Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Академик бүләге
Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, төбәктәр иҡтисады теорияһын һәм методологияһын төптән өйрәнеүсе Мазһар Насип улы Иҫәнбаев тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Академик баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү шарттарында, илдең берҙәм халыҡ хужалығы комплексы булараҡ, Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың хужалыҡ комплекстарын формалаштырыуҙың методологик нигеҙҙәрен камиллаштыра. Уның хеҙмәттәре СССР Министрҙар Советы, СССР Фәндәр академияһының фәнни советтары, ғилми-тикшеренеү институттары тарафынан киң ҡулланыла.


— Фәндәр академияһында 52 йыл эшләнем. Ошо дәүерҙә туплаған эшем ете том булып донъя күрҙе. Ул “Проблемы эффективной специализации и комплексного социально- экономического развития регионов” тип атала. Ете китаптың һәр береһе айырым проблемаға арналған. Ул иҡтисад өлкәһендә белем алған студенттар өсөн уңайлы әсбап, ошо өлкәләге белгестәр өсөн ҡулланма материал буласаҡ. Йыйынтығымды Баймаҡ үҙәк район китапханаһына бүләк итмәксемен, — ти ул.
Академиктың “Экономические подрайоны Республики Башкортостан” тигән йыйынтығы Германияла донъя күрҙе. Ә быға тиклем ул АҠШ-та, Словакияла ба­ҫылған. “Уларға мин тәҡдим итмәнем, үҙҙәре һорап алып баҫтылар. Хеҙмә­тем­де юғары баһалағандары өсөн рәх­мәт­ле­мен!” — тип йылмая Мазһар Насип улы.
Был аҫыл ҡомартҡыларға тиң хеҙмәт китапхананың алтын фондын тәшкил итәсәк.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Масалимов
    Рияз Масалимов от 28.09.2015, 07:56
    Мазһар Насип улы Иҫәнбаевтың ғилми эштәре, ысынлап та, ифрат популяр һәм хәҙерге йәштәрҙе уҡытыу өсөн бик зарури. Уның ете томлыҡ йыйынтығы беҙгә бик тә таман булыр ине. Сөнки академик Иҫәнбаевтың фәнни ҡарашы, уның тапҡыр методологияһы хәҙерге ғилми-тикшеренеүҙәр өсөн нигеҙ булып тора. Мәҫәлән, минең студенттарым һәм аспиранттарым ике йүнәлештә фәнни эш менән мәшғүлдәр: ауыл йәштәренең ижтимағи һәм психологик проблемалары һәм ауыл хужалығының үҫешендә географик-климатик факторҙарҙың роле. Бына ошо йүнәлештәрҙә академик Иҫәнбаевтың әҫәрҙәре, уның методологияһы беҙгә ышаныслы нигеҙ булды. Минең студенттарым һәм аспирантым үҙҙәренең мәҡәләләрен Башҡортостанда ғына түгел, ә Владивостокта, Иркутскиҙа баҫтыра алдылар.Илдар Бикбаув, агроинженер, Башҡорт дәүләт аграр унтиверситетында үткәрелә торған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып йөрөй, йыйынтыҡтарҙа уның материалдары баҫыла... Мазһар Насип улына мең-мең рәхмәттәр! Афарин, беҙҙең башҡорт академигы! Уға Хоҙай һаулыҡ-иҫәнлек бирһен!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571