Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурсалауға лайыҡ бала саҡ
Ҡурсалауға лайыҡ бала саҡ Әҙәбиәт йылы уңайынан З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана әленән-әле саралар үткәрә. Китап менән әҙәби әҫәрҙең бер тамырҙан булыуын тәрән аңлаған хеҙмәткәрҙәр ижад байрамдарын төрлө йүнәлештә ойоштора. Шуларҙың береһе танылған шағирә, ғүмер буйы балалар матбуғатында эшләгән журналист Зөһрә Ҡотлогилдинанаң “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һуғыш яралаған бала саҡ” китабына арналды.

Бынан биш йыл элек әҙибәнең “Һуғыш балалары – тарих яралары” китабы баҫылып сыҡҡайны. Унда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан 65 тыл ветеранының хәтирәләре һүрәтләнгәйне. Һәм бына ошо юҫыҡта тағы бер китап. Бөйөк СССР етәкселәренең: “Әгәр тыл көслө, ныҡлы булмаһа, беҙ был һуғышта еңә алмаҫ инек”,– тип әйткәне юҡҡа ғына тарихҡа инеп ҡалмаған, күрәһең... Һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ Рәсәйҙә: кемдеңдер ире, икенселәрҙең атаһы, өсөнсөләренең олатаһы... Хәҙер инде дүртенсе быуын, оло ҡартаталарының фотоларын күтәреп, “Үлемһеҙ полк” акцияһында берҙәм ҡатнашты.
Ҡурсалауға лайыҡ бала саҡҺуғыш тарихын өйрәнгән тарихсылар ҙа факттарға таянып, техника, ҡоралланыу йәһәтенән дә СССР-ҙың көсө фашистик Германиянан ҡайтыш булыуын, бары тик рухи ҡеүәт, берҙәмлек, тыл менән фронт яугирҙәренең фиҙакәрлеге һөҙөмтәһендә еңеп сығыуҙы билдәләй.
– Китаптың исем туйын китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы Люция Ильясова асып ебәреп, сарала ҡатнашыусыларҙы яңыраҡ билдәләгән Еңеү байрамы менән тәбрикләне.
Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең беренсе китабында уҡ тылдағы халыҡтың ҡаһармандарса хеҙмәтенә ҙур иғтибар бүлгәйне. Һуғыш темаһы китаптар, фильмдар аша ғына таныш түгел уға.
– Атайым һуғыштан беҙгә ғүмер бирер өсөн генә ҡайтҡан, күрәһең. Яу йылдарында тылда йәш кенә көйө тракторсы булып эшләгән әсәйебеҙ, өҙлөгөп, ҡаты ауырыуға һабышты. Бер туған Миңлегөл апайыма рәхмәт инде: 27 йыл түшәктә ятҡан ғәзиз кешебеҙҙе күберәген ул ҡараны. Һуғыш минең ғаиләмә генә түгел, һәр совет кешеһенең яҙмышына ауыр төҙәтмәләр индерҙе. Китабымды ҡәҙерлеләребеҙ – атайым Сәлимйән Ноғоман улы менән әсәйем Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышланым, – тине автор.
Ошо урында мин үҙем өсөн бер асыш эшләгәндәй булдым – атай-әсәй ҡосағына ғына һыйынып йәшәр бала сағынан мәхрүм булған Зөһрә апай башҡаларҙың бала сағы һағына баҫҡан кеүек. Ул оҙаҡ йылдар республика балалар гәзите “Йәншишмә”лә эшләне. Башҡортостандың ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән донъяның төрлө төбәгенән килгән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға хат яҙҙы, балалар матбуғатын күңел ҡояшының нуры менән һуғарҙы. Ә инде “Һуғыш яралаған бала саҡ” документаль-публицистик китабы тормош ауырлыҡтары кисергән тыл хеҙмәтсәндәренең, үҫмерҙәрҙең рухи ҡаһарманлығына һүҙ сәнғәте һәйкәле ул.
Китап Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайы менән нәшер ителһә лә, унда 70 кеше хаҡында ғына яҙылмаған, ә ялҡынлы йылдарҙың шаһиты булған йөҙләгән ҡаһарман тураһында һүрәтләмә бирелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, был йыйынтыҡты тыныс ҡына уҡып булмай: тәү ҡарашҡа ябай ғына тормош сәхифәләре аша тотош дәүерҙең, бер быуындың яҙмышы күҙ алдына баҫа. Айырым мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә туҡталмайса, уларҙағы дөйөм фекерҙе билдәләгән бер нисә һөйләмде генә атап үтеү ҙә етер: “Әсәйемдең сеңләп илауынан төндә йоҡонан уянам...”, “Ун ике йәшлек малай­ҙарға донъя торҙо ла ҡалды...”, “Үлде тип сығарып ташланылар...”, “Поезд әсәйемдең күкрәгенән үтеп китә...”, “Украинанан йәһүд ғаиләләре сумаҙан тулы аҡса менән килде...”, “Фронттан килгән ҡанлы гимнастеркаларҙы йыуырға таратып бирәләр ине”...
Документаль-публицистик әҫәрҙәрҙең геройҙары ла килгәйне сараға. Бибинур Билалова үҙенең бала сағы хаҡында һөйләһә, билдәле педагог, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина китап авторына үҙ ҡулдары менән бешергән икмәк тотторҙо. Күстәнәсте тапшырғанда залдағыларҙың күҙенә йәш эркелде. Эйе, беҙҙең быуын, йәше­рәктәр аслыҡтың ни икәнен аңлап та бөтмәй. Әммә үҙҙәре ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан тыл ветерандары, хеҙмәтсәндәре ик­мәк баһаһын, ҡәҙерен яҡшы белә. Бер ниндәй гөлләмәләр, ҡиммәтле бүләктәр менән сағыштырырлыҡ түгел Гөлкәй апайҙың күстәнәсе!
Зөһрә Ҡотлогилдина китапты сығарыуҙа, уны геройҙарына таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллинаға, Марсель Йосоповҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Йыйынтыҡ Илеш, Туймазы, Шишмә районында йәшәгән ветерандарға бушлай таратылған. Әйткәндәй, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы китаптың исем туйында ҡатнашып, 12 йәшлек атаһының ауылда бригадир булып эшләүе хаҡында тәрән кисерештәр аша еткерҙе.
– Тыуған ауылымдан 450 ир-егет яуға китеп, 130-ы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатайымдың ҡәберен дә 35 йылдан һуң ғына таптыҡ. Ул алыҫ Украина ерендә ерләнгән. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының китабы беҙҙе һуғыштың ни хәтлем аяныслы булыуы хаҡында иҫкәртә. Яу юғалтыуһыҙ булмай, шуға күрә беҙгә илдәге именлекте һаҡлап ҡалырға кәрәк, – тине ул.
Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина:
– Хәтирәләр һәр бер ғаиләлә һаҡлана, әммә уларҙы китап итеп туплап, халыҡҡа еткереү – ҙур эш. Ташҡа баҫылған юғалмай, ти беҙҙең халыҡ. Йылдар үтер, һеҙҙең был китабығыҙ тыл хеҙмәтсәндәренең эшмәкәрлеген бар тулылығында күҙ алдына баҫтырған документаль баҫмаға әйләнер, – тине. Эйе, Башҡортостанда ғына түгел, Ҡаҙағстанда, Татарстанда, Һамар өлкәһендә йәшәгән ветерандарҙың кисерештәре аша һуғыш йылдарының тылдағы картиналары күҙ алдына баҫа.
Сарала шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Фәниә Чанышева, Мөкәрәмә Садиҡова, Әлфиә Әсәҙуллина, Миңлегөл Хисамова сығыш яһап, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, шиғырҙар уҡыны, китап авторына бөртөкләп йыйылған кисерештәр, документаль факттар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, киләһе юбилей тантанаһына һуғыш ветерандарының ғына түгел, тылдағыларҙың һаны ла бик күпкә кәмейәсәк. Донъя фани, быуындарҙы быуын алыштыра. Йылдар үткән һайын был китаптың баһаһы артыр ғына. Баҫманың мөхәррире булараҡ, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина теләктәрен еткереп:
– Ҙур хеҙмәтте шәхси ваҡыты, аҡсаһы иҫәбенә йырып сыҡты ҡәләмдәшем. Ә бит был яҙмаларҙа беҙҙең илдең яҙмышы сағыла. Республикала әҙәби, журналистика өлкәһендәге төрлө премиялар бар. Был документаль-публицистик йыйынтыҡ Хөкүмәтебеҙ тарафынан да баһаланһа ине, – тине. Ил яҙмышын, халыҡ тормошон тасуирлаған китаптарға баһаны иң тәүҙә йәмәғәтселек менән бергә Хөкүмәт тә еткерһә, ҡалай шәп булыр ине!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545