Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәби каруан – Асылыкүл буйында
Әҙәби каруан – Асылыкүл буйында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында йола буйынса икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы Дәүләкән районы ижадсылары, “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары.

Музей директоры Гөлүзә Арыҫ­ла­нова, хәтер яңыртып, бүлмәләр менән таныштырып, экскурсия эшләне. “Бе­рекмә Әхиәр ағайҙың ниәте менән ойошторолғайны. Әҙәбиәт йылында халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәрен өйрә­неү даирәһе тағы ла киңәйҙе – әҫәр­ҙәрҙе сәхнәләштереү буйынса конкурс үткәрҙек. Оҙаҡламай ойоштороласаҡ милли көрәш бәйгеһе лә уның яҡты рухына бағышлана”, – тине ул. “Дим” ағзалары Миңзәлә Хәлилова, Гөлшат Саматова, Фәнүр Низаметдинов, Тәнзилә Юсеева, Әлиә Уразбахтина ҡунаҡтарҙы шиғри күстәнәс ме­нән һыйланы. Әҙәби берекмә эргә­һендә эш­ләп килгән “Шишмәкәй” балалар ижа­ды түңәрәгендә шөғөлләнгән Гөлү­зә Әхмәҙиева, Тамара Скоротки­на, Еле­на Зинюк, Нигара Акберова, Ро­дион Вәлиев Бөйөк Еңеүгә, мө­хәб­бәт темаларына яҙылған әҫәрҙәре ме­нән берсә тетрәндерҙе, берсә һиҫ­кәндер­ҙе. Балалар шағирәһе, педагог Рәсимә Ураҡсинаның яҡташ ҡыҙҙар һәм малайҙар менән даими осрашып, шиғыр байрамдары ойоштороп тороуы бушҡа китмәгән, күрәһең. Әйткәндәй, быйыл улар мәғариф бүлеге ярҙамы менән дөйөм йыйын­тыҡ нәшер итергә әҙерләнә. Башлап яҙыусыларҙан алып Әхиәр Хә­кимов, Людмила Улицкая, Әмирхан Еники кеүек билдәле әҙип­тәрҙең буклеттарын сығарған дәү­лә­кәндәр. Йәнә лә “Әҙип­тәр исеме менән бәйле Дәүләкән урамдары” тигән буклет та ҡыҙыҡлы тойолдо: баҡтиһәң, ҡа­лала Ә. Хәки­мов, С. Юлаев, С. Агиш, М. Аҡмулла, А. Кар­най, М. Ға­фури, М. Йәлил һәм башҡа бик күп яҙыусы­ларҙың хөрмә­тенә арналған урамдар бар икән. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын яҙып алып киткән В. Далдең исеме лә мәңгеләш­терелгән.
Әҙәби каруан – Асылыкүл буйындаХаҡлы ялдағы уҡытыусы Ольга Буб­нова Әхиәр Хәкимовтың үҙе немец теленә тәржемә иткән “Һатмағыҙсы ерҙе” әҫәрен уҡыны.
Ә. Хә­ки­мов исемендәге премия лауреаты Гөлфирә Ғәс­кәрова, эпостарҙан башлап бөгөнгө ижадсыларға тиклем мәғлүмәт туплап, “Әҙәби нағыш” республика марафоны уңайынан район­дың “Балҡан­тау” гәзи­тендә мәҡәлә баҫтырған. Автор “Баш­ҡорт­остан” гәзите Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығы уңайынан ойошторған викторинала ла еңеп сыҡты. Шунда уҡ үҙен тәбрикләп киттек.
Халыҡ яҙыусыһының ҡыҙы, З. Вә­лиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методик бүлегенең баш китап­ханасыһы Рима Хәкимова төбәктә үт­кән әҙәби сараларҙа тәүге тапҡыр ҡат­наша. “Атайымды бына инде нисә йыл иң яратҡан байрамы – Еңеү көнө менән ҡотлай алмайым. Уның бар яҡтылығы, ғилеме, белеме – китаптарында. Йорт-музейҙы шундай матур килеш ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ, ата­йымдың ижадын пропа­ганда­ла­уығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт”, – тине ул, күңеле тулып.
...Дәүләкәндең 3-сө гимназия-интернатына район уҡыусыларының ҡулъяҙ­малары хаҡында фекер алышырға юлландыҡ. Зама­нында Башҡорт­остандың халыҡ артис­тары Рәмилә Хоҙайғолова, Таңсулпан Бабичева, Биктимер Муллабаев тамам­лаған был уҡыу йортон. Бөгөн унда 507 ҡыҙ һәм малай белем ала.
Эҫе йәй көнө тип тормай, шиғыр яҙған­дар тамаша залына йыйылды. Рәсимә Ураҡсина, Фәрзәнә Аҡбула­това, Николай Грахов, Олеся Әхмәтрә­химова шиғриәт серҙәре менән уртаҡлашты, ҡулына ҡәләм алған һәр кемгә уңыш теләне.
Ә инде гимназия-интернаттың музейын­да дәүерҙәр һулышын һаҡлаған ҡомарт­ҡылар ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Етәксеһе Рима Шәфиғуллина оҙаҡ йылдар был му­зейға экспонаттар туплау менән шөғөл­ләнә. 3-сө гимназия-интернат директоры Рәйлә Дәүләтова Әҙәбиәт йылынан тыш та уҡыу йортонда даими рәүештә яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолоп тороуын, Ш. Ба­бичтың тыуыуына 120 йыл айҡанлы кисә үткәрәсәктәре хаҡында хәбәр итте. Әйт­кән­дәй, тап ошо мәктәптә бер кәрәмәткә тарыным. Күптән ишетеп белә инем: атаҡлы шағир фанилыҡтан киткәс, уның исемен ма­лайҙарға ҡушҡандар тип. Әммә кемдәр булыуы хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ ине. “Книга памяти” китабын алып олатай­ҙа­рымды эҙләй башлауым булды, Дүртөйлө ра­йонының Етембәк ауылында 1924 йылда тыуған егет Саматов Шәйехзада булыуы асыҡ­ланды. Ул 1944 йылда һуғышта ­хәбәрһеҙ юғалған. Икенсе ҡартатайымды эҙләгәндә ҡыҙыҡлы мәғлү­мәт табылды: тап шағир вафат булған йылда Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк ауылында Сит­диҡов Зада тыуған. Һирәк бит был исем, әммә шағирына булған һөйөүен халыҡ шулай күрһәткән, күрәһең.
Ҡаланың балалар китапханаһында барыһы ла үҙен әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис итте. Был тиклем сағыу, матур итеп биҙәлер икән китаптар донъяһы! “Кызыл таң” гәзитенең бүлек мөдире, Дәүләкән ҡыҙы Рәзилә Низамова: “Бында килеп инеү менән китап уҡығы килеп китә. Бәләкәстәрҙе ылыҡтырыу юлын тапҡан­һығыҙ”, – тип маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.
...Кискеһен әҙәби-музыкаль кисәгә район халҡы мәҙәниәт һарайына йыйылды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Ҡотлау хаты уҡығандан һуң, Бүздәк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Арыҫланов Дәүләкән районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Салауат Хисамет­диновҡа йыл символы – Йылъяҙма- китапты тапшырҙы. Бүздәктәр ҙә буш килмәгәйне, “Урал батыр” эпосынан өҙөк, йырлы сәләм тамашасы күңеленә хуш килде.
Әҙәбиәт йылы ҡайһы бер төбәктәрҙә мәҙәниәт йылына әйләнеп киткән осраҡтар ҙа булды: йыр һәм бейеү өҫтөнлөк итеүенә баҫым яһап әйтәм быныһын. Дәүләкәндәр кисәне тик әҙәбиәтселәр сығышына нигеҙ­ләнеп әҙерләгәйне. Урындағы шағирҙар менән бергә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа шиғыр уҡыны, әҙәбиәттең кеше күңелен яҡтыға әйҙәүе хаҡында һөйләне. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре, Дәүләкән егете Азат Фазләхмәтов тамашасыларҙы көлкөлө лә, фәһемле лә шиғырҙары менән тәбрикләне. Ә “Берҡаҙан” ҡурайсылар, халыҡ милли музыка ҡоралдары, башҡорт, рус, татар һәм “Әхирәттәр” фольклор ансамблдәре йөрәктәрҙе милли моң бишегендә бәүетте.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың бер әҫәре “Каруан” тип атала. Быуаттарҙан быуаттарға ана шулай ваҡыт каруанында рухиәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ күңелдәрҙән күңелдәргә күсһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571