Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешелектең таянысы – әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф
Кешелектең таянысы –  әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф Иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының да уртаһына етеп киләбеҙ. Һүҙ сәнғәтендәге хәл-торошто күҙәтеп, “Башҡортостан” гәзитендә Мәүлит Ямалетдиновтың “Гүзәллек донъяһы” тигән мәҡәләһе донъя күрҙе. Даими рәүештә авторҙарҙың фекерҙәре лә баҫыла килә. Ошоларҙың барыһын иҫәпкә алып, әҙәбиәтебеҙ тураһында һөйләшер өсөн “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылдыҡ. Әңгәмәселәребеҙ республикала билдәле шәхестәр – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, тәнҡитсе, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гөлфирә Гәрәева, танылған прозаик, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир Тимер Ниәтшин.

– Донъя кимәлендә, Рәсәйҙә, Башҡор­тос­танда әҙәбиәткә булған мөнәсәбәт тураһында ни әйтерһегеҙ?
Фәрзәнә Аҡбулатова:
Кешелектең таянысы –  әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф– Фекеремде шунан башлағым килә, Рәсәйҙә, Мәскәүҙә Дарья Донцова кеүек авторҙарҙы кү­тәрә­ләр, уларҙың яҙмалары буйынса кино төшөрәләр, йәғни китап сығарыу, ижад эше бизнесҡа, аҡса эшләү сығанағына әйләнгән. Тамырҙарға мөрәжә­ғәт итеү, элекке традиция­ларҙы һаҡлау юҡ. Ә беҙ­ҙә был яҡлап барыбер йолалар һаҡлана. “Мин” тип хәбәр һөйләмәйҙәр, ә “беҙ” тиҙәр. Яманмы был, әллә яҡ­шы­мы, әммә ысынбарлыҡты, хәҙерге заманды сағыл­дырырға тырышыу бар ижадсыларыбыҙ әҫәрҙәрендә.
Әле яңыраҡ Хәйбулла районында мәктәп балалары менән осрашып килгәйнем. Улар миңә, ниңә фантастика яҙмайһығыҙ, тиҙәр. Йәш быуындың талабын да иҫәпкә алырға кәрәк. Йышыраҡ халыҡ менән осрашһаҡ, уларҙың күңел торошон нығыраҡ тойор­боҙ, әҫәрҙәребеҙ үҙ уҡыусыһын табыр.
Заман үҙгәрә, кеше хәҙер китап уҡырға ваҡыт тапмай, әммә шул уҡ ваҡытта, күреүебеҙсә, яҙыу­сылар күбәйҙе. Райондарға осрашыуға сыҡһаҡ та ҡәләм тирбәтеүселәр күп булыуы күҙгә ташлана. Эйе, уларҙың һәр береһе һүҙ сәнғәте әҫәре ижад итмәй, әлбиттә, әммә яҙышҡандарға рәхмәтле булырға кәрәк. Улар автор менән уҡыусы араһын­да күпер һалыусы булып тора. Тап райондарҙағы ижадсылар халыҡта әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү һаҡлай. Нисек кенә булмаһын, китап уҡыған, шиғыр яҙам тип ҡулына ҡәләм алған кеше яҡты күңелле, матурлыҡҡа ынтыла.
Гөлфирә Гәрәева:
Кешелектең таянысы –  әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф– Дарья Донцоваларҙың китаптары буйынса фильмдар төшөрөлә, аҡса Мәскәүҙә, ә беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ. Бөтә нәмә бөгөн финанс мәсьәләһенә барып төртөлә. Беҙҙә юҡмы ни фильм төшөрөрлөк әҫәрҙәр? Бар, әлбиттә, эҙләп йөрөйһө лә түгел, әммә яҙыусылар Әҙәбиәт йылында ла китап сығара алмай яфалана икән, кино тураһын­да әйтеп тә тормайбыҙ инде. Ваҡытлы матбуғат, айырым китаптар аша фекер йөрөтһәк, беҙҙә әҙәбиәт ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә.
Эйе, Совет осоро менән генә түгел, XX быуат аҙағы менән сағыштырғанда ла хәҙер йәштәр аҙыраҡ уҡый. Студенттар уҡытыусыһы булараҡ та шулай әйтә алам. Бик ауыр ҙа әле ул, мәжбүр итеп уҡытырға тура килә. Элек, беҙ йәш саҡта, “Ағиҙел” журналын киоскынан һатып алып уҡый торғайныҡ. Кемдәр өлгөрмәй ҡала, сират тороп, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп һыу кеүек эсә инек журналдағы әҫәрҙәрҙе. Ә хәҙер махсус рәүештә, баҫманың шул һанында шунса биттәге хикәйәне йә романды уҡып сығы­ғыҙ, тип әйтәбеҙ. Практик дәрес, семинар үткәрә­беҙ тимәһәң, ваҡытлы матбуғатты бар тип тә белмәйҙәр.
– Ә бит, бер уйлаһаң, башҡорт филоло­гияһы факультеты студенты “Ағиҙел” журналын яҙҙырып уҡырға тейеш. Бында уларҙы туған телгә, әҙәбиәткә булған һөйөү килтер­мәнеме икән ни?..
Гөлфирә Гәрәева:
– Ул яҡлап эш алып барыла, гәзит-журналдарға яҙылалар. Эйе, телгә, әҙәбиәткә булған һөйөү килте­рә ул, әммә студент булып киткәс, мөхәб­бәт­тәре һү­ре­лә төшә. Шуға күрә уҡытыусы елкәһенә ҙур бурыс ята: ана шул ҡыҙыҡһыныуҙарын һаҡлау, үҫтереү, киләсәктә үҙҙәрен әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләрлек шәхестәр итеп тәрбиәләү. Ауыр эш, әммә ҡулдан килмәҫлек түгел.
Хәҙерге йәш кеше заман технологияларын да файҙалана: улар дәрескә ноутбук, планшет тотоп килә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе унан да уҡырға була бит. Бына, мәҫәлән, башҡорт-сит ил төркөмөндә дәрес биргәндә ҡыҙыҡлы хәл дә булды. Уларҙа, әлбиттә, башҡорт әҙәбиәтенә дәрестәр һаны аҙыраҡ бүле­нә, әммә башҡорт әҙәбиәтендә лә йығылып ятып уҡырлыҡ әҫәрҙәр барлығына таң ҡалдылар. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәре ҡыҫҡартылды – 17 сәғәт кенә, эле­герәк 40-ар ине. Бакалавриат система­һына күскәс, күп нәмә үҙгәрҙе. Бөгөн беҙ бакалавриат – магистратура – аспирантура – өс кимәлдәге уҡыу програм­маһына күстек. Бакалавриатта әҙә­биәт уҡытыу сәғәттәре яҡынса өс тапҡырға кә­мене. Ә магистратурала эште яңы башлайбыҙ ғына. Унда әлегә бюджет урындар бүленә, әммә киләсәктә ул тулыһынса түләүле буласаҡ. Уны сығышы менән ауылдан булған студенттар күтәрә алмаясаҡ. Элекке система белем биреү өсөн бик уңайлы, лекция менән семинар­ҙарҙан тыш, махсус курстар күп ине. Әҙәби әҫәр­ҙәрҙе тәрән итеп өйрәтеү мөмкинлеге булды. Әҙә­би­әт уҡымауҙың сәбәптәре күп төрлө, бюджет урындары ла кәмене. Хәҙер яҡынса 30 студент баш­ҡорт, башҡорт-рус, башҡорт-сит телдәр бүлектәренә ҡабул ителһә, журналистикаға – 10. Әҙәбиәт уҡымауҙың сәбәптәре күп төрлө, бюджет урындары ла кәмене. Уҡыусылар ҡабул итеү өсөн үҙәктән аҡса бүленмәй. Ә инде студент һаны иҫәбенән уҡытыусыларға эш хаҡы түләнә. Шул иҫәптән сифатлы белем биргән профессионалдар ҙа кәмей бит инде. Балаларыбыҙҙы туған теле­беҙҙә уҡытырға теләһәк, әҙәбиәтебеҙҙе белһендәр тиһәк, бәлки, яңы юлдар эҙләү кәрәктер.
Рауил Бикбаев:
– Йылдан-йыл бюждет урындары, эйе, ҡыҫ­ҡар­тыла. Һәр нәмә иҫәпле, ҡоролтайҙа депутат булып эшләгән осорҙан алып беләм был проблеманы. Әммә барыһы ла тамам юҡҡа сыҡмаҫ элек, барҙың ҡәҙерен белеү ҙә ҡамасауламаҫ ине.
Яңыраҡ беҙ Мәләүез районында Динис Бүлә­ковтың хәтер кисәһендә йөрөп ҡайттыҡ. Хәҙерге йәштәр китап уҡымай тигәнгә ҡаршы әйтерлек миҫал­дарға тап булдыҡ беҙ. Эйе, бөгөн халыҡ Ин­тер­нетҡа сумды, ләкин бына, мәҫәлән, Мә­ләүез­дәге балалар Динистың әҫәрҙәрен уҡып, рәсем төшөргән. Ниндәй генә һүрәттәр юҡ унда! Әгәр уның яҙғандарын уҡымаған булһалар, төшөрә алырҙар инеме ни? Булған ынтылышты һаҡларға, артабан үҫтерергә кәрәк беҙгә.
Наил Ғәйетбаев:
Кешелектең таянысы –  әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф– Билдәле сәбәптәр арҡаһында Рәсәйҙә финанс ауырлыҡтар тыуҙы. Сибайҙа булып ҡайттым, унда халыҡҡа пенсия түләргә аҡса таба алмайҙар. Быйыл – Әҙәбиәт йылы, әммә сығарыласаҡ китаптар һаны ҡыҫҡартылды. Бер ҡараһаң, был парадоксаль күре­неш кеүек, әммә хәлдәр әлегә ошо­лай. Аҡса бик аҙ бүленә был тармаҡҡа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Шуға күрә лә беҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы өсөн сығымы аҙ булған юл уйлап таптыҡ – ул “Әҙәби нағыш” республика марафоны. “Баш­ҡортостан” республика гәзите, Милли әҙәбиәт музейы, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡарабыҙ был эште. Һәр районда әҙәби осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Бөтә финанс сығымдарын төбәктәр үҙ өҫтөнә ала. Районға сығыр алдынан “Башҡортостан” гәзите ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижади шәлкемен бирә, ә инде марафон үткәндән һуң, репортаж баҫыла. Был йәһәттән иң төп баҫмабыҙ ҙур эш башҡара. Ҡаршы алып, һәр яҡлап әҙиптәргә иғтибар күрһәт­кән район етәкселәренә лә ҙур рәхмәт!
“Әҙәби нағыш”тың төп маҡсаты – йәш, һәләтле ҡәләм тирбәтеүселәрҙе табыу, уларға ижадта ярҙам күрһәтеү. Аллаға шөкөр, йәш таланттар бар. Йыл аҙағында уларҙы Өфөгә саҡырып бүләк­ләйбеҙ, альманах сығарасаҡбыҙ. Йәнә беҙ тарихи роман-повес­тар буйынса 50 йәшкәсә яҙыусылар араһында тарихҡа һөйөү уятыу ниәте менән конкурс иғлан иттек. Беҙҙең тарих иҫ киткес бай. Уны яҙырға кәрәк.
– “Әҙәби нағыш” республика марафонына профессиональ яҙыусылар төрлө ҡараш белдерҙе. Һеҙҙең фекерҙе белге килә.
Наил Ғәйетбаев:
– Хәҙер халыҡ китап уҡымай. Бына минең алты бала бар, бишәүһе әҙәби әҫәр уҡып үҫте, ә иң кесеһе, 18 йәшлеге, донъяға бөтөнләй башҡа ҡарашта. Ул үҙенә кәрәк әҙәбиәтте, мәғлүмәтте Интернеттан ала.
Шулай ҙа “Әҙәби нағыш” марафоны сиктәрендә халыҡ йәнә китапҡа әйләнеп ҡайта, ижади осрашыуҙар күңелдәрҙе рухландыра, был эштең һөҙөмтәһе йылдар үткәс үҙен белдерер әле. Әлбиттә, бер нәмә лә мәлендә генә үҙгәреп китмәй, әммә төбәктәргә һалынған рухи орлоҡтарҙың бер мәл килеп урман булып шаулауы ла ихтимал. Әлеге ҡатмарлы заманда беҙ ошо рәүешле булһа ла әҙәбиәткә, китапҡа ыңғай ҡараш һаҡларға бурыс­лыбыҙ.
Төбәктәрҙә яңы исемдәр асыла, яңы ижади табыштар, сатҡылар барлана. Был бит – үҙе үк ҙур ваҡиға. Төбәк авторҙарының ҡулъяҙмаларын тикшереп, үҙ фекерҙәрен еткергән, кәңәштәрен биргән яҙыусыларға ла рәхмәт.
Рауил Бикбаев:
– “Әҙәби нағыш” башланғас, аптырап ҡалдым. Ул тиклем район һайын шағир буламы икән ни тип? Һәр хәлдә төбәктә ижад иткәндәрҙең 70-80 проценты барыбер шул үҙешмәкәр кимәлдә. Ни хәл итәһең, элегерәк мин үҙнәшергә, һәүәҫкәр шиғыр яҙыусылар­ға ҡаршы инем. Әммә тора-бара аңланым: ижад ит­кән кеше барыбер насар юлда йөрөмәй бит, баш­ҡа­лар өҫтөнән шикәйәт яҙмай. Ул күңелендәген халыҡҡа еткерергә тырыша. Шул яҡтан был “Әҙәби нағыш” халыҡты китапҡа ылыҡ­тырыу, әҙәбиәттең абруйын күтәреү йәһә­тенән һәйбәт эш башҡара. Ләкин был бер көнлөк, аҙналыҡ, ошо йылда ғына эшләнгән акция булып ҡалмаһын ине. Киләсәктә лә ижади күперҙәрҙе нығытыуҙы дауам итергә кәрәк.
Беҙ, уҡыусыларға китап барып етмәй, тип зарланабыҙ. Башҡортостанда китап магазины нисәү? Мин башҡорт китабын күҙ уңында тотоп әйтәм. Өсәү, дүртәү микән магазин? Өфөлә икәү­ме икән? Ҡайһы бер райондарҙа бар инде. Ошо рәүешле китап уҡыу­сыһына нисек барып етһен ул? Магазиндар үҙәктәрҙә булғас, һәр кем махсус рәүештә баш ҡалаға, район үҙәгенә барырға тейеш килеп сыға. Китапты таратыу мәсьәләһенә беҙгә Әҙәбиәт йылында ғына түгел, ғөмүмән, киләсәктә лә иғтибар итергә кәрәк. Китапһыҙ яҙыусы ла, уҡыусы ла, халыҡ та юҡ.
Милли әҙәбиәт музейы бик матур эшләп килә, бай фонд тупланған, ләкин уның уҡыусылар менән йәнле осрашыуҙар үткәреү, халыҡҡа рухи бай­лыҡты еткерер өсөн урыны юҡ. Бина кәрәк! 1996 йылда сыҡты булһа кәрәк Президенттың Указы, әммә музейға һаман бина табылмай. Ошо мәсьәләгә күмәкләп иғтибар итергә тейешбеҙ.
Гөлфирә Гәрәева:
– “Әҙәби нағыш” марафоны – ыңғай күренеш. Һәр ижади осрашыу, аралашыу һөҙөмтәһеҙ ҡал­май ул. Көнөндә, сәғәтендә, бәлки, әллә ниндәй ҙур күренештәргә өмөт итеү дөрөҫ тә түгелдер. Әммә ижади осрашыуҙар төбәктәгеләр өсөн генә түгел, профессионалдарға ла мөһим. Халыҡ шағир һүҙенә, әҙип фекеренә һыуһаған.
Фәрзәнә Аҡбулатова:
– Марафон бик матур бара. “Юлдаш” радиоһы ла яҡтыртты бер нисә төбәктәге ижади байрамды. Әҙәбиәткә һөйөү һаҡлаған төбәк ижадсыларына рәхмәтлемен.
Тимер Ниәтшин:
Кешелектең таянысы –  әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф– Әҙәбиәт йылына килгәндә, әҙип, китап һәм уҡыусыларҙы берләштергән йыл, тип әйтер инем. Мәүлит Ямалетдиновтың мәҡәләһе хаҡында ла үҙ фекерем бар. Ул бик тәрән мәғәнәле – дөйөм әҙә­биәт, кешелек, милләт хаҡында. Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы ағзаларының барыһы ла юғары күтерәлә алмай, әлбиттә. Был мөмкин дә һәм мөһим дә түгел. Сағыштырғанда күренә һәр ҡоштоң осошо. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әҙиптәрҙең күбеһенең ана шул шәхес булып өлгөрмәүе бик ныҡ бәкәлгә һуға. Халыҡ уларға ҡарап тора бит. Бөгөн власть органдары менән аяҡ терәп һөйләшерлек, яҙыусының проблемалары тураһында еткерерлек кешеләребеҙ бар, әммә уларҙың ауыҙҙары ябыҡ. Йәштәр, ижад, әҙәби процесс хаҡында яңы власть менән уртаҡ тел табып фекер алышырлыҡ кимәлебеҙ ҡайҙа?
Эйе, сәйәси, финанс яҡтан ҡытлыҡ кисерәбеҙ, әммә китаптарҙы күпте генә сығарһаҡ та, уҡырлыҡ нәмәне аҙ яҙабыҙ бит. Әллә күпме әҙиптәрҙең һайланма әҫәрҙәре баҫылды, әммә уларҙа рухыма терәк булырлыҡ, йығылып ятып уҡырлыҡ әллә нимә тапманым. Уҡыусылар шул тиклем әҙип менән осрашыуға һыуһаған. Улар яҙыусыларҙың аҡыллы, ҡыйыу, үҙҙәрен яратып, милләтен хәс­тәр­ләп әйткән һүҙенә сарсаған. Халыҡтың күңел торошон белеп, нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡ­һынмағас, ул яҙыусыға ни һан? Сәсәндәр һәр саҡ алда барған, милләтенә кәрәкле фекерҙе әйткән. Рухи таяуҙары ҡаҡшаны халыҡтың, шуға кәйефтәре лә килделе-киттеле.
Наил Ғәйетбаев:
– Мәүлиттең мәҡәләһенә килгәндә, төрлөсә фекер йөрөтөргә була. Әйтәйек, бөгөн шулай эшлән­мәй, секциялар тарҡау ҡыбырлай, йәш­тәрҙең әҫәрҙәре ҡайтыш, тигәнерәк һүҙҙәр әйтә ул. Уҙған быуаттың 80-се йылдарын иҫкә төшөрөп киткем килә. Урал аръяғы райондарында әҙәби саралар бик йыш ойошторола торғайны, унда ҡулъяҙ­малар тикшерелде, һәр кемгә тәғәйен фекерҙәр әйтелде. “Ирәндек”тең ултырышында йәш яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарырға кәрәк, тип ҡарар сығарһаҡ, һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ, тиҙәр ине. Сөнки ул мәлдә исемдәре бер кемгә лә билдәле булмаған йәштәр – Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай – хәл итә ине ҡулъяҙма яҙмышын. Бөгөн улар – заманыбыҙ классиктары. “Ирән­дек”тең ул ваҡыттағы йәш ағзалары бөгөн билдәле әҙиптәр. Ваҡыт үтә тора, быуындарҙы быуын алыштыра. Бөгөн исемдәрен берәү ҙә белмәгән авторҙар берәй 20-30 йылдан билдәле яҙыусы буласаҡ.
Тимер Ниәтшин:
– Яңыраҡ Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әҡсән Хәлилов менән күрештем. Ундағы әҙиптәрҙең хәле шул тиклем мөшкөл икән: ойош­маның бинаһын алғандар, йыйылышып һөйлә­шер, фекер алышыр урындары ла юҡ. Хәҙер бер китап­хананың бүлмәһендә ултырам, әммә унда беҙҙе кешегә һанаған әҙәм юҡ, бинаның утҡа, һыуға сығым­дарын берәү ҙә ҡапламай ти. Көньяҡ райондарҙы берләштереп торған Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойош­маһы бөгөн ауыр хәлдә. Бына Әҙәбиәт йылындағы янып торған проблема. Һеҙ нисек аңлатырһығыҙ был хәлде, Наил Әсҡәт улы?
Наил Ғәйетбаев:
– Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы Риф Тойғон Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе булғанда уҡ ябылғайны. Мине һайлап ҡуйғас, унда барҙым, ҡала хакимиәте башлығы, уның урынбаҫары менән осраштым. Элек бина өсөн ҡала ҡаҙнаһынан түләнгән, ә хәҙер улар финанслай алмайбыҙ ти. Йыйылып әҫәрҙәрҙе тикшереү өсөн эш хаҡы кәрәкмәй. Әммә беҙ ҡала хаки­миәтендә һөйләштек, улар ярты ставкалыҡ урын вәғәҙә итте. Бәлки, эшләп булыр быны. Август башында унда барып, мәсьәләне урында хәл итергә уйлап торабыҙ. Бәлки, беҙгә һәр ҡалала айырым әҙәби ойошмалар, түңәрәктәр булдырыу яҡшыраҡтыр.
– Әҙәбиәт йылының яртыһы үтеп киткән. Беҙ нимәләр эшләп өлгөрҙөк һуң? Татарстанда, мәҫәлән, яҙыусыны яҡлаған ҡарарҙар, закондар ҡабул ителә. Әҙиптең социаль хәле лә беҙҙә әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Шағир Дамир Шәрә­фетдинов нисәмә йыл ятаҡта йәшәй? Был хаҡта элек тә яҙып сыҡтыҡ, Интернет селтәрендә лә фекер алыштыҡ.
Рауил Бикбаев:
– Ижад кешеһенең статусы, мәҙәниәт, һүҙ сәнғәте хаҡында закондар кәрәк. Ләкин беҙҙә йәки Татарстанда ҡабул ителгән закон Рәсәйҙә ҡабул ителмәй икән, улар эшләмәй. Был бөтөнләй юҡ менән булыуға тиң кеүек килеп сыға. Шуға күрә үҙебеҙ генә түгел, Рәсәй төбәктәре бәйләнешкә инеп, күмәкләп тыры­шырға тейешбеҙ. Ғөмүмән, бөгөнгө һөйләшеү бик кәрәкле, һорауҙар урынлы ҡуйыла. Уларҙың бөгөн күтәрелеүе ҡиммәт. Халыҡта ла фекер уянырға тейеш.
Һәр йылды ниндәй ҙә булһа тармаҡҡа, әйтәйек, өлкәгә арнап уҙғарыу матур традицияға әйләнеп китте. Уҙған йыл мәҙәниәт байрағы аҫтында үтһә, быйыл әҙәбиәтселәр әләмен күтәрҙек. Мәҙәниәт менән әҙәбиәтте айырып ҡарап та булмай ул. Улар – халыҡты халыҡ иткән, милләтте милләт итеүсе көс.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ, башҡорттар ғына түгел, урыҫтар ҙа, татарҙар ҙа, башҡалар ҙа үҙҙәренең рухи тамырҙарынан бик ныҡ ситләште. Ситтән шул тиклем көслө, насар йоғонто бара. Бәлки, ана шуларҙы уйлап та ил башлыҡтары мәҙәниәткә, әҙәбиәткә иғтибарын йүнәлтергә булғандыр.
Бына әле Наил әйтеп тә китте: әҙәбиәт иң тәү сиратта – ул китап. Был яҡлап беҙҙең республикала, Аллаға шөкөр, хәлдәр улай уҡ зарланырлыҡ түгел. Күп ерҙә нәшриәттәр ябылғанда беҙҙеке һаҡланып ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның да мөмкинлектәре йылдан-йыл ҡыҫыла. Беҙҙә яңы гәзит-журналдар асылды, ләкин нисек кенә булма­һын, китаптың мөмкинлектәре һиҙелерлек кәмене. Замана үҙенең шарттарын ҡуя, әммә рухиәтебеҙ­ҙе һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ киләһе йылды мәғариф өлкәһе менән бәйләргә тейешбеҙҙер, тип уйлайым. Ошо өс тармаҡтың берҙәмлеген күргем килә минең – мәҙәниәт, әҙәбиәт, мәғариф. Әгәр беҙ мәғарифҡа таянмаһаҡ, уны ҡурсаламаһаҡ, мәҙә­ниә­тебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә булмаҫ.
Иң ҙур китап, әлбиттә, – пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәлиһиссәләм аша кешеләргә ебәрелгән Ҡөрьән ул. Тағы бер изге баҫма бар тип иҫәпләйем. Ул – “Әлифба”. Беҙҙә һуңғы йылдарҙа төрлө дини китап­тарға иғтибар артты, был һәйбәт, әммә “Әлифба”ға, “Букварь”ға мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Хатта, әйтер инем, иғтибар ныҡ кәмене. Мәктәп­тәрҙә ана шул китаптар уҡытылмай, уҡыусылар һаны аҙ тип мәктәптәр ябыла икән, бында ниндәй әҙәбиәттең киләсәге хаҡында һөйләргә мөмкин?
Көн һайын илдә бер губернаторҙы фашлайҙар, улар урлаған аҡсаға шул өлкәнең бөтә мәктәбен һаҡлап булыр ине, бигерәк тә ябыла торғандарын, ләкин балалар уҡыу өлкәһенә ыңғай ҡараш бик тойолмай әле.
Шунан беҙ, уҡыусылар китаптан ситләшә, тип зарланырға яратабыҙ, ә бит уйлап ҡараһаң, хөр­мәтле замандаштар, ҡәләмдәштәр, беҙ бит бер-беребеҙҙе лә уҡымайбыҙ. Тегенеһе юҡ, имеш, быныһы юҡ. Публицистика яҙылмай, тип зарла­набыҙ, ә бит уны уҡып, баһа биреп барған кеше юҡ. Әҙәби процестан яҙыусылар үҙҙәре лә ситтә йөрөй.
Элегерәк бер яҙып та сыҡҡайным: уҙған быуаттың 60-70-се йылдар әҙәбиәтебеҙҙең алтын дәүере булды тип. Беҙҙең бер тәнҡитсебеҙ, булманы ундай осор, ул ваҡытта яҙылған нимәләрҙе беҙ бөгөн телгә алабыҙ һуң, тип ҡаршы сыҡты. Ә бит уйлап ҡараһаң, шул дәүерҙә Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов ижад иткән, Мостай Кәрим үҙенең мәшһүр әҫәрҙәрен яҙған. Был осорҙа әҙәбиәтебеҙ донъя кимәленә күтәрелгән. Ләкин былар хаҡында һөйләп еткермәйбеҙ, хатта инҡар итергә тырышабыҙ.
Әҙәбиәт йылы уңайынан Мәскәүҙә шул тиклем күп саралар үтә, шул тиклем күп премиялар бирә­ләр. Лайыҡлылары ла ала бүләкте, лайыҡһыҙҙары бигерәк тә күп араларында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осорҙа әле унда барып етә алғаныбыҙ юҡ. Әмир Әминев Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһын алды, был бик һәйбәт күренеш булды. Һуңғы ваҡытта “Литературная газета”ла милли әҙәбиәттәр буйынса матур-матур сығыштар күренеп ҡала. Яҡут, Дағстан, Кавказ әҙәбиәте буйынса булды, әммә беҙ һаман шул кимәлгә сыға алмайбыҙ.
Йәштәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итергә кәрәк, әммә был кимәлдә һәм был күләмдә түгел. Был хаҡта мин идара ултырышында ла әйткәнем булды. Ул тиклем таланттар арабыҙҙа йөрөгән булһа, күптән асылған булырҙар ине. Наил Әсҡәт улы етәкселеккә килгәс, йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатынан алғандыр, әммә был уларҙа әҙәбиәткә ҡарата кире фекер уятып ҡуйыуы ихтимал. Араларында асыш булһа, беҙ уларҙы күрер, уҡыр, таныр инек...
– Башҡортостан Яҙыусылар союзына бик күп йәш ағзалар ҡабул ителде. Әммә төрлө әҙәби сараларға саҡырып та, ыңғай ҡараш тойолғаны юҡ. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Шул уҡ ваҡытта Союзға алынмаған исемдәре күп­тән халыҡ араһында танылған автор­ҙарыбыҙ бар. Ғөмүмән, ижади ойошма сафына баҫыуҙың критерийҙары ниндәй?
Наил Ғәйетбаев:
– Беҙҙең иң төп маҡсат – Башҡортостан Яҙыу­сылар союзына күпләп йәштәрҙе алыу. Уйымса, беҙ быға ирештек. Бөтәһе лә бер төрлө, бер үк кимәлдә ижад та итмәйҙер, әммә киләсәктә уларҙан бынамын тигән әҙиптәр сығыр.
Исемдәре билдәле бер нисә китап авторын да ҡабул итербеҙ. Иң мөһиме – ижад итеү. Баш­ҡор­тос­тан Яҙыусылар союзына алыныу мәртә­бә­нән бигерәк яуаплылыҡ, бурыс өҫтәй, тип “Баш­ҡортостан” гәзитендә яҙып та сыҡтығыҙ.
Рауил Бикбаев:
– Бына беҙ яңыраҡ Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Ш. Мөхәмәтйәнов (А. Матросов) һәйкәле янында шиғыр кисәһенә йыйылдыҡ. Ямғыр яуып торҙо, байрам уңайынан шиғри усаҡ тоҡандырып ебә­реүе лә ауырлашты кеүек, ләкин әле яңыраҡ Союз­ға алған йәштәр ҡайҙа йөрөнө икән ошо көндә?
Шул уҡ элекке әҙәби гвардия килгән – Ирек Кин­йәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, ә йәштәр күренмәй.
Фәрзәнә Аҡбулатова:
– Ҡасан булды ул байрам? Мәҫәлән, мин ишетмәй ҡалдым. Әҙәбиәткә бәйле һәр сараға барырға, яҡтыртырға тырышам.
– “Башҡортостан” гәзитендә иғлан сыҡты ул.
Рауил Бикбаев:
– Радионан яңғырап торорға тейеш ине ул иғлан, әммә ишетелмәне. Халыҡ бит белергә, килергә тейеш. Шиғыр тыңларға теләгәндәр бар. Шунан халыҡ шиғыр уҡымай, тип зарланабыҙ.
Наил Ғәйетбаев:
– Беҙ был байрамға һәр яҙыусының өй телефонына шылтыратып саҡырҙыҡ. Һәр сараға ошо рәүешле әҙиптәрҙе йәлеп итәбеҙ, әлбиттә, кемдер килмәй ҡала, икенселәр сәбәп табып ситләшә. Ижад кешеләренең кәйефтәре лә үҙгәреүсән була бит инде. Шуға ҡарамаҫтан, һәр береһенең күңеленә юл табып эшләргә тырышабыҙ.
Китап магазины хаҡында Башҡортостан Матбу­ғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына хат яҙғайным. Һәр районда нәшриәт комплекстары бар, уларҙың бинаһына ингән ерҙә китап һатыу өсөн махсус бер кабинетты бүлергә була. Өфөләме, республиканың башҡа ҡалаһында сыҡҡан булһынмы, әммә төбәк авторҙарының әҫәрҙәрен халыҡҡа етке­реү маҡсатынан ошо идеяны тормошҡа ашырырға кәрәк. Идаралыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов был тәҡдимде хуплап ҡаршы алды, Сибайҙа, Баймаҡта, Хәйбуллала, Йылайырҙа был эш башланды ла инде. Туймазыла ла асырға торалар.
Гөлфирә Гәрәева:
– Студенттар менән үҙ-ара һөйләшеп ул­тыр­ғанда, китапты тотоп уҡыуы иң күңеллеһе, тиҙәр. Шуға күрә яҙма әҙәбиәттең, баҫманың мәртәбәһе юғалмай, ул барыбер көнүҙәк булып ҡала, тип уйлайым. Шуны аңлағас, тимәк, йәштәргә өмөт ҙур. Тойған, рухи ынтылышы менән ошо юлды һайлаған, әҙәбиәткә тартылған йәш кеше – милли рухиәтебеҙ тирмәненә һыу ҡойоусы.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ла төрлөһө булған. Эйе, ул алтын дәүер, әммә бөтәһе лә бер үк кимәлдә ижад итмәгән бит. Шәп бойҙай араһында кәбәге лә бар. Яҙыусылар союзының бе­лешмәһен төҙөгәндә һәр әҙип хаҡында мәғлүмәт бирергә кәрәк, ғәмәлдә иһә бер ни табып булмай. Ни яҙған әҫәре юҡ, ни уның хаҡында бер яҙма ла табылмай. Башҡортостан Яҙыусылар союзына алынған, һәм ул кешенең ижады ошоноң менән туҡтап ҡалған. Бына ошондай осраҡтар ҙа бар әҙәбиәттә. Ул автор хаҡында тексты нисек итеп ҙурайтырға белмәй аптырап бөтәһең. Ә шундай әҙиптәр бар – улар тураһында белешмә бер нисә биттән ашып китә. Быны ни өсөн әйтәм – әҙип хаҡында уның ижады, әҫәрҙәре һөйләй. Шуға күрә ҡулына ҡәләм алған һәр кем ошо дәүерем тураһында ниндәй һүҙ әйттем, халҡым күңеленә ниндәй ғәм һала алдым, аңдарына ниндәй уй төшөрҙөм, тип уйланырға бурыслы!
Әле Союзға алынғандарҙың да төрлөһө барҙыр, әммә ваҡыт һәм халыҡ барыһына ла баһа ҡуя ул. Теләһә кем Яҙыусылар союзына алынған тип проблема яһап, фажиғә итергә түгел. Тәбиғи рәүештә һәр кем үҙенең асылын күрһәтә, халыҡ дөрөҫ әйткән бит ул – башыңдан уҙып һикереп булмай. Йәштәр быны ныҡ аңлайҙыр, тип өмөт итәм.
Наил Ғәйетбаев:
– “Әҙәби нағыш” марафонына төрлө ҡараш белдереүселәр булды, әммә беҙ ижадсыларҙы туплайбыҙ, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, районда әҙәби ойошма булмаһа, шуны асып китәбеҙ. Яңы исемдәр табыла. Улар бит үҙҙәре үк әҙәбиәтте пропагандалаусылар, шуға күрә төбәк ижадсыларына иғтибар бүлеү һис кенә лә хилаф эш түгел. “Әҙәби нағыш”тың төп идеяһы – уҡыусылар әҙерләү. Бөтә кеше лә шағир булып китмәй, әммә шиғыр яҙғандар әҙәбиәттән ситләшмәй, баш­ҡаларҙы ла йәлеп итә, нәфис һүҙҙе халыҡ араһында тарата.
Милли әҙәбиәт музейының бинаһы хаҡында Хөкүмәттә һөйләшеү алып барабыҙ. Беҙҙең проблеманы беләләр, хәл итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер­ҙәр, шуға күрә ваҡытынан алда зарланмай, маҡ­танмай торайыҡ. Яҙыусыларҙың социаль мәсьә­ләләрен хәл итеү ҙә ауырлыҡ менән булһа ла алға бар. Дамир Шәрәфетдиновтың көнкүреш шарттары хаҡында ла беләбеҙ, хәстәрләрбеҙ.
Яңыраҡ Татарстан ҡунаҡтары менән Сибай институтында “Йәштәрҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә әҙәбиәттең роле” тигән конференцияла, һабан­туйҙа ҡатнаштыҡ. Яҙыусының абруйы элек ҙур булды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә әҫәрҙәр аша тәрбиәләндек, тип әйтергә була. Бөгөн сит ил йоғонтоһо, махсус алып барыл­ған емереү сәйәсәте һөҙөмтәһендә әҙәбиәттең, әҙиптең халыҡ араһында абруйы ныҡ төштө. Беҙҙең илде тарҡатыу маҡсатынан әллә нисәмә миллиард һум аҡса бүленә хатта. Шуға күрә ошо ауыр осорҙо яҙыусы уҡыусыһы, китап менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп үтергә тейеш. Уҡыусыларыбыҙҙа изге­леккә ынтылыу һәм патриотизм тәрбиәләргә кәрәк.
Беҙҙең мәҙәниәтте, данлыҡлы мәғариф сис­темаһын бөтөрөү өсөн нимәләр генә эшләнмәй?! БДИ менән ана нисек балаларҙың башын ҡаты­ралар? Унан сит илдәр күптән баш тартҡан, ә беҙ психикаһы ла нығынмаған үҫмерҙәрҙе ҙур рухи һынау алдына ҡуябыҙ. Быларҙың барыһын да хәҙер халыҡ та белә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына ҡаршы торорлоҡ кеше табылманы әле.
Тимер Ниәтшин:
– Беҙҙең төрлө сараларыбыҙ күп, әммә башынан аҙағына тиклем бер маҡсатҡа, бер идеяға бәйләп тороусы көс, йәки сәйәси тел менән әйткәндә, вертикаль буйынса эштең еренә еткәне юҡ. Быныһы бер. Икенсенән, “Әҙәби нағыш” марафонындағы кеүек, ижади майҙансыҡҡа сы­ғып, үҙен күрһәткән яһалма әҫәр авторҙары йыл­дар үтеү менән юғалып бөтә, сөнки осрашыуҙарҙа бер ниндәй маҡсатһыҙ-ниһеҙ шиғыр уҡыуҙар, һабантуй ҡороп йөрөүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй.
Башҡортлоғон күрһәтергә оялған яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Ул яҡлап “Башҡортостан” гәзитенә рәхмәт­лемен: милли асылды күтәрә торған мәҡәләләр баҫылып тора. Бөйөк тарихлы башҡорт милләте вариҫтары бөгөн ни өсөн үҙен меҫкен тота? Яҙыусы әҫәре аша ошо хаҡта ни әйтә? ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитына әҙерләнәбеҙ, төрлө халыҡ­тарҙы күрһәтәбеҙ, ә аҫабалар хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Һуң ошо башҡорт еренә килә түгелме һуң ул ҡунаҡтар?
– Тәнҡит тураһында ни тиерһегеҙ?
Фәрзәнә Аҡбулатова:
– Бөгөн тәнҡитсе булыу камикадзе булыуға тиң. Бөтәһен дә беләбеҙ, эстән көйәбеҙ, әммә тышҡа сығарып әйтеү батырлыҡ һәм аҡыл сығанағы тигәнде аңлатмай бит әле ул.
Рауил Бикбаев:
– Элегерәк әҙәби мөхит башҡа, яҙыусыларҙың тәнҡиткә мөнәсәбәте бүтән ине. Бөгөн берәйһенә тура һүҙ әйтеп ҡара, иртәгә үк уның дошманына әйләнәһең. Әҙәби мөхиттә шәхестәр кәмей, кәрәк-кәрәкмәгән урында ваҡланабыҙ. Былар бөтәһе лә һөҙөмтәлә әҙәби процесҡа кире йоғонто яһай.
Гөлфирә Гәрәева:
– Эйе, заманында тәнҡит дәүләт тарафынан яҡлана ине. Һаҡланған һәм яҡланған ижади тар­маҡ булған ул, ә хәҙер тәнҡитсе үҙенең яҙмалары менән бер үҙе тороп ҡала. Шул уҡ тәнҡит юҡ тигән кешенең берәй әйберенә анализ ғына биреп ҡара, шунда уҡ үҙеңә ябырыласаҡтар. Инфаркт уҡ булмаһа ла, аяҡтан яҙып ятыуың ихтимал. “Тура әйткән – туғанына ярамаған” тигән мәҡәл тап бөгөнгө тәнҡитсегә ҡарата әйтелгән.
Фәрзәнә Аҡбулатова:
– Башҡорт әҙәбиәтен халыҡ-ара киңлеккә сығарыу мәсьәләһенә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Үҙебеҙ ҙә тәржемә аша донъя әҙәбиәте менән танышыуҙы дауам итһәк, шәп күренеш булыр ине. Төрлөлөк аша беҙ донъяны нығыраҡ аңлайбыҙ. Заман менән беҙ ҙә үҙгәрергә бурыслыбыҙ. Әлбиттә, үҙ йолаларыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлап, алға ҡарап эш итһәк, оторбоҙ ғына. Әлегә беҙгә төрөктәрҙең ҡайһы бер баҫмалары биттәрен аса, шиғыр-хикәйәләребеҙ сығып тора. Бына шундай мөмкинлектәрҙе нығыраҡ өйрәнһәк ине. Донъяла әҙәбиәт өсөн юлдар сикһеҙ.

“Түңәрәк өҫтәл”де
Лариса АБДУЛЛИНА алып барҙы.




Фото: Нәсих Хәлисов фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545