Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғанлыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө
Туғанлыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө Бар хәстәрем, бар хәсрәтем –
Бала өсөн.
Хеҙмәтем дә, хөрмәтем дә –
Бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр –
Бала өсөн.
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн –
Бала өсөн.
Утҡа, һыуға уҡталыуым –
Бала өсөн.
Сығыр юлдан туҡталыуым –
Бала өсөн.
Таңдан әүәл ҡайнар аш та –
Бала өсөн.
Тәгәрәгән ҡайнар йәш тә –
Бала өсөн.
Төндәр тыуһа, көндәр көтәм
Бала өсөн.
Күңелемдә йырҙар йөрөтәм
Бала өсөн.
Иртә-кисен йөрәк хисем –
Бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм –
Бала өсөн.
Янам-түҙәм, көйәм-һүнәм
Бала өсөн.
Ғорур башты түбән эйәм
Бала өсөн!

Бик күптәр белә, был шиғырҙың авторы – өлкән быуын шағирәһе Фәниә Чанышева. Ул – минең өләсәйҙәремдең тиҫ­тере, шуға ихтирамым икеләтә арт­ҡандай. Улар бит аслыҡты, һуғыш йылдарын кисергән быуын.
Яңыраҡ Фәниә апай “Еллар аша, юл­лар аша” тип аталған китабын ҡу­лы­на алып ҡыуанған. Тиражы ҙур булмаһа ла, Әҙәбиәт йылында әҙибә был баҫма менән үҙенә генә түгел, барлыҡ шиғриәт һөйөүселәргә, уның ижады менән ҡы­ҙыҡ­һыныусыларға ҙур бүләк эшләгән. Өс телдә нәшер ителгән йыйынтыҡта шағирәнең ижады хаҡында яҙылған мә­ҡәләләр, уның менән әңгәмәләр, хәти­рә­ләр, шиғырҙары тупланған. Яҙма­ларҙың авторҙары – беҙҙең замандаш яҙыусы­ларыбыҙ Ғайса Хөсәйенов, Абдулхаҡ Игебаев, Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Та­һирова, Мөкәрәмә Садиҡова, Зөһрә Ҡот­ло­гил­дина, Әлфиә Әйүпова, Фәниә Ғә­би­ҙул­лина... Ҡайһы бер мәҡәләне яҙ­ғандар мәңгелеккә күскән инде. Әйтәйек, Яныбай Хамматовтың, Кәтибә Кинйәбу­латованың, Розалина Нуруллинаның яҡ­ты фекерҙәрен бик ҡәҙерләп һаҡлай шағирә. Заманында Фәниә Чанышева үҙе бик күп ҡәләмдәштәре хаҡында мә­ҡәлә яҙған. Йыйынтыҡ әҙибәнең шәхси архивындағы фотолар менән дә байытылған.
“Ниндәй генә жанрҙа, ниндәй яҙма­һын­да ғына булмаһын, Фәниә Чаныше­ва һәр саҡ үҙе, саф һәм ихлас күңелле шәхес һәм әҙибә булып ҡала. Был дуҫ­лыҡ, туғанлыҡ, хеҙмәттәшлеккә мин үҙем дә шаһитмын”, – тип яҙа Ғайса Хө­сәйенов хәтирәләренең береһендә. Йыл­дар, юлдар аша һалынған рухи кү­пер­ҙәрен был баҫма менән тағы ла нығытып ҡуя әҙибә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573