Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” — Учалыла һәм Белоретта!
Учалы — Ирәмәл ише мәғрур тауҙар төйәге, Өргөн һымаҡ зәңгәр күлдәр иле. Был бәрәкәтле тупраҡта борон-борондан мәшһүр сәсәндәр, оҫта ҡурайсылар, аһәңле йырсылар һәм бына тигән яҙыусылар үҫеп сыҡҡан. Бында, халыҡ йырлағанса, алтын да бар, көмөш тә бар, заманға ауаздаш әҙәби мөхит тә ҡайнап тора. Хәйер, түбәндәге шиғри шәлкемдән дә учалыларҙың нәфис һүҙ ҡеүәһен тойомларға мөмкин.

Ҡатындар

Ҡатындарҙың сәмдәренә теймә,
Сихри көскә улар эйә бит.
Ҡатындарҙың алдарында хатта
Хакимдар ҙа башын эйә бит.
Ҡатындарҙың сәмдәренә теймә,
Донъяға бит улар йән өрә.
Күҙ йәштәре боҙға ҡатҡанда ла
Ҡарашынан ялҡын түгелә.
Ҡатындарҙың сәмдәренә теймә,
Тулғаҡтан да ләззәт таба ул.
Кеселеге менән бөйөк була,
Ҡатмарлығы менән ябай ул.

Рәмзилә КӘЛИМОВА.

* * *
Ә мин уны оноторға тейеш,
Тотма уны, йөрәк, ысҡындыр!
“Тәүге йәрҙе һис онотоп
булмай”. —
Әйтеүҙәре, бәлки, ысындыр.
Уға булған һөйөү тойғоларын
Һаҡлай миндә һәр бер күҙәнәк.
Уны уйлап, йөрәк леп-леп тибә,
Йөрәккәйем, гүйә, күбәләк.
Мөхәббәтһеҙ ерҙә йәшәп булмай,
Ҡайҙа барма ғашиҡ ҡараштар.
Һөйөү менән, наҙҙар менән тулған
Бар тирә-яҡ, бөтә тарафтар.
Ә мин уны оноторға тейеш...
Тотма уны, йөрәк, ысҡындыр!
Мөхәббәттән ҡасып китеп барған
Һөйөү ҡоло, мин бер ҡасҡындыр!

Миләүшә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.


Шәхес яҙмышы

Тормош юлын өйрәнгәндә
Һәр билдәле шәхестең,
Таң ҡалам: ул күрмәгән дә
Кеүек йәшәү бәхетен.

Ҙур асыштар яһаһа ла,
Юғары үрләмәгән.
Аңламаған уны халыҡ,
Аңларға теләмәгән.
Баҡыйлыҡҡа күскәс кенә,
Уйланған ҡапыл халыҡ.
Мөмкин булһа, алыр ине
Хатта ҡәберҙән ҡаҙып.

“...Ниндәй бөйөк кеше булған!
Үкенес — иртә киткән...”
Һорау тыуа: тере саҡта
Ниңә һуң ситкә типкән?

Урания ВАХИТОВА.


Манараһыҙ мәсет

Ауылым халҡы, ҡабат ҡабынғас та
Баҫырылып торған иманы,
Әхлаҡ усағына әйләндерҙе
Бушап ҡалған иҫке бинаны.

Аҡ мәсет тип исемләнгән йортта
Аң яңыра, йәнең ағара.
Тик күңелем тыныслана алмай,
Ҡуйылмағас айлы манара.

Манаралар ҡурсый түгелме һуң
Аллаһ йорттарының бар ҡотон?
Манараһыҙ мәсетемә баҡһам,
Күҙ алдыма килә башҡортом.

Аҙан яңғырамаған Аҡ мәсеткә
Оҡшағандай халҡым күңеле.
Милләтем бар һымаҡ.
Тик урамда
Яңғыраймы уның үҙ теле?

Балҡыймы һуң беҙҙең күңелдәрҙә
Рухты сағылдырған яңы ай?
Айһыҙ йортта мәсет күрмәгәндәй,
Милләтемде ситтән танымай.

Ныҡ торһа ла мәсет, манараһыҙ
Яҡыная алмаҫ күктәргә.
Тарихҡа бай халҡым телһеҙ,
рухһыҙ
Нисек күтәрелер үрҙәргә?!

Ярһыуыма дауа табылырмы?
Аҡ мәсеттә йәнем ялбара:
Эй, Хоҙайым! Башҡорт күңелендә
Бер ҡалҡһасы айлы манара!

Мөнир ИҠСАНОВ.



* * *
Белорет, тимәк, Иҙел башы... Ысынлап та, Башҡортостаныбыҙҙың иң алҡын, иң һалҡын йылғалары ошо яҡтағы күктәргә олғашҡан тауҙарҙан сығанаҡ ала. Белорет, тимәк, металлургтар ҡалаһы. Бында күп йылдар инде “Иҙел башы” һәм “Плавка” әҙәби-ижад берекмәләре емешле эшләп килә.

Мунса ташы

“Ҡыҙыу утта бешерәләр мине,
Яндыралар.
Үсекләгән кеүек тәнгә
Һыу ҡоялар.
Түҙеп торор әмәлем юҡ,
Бөттө башым.
Ҡайҙа минең һил йылғала
Ятҡан сағым?!
Һағыныуым шул саҡтарҙы
Сиктән ашты...” —
Тип уйланы моңһоуланып,
Мунса ташы.

Рәсимә СӘЛИХОВА.


Кәртәле

Һуңғы ваҡыт тыуған яғым
Йыш төшә иҫтәремә.
Кәртәлене уйлау менән
Йәш тула күҙҙәремә.

Уйҙарыма тағылам да
Тағы ауылға ҡайтам.
Инйәремдә һыуҙар инәм,
Ҡомда ҡыҙынып ятам.

Йә булмаһа, йүкәлектә
Балан йыям күнәкләп.
Һуңынан киске уйында
Бейешәбеҙ күмәкләп.

Бер ҡараһам, ҡолас киреп
Бесән сабам туғайҙа.
Хыял ҡанатында уйҙар
Илтәләр әллә ҡайҙа...

Уй артынан атылмаҫҡа
Көскә тыям йөрәкте.
Ауыл ҡәҙерен белергә
Ситтә йәшәү өйрәтте.

Наилә КИМАЛОВА.


Минең күңел — гәлсәр быяла

Йөрәгемә берүк яра һалма,
Минең күңел — гәлсәр быяла.
Ауыр һүҙең, гүйә, хәнйәр булып,
Күкрәгемә килеп ҡаҙала.
Уҫал ҡарашыңдың сағылышы
Осар ҡанаттарҙы ҡайыра.
Ваҡыт — дауа, тиҙәр, ә шулай ҙа,
Бик тәрәндә төйөр ҡалдыра.
Яраланған йөрәк әрнеп илай,
Шашынып та тибә ҡуйында.
Үкенесле булмаҫ ине, бәлки,
Был донъяға ике тыуылһа.
Гәлсәр быяламды, зинһар, ватма,
Әйтмә уңалмаҫлыҡ яман һүҙ.
Ҡояш нуры булып өләш йылы,
Минең янда һәр саҡ йылмай, көл.

Нәркәс ЙОМАҒУЖИНА.


Тыуған төйәгем

Бында мин тыуҙым,
Күрҙем ҡояшты.
Бишек йырҙары
Күҙемде асты.
Тыуған еремдә,
Тыуған өйөмдә
Йырлап йәшәйем
Башҡорт көйөнә.
Китһәм йыраҡҡа
Тыуған оямдан,
Уны юҡһынып,
Таңда уянам.

Айза ЛОТФУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566