Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йым-йым итә Ирәндек ынйылары
Йым-йым итә Ирәндек ынйылары Республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәшәгән әҙәбиәт һөйөүселәр ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ниһайәт, “Әҙәби нағыш” марафоны был яҡтарға ла килеп етте. Урал аръяғы – таланттар төйәге, әйтерһең дә, мәғрур Ирәндек тауҙары ниндәйҙер илаһи һәм сихри көс менән уларҙы үҙенә йыя ла, ҡанат нығытҡан балаларын ояһынан осорған ҡош кеүек, талпынырға фатиха бирә. Тап ошо төбәктә башҡорт шиғриәте шоңҡарҙары Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Буранбай Исҡужин үҙ юлын тапты, танылған яҙыусылар Аҫылғужа Баһуманов, Таңсулпан Ғарипова, Наил Ғәйетбаев, Зөһрә Фәйзуллина, Лира Яҡшыбаева йәшәп һәм эшләп китте. Уларҙың юлын бөгөн лайыҡлы рәүештә яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов, драматург Әминә Яхина, шағирәләр Айгөл Ишемғужина, Фирүзә Алсынбаева һәм башҡалар лайыҡлы дауам итә.
Хәйбулла, Баймаҡ райондарында һәм Сибай ҡалаһында өс көн буйына барған рух байрамы үҙенсәлеге, матурлығы, күңел йылыһы менән хәтерҙә уйылып ҡалды.

Сал ҡылғанлы
Хәйбулла ерендә


Башҡортостан Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәксе­легендәге делегацияны хәйбуллалар район сигендә үк икмәк-тоҙ, шифалы ҡымыҙ һәм яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Яҡташтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, яҙыусы һәм шағирә Гөлнур Яҡупова, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың баш­ҡорт әҙәбиәте һәм тарихты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Айгөл Буранғо­лова, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов иңенә районда ҡәләм тирбәтеүсе 52 кешенең ҡулъ­яҙ­маһын баһалау, уларға үҙ кәңәшен етке­реү, оҫта­лыҡ дәресен күрһәтеү бурысы һалынды. Башҡорт һәм урыҫ те­лендә ижад итеүселәрҙең иң олоһо Бөртөкбикә Ғәлинаға 86 йәш булһа, иң кесеһе Ғәзим Фәйзуллин V класта уҡый.
Йым-йым итә Ирәндек ынйылары“Хәйбулланың көмөш ынйылары” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә башлап ҡәләм тирбәтеүселәр, китапханасылар, уҡытыу­сылар һәм мәҙәниәт бү­леге хеҙмәткәр­ҙәре ҡатнашты. Башҡортостан Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғә­йет­баев үҙ сығышында әҙәби мара­фондың маҡсатын билдәләп үтте, тәҡдим ителгән ҡулъяҙмаларға дөйөм баһа бирҙе, урыҫ телендә ижад итеүсе­ләрҙең һәр береһенә шәхсән туҡталып, кәңәш­тәрен еткерҙе.
— Баш ҡаланың әҙәби мөхитенән йы­раҡ урын­лашҡан Хәйбулла ерендә ижад итеүселәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Ҡулъяҙмалар араһында беҙ эҙләгән табыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Линиза Шакированың тормошсан хикәйәләрен, Фәриғә Күсәкованың өлгөргән шиғыр­ҙарын бөгөндән үк китап итеп баҫтырырға мөмкин, — тине Наил Әсҡәт улы. – Киләсәктә был авторҙарҙы Союзға алыу мәсьәләһен уйларбыҙ.
Ҡәҙим Аралбаев менән Фәрзәнә Аҡбу­латова яҡташтарына кәңәштәрен еткер­ҙе, шулай уҡ хәй­буллалар “Ҡатындар” әҫәренең авторы Гөлнур Яҡупованың сығышын йылы ҡабул итте.
Районда ҡасандыр эшләп килгән әҙәби түңә­рәктең юҡҡа сығыуын, йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бергә туплар, кәңәшлә­шер урындың булмауын иҫәпкә алып, йәш яҙыусыларға ижади яҡтан ярҙам итеү маҡсатында, яңы асылған әҙәби түңәрәктең етәксеһе итеп Хөснулла Акилов һайланды. Тимәк, киләсәктә сал ҡыл­ғанлы далалар иркенлеген сағылдырған, йәмле Һаҡмарға дан йырлаған, йомарт һәм изге Хәйбулла халҡының яңы образдарын тыуҙырған өр-яңы әҫәрҙәр яҙыласаҡ әле.
Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында “Ижад тамырҙары — тыуған ерҙә” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә шағир Ҡадир Әлибаевтың һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Ирек Атанов яҙған “Хәйбулла” гимны менән асылды. Уны йырсы Рәсимә Динисламова башҡарҙы. Район хакимиәте башлығы Раил Ибра­һимов үҙ сығышында, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойош­то­ролған марафондың йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн оло мәктәп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, район­даштарын әүҙем яҙышырға, ижад менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
— Беҙҙең төбәктә элек-электән һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ халыҡ йәшәгән. Хәйбуллалар күренекле шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаев, яҙыусылар Ғәзим Шафиҡов, Фәрзәнә Аҡбулатовалар менән хаҡлы ғорурлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа районда йәштәрҙең әҙәбиәткә килмәүе борсой. Башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә, хәйбуллалар ваҡытлы матбуғат биттәрендә аҙ күренә, исем­дәре ишетелмәй. Бөгөнгө сара күңелдәрендә ижад осҡондары йөрөткәндәрҙе ҡабындырып, тағы ла илһамландырып ебәрер тигән теләктәмен. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һәр башланғысты хупларға, ярҙам итергә әҙербеҙ. Хөрмәтле ҡәләм оҫталары, әүҙемерәк булығыҙ, дәртләнеп ижад итегеҙ, һеҙҙән яңы китаптар көтөп ҡалабыҙ, — тине Раил Хажморат улы.
Йым-йым итә Ирәндек ынйыларыТау колледжындағы осрашыу дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Кисәнең иң тулҡынландырғыс минуттары яҡынлашты: “Әҙәби нағыш” марафоны эстафетаһын Күгәрсен райо­ны­ның мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина Раил Ибраһимовҡа тапшырҙы.
Әйткәндәй, Хәйбулла районында дүрт моделле һәм бер район китапханаһы эшләй. Китапханалар селтәре директоры Аксана Сынбулатова етәксе­легендәге коллектив үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Сал ҡылғанлы, киң далалы Хәйбулла еренән илһам һәм дәрт алған яҙыусылар артабанғы сәфәрен Баймаҡ тарафында дауам итте.

Баймаҡ — таланттарға бай яҡ

Баймаҡтар, һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡ­тарҙы үҙҙә­ренә генә хас ихласлыҡ менән ҡаршыланы. Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Луиза Дәү­ләтшина етәксе­легендәге төркөм “Әҙәби нағыш” эста­фетаһын лайыҡлы ҡаршыланы, һүҙ ҡөҙ­рә­тенең бәҫен белеп, яҙыусы баһа­һын күтәрҙе, йәш ижадсыларға илһам өҫтәне. Район китапханаһы янында башланған рух байрамында Наил Ғә­йетбаев, Мирас Иҙелбаев, Гөлнур Яҡу­пова һәм Айгөл Буранғолова ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы районда 15 йыл уңышлы эшләп килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад түңәрәге ағзалары, ағинәйҙәр, район ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡар­шыланы.
Бөйөк Шәйехзада Бабич яҙғанса, “аҫты – алтын, өҫтө — шиғыр” булған төбәктә ижад итмәгән, ҡә­ләм тирбәтмәгән кешене осратыуы ҡы­йын. Бында ша­ғир һәм яҙыусылар берәмләп түгел, күмәкләп тыуа. Әҙәбиәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә икешәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты үҫтергән данлы Күсей, Сың­ғыҙ, Буранбай ауылдары үҙе ни тора! Шуғалыр ҙа Баймаҡ ҡәләм оҫталарының тикшереүгә ҡуйған ҡулъяҙмаларының һаны йөҙҙән артып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла сарала ҡатнашманы һәм Өфөнән килгән яҙыусылар ҙа һәр ҡулъяҙмаға ҡарата һүҙен әйтә алманы. Әммә, уларҙың араһынан иң-иңдәре һайланып, өмөтлө күренгәндәре иләктән иләнеп, һайлап алынды. Бигерәк тә баймаҡтарҙың ижадын ентекле тикшереп, кәңәшен биргән Гөлнур Яҡупо­ваның, Мирас Иҙелбаевтың, Наил Ғәйетбаевтың һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Ижадтары­на ҡарата яҙыусы һүҙен ишетеү күптәргә оҫталыҡ майҙаны, әҙәбиәт дәресе булғандыр.
Йым-йым итә Ирәндек ынйылары— Әлбиттә, баймаҡтарҙың дәррәү һәм дәртле ижад итеүендә районда уңышлы эшләп килгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад бе­рек­мәһе һәм уның алмаштырғыһыҙ етәк­се­һе шағирә Айгөл Ишем­ғужи­на-Иҙелбаеваның роле ҙур. Район гәзи­тендәге әҙәби бит, үҙнәшер юлы менән сығарылған китаптар ҙа ҡә­ләм тирбәтеү­селәргә ҡанат ҡуя, илһам­ландыра. Шуныһы ҡыуа­ныслы: Баймаҡ районы китапханаһынан яҙыу­сылар бер ваҡытта ла өҙөлмәй, бында яҙыусы – китап уҡыу­сы араһында йылы бәйләнеш булды­рыл­ған. Киләсәктә лә матур йолаға әүе­рел­гән традиция дауам итһен, бәй­ләнештәр өҙөл­мәһен, – тине Башҡортос­тан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев.
— Бөгөн беҙ аҫылташтар эҙләп, улар­ҙы уҡыу­сы­ға күрһәтеү, яңы исемдәр та­быу маҡсатында килдек. Шөкөр, байтаҡ нағыштарға осраныҡ, уларҙы бер аҙ ялтыратҡанда, ынйы-гәүһәрҙәй балҡыя­саҡ­тар әле. Шуныһы ҡыуаныслы: ижад итеүселәрҙең күбеһе – минең уҡыусы­ла­рым, ҡасандыр “Шоңҡар” әҙәби түңә­рәге ағзалары. Тимәк, улар күңелендәге ҡуҙ һүнмәгән, киреһенсә, балҡып янған ғына, — тине Мирас Иҙелбаев.
Баймаҡ районынан Гөлсинә Мырҙина, Зилә Ғәйетҡолова, Әлфирә Бикташева, Римма Мырҙи­на, Таңһылыу Вәлиева­лар­ҙың ҡулъяҙмалары иң яҡшы тип табыл­ды, шулай уҡ Илмира Кейек­ҡужина, Гүзәл Иҫәнгилдинаның хикәйәләре ыңғай баһаланды.
Халыҡ менән тулы район мәҙәниәт һарайын­дағы кисә сағыу кейенгән балаларҙың китап тотоп бейеүе менән асылды. Артабан алып барыусылар тамашасыларҙы башҡорт әҙәбиәтенә билдәле шағир һәм яҙыусылар бүләк иткән ауылдар менән таныштырҙы. Райондың әҙәбиәт картаһы тап тыуған ауылым Күсей менән башланыуы күңе­лемдә ғорурлыҡ хисе уятты, ауылдашым йәш йырсы Әлфир Замановтың Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә яҙылған “Атай йорто”н башҡарыуы тыуған яғыма алып ҡайтҡандай булды.
Баймаҡтар маһайырға ярата, тиҙәр. Маһайыр эштәре, ғорурланыр кешеләре бар икән, ниңә маҡ­танмаҫҡа әле?! Ысынлап та, бында рухи ҡиммәт­тәрҙе һаҡла­ған, уны ҡәҙерләгән һәм хөрмәт иткән кешеләр йәшәй. Сәхнәнән Рәйес Түләк­тең “Оран” шиғыры бар милләтебеҙгә оран булып яңғы­ра­ғанда, бейеүселәрҙең ойоҫҡота баҫып бейеүен ҡарағас, йырсыларҙың күңел түренә үтеп инерлек моңдарын тыңлағанда нисек итеп үҙ халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисермәйһең инде?! Бындай хис-тойғолар тик Баймаҡ ерендә, Рәйес Түләк яҙғанса, “Был – Баймаҡ йөмһүриәте, был – Баймаҡ ҡағанаты!”нда ғына булалыр.
Булмышында мәғрур Ирәндек тауы­ның ҡабат­ланмаҫ күркәмлеге балҡыған, ҡанында илһө­йәрлек, телһөйәрлек ҡайнарлығы урғылған район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов һәр саҡ яҙыусылар менән булған осрашыуҙарҙа теләп ҡатнаша. Был юлы ла, эштең ҡыҙыу мәле булыуға ҡарамаҫтан, Илшат Хәмит улы ситтә ҡалманы.
Йым-йым итә Ирәндек ынйылары— Баймаҡ — таланттарға бай яҡ. Бөгөнгө эшлекле осрашыуҙарығыҙ һөҙөм­тәһе булып тағы ла йәш таланттар үҫеп сығыр, яңы исемдәр табылыр, — тип ҡунаҡтарға Баймаҡ районының энцикло­педияһын, Башҡортостандың халыҡ шағиры Аб­дулхаҡ Игебаевтың “Беҙ – баймаҡтар бит әле!” исемле шиғырҙар китабын бүләк итте.
Артабан Хәйбулла районы хакимиә­тенең эштәр идарасыһы Шәкүр Дәүләт­шин “Әҙәби нағыш” эстафетаһының символын — Йылъяҙма-китапты баймаҡ­тарға тапшырҙы.
Киләсәктә данлы Баймаҡ ере әҙәбиәт күгендә яңынан-яңы баҙыҡ йондоҙҙар менән тулыланыр, тигән изге теләктәр менән яҙыусылар Сибайға юлланды.

Рухи һыбайлы Сибай

Ике көн буйына тиҫтәләрсә саҡрым юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡулъяҙма тикшереп, осрашыуҙарҙан бер аҙ арып-талһалар ҙа, Сибайға яҙыусылар аш­ҡынып килде. Тиҙҙән күркәм юбилейын ҡаршы­ларға йыйынған ҡаланы һәр кем күрергә, яҡын­дан танышырға теләне, буғай. Хәйер, Наил Ғәйетбаев өсөн Сибай тыуып үҫкән изге бишек булһа, Мирас Иҙелбаев тап ошо ҡалала үҙенең тәүге хеҙмәт юлын башлаған. Ғафури районы ҡыҙы Гөлнур Яҡупо­ваның да ҡаланы тәүге күреүе түгел, “Арҡайым” ҡаласығына барғанда, үтеп барышлай булһа ла Сибайға туҡта­лып, уға арнап шиғыр ҙа сығарып өлгөргән. Ә Айгөл Буранғолова Сибай педагогия колледжында белем алған. Ижады менән күңелдәрен арбаған серле Сирбай атлы уҙаманды күрергә теләктәре ҙур ине яҙыусыларҙың.
Ниһайәт, Фәнис Сирбаевтың да тауышын ишет­теләр. Хәтеремдә, бынан бер нисә йыл элек Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында эшләгән йылдарымда уҡ уны Яҙыусылар союзына алырға тигән ҡарар сығарып, рекомендация ебәргәй­нек. Дөйөм йыйынтыҡта ике тапҡыр шиғырҙары ба­ҫылған Фәнис Сирбаев, әле ир уртаһына етһә лә, һаман йәш шағир булып йөрөй. Хәйер, уны күптәр үҙенсәлекле шағир тип кенә түгел, таныл­ған йырсы тип тә белә. Уның һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлетов яҙған йырҙарҙы радио тулҡындары аша йыш ишетергә мөмкин. Шулай ҙа яҙыусыларҙың Фәнис Сирбаевҡа бирер кәңәштәре бар ине.
— Үтә ашығып ижад итәһең. Бер ултырып яҙаһың да яҙғаныңа кире әйләнеп ҡайтмайһың. Ҡайһы бер шиғырҙарың башватҡыс кеүек булып китә, уҡыйһың да, нимә тип әйтергә теләне әле, тип уйланып ултыраһың, — тине Наил Ғәйетбаев.
Гөлнур Яҡупова “өлгөргән, ысын шағир ҡулъ­яҙмаһы менән танышыуы” хаҡында белдерҙе.
Сибайҙың балҡышы тип танылған Фәнис Сирбаевтың шиғырҙарын тулы­һын­са ҡарап, бер аҙ эшкәртеп, китап итеп баҫтырырға кәрәк тигән тәҡдимдәр әйтелде.
Төбәк яҙыусылар ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителгән ун ҡулъяҙма тикшерелде, һәр береһе ижадына ҡарата яҙыусы апай-ағай­ҙа­рынан фәһемле кәңәштәр алды, баһаһын ишетте.
Ут күршеләре баймаҡтарҙан “Әҙәби нағыш” марафонын ҡабул итеп, хужалар Әҙәбиәт йылына арналған “Тылсымлы ҡәләмдәр” тип исемләнгән сара ойош­торҙо. Кисәлә Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының шиғри күстә­нәсе, Шамил Күсәмышев етәкселегендәге ҡурайсылар, “Миләш” халыҡ вокаль ансамбленең сығыштары, Гөлсинә Ҡоҙашева, Арыҫлан Солтановтың моңло йырҙары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Һуңғы һүҙ урынына

Өс көн буйына барған әҙәби марафон үҙ маҡ­сатына иреште: яңы исемдәр асты, табыш­тарға юлыҡты. Иң ҡыҙыу бесән мәле булыуға ҡарамаҫтан, әҙип һүҙенә һыуһаған халыҡ эркелеп байрамға ашыҡты, автографтар алды. Интернет за­манында йәшәйбеҙ, күптәр китап уҡымай, ва­ҡыт­лы матбуғатты алдырмай, тиһәк тә, халыҡтың рухы һынмаған, уны һаҡларға тырыша. Шағир һүҙе яңғыраған осрашыуҙар һәр кемдең күңе­лен­дә йылы тойғолар уятты, ҡәләм тирбәтеүселәрҙе яңы ижади үрҙәргә әйҙәне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545