Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡумыҙҙың асылаһы серҙәре күп әле”
“Ҡумыҙҙың асылаһы  серҙәре  күп әле” Интернет селтәре, яңылыҡтар хеҙмәте күренекле яҡташыбыҙ, данлыҡлы ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананың Тлеп-ҡумыҙ һарайында үткән “Тарих һәм мәҙәниәт” этник мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсында Гран-при яулап ҡайтыуы хаҡында аҙна элек үк хәбәр иткәйне инде. Советтар Союзы Геройы, Ҡаҙағстандың Халыҡ ҡаһарманы, армия генералы Сәғәҙәт Нурмагамбетов исемендәге халыҡ-ара йәмәғәт һәм мәрхәмәтлек фонды беренсе тапҡыр ойошторған был сарала ҙур уңыш ҡаҙаныу – республикабыҙ, милли музыка ҡоралы ҡумыҙ, музыкантыбыҙ өсөн дә ҙур мәртәбә. Шәхсән миңә ошо еңеүгә өлгәшеү юлы ҡыҙыҡлы, сөнки яҡшы беләм: ҡаҙаҡтарҙы уҙып, уларҙың үҙ ерендә Гран-приға лайыҡ булыу һис еңелдән булмағандыр. Милли тарихын, йолаларын һаҡлауға күп көс һалған, күкрәк тауышы менән йырлаған йырсылары, таң ҡалдырырлыҡ музыка ҡоралдары булған бауырҙаштарыбыҙға ҡарап һоҡланған саҡтарым күп. Миңлеғәфүр ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтты икән? Ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
“Ҡумыҙҙың асылаһы  серҙәре  күп әле”– Был конкурсҡа нисек барып эләктең, Миңлеғәфүр?
– Быйыл июнь айында Ҡаҙағстандың Күкшетау ҡалаһында халыҡ-ара фольклор фестивале үткәйне. Унда I дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Шунда саҡырыу алдым да инде: һайлау турына биш көй яҙҙыртып ебәр, тинеләр. “Әлҡиса” тигән ҡаҙаҡ көйөн ебәрҙем уларға. Конкурстың талабы буйынса, 1-се турҙа мотлаҡ рәүештә ҡаҙаҡ халыҡ көйөн башҡарыу кәрәк. Уны ҡумыҙҙа, ағас ҡумыҙҙа уйнаным.
– Уйнаным тинең, тимәк, ҡумыҙ менән көй сығарғанһың, тауыш ҡына түгел.
– Эйе, тап шулай. Башҡа халыҡтарҙан айырмалы, башҡорттар ҡумыҙҙа йомшаҡ итеп уйнай, күкрәгенә һалып башҡара. Мин дә ата-бабаларҙан ҡалған йолаға тоғро булырға тырышам. Ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә ҡумыҙҙа төрлө ауаздар сығара. Ат тауыштары сығарып та, төрлө ҡош булып һайрап та була, ә бына көйләү еңелдән түгел. Үҙ эшеңдең фанаты булыу мөһим. Августа отпуск алғайным, уны тотошлайы менән ошо конкурсҡа әҙерлеккә бағышланым. Филармонияға эшкә барам да “Әлҡиса”ны өйрәнәм, өйгә ҡайтһам, йәнә уны көйләйем. Валлаһи, берәй мең тапҡыр тыңлағанмындыр мин уны, сөнки көйҙө башҡарғанда бер нотаға ла яңылышырға ярамай. Профессионалдар, музыканттар уны хәҙер тойоп ҡаласаҡ.
– Үҙеңә үҙең тәнҡитсе лә, музыкант та, тыңлаусы ла булдың инде?
– Юҡ, үҙем генә был эште атҡарып та сыға алмаҫ инем. Халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләнгәндә эшкә етди ҡарарға, бар тырышлығыңды һалырға кәрәк. Билдәле композитор, музыкант Азамат Аҙнағолов был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтте. Башҡорт көйҙәрен беренсе тапҡыр башҡармайым, улар миңә таныш, шуға дөрөҫ, кәрәгенсә уйнай алырымда шикләнмәнем дә. Ә бына “Әлҡиса”ны ҡаҙаҡса башҡарыу өсөн күп көс һалдыҡ. Азамат ағай фортепианола уйнап күрһәтә һәм минең башҡарыуҙы тыңлай. Нотала, ярты өндә генә хата китһә лә, төҙәтә. Бына ошо рәүешле даими репетициялар алып барҙыҡ. Ул мине һәр яҡтан был конкурсҡа әҙерләне, тиһәм дә хата булмаҫ. Сөнки һәр конкурсант өсөн бүленгән дүрт минут эсендә көйҙәрҙе юғары кимәлдә башҡарып, үҙебеҙҙең халыҡтың милли асылын да күрһәтеп өлгөрөү зарур булды. Унда мин ҡумыҙсы Миңлеғәфүр генә түгел, ә Башҡортостан Республикаһы музыканты, башҡорт ҡумыҙсыһы икәнемде бер генә секундҡа ла оноторға тейеш түгел инем. Аллаға шөкөр, өс номинацияла үткән конкурс-фестивалдә лайыҡлы сығыш яһарға насип булды. Әйткәндәй, вокал буйынса күренекле яҡташыбыҙ, 2007 йылдан Ҡаҙағстанда йәшәгән йырсы Әлфиә Кәримова II урынды алды. Тағы ла “Хореография”, “Милли музыка ҡоралдары” номинациялары буйынса көс һынашты сәнғәт әһелдәре.
– Әйткәндәй, ниндәй илдәрҙән булды ҡатнашыусылар? “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтында журналист Ләйлә Аралбаева, сара Ҡаҙаҡ ханлығының ойошторолоуына 550 йыл тулыуға бағышлана, тип яҙғайны.
– Эйе, Ҡаҙағстандың Мәҙәниәт һәм спорт ми­нистрлығы, Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының ҡеүәтләүе менән ойошторолған был сарала 17 илдән ҡатнаштылар: Ҡаҙағстан, Болгария, Молдова, Украина, Үзбәкстан, Венгрия, Монголия, Ҡытай, Сирия, Рәсәй Федерацияһының Ҡырым, Дағстан, Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙа-Балҡар, Башҡортостан Республикаһынан һәм башҡа төбәктәренән вәкилдәр булды. Сара, алда әйтелгәнсә, Ҡаҙаҡ ханлығының ойошторолоуына 550 йыл тулыуға бағышланды. Дөрөҫөн әйткәндә, улар донъяның төрлө мөйөшөндә йәшәгән ҡыпсаҡтарҙы йыйырға тырышҡан. Төркиҙәр күп булды сарала.
– Һуң һин ҡыпсаҡ түгел дә инде. Мәсетле районы егете Рим Янғужиндың “Башҡорт ырыуҙары” китабына таянып әйткәндә, Әйле ырыуынан түгелме?
– Эйе, мин – Әйле ырыуынан, әммә төрки дәүләт вәкилдәре лә күп булды. Мин уларға башҡорт ырыуҙары, уларҙың тамғалары, орандары, биләмәләре хаҡында һөйләнем, бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – этник музыканы, милли мәҙәниәттәрҙе, телде һәм тарихты пропагандалау. Киләсәктә улар мульти­мәҙәниәт йәмғиәте төҙөргә ниәтләй. Сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәр байтаҡ булған, әммә, алда әйткәнемсә, 1-се турҙың талабын үтәү мотлаҡ. Ҡаҙаҡ халыҡ, композитор көйҙәрен оҫта уйнарға кәрәк. Улар үҙҙәренең милли йолаларын, тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын һаҡлап ҡалыу өсөн күп эш башҡара. Әйткәндәй, еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһына депутаттар, министрҙар, күренекле шәхестәр күп килде һәм үҙҙәренең ҡиммәтле бүләктәрен тапшырҙы.
Икенсе турҙа үҙ халҡыңдың моңдары менән таныштыраһың: “Салауат маршы”н, “Порт-Артур”ҙы, “Сал быуаттар ауазы” импровизацияһын башҡарҙым. Әлфиә Кәримова “Таштуғай”ҙы башҡарғанда хайранда (төрки халыҡтарының музыка ҡоралы) уйнап, уның сығышына биҙәлеш бирергә тырыштым. Йырын бик яраттылар. Башҡорт ҡыҙының күршеләрҙә үҙ булып, ижад итеп йәшәүен күреп ҡыуандым.
Ҡаҙағстанда милли мәҙәниәтте пропагандалау йәһәтенән беҙҙәге кеүек күп мәҙәни саралар, конкурстар ойошторола. Уларҙың әүҙем эшмә­кәрлегенә һоҡланып ҡайттым. Саҡырыуҙарҙы ҡеүәтләп, мине был сәфәргә ебәргән Мәҙәниәт министрлығына, Республика халыҡ ижады үҙәгенә рәхмәтлемен! Шундай ҡанат ҡуйҙы миңә был фестиваль! Балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк, ипотека түләйбеҙ, әммә ғаиләм терәк булыу менән бергә республиканың мәҙәниәт өлкәһе етәкселәре хуплауы был юлға дәртләнеп сығарҙы.
– Этник йәһәттән беҙҙең улар менән оҡшаш яҡтар күп. Һиңә үҙ итеп ҡарауҙарын той­маныңмы?
– Мин ҡаҙаҡтар менән башҡортса ғына һөйләштем, ысынлап та, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Астанала Тлеп-ҡумыҙ һарайы – үҙе бер мөғжизә. Уны Сапар Исҡаҡов олатаһы хөрмәтенә төҙөткән. Биш ҡатлы бинала барыһы бер урында эшләнгән. Шунда уҡ килгән халыҡ өсөн 180 урынлыҡ ҡунаҡхана, 340 урынлыҡ концерт залы, репетициялар залы. Фестивалде асыу тантанаһы ла сағыу итеп ойошторолғайны. Һәр ил вәкиле үҙенең әләмен күтәреп сыға. Йырсы Әлфиә Кәримова, Ҡаҙағстанда йәшәһә лә, Башҡортостан өсөн сығыш яһаны. Венгрияла йәшәгән ҡаҙаҡтар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы төркөмө менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бөгөн Сирияла һуғыш бара, унан килгәндәрҙең күҙ йәше аралаш илдәрендәге хәлдәр хаҡында һөйләүе ауыр тәьҫир итте.
Ҡунаҡсыл ҡаҙаҡтар Астана буйлап сәйәхәт тә ойошторҙо, ҡаланың матурлығын һөйләп аңлатып ҡына бөтөрлөк түгел. Хужаларҙың үҙ итеп ҡарауына килгәндә, эйе, улар башҡорттарҙы яҡын күрә, әммә был бер нисек тә сығышты баһалауға ҡағылманы. Музыкант, бағыусы Иҙел Хөсәйенов үҙенең сығышында бына нимә тине: ”Минең танышым уҡыусыһын да ошо конкурсҡа йәлеп итергә тәҡдим яһаны. Әммә әшнәлек юлы менән беҙ мәҙәниәттең үҫешен тәьмин итә алмайбыҙ, булған тарихи, фольклор байлыҡты ла юғалтыуға юл ҡуясаҡбыҙ”, – тине. Беҙҙә хәлдәр башҡасараҡ шул: берәй ярыш, конкурс ойошторола башлаһа, мотлаҡ таныш-тоношлоҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ йоғонтоһо һиҙелә. Был күренеш беҙҙең мәҙәниәттең кимәлен генә төшөрөүгә килтереүе ихтимал. Юл ҡуймаҫҡа ине ул беҙгә лә бындай ялған “ҡаҙаныштар”ға. Мәҙәни конкурстар бары тик милли байлыҡты арттырыу йә иһә тарихи ҡомартҡыларҙы халыҡҡа яңынан ҡайтарыу, ошо юлда йәш исемдәр асыу маҡсаты менән ойошторолорға тейеш. Әллә ниндәй премиялар, исемдәр артынан ҡыуырҙан элек ғәмәлдәребеҙҙең ихлас, яҡты булыуы хаҡында оноторға ярамай. Дәүләт кимәлендә беҙҙә күпме шәп саралар ойошторола, профессионалдар үҙҙәре үк еңеүселәрҙе таныштары, уларҙың балалары араһынан эҙләп, бәйгенең кимәлен төшөрә. Сағыу таланттарыбыҙ күп, улар күренеп тора, күңелдәрен төшөрөргә ярамай.
– Уларҙа кемдәр булды баһалама ағзалары?
– Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа уңыш ҡаҙанған билдәле сәнғәт әһелдәре, музыканттар, танылған башҡарыусылар, композиторҙар, журналистар, күренекле шәхестәр, ижади зыялылар баһаланы беҙҙең сығышты. Әммә уларҙың береһе лә ҡатнашыусыларҙың менеджеры ла, продюсеры ла булырға тейеш түгел. Конкурс талаптарына бик етди ҡарағандар.
– Һеҙҙең сығыш хаҡында улар нимә тине?
– Ҡаҙаҡтар Әлфиә менән минең сығышты бик оҡшатты. “На нашем фестивале-конкурсе достойно представлен Башкортостан!” – тинеләр сәхнәнән. Әлфиә тәүге турҙа ҡаҙаҡ халыҡ йырын башҡарҙы, икенсеһендә “Таштуғай” менән хайран итте. Уңыш беҙгә йылмайҙы! Был – ҙур шатлыҡ, сөнки республиканан ситкә бер аҙым баҫһам да, үҙемдең Миңлеғәфүр генә түгел, ә тотош милләтем вәкиле булыуымды яҡшы аңлайым. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, үҙебеҙҙең милли кейемдә сығам сәхнәгә. Бының менән илемә, халҡыма мөнәсәбәтемде күрһәтәм. Конкурста көн дә кейеп йөрөгән салбары менән сығыш яһаусылар ҙа булды, был күренеш минең башыма һыймай. Сараны ойоштороусылар алдында ла уңайһыҙ булыр ине миңә ошо рәүешле сәхнәгә сығыу. Гала-концертта Гран-при, I, II урынды алғандар ғына сығыш яһаны. Унда мин “Сал быуаттар ауазы” импровизацияһын уйнаным. Конкурс барышында “Әлҡиса”ны башҡарғанда ҡаҙаҡтар аяғүрә тороп ҡул сапты. Тауыш-тынһыҙ ҡалып тыңланылар. Тырышлығымдың бушҡа китмәгәненә сикһеҙ ҡыуандым.
– Бүләкләү тантанаһын иҫеңә төшөр әле...
Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты ул. Бер таныш мулла, һәр саҡ һинең өсөн доға ҡылып торам, тиһә лә, туғандар, ғаиләм: “Бары тик Гран-при!” – тип тороп ҡалһа ла, уйланаһың бит инде. Бына II урынды иғлан иттеләр, I сыҡты сәхнәгә. Шул ваҡыт: “Гран-при, Республика Башкортостан!” – тип әйтеүҙәре булды, ҡулымдағы бөтә нәмәләрҙе ташлап, дәүләт әләмен күтәреп, сәхнәгә йүгерҙем. Әле булһа йөрәгемдә шул ҡыуаныслы ауаз йөрөй.
– Миңлеғәфүр, ә үҙебеҙҙә ошондай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге ҡумыҙ фестивале ойошторорға теләгең юҡмы? Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы тигән исемең дә бар, Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡеүәтләп тора – нәҡ һин башларға тейештер был эште?
– Эйе, бар ундай ниәт. Әлегә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәге ҡумыҙсыларҙың төбәк-ара фестивален ойоштороп килә бит. Ошо сараны үҫтереп, географияһын киңәйтеп ебәреү кәрәктер. Бөгөн төрки халыҡтар ҡумыҙҙы онотоп бөткән тиерлек. Австрия, Германия, Франция, Польша, Норвегия хәҙер ҡумыҙҙа уйнай, сөнки улар был музыка ҡоралының юғары миссияһын, көсөн аңлай. Ҡумыҙ кешеләрҙе тәбиғәт, тарих, боронғо тамырҙары менән тығыҙ бәйләй.
3 февралдә Екатеринбургта айырым концертым үтә. Әле шуға әҙерләнәм. Думбырасы Гүзәл Үмәрғәлина менән бергә сығыш яһаясаҡбыҙ. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Һамар, Һарытау башҡорт­тарына ҡумыҙ серҙәрен асырға, уйнарға өйрәтергә юлға сығырға торам. Эш күп. Киләсәктә, моғайын, Аллаһ Тәғәлә насип итһә, халыҡ-ара фестиваль дә ойоштороп булыр. Күпме уйнаһам да, уҡыусыларыма ла әйтәм, үҙемде өйрәнсек кеүек һиҙәм. Ҡумыҙҙың беҙ асаһы серҙәре күп әле. Бигерәк тә уның ярҙамында ауаз, тауыш сығарыу ғына түгел, көйҙәр уйнау йәһәтенән дә мөмкинлектәребеҙ бар, башҡараһы эштәребеҙ күп.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571