Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәтер алмағастары
Хәтер алмағастары Асыҡ күк йөҙөндә паклыҡ бөрккән алмағас сәскәһе сайҡала... Тыныс, ҡояшлы бар тирә-яҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын тәбрикләй. Беҙгә ошо сикһеҙ бәхетте бүләк итеү өсөн ғүмерен аямай көрәшкән ир-азаматтарыбыҙҙың йөрәге лә алмағас сәскәһеләй саф, ҡыйыу, илһөйәрлек рухынан яһалған булғандыр ул. Яратҡан кешеһен, тотош ғаиләһен, тыуған ауылын ҡалдырып яу яланына юлланған батырҙарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлек күңелдәрҙә ғүмер буйы йәшәргә, йәшнәргә тейеш.

Был йәһәттән “Тамыр” телеканалы атҡарып сыҡҡан хеҙмәт оло ихтирамға лайыҡ. Ижади коллектив “Ал­мағас сәскәһе тө­ҫө” исемле документаль фильм төшөргән, уның төп геройы – бала сағы­нан алма үҫтереү хыя­лы менән янған, әммә 18 йә­шендә фронтҡа китеп, фашист танктарын тар-мар иткәндә һәләк булған Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмов.
Тәү ҡарашҡа ябай, әммә кү­ңелгә үтеп инерлек тарихты иң беренсе булып журналист Фә­рит Вахитов ишетә, ентекле өйрәнгәс, йәмә­ғәтселек иғтиба­рына сығара.
Хәтер алмағастары– Хәсән Әхтәмов минең жур­налислыҡ тормошома, эшемә 1965 йылдың яҙында килеп ин­де, – ти Фәрит Назар улы. – Тәүҙә Стәрлетамаҡ райо­нын­дағы Ал­лағыуат ауылы ур­та­һында етем­һерәп торған бюсын күрҙем. Артабан батыр­ҙың ты­уып үҫкән өйөнә барҙым. Ул ва­ҡытта әсәһе Мәғрифә, апаһы Мөғлифә иҫән ине әле. Бәләкәй, ыҡсым ғына өйҙә­рендә улар менән һөйләшеп ултырҙыҡ, ян­ғындан һуң ҡалған бер нисә документты ҡараныҡ. Байтаҡ яҙма юғалған булһа ла, Хәсәндең һуңғы хатын Мәғрифә яттан һөйләй. Әсә кеше күркәм, һоҡланғыс ҡатын булараҡ хә­терҙә ҡалған. Аралашҡан мәлдә ике ҡыҙыҡлы хәбәр иғтиба­рым­ды йәлеп итте: Хәсәндең һуңғы хаты һәм уның алмағастар ултыртыуы. Баҡтиһәң, егет һу­ғышҡа киткән йылда улар әҙерәк сәскә атҡан, әммә Хәсән һәләк булғас, берәмләп ҡо­ро­ған. Ошо күренештә мин нин­дәйҙер тәбиғи бәйләнеш бар­лығын һиҙҙем...
Журналист яҙған очеркка нигеҙләнеп, “Тамыр” телеканалы “Алмағас төҫө. Хәсән Әхтәмовтың хыялы” тигән тулы йөкмәткеле фильм төшөрә. Бер йылға яҡын һуҙылған ижад барышында герой һәләк булған Румыния еренә сәфәр ҡылына, ундағы Рәсәй илселеге, Оборона министрлығының хәрби-мемориаль эше белгестәре менән етди хеҙмәттәшлек булдырыла. Илселектең беренсе секретары Юрий Матвейчук Хәсән Әхтә­мовтың ерләнгән урынын асыҡ­лауҙы ойоштора һәм уның исемен Яссы ҡала­һындағы зыяратта – мемориаль стенала – мәңгеләштерергә тәҡдим итә.
– Яссы ҡалаһында беҙгә фильмдың өлөштәрен төшөрөү генә түгел, Хәсән Әхтәмовтың хыялын тормошҡа ашырыу – алмағас аллеяһын ултыртыу – мөмкинлеге бирелде, – ти “Та­мыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Мөхәррир Гөлфиә Раянова, режиссер Альмира Ахунова һәм Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәт­кәре Фәрит Вахитовтан торған ижади төркөмгә алыҫ тараф­тарҙа йөрөп ҡайтыу сығым­дарын ҡапларға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ярҙам итте. Ғөмүмән, был фильмды булдырыуҙа Фәрит Назар улы­ның һәм Сәлиә Шәрифйән ҡы­ҙының өлөшө баһалап бөт­көһөҙ.
Бер аллея Румыния ерендә урын алһа, икенсеһе Салауат ҡалаһындағы “Юрматы ере” мемориаль комплексы ихата­һында ултыртылған.
– Йәш, алдынғы фекерле бел­гестәрҙән төҙөлгән “Тамыр” студияһының был хеҙмәте хуп­лауға лайыҡ, сөнки һәр кемебеҙ үҙ нәҫелен, тарихын, мәҙә­ниәтен белергә бурыслы. Бөгөнгө тыныс, азат шарттарҙа йәшәү, камиллашыу мөмкин­леге биргән батырҙарыбыҙҙы иҫтән сығарырға ярамай, – ти Сәлиә Мырҙабаева.
Ысынлап та, “Алмағас сәс­кәһе. Хәсән Әхтәмовтың хыялы” тип аталған был фильм башлыса йәш быуынды рухландырыу, ил өсөн йәнен аямай кө­рәшкән батырҙарыбыҙҙан өл­гө алыу, улар хаҡында иҫтә­лек­те мәңгеләштереү маҡ­са­тында төшөрөлгән. Проект­тың премь­ераһы баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында үтте, ә иртәгә­һенә Салауат ҡалаһы тамашасылары хөкөмөнә тәҡдим ителде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уны 9 майҙа күрһәтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545