Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Радиктың уңышлы алымы
Радиктың уңышлы алымы Был көндә сәхнә сәнғәтенең яңы формаһы тыуҙы тип әйтһәк, һис кенә лә шаштырыу булмаҫ, моғайын: Радик Динәхмәтовтың алтын юбилейын үткәргәндә тамашасыға күрһәткән ижад емеше ғәҙәти сиктәргә генә һыймай. Ул кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны, әхлаҡи сифаттары, рухи көсө тураһындағы башҡорт һәм татар шағирҙарының ижадын, мөнәжәттәрҙе, йырҙарҙы эсенә алды. Бар яҡтан да уйлап эшләнелгән режиссура, башҡарыусының сәхнәләге хәрәкәте, экранда бер-бер артлы күренгән һүрәттәр һәм кино фрагменттары фекер һәм мәғәнәүи яҡтан берләшеп, күренеште спектакль тип ҡабул иттерә.


Яңы алымды моноспектакль тип атау урынлы булыр кеүек — ул тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Бындайҙы күргән юҡ ине әле, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашып таралыштылар.
Моноспектаклдең умыртҡа һөйәге шиғырҙарҙан тора. Уларҙы, башҡортса һәм татарсалары 16-шар булһын тип, Радик ике йылдан ашыу Өфөлә, Дүртөйлө, Ҡазан китапханаларында эҙләгән һәм тапҡан.
Бөтөн Рәсәйгә танылған йырсының шиғриәткә мөрәжәғәт итеүе сәйер тойолғандыр. Был беренсе ҡарашҡа ғына шулай. Төптән уйлап ҡараһаң, шиғыр — үҙе бер йыр. Уның үҙ моңо, үҙ көйө, ритмы, биҙәлеше бар. Шиғриәткә бер Пегас ҡына түгел, ә, Суфиян ағай Поварисовса әйтһәк, “Һүҙ — һүрәт”, “Һүҙ — фекер” һәм “Һүҙ – тойғо” тигән өс арғымаҡ егелгән. Ошо иҫ киткес матур “тройка”ға ултырһаң, йырлайһың да, көйләйһең дә, күккә лә осаһың, ергә лә төшәһең, бер ҡасан да уйламаҫ уйҙарға батаһың, әллә ниндәй сихри донъяларға күсеп, ожмахта йөрөгән кеүек булаһың. Шиғыр­ҙарҙың нәҡ бына шундайҙарын һайлап алыу өсөн флейтасы, йырсы, мөнәжәттәр әйтеүсе Радиктың һиҙгерлеге, күңел байлығы, ижад йомартлығы кәрәк булған да инде.
Хәҙер йырсылар бик күп. Уларҙың концерттарына йөрөү түгел, хатта исемдәрен дә беҙ, тама­ша­сылар, белеп бөтмәйбеҙ. Үҙенсәлекле кон­ку­рен­цияла берәүҙәре тауыштарының матур тембры менән алдырырға тырышһа, икенселәре нота йырлай. Тамашасыны шаҡ ҡатырыр өсөн билдән түбән юмор менән публицистика алымдарын ҡушып ебәргәндәр ҙә осраштыра. Ә бына Радик тамашасының зауығын тәрбиәләү юлында сәнғәт төрҙәренең уңышлы алымын таба алған.
Радик тәҡдим иткән вариант ябай тамашасыға ла яҡын, аңлайышлы. Уны күрһәтер өсөн ҙур зал­дар, махсус сәхнәләр, тамашасыларҙан да күберәк артист һәм персонал йөрөтөргә кәрәкмәй. Бәләкәй генә ауыл клубында, мәктәп залында, китапханала һәм башҡа шундай урындарҙа күрһәтеп була уның моноспектаклен.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566