Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәргән, Атнабай эҙҙәре буйлап...
Мәргән, Атнабай эҙҙәре буйлап... “Әҙәби нағыш” марафоны республика буйлап сәфәрен дауам итә. Йыл башынан алып ул дүрт тиҫтәгә яҡын районда булып үтте. Ошо көндәрҙә ижади марафон Асҡын һәм Тәтешле еренә лә барып етте. Әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға Өфөнән балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, шағирҙар Хисмәт Юлдашев, Ләйсән Кәшфи, Любовь Колоколова, тележурналист һәм драматург Сәрүәр Сурина барҙы.

Асҡында әҙиптәрҙе район хакимиәте башлығы Фларит Усманов ҡаршы алды.
– Бала саҡтан ҙур хыялым бар ине – граждандар һуғышы тураһында китап яҙыу, – тип һүҙен башланы ул. – Олатайым шул тарихи ваҡиғалар хаҡында күп һөйләй торғайны. Хәтерҙә уйылып ҡалған мәғлүмәттәр күп. Ләкин китап хаҡында теләгем тормошҡа ашманы – башҡа һөнәр һайланым. Яҙыусының хеҙмәте еңел түгел икәнен яҡшы беләм. Шуға әҙиптәрҙе хөрмәт итәм.
Мәргән, Атнабай эҙҙәре буйлап...Фларит Фоат улы йәнтөйәгенең тарихы хаҡында кинәнеп һөйләне. Был ер ниндәй генә фажиғәләрҙе күрмәгән! Заманында батшаға ҡаршы баш күтәргән башҡорт­тарҙы тәхеттә ултырыусылар йәлләп тормаған. Ошо төбәктәге туҡһандан ашыу ауылдың халҡын тереләй яндырғандар. Һөйәнтүҙ фажиғәһен әле лә онотмайҙар бында...
Йырҙарҙа йырланған Каторжан юлы ла Асҡын еренән үткән. Батшаларға баш эймәгән аҫыл ир-атты аяҡ-ҡулын бығау­лап ошонан алып барғандар...
Үткәндәр тарихта ҡалһын. Бөгөнгөһө менән һөйөнөп йәшәй халыҡ.
– Бынан егерме йыл элек районда йүнле юл да юҡ ине, – тип һүҙен дауам итте Фларит Фоат улы. – Хәҙер асфальттан елдереп үтәбеҙ. Район үҙәгендә бынамын тигән мәсет төҙөнөк, яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде...
Район китапханаһындағы осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бында асҡындар танылған яҡташ­тарының ижады менән таныш­тырҙы. Ошо төбәктә тыуып үҫкән шағир, Баш­ҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың исемен хөрмәтләп телгә алдылар.
– Әлфис Суфиян улы ауылыбыҙҙың шәжәрәһен төҙөп бирҙе, – тип һөйләне Иҫке Ҡаҙансы китапханаһы мөдире Гөлфинә Исламова. – Элек үҙебеҙҙе ҡайҙандыр күсеп килгән халыҡ тип һанай инек. Баҡтиһәң, аҫаба башҡорттарбыҙ икән! Әлфис Ғаязов, тарихи сығанаҡтарға таянып, күҙебеҙҙе асты. Рәхмәт яҡташыбыҙға!
Асҡын ере — әҙәбиәтебеҙгә танылған яҙыусы, ғалим Кирәй Мәргәнде биргән төйәк. Бөгөн дә уның эшен дауам итерҙәй ижадсылар бар бында. Ҡулъяҙмалар тикшергәндә шуныһы һөйөндөрҙө: ысынлап та, таланттар йәшәй Асҡында! Атап әйткәндә, Зәүиә Шәрифйәнова, Альфрет Хажимуллин, Рәүис Кәлимуллин, Розалия Фәтҡәрова, Зөһрә Ғәйнуллина кеүек ҡәләм эйәләренең бүтәндәрҙе ҡабатламаҫ һүҙе, моңо бар.
Икенсе көнөнә ижади марафонды Тәтешле районы ҡабул итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған еренә аяҡ баҫыу – үҙе бер ҡыуаныс. Район китапханаһында беҙҙе шағирҙың бер туған ҡустыһы Мәғдән Атнабаев ҡаршы алды.
“Беҙҙең яҡтан бер егет Өфөгә институтҡа уҡырға барған. “Һин ҡайҙан?” – тип һорағандар унан. “Тәтешленән”, – тип яуаплаған егет. “Улай булғас, йә яҙыусы, йә йырсы, йә артист сығыр һинән”, – тип шаяртып алғандар. Ысынлап та, беҙҙең яҡ таланттарға бай”, – тип кинәнеп һөйләне Иҫке Күрҙем ауылы имамы Мәғдән Ҡасим улы.
Эйе, Тәтешле районы бихисап сәнғәт әһелен биргән халҡыбыҙға. Танылған мәғрифәтселәр Ғәли Соҡорой, Ғәри­фулла Кейеков, халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, яҙыусылар Сажиҙә Сөләймәнова, Финат Шакирйәнов, актриса Зинира Атнабаева, режиссер Байрас Ибраһимов, популяр йырсылар Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи кеүек шәхестәр менән тәтешлеләр хаҡлы ғорурлана.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы бындай сараны ойошторғанда, йәш ижадсыларҙы табыуҙы төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйғайны. Шуға ла Тәтешле ерендә лә ҡулъяҙмалар тикшереүгә айырыуса иғтибар бүленде.
– Бөгөн егермеләп ижадсының әҫәр­ҙәре менән таныштыҡ, – тине танылған балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина. – Кемеһелер әле өйрәнсек кенә, әммә араларында өлгөрөп еткән ша­ғир­ҙар ҙа бар. Тимәк, киләсәктә Атнабайҙың юлын дауам итеүселәр булыр.
“Кызыл таң” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре, ошо ерҙә тыуып үҫкән шағирә Ләйсән Кәшфи яҡташтары янына ҡайтып, оҫталыҡ дәрестәре бирергә вәғәҙә итте.
Балалар ижады үҙәгендәге сара халыҡтың рухын күтәрмәй ҡалмағандыр. Танылған шағир, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хисмәт Юлдашевтың сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Драматург Сәрүәр Суринаның йырлауын да халыҡ йотлоғоп тыңланы.
Әйткәндәй, районда рухиәткә айырыу­са иғтибар бүленә. Шағир Әнғәм Атнабаев исемендәге премия булдырылған, ошо уҡ әҙиптең тыуған ауылы Иҫке Күрҙемдә бюсы бар, музейы эшләй, мәктәп, урам уның исемен йөрөтә. Ирәкте башҡорттары араһынан сыҡҡан арҙаҡлы мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң да музейы уңышлы эшләп килә.
– Тәтешлелә тырыш, дәртле халыҡ йәшәй, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәлиф Рәхимов. – Ә инде тыуған яғыбыҙҙы данлаған шәхес­тә­ре­беҙҙе хөрмәтләү – беҙҙең изге буры­сыбыҙ.
Әйткәндәй, яҡын арала Иҫке Күрҙемдә Атнабаевтарҙың йорт-музейын асырға ниәтләйҙәр. Унда ағалы-һеңлеле Зинира һәм Әнғәм Атнабаевтарҙың тормошо, ижады менән танышып буласаҡ.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571