Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Таң һарыһы беленеү менән, ул торҙо ла йәнә юлға сыҡты һәм төш ауыуға Мейәскә барып етте. Ҡаланы үтеп, урманлы тау битләүендә ултырған станцияны тапты.
Был уның тимер юл вокзалын, ике оҙон тимер өҫтөндә ултырған паровозды, вагондарҙы беренсе күреүе ине. Паровоз уға оло тауыш сығарып ҡурҡыныс үкергән тимер аждаһа кеүек тойолдо, хатта тере лә һымаҡ бит әле үҙе. Ә вагондар өй ише ҙур. Шуға ултырып йөрөйҙәрме икән ни? Ул ят, битараф кешеләр менән лыҡа тулы вокзал бинаһына ингәс, бөтөнләй юғалып, аптырап ҡалды. Әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә Сафияға ифрат дәү тойолған вокзал әсе кеше тауышы, өйрәнелмәгән-күнегелмәгән тәмәке, хлорка, дымлы кейем, тағы әллә ниндәй еҫтәр менән тулы – сит-ят ер шундай еҫтә булалыр инде, күрәһең. Төрлө ҙурлыҡтағы тоҡсай, тоҡ, сумаҙандар тотҡан, төрлөсә һәм ярлы ғына кейенгән кешеләр бер нисә рәткә теҙелгән эскәмйәләрҙә ултыра, баҫып тора, тегеләй-былай йөрөй, һыулы бак янына бара ла тимер сынйырға бәйләнгән көрөшкә менән һыу алып эсә; сыға, керә, пружиналы ишекте шарт та шорт яба, шул арала вокзал эсенә һалҡынса һауа керә, көҙгө ямғыр еҫе тула. Станция эргәһенә дөбөр-шатыр поезд килеп туҡтаһа, вокзалдың цемент иҙәне һелкенә, кешеләр урындарынан һикерешеп тора ла тоҡтарын, сумаҙандарын һөйрәп тышҡа йүгерә.
Ауылда көн һайын гел таныш йөҙҙәрҙе генә күреп өйрәнгәс, Сафияға иң ауыры сит һәм битараф ҡараштарҙы күреү ине. Үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен, бындағыларҙың барыһына ла ят икәнен һиҙеп, эскәмйәлә аптырап ултырҙы-ултырҙы ла йәһәт кенә балаһын имеҙҙе, йүргәген алмаштырҙы. Хәҙер билет хаҡында уйларға кәрәк ине. Бәләкәй генә тәҙрә ауыҙына халыҡ йыйылған, тимәк, касса тигәндәре шулдыр, тип уйланы. Бар кешенең дә йөҙө күңелһеҙ, ҡайғылы. Ул ҡыйыуһыҙ ғына сират аҙағына баҫты. Исламгәрәй ағай өйрәткәнсә, берәй башҡорт кешеһенән ярҙам һорарға кәрәк ине. Башҡорттар бар кеше араһында, күренә, тик уларҙың да йөҙө, вокзалдағы бөтә кешенеке һымаҡ, уйсан-ят, шуға кемгәлер барып ярҙам һорарға ҡыйыулығы етмәне. Шинель кейгән, буш еңле, ҡиәфәте менән башҡорт уны күптән күҙәтә ине. Сит ҡараштарға өйрәнмәгән Сафия һағайҙы: “Был кеше нимәһенә шул ҡәҙәре итеп ҡарай икән һуң?” – тип уйланы. Ниһайәт, теге кеше урынынан ҡалҡынды ла уның янына килде һәм башҡортса:
– Һеңлекәш, ҡайһы яҡҡа бараһың? – тип һораны.
Сафия ояла-тартына, был кешенең ихлас уй менән янына килеүенә һаман ышанмай, үҙенең Өфөгә дауаханала ятҡан ире эргәһенә китеп барыуын һөйләп бирҙе.
– Бир аҡсаңды, – тине кеше, әммә ҡатындың шикләнгәнен, үҙенә бик ышанып етмәгәнен һиҙеп өҫтәп ҡуйҙы, – ҡурҡма, миңә һинең аҡсаң кәрәкмәй.
Аҡсаһын алғас, ир кеше туп-тура касса янына барҙы, урыҫса нимәлер әйтте, унан Сафияға төртөп күрһәтте лә аҡсаны бәләкәй тәҙрәгә һондо.
– Миңә икенсе яҡҡа китергә, шулай ҙа һине ултыртышырмын, – тине ихлас кеше, уға билет менән ҡалған аҡсаны биреп.
Бер аҙ һөйләшеп торҙолар. Бер сәғәттән поезд килде, ярҙамсыл кеше уны ултыртышты. Ошо һәйбәт, ихлас кеше менән айырылышҡас, Сафияға нисектер күңелһеҙ булып китте, үҙенең исемен дә әйтмәне, Сафия ла уның кемлеген белмәй китеп барҙы.
Поезд ҡуҙғалғас, уның башы әйләнде, күңеле болғанды. Буш урынға барып ултырҙы ла күҙҙәрен йомоп, байтаҡ ваҡыт шулай барҙы. Күҙҙәрен асҡас, алыҫта артҡа йүгергән өйҙәрҙе, баҫыуҙарҙы, тауҙарҙы күрҙе, тәҙрә янынан ғына ағастар, телеграф бағаналары ялтлап үтте. Ул үҙенең өйөндә ултыра, ә йорто ниндәйҙер мөғжизә менән ер өҫтөнән үҙе бара һымаҡ булып китте.
Тәгәрмәс өҫтөндәге өйҙөң хәрәкәт итеүенә Сафия яйлап күнекте, тышҡа хәҙер тынысыраҡ ҡарай башланы. Тәҙрә­нән сит-ят ерҙәр, урмандар, туғайҙар, тауҙар йүгереште. Вагонда өйҙәге ише йылы һәм ҡоро ине, сисенергә лә, баланың аҫтын алыштырырға ла, ашарға һәм бәләкәй өҫтәл янында сәй эсергә лә мөмкин икән. Вокзалда саҡта ят, ҡурҡыныс булып тойолған кешеләрҙең йөҙҙәре лә, күҙҙәре лә икенсе, нисектер йылы, иғтибарлы ине хәҙер. Әллә ялҡытҡыс юлдан, әллә алыҫта ҡалған яҡындарын һағыныуҙан кешеләр, шул вагонда ултырған күршеләре, Сафияның балаһына йылмайып ҡараны, күпмелек тип һораны һәм үҙҙәренең балаларын, ейәндәрен хәтерләне. Сафия һаман тартына, ят кешеләрҙән уңайһыҙлана ине, шунлыҡтан һүҙгә бик ҡушылманы, үҙенә төбәлгән һорауҙарға ғына яуап бирҙе, унда ла башҡортса һораһалар ғына. Өфөлә дауаханала ятҡан ирем эргәһенә китеп барам, тип бер үк һүҙҙе ҡабатланы.
Бәпесен биләүенән ысҡындырып, вагон һикеһенә һалды, уныһы ни, аяҡ-ҡулы ысҡынғас, тибенде, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранды, тауыш бирҙе.
Вагон буйлап ниндәйҙер бер ҡатын китеп бара ине, ул Сафия янында туҡтаны ла сәйер генә ҡарашы менән балаға баҡты. Ул Сафиянан өлкәнерәк, ҡаласа һәйбәт кейемдә. Ярар, ҡараһын, бөтәһе лә бәләкәстәргә ҡарарға ярата инде ул, берәй һүҙ әйтер йәки ҡағылыр ҙа ары китер. Әммә ҡатын китергә ашыҡманы, тора торғас, хатта татарса һөйләшә лә башланы (тышҡы ҡиәфәте һәм ҡаласа кейенгәнлегенә ҡарап, Сафия уны мәрйәлер тип уйлағайны).
– Ой, ниндәй матур бала, ой, ниндәй һөйкөмлө малай! – тине ул, һоҡланып, үҙе һикенең бер мөйөшөнә ултырҙы. – Тотоп ҡарарға мөмкинме? Мин бәләкәй­ҙәрҙе шул тиклем яратам. Был ҡәҙәре лә һөйкөмлө бала булыр икән!
Ҡатын баланы ҡулына алды, һикертте, үпте, нисә айлыҡ, исеме нисек тип һораны.
Сафия, үҙенең балаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, ҡатындың бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе, үҙе, бының балаһы юҡтыр, ахыры, тип уйлап хатта йәлләп тә ҡуйҙы.
– Ҡана, мин уны иремә күрһәтеп киләйем, ә? Мөмкинме? Ул да бәләкәйҙәрҙе бик ярата, – тине ҡатын. – Беҙ бына күрше вагонда ғына.
Бик оҡшағас, ярар, күрһәтһен һуң, тип уйланы Сафия, мөләйем, ихлас ҡатындың күңеле булыр. Ҡатын малайҙы алды ла күрше вагонға ире янына китте, ә Сафия бәҙрәфкә барып килде, йыуынды, сәсен тарап үрҙе. Урынына килгәндә теге ҡатын балаһын алып килмәгәйне әле, “Әйҙә кинәнһендәр”, – тип уйланы битараф ҡына, шул ваҡытта кеше өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләй алыуына ҡыуанып.
Байтаҡ ваҡыт үтте, ярты, бәлки, бер сәғәт тә булғандыр, Сафия, бер ниндәй насарлыҡ тоймай, малайын килтереү­ҙәрен көттө. Әммә уның күршеһендәге ҡатын тынысһыҙлана башланы һәм Сафияға:
– Ҡыҙым, балаң артынан бар инде. Ниңәлер оҙаҡланы лаһа, – тине.
– Килер әле. Кеше балаһын нишләт­һен ул?
– Кем белә... Төрлө кеше бар.
Сафия күрше вагонға китте. Унда ла туп-тулы кеше – ултыралар, яталар, һөйләшәләр, кәрт һуғалар, тәҙрәнән ҡарап баралар. Ул бөтә вагонды үтте, әммә теге ҡатынды таба алманы. Кейеменән сырамытып, бер башҡорт ҡатынынан, йәш кенә балалы ҡатын ҡайһы яҡҡа китте икән, күрмәнеңме, тип белеште. Теге, беҙҙең вагонда йәш балалы кеше тойолмай шикелле ул, балалы бер ҡатын үтеүен-үтеп китте, әммә ул беҙҙең вагонда түгел, бәлки, алдағыһындалыр, тип яуапланы. Сафия күрше вагонға атланы – ҡатын унда ла булмай сыҡты. Күрше вагонда булмағас, ниңә ундабыҙ тип әйтергә инде, тип аптыраны үҙе. Ҡатын артабанғы вагонда ла күренмәгәс, ул борсола, ҡурҡа башланы, әммә үҙе һаман, уға сит бала нимәгә кәрәк һуң, килтермәҫме икән ни, тип уйлауын белде.
Әллә биш, әллә алты вагон үткәс кенә ҡатынды тапты Сафия. Ул погонһыҙ китель кейгән ир янында Сафияның малайын тотоп ултыра ине. Иң ғәжәбе һәм аңлашылмағаны шул: малайы рәхәтлә­неп әлеге ҡатындың имсәген имә – имеҙгән һәр ҡатындың һөтө булған кеүек, уның да һөтө бар икән дәһә!
Сафия былар эргәһенә килде лә:
– Баламды бир! – тине.
Ҡатын Сафияға боролдо, ҡарашы бө­төнләй ят кешенеке, беренсе күргәндәге ише ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы ине. Ирҙең ирендәрендә йылмайған төҫ сыҡты, әммә ҡарашы ҡаты һәм һынсыл. Ҡатыны иренә урыҫса ниҙер әйтте, шунан Сафия яғына боролдо ла үкереп ебәрҙе:
– Һиңә нимә кәрәк?
– Баланы бир! Был — минең бала!
– Ни-мә-ә? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?
– Баламды бир!
Ҡатын, йылмайған төҫ сығарып, эргә­һендәгеләргә ҡараны, йәнәһе, бындай ҙа оятһыҙлыҡты күргәнегеҙ бармы, көпә-көндөҙ минең бала тип ныҡыша. Әммә күршеләре өндәшмәне.
– Был — минең бала! – Иҫ киткес битһеҙ­лекте күреп, Сафия юғалып ҡалды, тулҡынлана башланы. – Һин бит, уны тотоп ҡына ҡарайым, иремә күрһәтәм дә килтерәм, тинең. Беҙ күрше генә вагонда, тинең.
– Нимә һөйләйһең һин? Мин һине беренсе тапҡыр күрәм, – ул иренә урыҫса нимәлер әйтте, йөҙө боҙолдо, ағарҙы, ире өндәшмәй Сафияға ҡараны. – Мин бит уны имеҙеп ултырам, күрмәйһеңме ни!
– Бир баламды!

Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571