Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЕТМЕШ ЙЫЛЛЫҠҠА – ДАН!
“Етмеш йыллыҡҡа – етмеш юл” шиғыр конкурсы “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә лә барҙы. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, уртаҡ емешебеҙҙе һеҙҙең хөкөмгә сығарабыҙ.


Ҡырҡ беренсе йылдың ҡанлы таңы (Салауат Әбүзәров),
Иҙрәп йоҡлай ине балалар (Лариса Абдуллина),
Күк күкрәне ҡапыл... Тик болот юҡ... (Гүзәл Ситдиҡова),
Тертләп ҡуйҙы ауыл-ҡалалар (Гүзәл Ситдиҡова).

Мәкер менән дошман таңды көттө (Минсрур Байбулова),
Таң ҡаршылай ине ғашиҡтар (Сулпан Әхмәт ҡыҙы),
Селпәрәмә килде йәшлек яҙы (Гөлдәриә Йосопова),
Ҡайғыларға батты шатлыҡтар (Фәүзиә Ҡотлогилдина)...

Шат көлөүҙәр ҡапыл туҡтап ҡалды (Сәриә Йылҡыбаева),
Тирбәлеүҙән тынды бишектәр (Зөһрә Үтәғолова).
Үҙ Ватанын фашистарҙан яҡлап (Фәүзиә Ҡотлогилдина),
Ҡулға ҡорал алды егеттәр (Сулпан Әхмәт ҡыҙы).

Изге фатиха биреп әсәйҙәр (Сәриә Йылҡыбаева),
Оҙаттылар ғәзиз улдарын (Фәниә Сатучина).
Күҙҙән юғалғансы байҡанылар (Фәүзиә Ҡотлогилдина),
Көнбайышҡа киткән юлдарын (Сулпан Әхмәт ҡыҙы).

Белмәй ине бер кем был һуғыштың (Рәзилә Мансурова)
Ҙур ҡайғылар алып килгәнен (Фәнүзә Аллағолова).
Мең дүрт йөҙ ҙә ун һигеҙ көн һәм төн (Рәзилә Мансурова)
Илгә оло һынау икәнен (Фәүзиә Ҡотлогилдина)...

Һәр бер өй ишеген ҡаҡты һуғыш (Фәнүзә Аллағолова),
Фронт өсөн, тип янды бар халыҡ (Рәзилә Мансурова),
Дошмандарға булған үс һәм нәфрәт (Сәриә Йылҡыбаева)
Көслө ине тауҙар ярырлыҡ (Гөлниса Мортазина)!

Донъя йөгөн тартты ҡатын-ҡыҙҙар (Фәүзиә Ҡотлогилдина),
Ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар (Гөлнур Вәлиева).
Фашистарҙы илдән ҡыуыр өсөн (Фәриға Күҫәкова)
Бар көстәрен һалды бит улар (Гөлниса һәм Исрафил Йәнсәйетовтар).

Аслыҡ-юҡсыллыҡҡа түҙҙе улар (Гөлнур Вәлиева),
“Бөтәһе лә Еңеү, фронт өсөн!” (Аки Хиро).
Ошо оран илгә көс өҫтәне (Гөлнур Вәлиева),
Бар тырышлыҡ – дөйөм йорт өсөн (Сәфәр)!
Имен булһын, тиеп ил-йорттары (Гөлшат Лоҡманова),
Башын һалды яуҙа меңдәре. (Таңһылыу).
Үтә алманы дошман Иҙел аша (Зилә Ғәйетҡолова)
Сталинградта Гитлер йөгөндө (Таңһылыу).

Атайсалдың именлеге – ҡибла (Тамара Ғәниева),
Тыл да Ватан өсөн көрәшә (Венера Сәғитова).
Эйәрләне атай яҡшы атын (Таңһылыу),
Фатихаһын бирҙе Ер-әсә (Фәнүзә Аллағолова).

Атҡа атланды тағы башҡорттар (Таңһылыу),
Шайморатов атлы ғәскәре (Зилә Ғәйетҡолова).
Тылдағылар – ҡарты, бала-саға (Заһира Йәнғужина) –
Иңгә һалды илдең хәстәрен. (Бәйкәй)
Көнбайышҡа юлдар асылғанда (Гөлниса һәм Исрафил Йәнсәйетовтар),
Йөрәктәрҙә өмөт ҡабынды (Менәүерә Бохарбаева)!
Утлы һүҙҙәр менән йырҙар тыуҙы (Гүзәл),
Рухландырыр көйгә һалынды (Илдус).

Өсмөйөшлө хаттар... Бала-саға (Миләүшә Абзалова)
Көтә өҙөлөп атай хәбәрен (Рамаҙан),
Онотасаҡ түгел улар мәңге (Ғәйни)
Фашист илбаҫарҙар йәберен (Бирғәли).

Дөмөктөрһәк фашист илбаҫарын (Һылыу Юлдашбаева),
Илебеҙгә ҡайтыр тыныслыҡ (Тәслимә),
Бер кем беҙгә башҡа ҡул күтәрмәҫ (Зөһрә Яҡупова),
Ҡыныбыҙҙа торһа ҡылыс ныҡ (Лиә Әминева)!

Рух ныҡлығы беҙҙе берләштерҙе (Аида Йылҡыбаева),
Төрлө милләт баҫты бер булып (Әлфиә Садиҡова).
Шуға күрә барлыҡ ауырлыҡты (Нурсилә Ғатауллина)
Үттек, түҙҙек, еңдек теш ҡыҫып (Азалия Вәлиева-Ғиниәтуллина)!

Һәр ғаиләгә һуғыш яралары (Лира Батыршина)
Тынғы бирмәй, әрней һаман да (Хәмиҙә Фәтхуллина).
Нисәмә йыл үтте... Онотолмай (Азалия Вәлиева-Ғиниәтуллина)
Һуғыш яланында ҡалғандар (Лилиә Басирова).

Ярты Европаны үтеп сығып (Хәмзә Илмәшев),
Азат иттек Гитлер яуынан (Сәғитйән Хәмәтдинов).
Ҡотҡарҙыҡ бит күпме дәүләттәрҙе (Хәкимйән Һарунов)
Ҡармап барған фашизм ауынан (Нәҙерғәли)!
Һүнмәҫ данға күмеп тыуған илде, (Зөлфиә Латипова),
Күтәрелдек Еңеү тауына (Сәүиә Бикмөхәмәтова)!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 056

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 671

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572