Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеленә йыһан үҙе һыйған
Күренекле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы лауреаты Гөлнур Яҡупованың ил яҙмышын, халыҡ ғәмен иңдәрендә ирҙәрсә йөкмәп килгән, сәңгелдәк тирбәткән, донъяның ҡото, уты, тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырылған «Ҡатындар» трилогияһын ҡулға алыу менән күптәрҙең башына гүзәл зат өсөн генә махсус яҙылғандыр был әҫәр тигән уй киләлер.

Китапта иҫ киткес бай, шағирана образ­лы, һутлы тел менән ҡатын-ҡыҙҙың холоҡ-фи­ғеле һүрәтләнгән, ҡабатланмаҫ ха­рак­тер­ҙары тыуҙы­рылған, кешелектең, мәрхәмәттең, мөхәббәт­тең илаһи көсө дан­ланған. Әлбиттә, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡу­пованың үҙе менән яҡындан ара­лашҡас, ошондай рухлы тормош хәҡиҡәтен ул ғына тыуҙыра алалыр тигән фекергә килә­һең. Ғөмүмән, авторҙың күңел донъяһын, тормошон аңлап белеү өсөн уның тыуған яҡтарын күрергә кәрәк, тиҙәр. Ила­һи рухлы шағирә, яҙыусы тыуған Сәйетбаба – Баш­ҡортоста­ныбыҙға күп ғалимдар, әҙиптәр биргән иң ҙур ауылдарҙың береһе. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ошондай изге мөхит­тең тылсымында Кесе йыһандан Оло йыһанға аяҡ баҫҡан.
Китапханабыҙҙа үткән осрашыу әҙибәнең күңел донъяһына тағы ла күҙ һалып, сихәт­лә­неү бә­хетенә ирештерҙе. Күптән көтөлгән ҡу­наҡ менән аралашырға әҙәбиәт һөйөүсе­ләр, уҡытыусылар, Мәләүез ҡалаһы һәм Бе­рен­се Май ҡасабаһы ағинәйҙәре лә килгәйне.
Гөлнур Яҡупова был осрашыу алдынан 15-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиә­лә­неү­селәре менән ихлас аралашып, сығыш­тарына ҡы­уанып килгәнлектән, әсә һәм ба­ла, ғаилә усағы төшөнсәләренең бер-бе­реһенә һәр саҡ бәйле икәнен билдәләне, кисә башында «Өмөт шәме – ҡатын-ҡыҙ» исемле әҙәби-музыкаль сығышты ҡарағас, айырыуса ағинәйҙәргә ихлас һоҡла­нып, рәх­мәт һүҙен еткерҙе. Әҫәрҙе уҡыу­сылар үҙ фекерҙәрен әйтте, авторға һорауҙар би­реп, яуаптар алды. 1-се гимназияның баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфара Әлиева ошо әҫәр буйынса ғилми-ғәмәли конферен­цияға әҙер­ләнеүе, «Әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙ роле­нең ҡуйылышы» тигән темаға дәрес үткәреләсәге хаҡында әйтте.
Авторҙың тел ҡеүәһе тураһында 15-се балалар баҡсаһы логопеды Фирүзә Юлбаева һөй­ләне. Әҙибә осрашыу барышында үҙе­нең һәр геройына туҡталып, уларҙың һис ке­нә лә ос­раҡлы образдар түгел­леген бил­дә­ләп, һәр кемгә трилогия майҙанынан урынды тәғәйен инсе­ләүен әйтте. «Ҡыҙ ба­ла», «Бер һөйгәнем өсөн», «Кесе йыһан – Оло йыһан» китаптарынан торған ҡоласлы йыйынтыҡта иң мөһиме – бала яҙмышы, яңы быуындарҙың әсәйле-атайлы булып үҫеүен теләү.
Гөлнур Яҡупова, шағирә була­раҡ, ҡунаҡ­тар­ға ижади күстәнәс итеп өр-яңы шиғыр­ҙа­рынан да тәмләтте. Мәләүездең осра­шыуға ашҡынып килгән ижади көстәре лә яуап сә­ләм­дәрен еткерҙе. Рәфҡәт Айытҡолов, Зө­фәр Толом­ғужин, Фәүзиә Йомағолова, Наи­лә Әйүпо­валарҙың уртаҡлашыр фекер­ҙәре тос ине. Шиғырҙарына билдәле шәхес­тән ба­һалама ишетеүе уларға илһам ҡанаттары ҡуйҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Гөлсәсәк Солтанғолованың моңло йырҙары бөтәһе­нең дә күңеленә хуш килде. Мәғариф алдын­ғы­лары Миңниса Ниәтшина, Фирҙәүес Ба­һауетди­но­валар ҙа кисәгә ихлас ҡушыл­ды, уҡыусыларҙа юғары зауыҡ тәрбиәләгән, тарихи хәтер офоҡ­тарын балҡытҡан, илһө­йәр­леккә, телһөйәр­лек­кә, милли ғорур­лыҡҡа өндәгән авторға изге те­ләк­тәрен еткерҙе. Яҡташтары исеменән Ғафури ҡыҙы Тәнзилә Ғибәҙуллина күңел тойғоларынан үрелгән шиғри шәлкемен һәм ҡул эшен бүләк итте. Ағинәйҙәр Нурия Шәйәх­мәтова, Зөһрә Юма­ева, Ру­фия Мөхәмәтова, Мөнирә Мәхмү­това һәм Зоя Аҡсурина әҙибәнең тағы ла килеүен һәм өмөтлө ҡәлә­менең гел яҙып тороуын теләне. Әҙәби кисә барыһының да күңелен яҡтыртты, ҡатын-ҡыҙ исеменә мәҙхиә йырланы һәм ир-егеттең донъя­лыҡтағы урынын баһаланы.
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Мәләүез ҡалаһының Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһы хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545