Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырымбурҙың йырлы, нурлы ҡыҙы
Ырымбурҙың йырлы, нурлы ҡыҙы Йәйрәп ятҡан Ырымбур далалары буйлап барабыҙ. Юлдашыбыҙ Фәниә Әбдел­хәйер ҡыҙы Дауытова ошо киңлеккә ҡарап: “Башҡорт йыры далалай киң, Урал тауҙарылай бейек, көмөш йылғаларҙай саф... Халҡыбыҙға моң тәбиғәтенән бирелгән!” – тип ҡуйҙы. Апайҙың был һүҙҙәре уйға һалды: баш­ҡорттоң күкрәк тултырып оҙон көйҙәрҙе бар күҙәнәге менән йырлауы юҡтан түгел шул! Халҡыбыҙҙың йөрәге тыуған еренә тамырланған һәм ошо ғәзиз төйәген ҡурсалап, күпме яу сапҡан, тупрағын ҡайнар ҡаны, маңлай тире, күҙ йәштәре менән һуғарған!.. Бына ҡайҙан килә композитор, шағирә Фәниә Дауытованың йөрәктәрҙе өтөп алған, оран булып яңғырар моңо!
Ырымбур далалары – Фәниә апайҙың тыуған төйәге. Башҡорттоң ошо төбәгендә ниндәй генә шәхестәр тыумаған: Мөхә­мәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, Йыһат Солтанов, Зиннур Ураҡсин, Рауил Бикбаев, Рафаэль Аҙнағолов, Кәрим Ишбаев һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙең рухи тамырҙары һут алған был бәрәкәтле тупраҡтан. Фәниә апайҙан да уларҙың йән ҡеүәте бөркөлә! Уның яҙған шиғырҙарынан азатлыҡ рухы, илгә, телгә, милләткә һөйөү хистәре аңҡый.
Фәниә Дауытова Ырымбурҙа тыуһа ла, яҙ­мыш юлдары уларҙың ғаиләһен Төрк­мән­станға, аҙаҡ Үзбәкстанға алып килә. Бала сағы, үҫмер йылдары сит мөхиттә үтһә лә, туған телен онотмай ул. Өйҙә һәр саҡ башҡорт телендә һөйләшәләр, әсәһе халыҡ йырҙарын башҡара. Шул моңдар ҡыҙ бала күңелендә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, ҡасандыр иҫ белер-белмәҫ саҡта әкиәт донъяһы кеүек хәтергә уйылып ҡалған киңлектәргә тарта.
1965 йылда күптән йөрәген ашҡын­ды­рып торған хыялы тор­мошҡа аша Фәниә­нең – Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан һуң Ташкент педагогия институтын тамамлап, урыҫ те­ле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып китә.
1990 йылдағы ығы-зығылы заман Фәниә Дауытованы Та­тарс­танға алып килә. Ләкин бала саҡта уҡ ҡанына һең­гән тыу­ған ергә булған мө­хәббәт уға һис кенә лә тын­ғылыҡ бир­мәй. Баш­ҡорт­ос­тан­дың иркен да­ла­лары, мәғрур тауҙары, бор­ғаланып аҡҡан йылға­лары, сәс­кәгә төрөнгән болондары арбай уның күңелен. Ниһайәт, 2001 йылда ымһындырған хыялы тормошҡа аша – Өфөгә килеп, Республика иҡтисад лицейында урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бында ул шиғырҙар яҙа, көйҙәр ижад итә башлай. “Туған халҡым янына ҡайтҡас, Урал ҡаяларынан бәреп сыҡҡан шишмә кеүек, күңелемдән моң урғылды”, – ти Фәниә апай.
Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы иҡтисад лицейында эшләгән осорҙа ҡыҙҙар ансамбле ойоштороп ебәрә, үҙе йырҙар яҙа. Улар Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һарайҙарында уңышлы сығыш яһай.
Бөгөн композитор, хаҡлы ялда булһа ла, ижад шишмәһенән әленән-әле өр-яңы йыр­ҙар урғылып сыға. Һигеҙ йыл эсендә уның ете музыкаль альбомы донъя күрҙе. “Сәскә ат, республикам, гүзәл Баш­ҡортостан!”, “Башҡортостандың данлы улдары”, “Байрам менән, учалылар”, “Бүздәккә – 100 йыл”, “Еңеү көнө менән!”, “Дуҫлыҡта – көс”, “Һабантуй” тигән альбомдарын халыҡ йылы ҡабул итте.
Фәниә Дауытова яҙған йырҙарҙы Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының танылған ар­тис­тары башҡара, шулай уҡ радио һәм телевидение аша йыш ишетелә. “Баш­ҡорт­остан – минең Ватаным”, “Ғүмер тигән океан”, “Еңеү көнө”, “Аҡ төндәрҙең шифаһы” кеүек йырҙары Мәскәү, Санкт-Петербург, Смоленск ҡалаһының сәхнәлә­рендә яңғыраған.
Ғөмүмән, Фәниә апайҙың булдыҡ­лы­лы­ғына, етеҙлегенә хайран ҡалаһың. Бай­рам саралары булһынмы, мәктәп уҡыу­сылары менән осрашыуҙар тиһеңме – барыһына ла өлгөрә ул. Мәҫәлән, март, апрель ай­ҙа­рында 23-сө мәктәптең уҡыу­сылары менән Бөйөк Еңеүгә 70 йыл ту­лыу айҡанлы музейҙарҙа, “Йәштәр һа­райы”нда сығыш­тар яһаны. Унда Фәниә Дауытова яҙған “Еңеү көнө”, “Шайморатов генерал”, “Генерал Кусимов”, “Муса Гәрәев”, “Александр Матросов”, “Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин”, “Баш­ҡорт­остан” кеүек йырҙар башҡа­рылды. Йыр­ҙар­ҙың исеме үк әйтеп тора: Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы – йәне-тәне менән үҙ хал­ҡына, иленә тоғро хеҙмәт иткән ижад­сы. Уйлап ҡуяһың, бәләкәй генә кәүҙәле был апайҙың йөрәгенә шул тиклем моң, Ватанға, кешеләргә булған мөхәббәт нисек һыя икән!? Шунда уҡ бөйөк шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың “Ниндәй ҙур ҙа барыбер һыя, ә ваҡлыҡ һыймай һис ҡасан ҙур донъяға” тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә. Эйе, Фәниә апай кеүек мөләйем һәм ихлас күңелле кешенең йөрәге ҙур матурлыҡты һыйҙырыр өсөн яралғандыр, ваҡ-төйәккә унда урын юҡ!..
Фәниә Дауытованың фестивалдәрҙә, конкурстарҙа алған грамоталарын, дипломдарын ҡарап, ихлас күңелдән һоҡлан­дым! Ошо ҡатырға ҡағыҙҙарға һеңеп ҡалған рәхмәт хистәрен күҙҙәрем ҡапшап ҡараны, күңелем тойҙо. Ниндәйҙәре генә юҡ унда: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Ленин районы хакимиәте, Өфө гарнизоны һәм башҡалар ихлас тәбрикләү һүҙҙәрен еткергән.
Был бәләкәй генә мәҡәләлә Фәниә апай­ҙың башҡарған изге эштәре тураһында барыһын да яҙып булмай, әлбиттә. Бер ниндәй маҡтауҙарға, данға өмөт итмәй, халҡыбыҙға хеҙмәт итә талантлы композитор. Шуныһын шикләнмәй әйтә алам: Фә­ниә апайҙың яҙмышы кешеләр йөрәгендә моңло бер йыр булып йәшәй!


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 057

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572