Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге күңелдән — китаптар
Изге күңелдән — китаптар З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойошторған “Изге күңелдән — китап” акцияһы дауам итә. Был сараның маҡсаты – милли әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Унда дәүләт ойошмалары, эшҡыуарҙар, ғөмүмән, теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала. Күпмегәлер һатып алынған китапты һәр кем балалар йорттарына, мәктәптәргә, дауаханаларға, китапханаларға, хатта күп балалы ғаиләләргә бүләк итә ала.

Тантаналы сараны З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов асты. Баш мөхәррир урынбаҫары Олия Әнәс ҡыҙы акцияның уңышлы дауам итеүе хаҡында һөйләп, эстафетаны Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапхана директоры Айгөл Әминеваға тапшырҙы.
Был китапхана “Китап” нәшриәте менән байтаҡ йылдар инде хеҙ­мәттәшлек итә, унда баҫылған бик күп баҫмаларҙы мөмкинлектәре сиклән­гән йәки тома һуҡырҙар өсөн Брайль системаһы буйынса нәшерләй. Ошо акция сиктәрендә А. Әминева 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусыла­рына тыуған яҡты өйрәнеү өсөн бик кәрәкле “Минең Уралым мең йылдар аша” тигән аудио-китап бүләк итте.
– Ишетмәгән, күреү һәләте булма­ған бер кеше лә яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең уҡырға, әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә хаҡы бар. Китап беҙҙе ҡанатландыра ла, сафландыра ла, йәшәү дәрте лә бирә, шуның өсөн тауыш яҙҙырыу сту­дияһында тыуған яңынан-яңы баҫма­ларҙы уҡыусыларыбыҙға ваҡытында тәҡдим итеп торабыҙ, – тине махсус китапхана директоры.
Мәктәп-интернат директор урын­баҫар­ҙары Гүзәл Мыр­ҙа­гилдина һәм Айгөл Килмөхәмәтова был бүләк­тәрҙе ихлас күңелдән ҡабул итеп, ҡасандыр Салауат Низаметдиновты тәрбиәләгән уҡыу йортона, ундағы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Республикабыҙҙың Милли симфоник оркестры директоры, күренекле скрипкасы Алексей Воронин Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған фотоальбом­ды һәм тағы ла бер нисә ҡиммәтле китапты А. Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортона тапшырҙы.
Был акциянан, әлбиттә, башҡорт шағирҙары ситтә ҡалғаны юҡ. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов та, үҙ нәүбәтендә, “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан тиҫтәгә яҡын китапты һатып алып 28-се махсус мәктәп-интернат уҡыусыларына бүләк итте.
Йәштәргә, уҡыусы балаларға, күп балалы ғаиләләргә йүнәлтелгән был акцияны эстафета буйынса респуб­ликаның Дуҫлыҡ йорто директоры Азат Ибраһимов һәм “Сәнғәт әһел­дәре” фонды етәксеһе Әлмира Соломинова ҡабул итте. Күренекле журналист һәм юморист-шағир Марсель Сәлимов киләһе марафонда ҡатнашырға теләген белдерҙе.
Акция дауам итә, әйҙәгеҙ, дуҫтар, уға берҙәм ҡушылайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571