Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирҙың сер һандығы
Шағирҙың сер һандығы Бынан бер нисә йыл элек Мәҙинә Хәмиҙуллина телефондан шылтыратып, Назар Нәжми ижадына ҡағылышлы ниндәй мәҡәләләр яҙыуым тураһында һораны. Яҡындан таныш булмаһам да, уны беләм: филология фәндәре кандидаты, ғүмере буйы Өфө тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт итте һәм башҡорт яҙыусыларының ижадын өйрәнеү, пропагандалау буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барҙы. Бигерәк тә Баязит Бикбай һәм Назар Нәжмиҙең ижады буйынса яҙған хеҙмәттәре иҫтә ҡалған. Шуға күрә уның һорауы мине аптыратманы, ҡыҫҡаса ғына яуап бирҙем дә был турала оноттом.

Һәм бына Мәҙинә күптән түгел йәнә шылтыратты. Мөмкин булһа, осрашырға ине, Назар Нәжми тураһындағы китабым сыҡты бит, бер данаһын һеҙгә тапшырырға теләгәйнем, ти. Мин уның өйгә килеүен һораным.
Ә инде ҡулыма тышлығына Назар Нәжмиҙең ҙур һүрәте төшөрөлгән олпат китапты алғас, аптырап ҡалғандай иттем. Башҡорт яҙыусылары тураһында бындай ҙур күләмле йыйынтыҡты күргәнем юҡ ине әле. Уның титул битенә “Назар Нәжми. Публицистика” тигән ике ауыҙ һүҙ яҙылған. Ә асып ҡарай, уҡый башлағас, ҙур әҙипте бөтөнләй белмәгәнмен икән дә баһа, тигән уй килде. Шағир һәм драматург, бигерәк тә кеше булараҡ. Автор, минеңсә, халыҡ шағирының сер һандығын асҡан. Тәү ҡарашҡа шарҙыуаныраҡ, артыҡ етди күренмәгән Назар Нәжмиҙе шул хәтлем дә йыйнаҡ, теүәл, бөтмөр, үҙ ҡәләменән сыҡҡан һәр һүҙҙе ҡәҙерләп һаҡлаған яҙыусы тип уйламай инем.
Ил, халыҡтар яҙмышы, дәүләтселек, ижтимағи-сәйәси, милләт һәм тел мәсьәләләренә арналған тәрән мәғәнәле мәҡәләләр ҙә, ҡәләмдәштәренең ижадына арналғандары ла, дәүләт эшмәкәрҙәренән башлап дуҫтарына, таныш-белештәренә, туғандарына, ғаиләһенә яҙған хаттар ҙа — бөтәһе лә ингән был китапҡа. (Аптырайым, уларҙы икешәр дана яҙып, береһен үҙендә ҡалдырҙымы икән ни?). Мин тик башҡорт, татар, рус һәм башҡа милләт яҙыусы­ларының ижадына ҡағылышлы етмештән ашыу яҙманы уҡып хайран ҡалдым. Улар мәҡәлә, хат итеп тә, ҡәләмдәш дуҫтарын хәтерләү рәүешендә лә яҙылған. Һәм беҙгә иҫән саҡта ҡәләмдәштәрең менән яҡындан аралашып, уларҙың ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһынып, үҙ-ара фекерләшеп йәшәүҙең бик ҡәҙерле булыуын иҫкәрткән кеүек.
Был хат-мәҡәләләр кемдәргә генә төбәлмәгән бит әле! Зәкәриә Аҡназаров һәм Таһир Ахунйәновҡа, Александр Яковлев (академик) һәм Марат Ҡолшәриповҡа, генерал Александр Руцкой һәм Рауил Ниғмәтуллинға, Мортаза Рәхимов һәм фән докторы Бирһановҡа… Кемдең ниндәй вазифа биләүенә, яҙыусының әҙәбиәттә тотҡан урынына ла артыҡ иғтибар итмәҫтән, үҙ фекерен ярып әйтә Назар Нәжми. Бына Рәми Ғарипов тураһында ярайһы уҡ ентекле яҙылған ҙур ғына мәҡәлә һәм шунда уҡ әҙәбиәттә күренеп кенә ҡалған, үҙен “мин — эшсе шағир” тип күкрәк төйөргә яратҡан Шәрәф Әхмәтовҡа асыҡ хат, Кәтибә Кинйәбулатова тураһында ғәжәп бер ихласлыҡ менән яҙылған мәҡәлә эргәһендә ижады үҙ ваҡытында баһалап еткерелмәгән, үтә лә баҫалҡы холоҡло шағирыбыҙ Мәҡсүд Сөндөклөгә арналған йылы һүҙҙәр…
Мәғлүмәттәргә ғәжәп бай был китапты уҡып сыҡҡас, шағирҙың сәнғәт эшмәкәрҙәре — композиторҙар, сәхнә оҫталары менән дә яҡындан аралашып йәшәгәнен күрәһең. Атаҡлы ҡурайсы, йырсы, драматург Ишмулла Дилмөхәмәтов менән дуҫлығы уны “Урал” поэмаһын ижад итергә илһамландырғандыр.
Уйнай икән, тимәк, үҙәк өҙгөс,
Йырлай икән — дала киңлеге,
Бейей икән — ут сәсрәп тора,
Башҡорт шундай, тигән шикелле, —
тигән юлдар юҡтан ғына тыумағандыр.
Китаптағы хаттарҙан беҙ Назар Нәжмиҙең Ватан һуғышынан ауыр яраланып ҡайтҡандан һуң ятҡан еренән тора алмаған көйө әҙәби ижадҡа тотонған, хатта ҡәләмде тешенә ҡыҫып яҙған Ибраһим Ғиззәтуллин, уның ҡатыны, оло мөхәббәте – иренә ғүмер өҫтәгән, ижадында ныҡ ярҙам иткән Зөләйха менән дә танышып, аралашып йәшәүен күрәбеҙ, уның “Ике Зөләйха” тигән поэмаһы ана шул нигеҙҙә тыуған да инде.
Назар Нәжми уҙған быуаттың 60-сы йылдарында тәүҙә Яҙыусылар союзының яуап­лы секретары, унан рәйесе булып эш­лә­гәйне. Китаптағы һәр төрлө яҙма­ларҙан уның шул осорҙа яҙыусыларҙың йәшәү һәм ижад шарттарын яҡшыртыу тәңгәлендә байтаҡ эш башҡарыуын күрәбеҙ. Быны рәсми ойошмаларға яҙылған хаттар ҙа асыҡ дәлилләй. Ана шундайҙарҙан бер генә миҫал. Республика Министрҙар Советы Рәйесе З. Аҡназаровҡа Һәҙиә Дәүләтши­наның әсәһе Гөлйәүһәргә фатир биреүҙе һорап хат яҙылған (1965 йылдың 18 июнендә).
…Ошо урында бер хәлде иҫкә төшөрмәйенсә үтә алмайым. Ул саҡта Крупская исемен йөрөткән республика китап­ханаһы тәү башлап Һәҙиә Дәүләтшинаның 60 йәшенә арналған юбилей кисәһе үткәрергә булды. Әммә уны ойоштороу еңелдән түгел ине. Яҙыусының ижады тураһында бер нисә мәҡәлә, “Ырғыҙ” романы, башҡа әллә ни материал юҡ. Китапхана директоры Рәбиға Хөсәйен ҡыҙы (минең яҡташ) милли әҙәбиәттәр бүлегендә эшләгән ҡатыным Фәһимәгә, ҡайһы бер иҫтәлекле нәмәләр табыу өмөтө менән, Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе эргәһенә барырға ҡуша. Беҙ был йортҡа ҡатыным менән икәүләп юлландыҡ.
Гөлйәүһәр инәй Пушкин һәм Совет урамдары мөйөшөндәге балыҡ магазины урынлашҡан йортта йәшәй ине. Икенсе ҡаттағы кескәй генә бер тәҙрәле бүлмә. Гөлйәүһәр инәй беҙҙең килеүгә аптыра­быраҡ та, шикләнеберәк тә ҡараған булһа ла, ниндәй йомош менән йөрөүебеҙҙе белгәс, асылып китте, байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әммә Һәҙиә Дәүләтшинаның күкрәгенә тиклем генә төшкән һүрәтенән башҡа әйбер булманы. Гөлйәүһәр инәйҙең: “Әмири килгәйне. Һаҡлап тотҡан әйберҙәремде, мин Һәҙиә тураһында китап яҙам тип, бөтәһен дә тоҡҡа тултырып алып китте”, — тигән һүҙҙәре хәтерҙә…
Ә Назар Нәжми яҙған хаттың ярҙамы тейҙе. Гөлйәүһәр инәйгә яңы төҙөлгән йорттан фатир бирҙеләр.
Китапта Өфөлә һәм Мәскәүҙә үткән съездарҙа, оло йыйындарҙа һөйләгән док­ладтар, сығыштар ҙа урын алған. Назар Нәжмиҙең “Кем уйлаған…” тигән автобиографик повесының тәүге вариантын китапҡа биреүҙе лә урынлы тип һанайым. Сөнки был әҫәр, минең белеүемсә, 1973 йылда яҙылһа ла (мин ул саҡта “Ағиҙел” журналы редак­цияһында эшләй инем һәм Назар Нәжмиҙең ҡулъяҙмаһын алып килгәне хәтерҙә), уны баҫыуға мөхәрририәт ағзалары Муса Ғәли менән Ғилемдар Рамазановтың ҡырҡа ҡаршы булыуы арҡаһында баҫылмай ҡалып, 70-се йылдар аҙағында ғына ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр менән донъя күргәйне.
Китаптағы бер нисә һөйләм менән бик ҡыҫҡа ғына итеп яҙылған миниатюралар, этюдтар, әйтем рәүешендә теркәлгән фекерҙәр ҙә бик фәһемле. Улар ярайһы уҡ күп, хатта бәләкәйерәк йыйынтыҡ булырлыҡ.
Назар Нәжмигә, уның ижадына ғүмерлек иҫтәлек булырлыҡ был ҙур күләмле китап тураһында бер ултырғанда ғына тулы фекер әйтеү мөмкин түгел. Бер теләгемде еткереү менән сикләнәм: был – яҙыусыны ижадсы һәм шәхес булараҡ документаль нигеҙҙә асҡан тәүге ҙур хеҙмәт. Иншалла, бындай изге эш дауам итһен ине.
Иҫ киткес ҙур эш башҡарған Мәҙинә Хәмиҙуллинаға Назар ағай, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның V томында үҙе хаҡында ҙур мәҡәләне уҡығас, рәхмәтен белдереп ебәргән хатында бына ниҙәр яҙа: “Һеҙ был хеҙмәтегеҙҙә минең шиғриәтемә шундай тәрән кереп, үҙегеҙҙең уй-фекерегеҙҙе шиғырҙан шиғырға күсә-күсә шундай оҫта ентекләп үреп бараһығыҙ ки, миңә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәһе генә ҡала. Ким Әхмәтйәнов вафатынан һуң һеҙҙең булыуығыҙ ҙур шатлыҡ”.
Назар ағайыңдың рәхмәттәрен ҡабул ит, Мәҙинә!

Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 407

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566