Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнде телде “Йәнкиҫәк”
Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Өфөгә Тимерғәле Килмөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Йәнкиҫәк” исемле спектаклен алып килде. Сибай артис­тарын Урал аръяғы халҡы ғына түгел, баш ҡала тамашасылары ла яратып ҡабул итә, уларҙың сығышын һағынып көтөп ала.

Сибай театры — Урал аръяғының йө­ҙөк ҡашы, тиҙәр. Хаҡ фекер. Минең өсөн уның йөҙө – Рәмилә Хоҙайғолова, Хәмзә Ҡур­саев, Рәдиф Яныбаев, Фариза Хәсәнова, Марсель Хоҙайғолов, Риф Сәйфуллин, Әсхәт Йәнбәков, Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, режиссер, театрҙың художество етәксеһе – Дамир Мәжит улы Ғәлимов. “Сибай театры” тиһәләр, ошо артистар күҙ алдыма баҫа. Ә был юлы кемдәр килер?
Ял көнө сибайҙарҙы ҡарарға ашҡын­ғандар әкренләп Милли йәштәр театрына ағылды. Зал шығырым тулы булды.
Ниһайәт, шаршау асылды. “Әһә, спектаклде ҡуйыусы режиссер сәхнәлә ҙур декорация ҡороп интекмәгән икән – плакат, плакат, плакат…” тигән уй йүгерҙе тәүҙә. Бына уйнаусылар ҙа килеп сыҡты. Ҡыҙ: “Доктор, миңә ярҙам итегеҙ, ярҙам итәм тип һүҙ бирегеҙ!” – ти. “Нимә булды һуң?” “Мин ауырлы, миңә баланан ҡотолорға ярҙам итегеҙ!” – тип үтенә ҡыҙ. “Туҡта, ашыҡма, бөтә кешегә лә бирелмәй ул бындай бәхет. Берәүҙәр бала табырға теләп тә таба алмай, ә һин үҙ теләгең менән әсә булыу бәхетенән баш тартаһың! Бына тыңла әле, мин һиңә бер тарих һөйләйем…”
Һәм тамаша Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ваҡиғалар эсенә инеп китә. Һуғыштан һуң ауылда ир заты ҡалмаған, ҡалһа ла береһе – аяҡһыҙ, икенсеһе – сулаҡ, өсөнсөһө – һуҡыр тигәндәй… Бөтөн ауыр эш — ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Яланда, урманда, йорт-ҡурала...
Һуғыш ваҡытындағы ауырлыҡ, юҡлыҡ, аслыҡ-яланғаслыҡты артистар Әл­фирә Ғәлләмова, Зәлиә Хафизова, Резеда Сафиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Римма Саникина бөтөн таһыллыҡ­тарын һалып, шул осорҙағы мөхитте сағылдыра алды, хатта залда ултыр­ғандар ҙа ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә тойғандай булды. Ҡатын­дар­ҙың һәр кемеһенең өйөндә береһенән-береһе бәләкәй балалары көтә, уларҙы ашатырға кәрәк, ә тирә-яҡта – аслыҡ, яланғаслыҡ, етешһеҙ тормош. Улар араһында Миңйы­һан исемле аҡһаҡ ҡатын да бар, уның бер кеме лә юҡ. Яңғыҙ­лыҡ­тан интегә ул. Аҡһаҡ булыуына ҡара­маҫтан, бала табып үҫтергеһе килә. Их, янында, исмаһам, бер генә йән эйәһе йөрөһәсе! Әммә ауылда бер ир заты юҡ. Бынамын тигәндәре һуғышта ятып ҡалған.
Бына ошо һуғыштан һуңғы ысынбар­лыҡ, лейтмотив булып, үткән осорҙағы ваҡиғаларға тағы бер әйләнеп ҡарарға мәжбүр итте. Ысынлап та, һуғыштан һуң ирҙәр һаны ҡырҡа кәмей, ошо турала ололарҙың хәтирәһе ирекһеҙҙән күҙ алдына баҫа…
Шул мәл яланға бер комбайнсы эшкә килә. Теге аҡһаҡ ҡатынды уға ярҙамсы итеп ебәрәләр. Йөрөй торғас, ҡатын бер мәл ирҙән бала һорарға батырсылыҡ итә. Ә ят ир уның үтенесен кире ҡаға. “Мин бит һиңә бер ҡасан да өйләнмәйәсәкмен, баланы тапҡас, уны нисек атайһыҙ япа-яңғыҙың үҫтерерһең бынауындай ауыр заманда? Юҡ, юҡ, булмай!” — тип ҡырт киҫә ул.
Бер көн Миңйыһан үҙ-үҙен һәләк итергә була, әммә уны Сабит ҡотҡара, шулай итеп, уйламағанда ҡатын маҡса­тына өлгәшеп ҡуя… Әйтергә кәрәк, бында режиссер ир менән ҡатын ҡауышҡан мәлде бик матур итеп сәхнәләштергән. Миңйыһан ролендә йәш актриса Залина Сөләймәнова уйнай. Йәш булыуына, театрҙа икенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, был ҡатмарлы ролде ул бик оҫта башҡарҙы.
Сабый донъяға килә. Миңйыһан үҙ һүҙендә тора, серҙе һаҡлай, улын кемдән табыуы тураһында бер кемгә лә әйтмәй. Үҙенең ҡылығы менән ҡатын бәхетле була.
Нимә ул бәхет? Уны көтөп ятырғамы, яҙмышҡа япһарырғамы? Яҙмышты беҙ үҙебеҙ яһайбыҙ! Кеше үҙенең бәхетһеҙлегенә лә фәҡәт үҙе сәбәпсе. Заманға, ауырлыҡтарға һылтанырға ярамай. Был спектаклдә ошо фәлсәфәнең асыҡ миҫалын күрергә була.
Үҫкән саҡта малай бик ауыр мәлдәрҙе кисерә, әммә нимә ул ауырлыҡтар әсәһе янында булғанда! Бар михнәтте еңеп сыға Санъяр, тик бер көн күңел йәрәхәте уны ҡорт кеүек саға. Көс һынашҡанда, уны бер кем дә еңә алмағас, малайҙар уға “тыума” тип исем таға. Санъяр ғәрлегенән бөгөлөп төшә. Аһ, йәнкәйе ҡурғаштай ҡурыла бахырҡайҙың… “Әсәй, әсәкәйем! Минең атайым кем ул, ҡайҙа ул?” – тип ул әсәһенә төбәлә...
Тимерғәле Килмөхәмәтов яҙған был әҫәр “Йәнкиҫәк” тип атала. Ул авторҙың тыуған яғы — Ҡырмыҫҡалы районында булған ысын хәл-ваҡиға. Йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ошо әҫәрҙе оҫта итеп сәхнәләштергән. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата режиссерҙың ошондай әҫәр таба алыуына, уны эшкәртеүенә һәм оҫта итеп сәхнәләштереүенә һоҡландым.
Төп геройҙы башҡарған артист Вадим Ғилманов бер юлы өс кешене, өс образды уйнаны һәм, әйтергә кәрәк, һәр геройына үҙенсә характер биреп, оҫталығын күрһәтте. Эйе, өс кеше характерын өс төрлө итеп асып бирҙе ул: оло Сабитты, уның улы Санъярҙы һәм ошо тарихты һөйләүсене. Сәхнәлә йөҙөп йөрөй, ләззәтләнеп, бирелеп китеп, танһығын ҡандырғансы уйнай, тиҙәр уның хаҡында.
Спектакль бөткәнсе залдағылар күҙ йәшен тыя алманы. Тамашасыны илат­ҡансы уйнай алған һәләтле актерҙар булып сыҡты Залина Сөләймәнова менән Вадим Ғилманов.
Спектаклдә йәмғеһе 13 актер ҡат­наш­ты. Колхоз рәйесе ролендә сыбыртҡыһын ҡаты һелтәгән Илгиз Әбдрәшитов, бабай ролендәге Юнир Ғәйнуллин, күмәк сәхнәлә уйнаусылар Марс Итбаев, Юнир Мансуров, Урал Зәйнуллин, Салауат Вә­лиев, Морат Амантаевтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ә инде спектакль һу­ңында күкрәгенә ордендар таҡҡан һуғыш ветераны, олпат Сабит килеп сыҡҡас, зал геү итеп ҡалды. Тамашасы әллә ир ҡорона ултырған малайҙың, ниһайәт, үҙ атаһы менән осрашыуына ҡыуанды, әллә Сабит ролендәге Риф Сәйфуллинды алҡышланы.
Спектаклдә режиссер үҙенсәлекле алымдар ҡулланған. Мәҫәлән, Сабит менән Миңйыһандың ҡауышыуы бик матур килеп сыҡты. Яланда эшләп йөрөгән комбайнсы Сабиттың сәхнәлә ҡапыл йәш малайға әүерелеп китеүе бик оҫта эшләнгән, әле генә ауыр тоҡ күтәреп китеп барған ир көтмәгәндә малай булып сәхнә буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөй йә туп кеүек тәгәрәп китә, башҡа тиҫтерҙәре менән сабышалар, ҡыуышып уйнайҙар, кемуҙарҙан йүгерешәләр. Һуғыш яланында иген иккән оло ҡатындар ҡапыл — ҡыҙҙарға, ә аҡһаҡ ирҙәр малайҙарға әүерелеп, гөж килеп, баҫтырыш уйнайҙар.
– Беҙҙең театр гастролдә йыш йөрөй, – ти театрҙың директоры Айгөл Альберт ҡыҙы Ғәйнуллина. – Халыҡҡа хеҙмәт итеү – төп бурысыбыҙ. Республикабыҙҙың райондары буйлап бөтөн ауылдарҙа ла булабыҙ, хатта иң төпкөлгә лә барып сығабыҙ. Беҙ халыҡҡа кәрәк, беҙ — рухи аҙыҡ өләшеүселәр, – ти ул.
Театрҙы әле һаман ошо рухта тотоп килгән Дамир Мәжит улының ижади хеҙ­мәте баһалап бөткөһөҙ. Әммә театрҙың үҙен ҡайғыртыусылар бармы? Мәҙәниәт бөгөн үтә лә ярҙамға мохтаж. Халыҡҡа хеҙмәт итәбеҙ, тип бөтөн күңелдәрен биреп, йөрәкһеҙ ҙә ҡалыр хәлгә еткән артистарҙың үҙҙәренә ярҙам кәрәкмәйме ни? Уларҙың да бит өйҙәрендә йәш балалары, олоғайған ата-әсәһе бар. Күптәре әле булһа ятаҡта көн күрә, әҙ генә хеҙмәт хаҡы алып эшләй. Бөгөнгө баҙар иҡтисады осоронда улар нисек көн күрергә тейеш? Театрға инеү хаҡы 100-200 һум ғына. Килегеҙ, күрегеҙ, тип улар хаҡтарҙы ла юғары ҡуймай. Мәҙәниәтте үҙ ҡанаты аҫтына алырҙай меценаттар табылырмы беҙҙә?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545