Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тик һөйөүҙән торған тамаша
Тик һөйөүҙән торған тамаша “Тик һөйөүҙән тора йөрәгем” тип аталған бай йөкмәткеле концерт сараһы “Йәшлек” гәзите журналисы, талантлы йәш шағирә, күп йырҙар авторы, “Йәшлек-шоу” республика фестивалендә һәм “Юлдаш” радиоһының хит-парадында “Йыл авторы” премияһын яулаған Гөлнур Ҡыуатованың ижадына арналды.

Илебеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙ­ҙары менән дан алған Ейәнсура районының Юлдаш ауылында халыҡ алдында һоҡланғыс концерт ҡуйылды.
Кем һуң Гөлнур Ҡыуатова? Нисек тиҙ арала тамашасының ихтирамын, һөйөүен яулап өлгөрҙө? Уның ниндәй ҡаҙа­ныш­тары бар? Әйткәндәй, ул бала сағынан уҡ йор һүҙле, телгә маһир, иркә ҡыҙ булып үҫә.
Шиғыр тыуа минең күңелемдә
Һөйөү булып, яҡты таң һымаҡ.
Яҙмышымды яҙам аҡ ҡағыҙға,
Йәшәйешем – үҙе ҙур йомаҡ, –
тип яҙа Гөлнур. Шағирәнең ижады яҡындарына, тыуған яғына һөйөү хистәре менән һуғарылған. Кеше­лектең мәңгелек темаһына арналған шиғырҙары “Гөл һағышы – нурлы күңел”, “Тик һөйөүҙән тора йөрәгем” йыйынтыҡтарында донъя күрҙе. Тәүге шиғырҙары менән Интернет киңлек­тәре аша үҙ уҡыусыһын тапҡан, күңеле һыҙланыуҙары ете меңдән ашыу кешегә ауаздаш төркөмдө туплаған кеше ул Гөлнур Ҡыуатова. Күп композиторҙар уның шиғырҙа­рына йырҙар ижад итә. Ныҡлы ижади дуҫлыҡҡа нигеҙ шулай һалына.
Тыуған ауылында Гөлнурҙы ҡыуанып ҡаршы алдылар: һәр сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде, изге теләктәр, уй-фекерҙәр еткерелде, бүләктәрҙе ихлас тапшырҙылар, гөлләмәләргә күмделәр. Ошо уҡ концерт программаһын район үҙәге Иҫәнғол тамашасыһы ла күреп ҡыуанды.
Гөлнур Ҡыуатованың ижадына арнал­ған кисәлә Юлай Моратов, Дамир Солтанов, Илһам Шәймө­хәмәтов, Флера Шәрипова, Зинфира Бикмөхәмәтова, Рәсимә Динисламова һәм Хәйбулла районынан йәш еге­тебеҙ Азат Исҡужин кеүек компози­торҙар шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Гөл­фиә Хәләфетдинова, Дилә Мөхәмәт­йәрова, Гүзәлиә Әмирханова, Эль­ви­ра Ҡолоева, Эльвира Исмәғилева, Гөлсимә Солтанова, Рауил Харрасов кеүек йыр­сы­ларҙың тауышын тамашасы яратып ҡабул итте, алҡыштарға күмде. Сәхнә йондоҙо, популяр йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин дәртле йырҙары менән барыһына ла яҙ кәйефе бүләк итте. Музыкант Илшат Яхин өҙҙөрөп баянында уйнап, йырлатты ла, бейетте лә, йөрәктәрҙе елкетте.
Халыҡсан, тәрбиәүи, фәлсәфәүи шиғыр­ҙа­ры менән социаль селтәр­ҙәрҙә популярлыҡ яулаған шағирә Фирүзә Абдуллина сәхнәгә ире Фидаил ағай менән бергә күтәрелде – Юлдаш һәм Иҫәнғол халҡына был сығыш үҙе бер байрам булды. Улар Гөлнурҙы бала саҡтан белә, уның шул ваҡыттағы ҡыҙыҡтарын бәйән иттеләр.
Йыр-моң, шиғырҙар шәлкеме ме­нән үрелеп барған ике көнлөк был осрашыу сараһы Әҙәбиәт йылына бағышланды. Уны Ейәнсура райо­нының мәҙәниәт бүлеге, үҙәкләш­терелгән китапханалар системаһы ойошторҙо.
Байрамда ҡатнашыусы булараҡ, рәх­мәт һүҙҙәрен бар йыйылған халыҡҡа, Гөлнур Ҡыуатованың ата-әсәһе Нурвил ағайға һәм Гөлшат апайға, матур сығыш­тары менән беҙҙе хайран ҡалдырған Юлдаш мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыу­сыларына, мәҙәниәт йорто хеҙмәт­кәрҙәренә, китапхана хеҙ­мәткәр­ҙәренә, концертты оҫта алып барған Сәүиә Йәнсурина менән Радмир Дәүләтбәковҡа еткерәм. Һоҡланғыс талант эйәһе һин, Гөлнур! Ҡыуатовтар ғына түгел, Башҡортостаның ҡыуанһын һинең өсөн!











Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567