Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ...Ҡараңғыға маяҡ элеп ҡуйыр Бармы мине өҙөлөп яратҡан?..
...Ҡараңғыға маяҡ элеп ҡуйыр Бармы мине өҙөлөп яратҡан?.. Баш бүре

Бүреләр ышыҡта шыңшымай
ғына йән бирә икән...

Юлбашсының маңлайына типкәс
Инә мышы,
Ҡурсып быҙауын,
Иҫәңгерәп бүре сайҡалды ла
Аңғармай ҙа ҡалды ҡолауын.

Этме ни ул бүре?
Шыңшырға ни!
Сыйнамай ҙа яра яламай.
Уға хәҙер ышыҡ табыр кәрәк,
Уға хәҙер өйөр ҡаршыһында
Йән бирергә генә ярамай.

Ҡыуаҡлыҡҡа табан шыуышһынмы?
Йәше аға,
Олоу — юҡ ғәҙәт.
Ҡан һауһа ла, күҙе шәйләй әле,
Башы ғына сатнай ғәләмәт.

Өйөр шып-шым.
Инә бүре генә
Башын баҫып атлай йәнәшә.
Аңлай, сөнки —
Тамам.
Хужа китә.
Көс-хәл менән шыуып серәшә.

Өйөр шып-шым.
Кемдер иҫнәп ҡуя,
Сикәләрен кемдер уйната.
Кемдер эстән шатлыҡ сигә,
Кемдер
Күккә һонола:
Сағылмаҫмы берәр
Ауаз-фарман, типме ҡолаҡҡа.

Кем юлбашсы булыр икән хәҙер?
Һунар уңа ине.
Баш бүре
Хәйләкәр ҙә таҫыл булған өсөн
Туҡ булды бит өйөр.
Урман-илдә
Ирәүәнләп иркен йөрөнө.

...Ҡатҡан тәнде инә бүре өс көн
Ҡосаҡланы һалып уң ҡулын.
Тертләп ҡуйҙы урман,
Төндән бер төн
Ишетеп уның үкһеп олоуын.

Бынан кире уны тибәсәктәр,
Бирәсәктәр ҡалдыҡ-боҫтоҡто.
Өйөр ҡағиҙәһе —
Кем көслөнән.
Юғалттиһәң власть, сослоҡто,
Ҡәҙерең бөтә...
Алдан яйлаһынмы
Шыңшыуҙарһыҙ дөмөгөр ышыҡты?

Бөркөт балаһы

Сыбар ғына түшле,
Сал яурынлы
Ҡая, күктең тиңһеҙ хужаһы
Ине лә бит бөркөт.
Ояһынан
Ҡолап төштө сепей-балаһы.

Сыбар ғына түшле,
Сал яурынлы
Бөркөт сайҡай күктә томшоғон.
Суҡышына элһен,
Тырнағына
Эләктереп микән ҡурсыһын.

Сыбар ғына түшле,
Сал яурынлы
Илай белмәй бөркөт.
Сара юҡ.
Был донъяла ата-инә йәнен
Һыҙландырмай торған бала юҡ.

Сыбар ғына түшле
Сал бөркөттөң
Сепейенән туҙғый ҡаурыйҙар.
...Оя ситтәренә баҫма,
Балам!
Ҡолап ҡуйһаң,
Кем балаһы, тимәй,
Үңәсеңә тырнаҡ һалырҙар.

Ҡола ат

Минең атты берегеҙ күрмәнеме?
Күндәм малҡай.
Саҡма тояҡлы.
Ялы оҙон. Текә һыртлы.
Ҡола.
Дағаланған. Ҡайсы ҡолаҡлы.
Минең атты берегеҙ күрмәнеме?
Ҡашлы эйәр, көмбәҙ йүгәнле.
Табалмайым шуны. Ғәйеп булды,
Ҡыҙырып сыҡтым дала, үҙәнде.

Әллә ниңә ҡыңғырау таҡмағайным,
Яҙлығыусы холҡо юҡлыҡтан.
Етемһерәй унһыҙ күңел түрем.
Ҡотһоҙлана дайсам, утлыҡсам.

Аҙаштымы икән ҡолаҡайым?
Йыуаш тимә, ятҡа баш бирмәҫ.
Атһыҙ башҡорт тигән дан күтәреү
Оялтыр ул. Беҙгә килешмәҫ.

Ҡуңырбуға буйлап китте мәллә,
Ебәк юлдан мәллә юлланды?
Урландымы? Ҡыҙыша ине яттар
Үтә сәмле, сыҙам, тоғролоҡло
Тоҡомона минең ҡоламдың.

Дефицит

Нимә етмәй ерҙә кешеләргә?
Айҡашалар илдәр,
Ир-аттар.
Ҡатын-ҡыҙы хатта сәс йолҡоша,
Батшалар бар халҡы ҡолатҡан.

Үрсей бара үслек шул ҡәҙәре,
Аяҡ салыу,
Тапап үтеүҙәр.
Үҙең өсөн генә ҡояш даулап,
Үлтерешкә барып етеүҙәр.

Тырыш ҡына.
Сәсһәң иген уңа.
Тәғәм хаҡы — аҡҡан тир генә.
Шул ҡиммәтме инде?
Билдәле ки,
Тирең менән китә сир генә.

...Айҡашалар:
Йылы урын — ятта!
Ят та үл бит,
Ғәрлек ни саҡлы.
Бәғзе берәү нишләп йәйрәп йәшәй,
Эре ярған булып борсаҡты.

Кәрәк Ерҙең теге ярымшары,
Бер һыйырға унда — бер энә.
Урын етмәй бура күтәрергә,
Мәхрүмлектә донъя көтөлә.
Йәтеш урын өсөн бара алыш,
(Үтһәң бәлә.
Ҡайҙа күмерҙәр?)
Ер өҫтөндә тик бер дефицит бар:
Урын яулап үтә ғүмерҙәр.

Усаҡ

Төн ҡуйырҙы.
Аҙашмамын да ул,
Үтә алам юлды күҙ бәйләп.
Нисәмә рәт һыбай йөрөгән булды,
Нисәмә рәт ялан тәпәйләп.

Боролмала, ана, усаҡ мызлай,
Мин белмәгән унда кем булһын.
Хәл белешеп китеү — фарыз ғәмәл,
Эргәһенә шуға боролдом.

Ник боролдом,
Нишләп һуғылдым мин
Күрмәгәнемме ни шул усаҡ?
Китеп тик бар ине һуҡмағыңдан,
Яҙмышыңдан разый тыныслап.

...Усаҡ янындағы яңғыҙ берәү
Ут телдәрен яғып күҙенә,
Моңло ғына итеп бер көй көйләй,
Башҡынайын һалып теҙенә.
— Һаумы әле!
— Һаумы...
— Исемең кем?
— Исемемме? Һиңә нимәгә?
— Ут күрҙем дә...
Бер аҙ хәл алырға
Боролғайным һинең эргәңә.

— Ут кем менән уртаҡ...
— Һинеке бит...
— Миндә ут юҡ.
Һүндем.
Усаҡты
Ҡабыҙҙым тик үлеп һағыныуҙан
Йәшәү ҡотом булған ҡосаҡты.

...Һәм һөйләне ағай оҙаҡ итеп,
Мин белмәгән хистәр хаҡында.
Мөхәббәте донъя хәтлем булған
Алиһәләй һылыу ҡатынға.

Һәм ерләгән уны.
Һағыштары
Ашып киткәс сабыр түҙеүҙән,
Усаҡ яҡҡан.
Йәре күрер, бәлки,
Йәне ашҡан йыһан түренән.

...Нишләп һуғылдым мин,
Ник боролдом,
Нәҙек кенә ғәмһеҙ һуҡмаҡтан?
...Ҡараңғыға маяҡ элеп ҡуйыр
Бармы мине өҙөлөп яратҡан?..

Дуҫтар күргән...

Көлһәм, ихлас көлөр ғәҙәтем бар,
Күңелдәрем китә кирелеп.
Иҫеңдәме,
Анау тауҙа
Көлдөм.
Йондоҙ төштө ергә тирелеп.

Уҡ алмаҫлыҡ араларға ашып
Китеүенән минең көлөүҙең,
Ҡайсыланы саптар ҡолаҡтарын,
Шаһит булдың шуға бер үҙең.

Һыу инәһе һыуҙан йүгереп сыҡты,
Усын ҡуйҙы талир сыңдарға.
Һин шаңҡының.
Шунан әйтеп ҡуйҙың:
“Килешә микән улай ҡыҙҙарға?”

Шунан бирле юрый шарҡылдайым.
Ҡолағыңа тиеп эленһен.
...Дуҫтар әйтә ине:
Ҡайһы саҡта
Тиктомалдан тауға үрләйһең дә
Әллә нимә эҙләп йөрөйһөң.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545