Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным”
“Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным” “Анта-мынта йөрөгәнтә
Тараҡ палта пилемтә!..”

Ҡайһы ырыуҙа шулай һөйләшәләр тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡатайҙар! Республикабыҙҙың бер нисә районында, шулай уҡ Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә төйәкләнгән ырыу халҡы ана шулай үҙенсәлекле һөйләшә. Яңыраҡ Бирҙеғол ауылында уҙғарылған Ҡатай йәштәре йыйынында ҡатнашып, уларҙың мәҙәни мөхитенә сумыу бәхете тейҙе. Инде өсөнсө тапҡыр ойошторолған күркәм сара Башҡортостандың төрлө төбәгенән меңләгән халыҡты йыйҙы.


“Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным”Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, Ҡатай ҡәбиләһе алты ырыуҙан тора. Инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай, иҙел-ҡатай­ҙар көнбайышта йәшәһә, оло-ҡатай, бала-ҡатай, ялан-ҡатайҙар көнсығышта йәки Урал аръяғында төбәкләнгән.
Әле оло-ҡатайҙар һәм бала-ҡатайҙар йәшәгән ерҙәр Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарына инә. Был ырыуҙар халҡының бер өлөшө Өфө губернаһының төньяҡ-көнсығыш төбә­ген­дә, Оло һәм Кесе Ыҡ йылғалары буйында ҡалған. Хәҙер ул ерҙәр Балаҡатай районына ҡарай. ХlХ быуаттағы мәғлү­мәттәр буйынса, был урындағы халыҡты билән-ҡатайҙар тип тә атағандар.
Алты ырыуҙан торған ҡатай ҡәбиләһе киң таралған. Күпселек өлөшө таулы-урманлы төбәктәрҙә йәшәй. Улар — ҡоҙғон-ҡатай, иҙел-ҡатай һәм инйәр-ҡатайҙар. Ырыуҙар был ергә ХIV быуатта төп­ләнгән, тип билдәләй ғалим Рим Йәнғужин.
“Ҡаты ергә баҫһаң — ышаныслы,
Ныҡлы терәп була арҡаны.
Өрөк төшө кеүек аяулымын,
Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным”, –
тип йәнтөйәген данлап яҙған билдәле шағирә Гүзәл Ситдиҡова.
— Һәр ырыу вәкиле үҙ тарихын белергә тейеш, – тине әлеге байрамды башлап ойошторған Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев. – Белорет ҡатайҙары ара­һынан ғына күпме шәхес халҡыбыҙҙың данын арттырҙы! СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, шағир һәм яҙыусы Мөхитдин Тажи, Башҡорт­остандың халыҡ артистары Ғәли Хәмзин, Рәмил Ғәйзуллин, Риф Ғәбитов, Ләйлә Исмәғилева, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Йәштәр ошондай шәхестәрҙән өлгө алып, ҙур уңыштарға өлгәшер тип ышанам.
Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов үҙ сығышында бында йәшәгән ҡатайҙарҙың әүҙемлеген билдәләне. Мәҫәлән, быйыл Бирҙеғолда һуғышта һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә обелиск асылған. Төйәк халҡы шулай уҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ихлас ҡатнаша.
“Башҡортостан” телерадиоком­панияһы директорының радиотап­шырыуҙар буйынса урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, бала-ҡатай ырыуы вәкиле, Ҡыйғы районының Абзай ауылы хакимиәте башлығы Илһам Ғимаҙиев, Бирҙеғол ауылы старостаһы Ренарт Ғиззәтуллин, барлыҡ халыҡты байрам менән тәбрикләп, әүҙем йәштәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Спорт ярыштарына, йыр-моңға бай булды йыйын. “Елмерҙәк”, “Тархан” төр­көмдәренең дәртле сығышы байрамға йәм өҫтәне. Ә йырсы Рәил Өмөтбаев “Ҡатай ырыуының гимны”н халыҡтың һорауы буйынса ике тапҡыр башҡарҙы.
Киләһе йыл ошондай йыйынды йәнә уҙғарырға кәрәк тигән фекергә килде ҡатайҙар. Үткәреү урыны тип райондың Әзекәй ауылы һайланды.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567