Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ЭҘЛӘП КИТӘМ ЙӘШЛЕГЕМДЕ АШҠАҘАР БУЙҘАРЫНАН...”
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты – мин 1973 йылда тәү тапҡыр тупһаһына баҫҡанда был уҡыу йорто шулай тип атала ине.
Әҙәбиәт уҡыу бәләкәйҙән яратҡан шөғөлөм булыу сәбәпле, институттың филология факультетына барып эләгеү минең өсөн торғаны бер ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға ине. Дөрөҫ, педагогия институты мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләүсе юғары уҡыу йорто, бында әҙәбиәт менән телдән тыш педагогика, психология, фәнде уҡытыу методикалары буйынса ла күп курстар уҡыла. “Капитализмдың политэкономияһы”, “Социализмдың политэкономияһы”, ”КПСС тарихы” кеүек ярайһы күңелһеҙ фәндәр ҙә бар. Уның ҡарауы рус һәм башҡорт фольклоры, рус һәм башҡорт әҙәбиәте, сит илдәр әҙәбиәте, психология, эстетика, философия, этика дәрестәре күңел һәм зиһен офоҡтарын киңәйткәндән-киңәйтә барҙы. Логик фекерләү кеүек һәләттәр сарланды.

Институтта “Ашҡаҙар” исемле әҙәби түңәрәк эшләй ине. Венер Йәнбәков, Рәмзилә Хисаметдинова бар, һуңыраҡ Рәлиф Кинйәбаев, Юнир Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Хәмит Ирғәлин, Рәзифә Ғәлиәкбәрова, Мәрйәм Фәйзуллина, Тәлғәт Шаһманов кеүек талантлы йәштәр ҡушылып китте. Әҙәби түңәрәктең етәксеһе Ишбулды Вәлитов ағай ине. Башҡорт фольклоры белгесе, зиһен офоҡтары киң Салауат Галин ағай ҙа әҙәби түңәрәккә, уның ағзаларына ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәттә булды. Бер осор ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби ойошмаһының да етәк­сеһе булып алды. Ә был ойошма ярайһы етди ижадсылар берләшмәһе ине ул. Әсхәл Әхмәт-Хужа, Зөбәржәт Йәнбир­ҙи­на, Кәбир Аҡбашев, Земфира Муллағә­лиевалар менән шунда таныштым. Был яҡшы күңелле кешеләр ижад шишмә­ләремдең башында торҙо, тиһәң дә хата булмаҫ. Нәҡ уларҙың зауығы, әҙәбиәткә, ижадҡа ҡарата тоғролоғо минең ҡара­шымды ла формалаштырҙы. Бигерәк тә шағирҙар Әсхәл Әхмәт-Хужа менән Рәм­зилә Хисаметдинованың йоғонтоһон юғары баһалайым. Шиғриәтте фанаттарса яратып китеүем, уның асылын аңларға өйрәнеүем менән, әлбиттә, нәҡ ошо ике талант эйәһенә бурыслымын. Бигерәк тә Рәмзиләгә...
Зәңгәр күҙле, оҙон һары сәсле һылыу ҡыҙыҡай ине ул. Текәрәк, ҡырыҫыраҡ хо­лоҡло Рәмзилә минең аяуһыҙ тәнҡитсе­мә, уҡытыусыма әүерелде. Яҙған ши­ғырҙарыбыҙҙы бер-беребеҙгә уҡышыр булдыҡ. Уның шиғырҙарындағы яҡты тойғолар, поэтик камиллыҡ мине шул тиклем һоҡландыра, уның кеүек яҙа белмә­үемә ҡайғырып та китәм. Минең ши­ғы­рымды ул тәүҙә тыңлап ултыра, шунан ҡағыҙымды тартып алып үҙе уҡый һәм... йыш ҡына әсе-әсе һүҙҙәр әйтеп йомарлап ырғыта: “Шиғыр түгел был, сүп!” Илар сиккә етәм, йомарланған ҡағыҙҙы кире алып, усым менән үтекләп маташам һәм, башына сиртелгән бесәй кеүек шаңҡып, хәсрәткә биреләм. Әммә бер аҙҙан йәнә ҡәләмгә тотонам, йәнә нимәлер әтмәләйем. Студент саҡтағы ҡыҙғылт-көрән тышлы дәфтәрем әле лә иҫән. Ул дәфтәрҙең исеме лә бар: “Алһыу аҡсарлаҡ”. Шуныһын да әйтеп китәйем: башта бөтөн шиғырҙарымды ла ҡара­ламала яҙам, шунан дөйөм дәфтәргә күсереп, аҫтына датаһын яҙып ҡуям. Ундай дәфтәрҙәремдең һәммәһенең дә үҙ исеме бар, улар ғүмеремдә ярайһы күп йыйылып китте. Ә теге “Алһыу аҡсарлаҡ” дәфтәрендә Әсхәл Әхмәт-Хужа менән Рәмзилә Хисаметдинованың ҡул эҙҙәре бар. Рәми Ғариповтың яҙыуҙары ла бар ине, ул минең дәфтәремә “Фарсы моң­дары”ның тотош тәржемәһен үҙ ҡулы менән күсереп ҡуйғайны. Кемдер берәү, ксероксын ғына алам, музейға кәрәк, тип алғайны. Исемен дә оноттом ул кешенең, яҙмалар ҙа юғалды.
Рәмзилә Хисаметдинованың “Бүләк” тип аталған тәүге китабы үҙе институтта уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ донъя күрҙе. Шатлыҡлы ваҡиға ине ул беҙҙең өсөн. Мин китаптағы бөтә шиғырҙарҙы ла беләм. Күбеһен ятлап уҡ алғанмын.
”Мөхәббәттең йәншишмәһен табып,
Икебеҙ ҙә сарсап уртланыҡ...”
“Әйт һүҙеңде, ниңә өндәшмәйһең?!
Ниңә өндәшмәйһең – беләйем...
Һин көлгәнде ишетеп, мин көләйем,
Һин көйгәндә – йүгереп киләйем...”
“Сыңраны таңым...Ҡырҡ көн ғүмерең
Елеп кенә үтте, һандуғас!
Ҡояш менән юлға сығаһыңмы,
Ай менәнме әллә, көн уҙғас?!”
“Мөхәббәттә ҡолдар-батшалар юҡ,
Мөхәббәттә бар тик аллалар”.
Шағирәнең төрлө шиғырҙарынан алын­ған был юлдар мәңгелеккә минең аңыма һеңгән һәм башҡорт шиғриәтенең аҫыл гәрәбәләре сифатында күңелем һандығынан да урын алған.
Ә Рәмзилә Хисаметдинова яҡты донъя­нан иртә китте... Уның вафаты мине шаңҡытты. Һыҙландым. Шиғыр яҙҙым.

Рәмзилә

I
Шырҡылдашып нисә көлөштөк тә
Һулҡылдашып нисә иланыҡ.
Аяуһыҙҙарҙы ла беҙ аяныҡ.
Күндәм, сабыр булып ҡараныҡ.
Эй шарҡылдап көлдөк, эй иланыҡ
Эстәребеҙ тулы ялҡындан.
Хис-тойғонан донъя моңға тулып,
Зирәкләнде беҙҙең аҡылдан.
Күңелдәргә туҙан ҡундырманыҡ,
Һондорманыҡ ҡулын әрһеҙҙең.
Һин күктәрҙә инде...
Кем имләһен
Һыҙланыуын минең бәғерҙең.
Рәнйештәрем төшөр микән инде
Донъялыҡ та тигән ғәмһеҙгә.
Баҡыйлыҡта йондоҙ баҙлап китте,
Балҡыштары хайран шиғриәтле –
Һинең рухыңдыр, тим, Рәмзилә.

II
Ете аят, ете ясин сыҡтыҡ,
Ете күкте етмеш урап сыҡтыҡ.
Ни ҡылайыҡ икән, ни һонайыҡ.
Аяр, тинек, Хоҙай, моғайын.
Табандарың ерҙә, түбәң күктә,
Ниҙәр үкендерҙе һуңғы сиктә?
Әжәл менән һеҙ икәүҙән-икәү,
Беҙ – сараһыҙ, йәштәр кибеп бөткән.
Ете тәүлек, ете язалы төн,
Тәнең менән йәнең әле бөтөн.
Беҙ инек бит түңкәрелеп төшкән,
Аһ өҙөлдө... Һинме бирешкән?!
Ясин сығып тиҫбе тартайыҡмы,
Тораташтай ғына ҡатайыҡмы?
Күк ҡөҙрәте шулай арбанымы,
Ерҙә йәшәр тәҡәт ҡалманымы?
Өлгөрмәнең әйтеп нәҙереңде,
Их, белдекме икән ҡәҙереңде?
Көнөң бөтөп ерҙән киттең микән,
Араларҙар, тиеп көттөң микән?
Инде йәнең һинең баҡый күктә,
Бында уҡ яулаған бейеклектә.

...Мин институтта уҡыған йылдарҙа Стәрлетамаҡ торғаны бер әҙәбиәт һәм мәҙәниәт төйәге ине. Ул саҡтарҙа... Өфөнән килгән ҙур яҙыусылар ҡатнаш­лығындағы әҙәби кисәләр тамаша залы хәтлем аудиториялар йыйыр, ундай кисәләр оҙаҡ дауам итер, ҡулына ҡәләм алған һәр кем ижады менән уртаҡлашыр, ниндәйҙер аһәң, матурлыҡ һәм камил­лыҡҡа ҡағылыуҙан күңеле яҡтырып, илһам солғанышына тарыр ине.
Һәр төр фәндәрҙең – үҙ тәғәйенләнеше һәм үҙ һабағы. Мин иһә Ишбулды Вәлитов, Салауат Галин, Иван Карпухин, Валентин Зарецкий, Ольга Трахтенберг, Колчин, Федоров, Ремезов һәм башҡа­лар­ҙың лекцияларынан күп ғилем эстә­нем. Туған халҡыбыҙҙы, туған телебеҙҙе яратырға, халҡыбыҙҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланырға, милләтебеҙ яҙмы­шына тоғро булырға өйрәндем.
ХIХ быуаттың рус әҙәбиәтен Валентин Зарецкий уҡыны. Шәп уҡытыусы ине ул! Бөтә аҡыллы кешеләр кеүек, бер аҙ тарҡауыраҡ холоҡло, үҙ фәненең тәрән белгесе Валентин Азикович минең әҙәбиәткә мөнәсәбәтемде генә түгел, тотош башымды 180 градусҡа бороп ебәрҙе, буғай. Уның лекцияларын айырым диҡҡәт менән тыңлар булдым. Дәрестәр араһындағы тәнәфестә ул оҙон коридор буйлап йөрөргә ярата ине. Мин уға ҡушарлап алам да ҡойроҡ кеүек эйәреп йөрөйөм. Валентин Азикович һөйләй ҙә һөйләй, программала ҡарал­ма­ған мәғлүмәт, бөгөнгө әҙәбиәт, ғөмүмән, һәр төр ижадтағы художестволы образ­дарҙың тәғәйенләнеше һәм асылы, әҙәбиәттең кеше тормошондағы роле кеүек төшөнсәләр даирәһендә йөрөтә ул мине. Теге йәки был художестволы образдың метафизик тәғәйенләнешен һүтә. Әҙәбиәттең мауыҡтырғыс ҡыҙыҡ­һыныу даирәһе булыуҙан да киңерәк миссияһы хаҡында һөйләй һәм мин, наҙанлығымды асыҡлай-асыҡлай барып, уның коридорҙағы тик миңә генә тәғәйен лекцияһын тыңлауҙан ләззәт кисерәм. Уға янында ниндәй шәкерте атлап килеүе мөһим дә булмағандыр, белгәндәрен кемгәлер тапшырғыһы килеү талабы булыуҙан һөйләгәндер. Әле бына үҙем дә йәшерәк ҡәләмдәштәремә белгәндә­рем­де һөйләргә тырышып ҡына торам. Күбеһенә ҡыҙыҡ, кемеһенәлер үтә ят һәм аңлайышһыҙ минең әҙәбиәткә, ижадсыға булған талаптарым. Әммә ғүмер үтә, йылдар буйы тупланған, аңыма тыңҡыс­лан­ған мәғлүмәтте ҡағыҙға төшөрөп өл­гө­рөрмөнмө, юҡмы, уныһын белеп булмай.
Бәләкәй бала үҫкән һайын теге йәки был һөнәрҙе үҙләштереп, шул һөнәрҙе белеүе ҡыуанысынан, уны ҡат-ҡат ҡа­батлап ҡарағанындағы кеүек, мин дә, “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге, ҡаланың яҙыусылар берлеге ағзалары менән танышып, түңәрәк ағзаларының етди һөйләшеүҙәрендә ҡатнашып илһамла­ныуым арҡаһында, шиғриәт менән ныҡ­лап мауығып киттем һәм институтта уҡыған йылдарҙа шиғырҙарҙы күп яҙҙым. Күңелһеҙ лекциялар ваҡытында ла яҙыр булдым. Төркөмдәштәрем, курсташтарым минең был мауығыуымды белә ине. Теге “Алһыу аҡсарлаҡ” тигән дөйөм дәфтәр — туп-тулы шиғырҙар ул. Әммә 1980 йылда донъя күргән тәүге “Осрашырбыҙ әле” тигән ҡоймаҡ хәтлем генә китабыма (ни бары бер табаҡ, тимәк, 700 юл) ул дәфтәрҙән бик һирәк шиғырҙар инеп китте. Хирургтар көн һайын операция яһамаһаң, ҡул автоматик хәрәкәттәрҙе онота башлай тип иҫәпләй һәм операцияны көн һайын яһарға тырыша. Билдәле хирург Венер Сәхәүетдинов, мәҫәлән, медицина институтының ректоры булған сағында ла көн һайын тиерлек операция өҫтәле янына ашыға ине. Шиғырҙар ҙа шулай. Ижадтың тәүге осоронда күләм артынан ҡыуыуҙың ыңғай яғы шунда: көндәлек был эш ҡулды шымарта, күңелде лә, зиһенде лә сарлай һәм күләм, тора-бара, сифатҡа тартыла башлай. Дөрөҫ, яҙыу­сының да, өйрәнсектең дә һәр яҙғаны уҡыусыға барып етмәй ул. Яҙғандарҙы матбуғатҡа сығарыр алдынан етди күҙлектән мөхәррирләргә, һайлап алырға ла өйрәнергә кәрәк.
Яҙыусы кеше тик эмоцияларға, тәбиғи һәләтенә генә таянып яҙыусы исемен күтәрә алмай. Яҙыусы уның китаптарын уҡыусыларҙан белемлерәк булырға бурыслы. Стәрлетамаҡ педагогия институ­тының бай китапханаһына йыш һуғылыр булдым. Уның етәксеһе Зинаида Ивановна булһа кәрәк, арҡаһы көмөрөрәк интеллигент ханым, миңә исемем менән өндәшер ине. Һөйләшеп ултырған саҡ­тарыбыҙ булғыланы. Ул миңә Сол­же­ни­цындың китапханаларҙа тоторға ты­йыл­ған китабын да йәшереп кенә биреп уҡытҡайны.
...Бер саҡ шулай ҡаланың синтетик каучук заводының иң күркәм, күп кеше һыйҙырышлы мәҙәниәт һарайында ши­ғыр кисәһе бара. Сиратлап микрофон алдына сығабыҙ. Сират миңә лә етте. Сыҡтым. Йәмғиәтебеҙ тәрбиәләгән патриотик тойғо һәм пафос менән шиғы­рымды уҡып ебәрҙем. Шиғырҙың үҙен хәҙер юғалттым инде, сөнки уны юғалт­тырырлыҡ, оноторға мәжбүр итерлек ваҡиғалар булды шул кисәнән һуң. “Америка тауышы”н тыңларға ярамағанды мин белмәй инем. Әммә күп нәмәләр менән ҡыҙыҡһыныусан замандаштарым кеүек, бәләкәй генә транзистор аша “Азатлыҡ радиоһы”, “Америка тауышы”, Би-би-си тапшырыуҙарын тотоу, унда һөйләгәндәрҙе ишетергә теләү ынтылышы миндә лә юҡ түгел ине. Бер саҡ Салауат Галин ағай хаҡында һөйләп яталар. Йәнәһе лә, башҡорт ғалимы совет власына тиклемге башҡорт яҙмышының ни саҡлым яҡшы булыуы, әҙәбиәтенең юғары булыуы хаҡында китап яҙған. Шуны Салауат ағайға әйткәйнем, көлөп ҡуйҙы: “Әйттеләр!”
Йәшермәйем, мин ул тапшырыуҙарҙа һөйләгәндәрҙе, хәҙер үҙҙәрен СССР-ҙың емерелеүенә, советтар иленең тарҡа­лыуына нигеҙ һалыусылар тип танытҡан диссидент ишараттары кеүек, кинәнес менән тыңлау “бейеклегенә” күтәрелер халәттә түгел инем. Тапшырыуҙар миндә, бер ниндәй сәйәси тәжрибәһеҙ йәш комсомолкала, нәфрәттән башҡа тойғо уятмай ине. Ә минең бер ҡатлы, әммә патриотик кисерештәр менән һуғарылған шиғырым, үҙемдең уйымса, тыңлаусы­ларҙа ла нәфрәт уятырға һәләтле ине. Ләкин шиғыр ҡала комитеты секретары Исачкиндың миңә ҡарата нәфрәтен уятып ебәргән икән. Ҙур сәхнәләрҙән шиғыр уҡыу миңә тыйылды.
“Ашҡаҙар” түңәрәге менән БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге дуҫ булды. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөр, туранан-тура аралашыр, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашыр инек. Бер-беребеҙҙең мат­буғатта сыҡҡан һәр әҫәре өсөн ҡыуаныша торғайныҡ. Факиһа Туғыҙбаева, Таңһы­лыу Ҡарамышева, Гөлфиә Янбаева, Сәрүәр Сурина, Гөлсирә Ғайсарова, Тамара Искәндәрова һәм башҡа шул осорҙа башлап яҙыусылар һаналған йәшлек дуҫтарым Башҡортостаныбыҙ мәҙәниә­тенә тоғро хеҙмәт иткән шәхестәр булып формалашты.
Стәрлетамаҡ... Һөйләй китһәң ул... Һис айырылғым килмәне минең пединститут­тан. Педагогика кафед­раһына ассистент итеп ҡалдырыласағымды белгәс, түбәм күккә тейгәйне. Ләкин... Тормош мине бү­тән юлдан алып китте. Әҙәбиәт арбаны ла арбаны һәм тотошлайға үҙенә буйһондорҙо.


Тамара ҒӘНИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Баязит Бикбай, Төркиәнең Мәхмүт Ҡашғари исемендәге премиялар, төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале лауреаты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 591

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 504

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 398

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565