Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәби нағыш – Дәүләкәндә!
Дим тулҡындарынан, Асылыкүл аҡсарлаҡтарынан сәләм килеп төштө беҙгә – “Әҙәби нағыш” республика марафоны Дәүләкән яҡтарына юллана. Республикабыҙҙың был төбәгенең үҙенсәлеге хаҡында элегерәк тә яҙып сыҡҡан булды – башҡорт халҡының мәшһүр әҫәрҙәренең береһе “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы тап ошо яҡта ижад ителгән. Бик борон булған ваҡиғаларҙың шаһиты – Балҡантау, Асылыкүл, Һыуһылыу ташы. Башҡорт малы сыҡҡан күл тирәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең ижады хаҡында яҙырға бында күренекле Владимир Даль дә килгән.
Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусылар Баязит Дим, Әхиәр Хә­кимов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Үкенескә ҡаршы, тәүгеһе яу яланында ятып ҡалған. Тарихи романдары, әҙәбиәт өлкәһендәге белеме менән республикабыҙҙы ғына түгел, СССР халыҡтарын таң ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов һуңғы йылдарҙа тыуған төйәгендә йәшәне, яҡташтары менән аралашты. Уға хакимиәт ярҙамы менән йорт та һалып биргәйнеләр, хәҙер унда яҙыусының исемен йөрөткән йорт-музей урынлашҡан. Бөгөн “Дим” әҙәби берекмәһенең ултырыштары ошо бинала үтә. Райондың элекке хакимиәт башлығы Закир Бикбулатов әҙәби саралар ойош­то­роуға, китаптар сығарыуға ҙур иғтибар бүлде. Ә. Хәкимов исемендәге тәржемә өлкәһендәге әҙәби премия ла уның инициативаһы менән булдырылды. Тәүге лауреаттары – халыҡ яҙыусыһының ҡатыны Лидия Хәкимова, тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова.
Балалар яҙыусыһы, педагог Рәсимә Ураҡсина ла – ошо төбәк ҡыҙы. Былтыр Башҡортостан Яҙыусылар союзына Дәүләкән ерендә тыуған ике ижадсы – Мәхмүт Сәлимов, Олеся Әхмәт­рәхимова алынды. Әҙәби марафон тағы яңы исемдәр асыр тигән ниәт менән юлланабыҙ ҡотло ергә.





Бер йыр

Бер йыр яҙғым килә –
Иҫ киткес йыр! Йөрәгемдең
Аулаҡ мөйөштәрен айҡарлыҡ.
Һалҡын һыуға һалып,
Тартып алып,
Йыһан киңлегенә атырлыҡ.
Бер йыр яҙғым килә
Һинең өсөн,
Йылытырлыҡ боҙло һалҡында.
Ҡаяларҙан бейек ғорур бер йыр –
Һин, мин һәм икебеҙ хаҡында.
Бер йыр яҙғым килә.
Нисәмә йыл
Йөрөтәм уны күңел түрендә.
Шаһит уға йоҡоһоҙ төндәрем..
Бер йыр йөрөй минең күңелдә,
Һиңә булған илаһи хис –
Мәңгелек һөйөүем – хаҡында.

Гөлшат САМАТОВА.

Әсәйем гөлдәре

Өйөбөҙҙөң йәме булып,
Әсәйемдең төҫө булып,
Тәҙрә төбөндәге гөлдәр
Сәскәгә күмелделәр.
Күскән һымаҡ был гөлдәргә
Әсәйемдең тере йәне.
Улар көтә һымаҡ беҙҙе,
Нурға күмеп тирә-йүнде.
Әсәйемдең күҙе булып,
Тәҙрәнән баға гөлдәр.
Көтә кеүек улар беҙҙе,
Көн артынан һанап көндәр.
...Тәҙрәнән баға гөлдәр,
Ҡайталмай үтә көндәр.
Тыуған йортто һағыныуҙан
Йоҡоһоҙ беҙҙең төндәр.

Әлиә УРАҘБАХТИНА.

Аҡ яулығым

Аҡ яулығым остарында
Ынйы-мәрйен сайҡала.
Ҡып-ҡыҙыл миләштәр бешкән
Тау буйында – Сауҡала.
Аҡ яулығым талғын елгә,
Мәрйендәрен бейетә.
Миләштәр бешкән саҡтарҙа,
Тыуған яҡҡа ни етә!
Аҡ яулығым, аҡ бәхетем,
Баштарымдан төшмәһен.
Тыуған яҡты маҡтай-маҡтай,
Ҡоштар миләш сүпләһен.
Аҡ яулыҡтар бүләк итәм,
Сөйөп кенә бәйләргә.
Тыуған яҡтарыма ҡайтам
Миләш бешкән мәлдәрҙә.

Тәнзилә ЮСЕЕВА.

Тыуған ауылым

Һиңә ҡайтып барам, тыуған ауылым,
Тулҡынланып ҡоштар йырына.
Шатлыҡтарым моңдар булып
сиртә
Күңелемдең нескә ҡылына.

Яҙғы урман ихлас ҡаршы ала.
Бигерәк йылы уның алҡышы!
Наҙлы елдәр аша илһам алам,
Сәскәләрҙең тойоп аңҡышын.

Сәләм һиңә, көмөш һыулы шишмәм,
Тәрән икән һинең һағышың.
Бала саҡтарымдан таныш миңә
Ялан ҡыңғырауы тауышы.

Юлға сығып, әсәй көтөп тора,
Күҙҙәренең һөртөп йәштәрен.
Онотолоп китеп иркәләрмен
Уның салдар төшкән сәстәрен.

Ғәлиә ДӘҮЛӘТОВА.

***
Һары, ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел..
Һайлайым мин төҫтәрҙе.
Һөйәм, көйәм, йәнем, бәғерем...
Барлап матур һүҙҙәрҙе,
Һиңә яҙам,
Берсә һыҙам,
Төҫтәр менән һүҙҙәрҙе,
Табалмайса ғазапланам,
Һиңә нағыш төҫтәрҙе,
Тәғәйенле һүҙҙәрҙе.
Был төҫтәрҙә барыһы бар,
Юҡ тик ҡара, һороһо.
Һүҙҙәрҙең бар ҡәҙерлеһе,
Йылы, наҙлы, олоһо!
Һүҙҙе һүҙгә бәйләп була,
Төҫтәр ҙә бит үрелә.
Ҡараһаң үрелгән төҫкә,
Матур биҙәк күренә!
Тимәк, һүҙҙәр төҫтәр менән,
Ишелгәндә үрелеп,
Бәхетлегә зәңгәр күктә
Йәйғор ҡалыр күренеп!

Гөлүзә АРЫҪЛАНОВА.

Ҡабатланмаһын...

Беҙҙең гүзәл йәшлек...
Үтте шул осорҙа
Ер өҫтөндә һуғыш әсеһе.
Таңдар ата ине,
Ҡояш ҡалҡа ине,
Яҡты ине өмөт сатҡыһы.
Ҡыяҡ-үләндәрҙе
Йыйып ашаныҡ беҙ,
Күңелдәрҙә беҙҙең – барыһы.
Йәшел урман шаулай,
Йылдар беҙҙе яулай –
Ҡатмарлы бит ғүмер ағышы.
Миҙгелдәрем үтә тора,
Йәшлек саба, ана, алыҫта,
Эҙ ҡалдырып беҙҙең йөрәктә.
Яңғыҙ әсәләрҙең
Күҙ йәштәрен күрҙек,
Шулар онотолмай бигерәк тә.
Ауырлыҡ күрмәһен
Наҙлы гүзәл йәшлек,
Тыныс булһын ғүмер ағышы.
Күгебеҙ аҡ булһын,
Юҡ, ҡабатланмаһын,
Ил өҫтөндә һуғыш әсеһе.

Наил ХӘМИТОВ.

Яҙ

Атҡан таңым бөгөн башҡа:
Ҡояш балҡып яна тышта,
Иреп аға ерҙән һыуҙар,
Илап һүнә күлдә боҙҙар.
Умырзая сәскә ата,
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
Гөрләүектәр эш башлаған.
Ҡояш тауҙа ҡар ашаған.

Гөлүзә ӘХМӘҘИЕВА.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545