Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хыялый” Рәсәйҙе иңләй
Салауат Әбүзәрҙең һоҡланғыс шиғыр-поэмаларын, хикәйәләрен гәзит-журнал биттәрендә уҡып торабыҙ. Ике йыл элек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның “Хыялый” пьесаһы буйынса йәш режиссер Арыҫлан Йәнбәков ҡуйған спектаклде ҡарап ҡыуанғайныҡ. Был спектакль бөгөн дә аншлаг менән бара, йәше лә, ҡарты ла эркелеп йөрөй.
Салауат Әбүзәр был әҫәрҙең дүрт варианты яҙылыуы тураһында әйткәйне бер саҡ. Мәҫәлән, “Хыялый”ҙың икенсе вариантын Сибай башҡорт дәүләт драма театрында күренекле режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштерҙе.
Яңыраҡ тағы бер һөйөнөслө хәбәр ишеттек. М. Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт драма театрында “Хыялый”ҙың премьераһы булған икән. Уны билдәле режиссер Булат Хәйбуллин сәхнәгә ҡуйған. Булат ағайға шылтыратып: “Премьера нисек үтте?” — тип һораныҡ.
“Бик шәп үтте, — тине ул. — Ике көндә лә тамашасы менән зал шығырым тулы булды. Алҡыштарға күмделәр. Был әҫәрҙең беҙҙең театрыбыҙҙа ла ғүмере оҙон булыр тип уйлайым. Ә инде автор менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлекте өҙмәҫбеҙ. Уның яңы пьесаларын ырымбурҙар тағы ла күреп ҡыуаныр әле”. Амин, шулай булһын!
Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ, тигәндәй, Салауат Әбүзәрҙең пьесалары Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт драма театрында, үҙебеҙҙең Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында әҙерләнеүен беләбеҙ. Башҡа театрҙар ҙа битараф ҡалмаҫ, моғайын. Былтыр, мәҫәлән, авторҙың “Әсир” тигән пьесаһы драматургтарҙың республика конкурсында еңеү яулағайны. Был драма буйынса ҡуйылған спектаклде лә күрергә насип булыр, тип өмөтләнәйек.
Айгиз ҒИЗЗӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566