҡулдарыма алып саф таждарын,
Һүҙ ҡатаһы ине уларға.

Аҡ сәскәләр кеүек эскерһеҙме,
Сафмы һинең күңел хистәрең?
Тапланмаҫмы йылдар үтеү менән,
Юғалтмаҫмы улар төҫтәрен?

Ярҙам итер, бәлки, сәскәләрем,
Мең һорауға яуап табырға.
Кәрәк түгел күңел хисебеҙҙе
Тимер йоҙаҡтарға ябырға.

Гөлнара ҒҮМӘРОВА.


Һис аңламайым...

Тауышһыҙ аға, тиҙәр бит
Тәрән йылға-даръяны,
Иртән рәхәт, кисен ҡыйын –
Аңлап булмай донъяны.

Көндөҙ аҡлаған хаҡлығың
Төнөн ҡаралып сыға.
Бер алдын, бер артын күреп,
Йөрәк, сыҙаһаң – сыҙа.

Һандуғас булып дан алған
Ҡарға булып ҡысҡыра.
Себендән фил яһай берәү –
Әйтерһең, ҙур эш ҡыра.

Күҙ асып йомған арала
Дошман дуҫҡа әйләнә.
Хәлле байҙы эҙләп табып,
Сәстәр сәскә бәйләнә.

Йәйен ҡарҙар күмеп китә,
Ә ҡышын ямғыр яуа…
Һис кенә лә аңламайым,
Ҡайҙа бара был донъя?

Гөлназ ҒАФАРОВА.


Иламаһын
ветерандар


Көл өҫтөндә гөл үҫтергән
Ветерандарҙың моң-зары.
Гөлгә тамған күҙ йәштәре
Миҙал төҫөндәй һап-һары.

Ветерандар һүҙһеҙ илай,
Телһеҙ ҡалдым, иҫем китеп.
Һуғыш хәүефе уйылған
Йөҙҙәр бойоҡ, күңел китек.

Көл өҫтөндә үҫкән гөлгә
Күҙен һөртөп ул үрелде.
Шул бер тамсы тамған йәштән
Ҡороп барған гөл терелде.

Ошо хәлде аңлар өсөн
Күпме ғүмер башым ватам.
Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,
Ветеранды мин йыуатам.

Еребеҙҙең бөтөн гөлөн
Һаҡлар ине һеҙгә Ватан.
Иламаһа ветерандар,
Мин дә гөлдәй сәскә атам.

Нажиә БАСИРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545