Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәләм һәм ҡорал менән
Ҡәләм һәм  ҡорал менән Өфө районында үткән әҙәбиәт марафоны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән көндәргә тап килеүе менән үҙенсәлекле булды. Сара Николаевка ауылындағы урта мәктәп янында Советтар Союзы Геройы Александр Михайловҡа бюст асыуҙан башланды.


Уҡыусылар, ветерандар, ауыл хал­ҡы, батырҙың ту­ғандары тигеҙ сафҡа теҙелгән. Хатта алыҫ Калининград өлкәһенән батырҙың бер туған һеңлеһе Зоя Семак та килгәйне. Тантанала шулай уҡ мәктәптең IV класс уҡыусылары “Башҡортостан пионер­ҙары” сафына ҡабул ителде. Балалар тыуған ил­де яратырға, Александр Михайлов кеүек ысын кеше булып үҫергә, яҡшы уҡырға һүҙ бирҙе.
Александр Фадеевич 1925 йылда ошо ауыл Советына ҡараған Кручини­но ауылында тыуа. Ете класты та­мам­лағас, Өфө педагогия учи­ли­ще­һында белем ала. 1943 йыл­да 18 йәше лә тулмаған егет Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ошо йылдың сентяб­рен­дә Украинаның Черкесск районы ти­рә­һендә барған алышта бер үҙе егермеләгән немецты дөмөктөрөп, дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа тиң­дәшһеҙ батырлыҡ күр­һә­тә. Ҡыйыу яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геро­йы исеме бирелә. Александр Михайлов 1944 йылдың 2 ғинуарында батырҙарса һәләк булып, Житомир өлкәһенең Бердичев районында ерләнә.
“Әҙәби нағыш”ҡа килгәндә, бюст ас­ҡан­дан һуң ауыл китапханаһында Яҙыу­сы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғә­йет­бай етәкселегендә ижад менән шөғөлләнеүсе­ләрҙең ҡулъяҙма­лары тик­шерелде.
– Бындай саралар бик мөһим, – тип һүҙ баш­ланы Наил Әсҡәт улы. – Уларҙың ижад итеүсегә файҙаһы ҙур. Һәр нәмәгә үҙ ва­ҡы­тын­да баһа, йүнәлеш биреү мөһим. Беҙҙә ши­ғыр, хикәйә яҙыусылар бихисап, әммә сифатты оноторға ярамай. Был йә­һәттән тәж­рибә уртаҡлашыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Осрашыуҙа Наталья Федорова, Крис­тина Андриянова, Зилә Шафи­ҡова, Светлана Баженеваларҙың шиғырҙарына кү­ре­некле драматург ғәҙел баһа бирҙе, хаталарын аңлатты. Поэзияны төшөнөп уҡырға кәрәк, тигән фекер әйтте.
– Барығыҙ ҙа шиғыр төҙөлөшөн яҡшы беләһегеҙ. Киләсәктә башҡалар­ҙы ҡабат­ла­маҫҡа, үҙегеҙҙең генә метафорала­ры­ғыҙ­ҙы табырға тыры­шығыҙ, – тигән кә­ңә­шен, моғайын, йәштәр хәтеренә һалып ҡуйғандыр.
Авдон урта мәктәбенән IV класс уҡыу­сыһы Артур Исмәғилев хикәйә­ләрен кил­тергәйне. Йәш автор тиҫ­тер­ҙәре тормошона ар­налған “Тик­ше­реүҙе Василий алып барҙы” тигән мажаралы хикәйәне оҫта тел, ышан­ды­рырлыҡ итеп яҙған. Наил Әсҡәт улы уны хуплап:
– Хикәйәң бик отошло, идеяһы бар, уны гәзиткә бирергә кәрәк. Артабан да ошо юҫыҡта дауам ит, – тине.
Ауылдың мәҙәниәт һарайында да­уам иткән тантанала Наил Ғәйетбай, сығыш яһап, залдағыларҙы Әҙәбиәт йылы, Еңеү байрамы менән ҡотланы.
– Әҙәбиәт әүәл-әүәлдән халыҡты тәр­биәләгән төп көс булды. Әҫәр геройҙары ярҙамында илебеҙҙе күтәр­ҙек, дошмандан һаҡлап ҡалдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙ ҡорал тотоп та, ҡәләм менән дә фашистарға ҡаршы алышты. Килә­сәктә лә йәш быуында әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙы төп маҡсат итеп ҡуяйыҡ. Тыуған илебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ, – тине әҙип.
Йылъяҙма-китапты Кушнаренко ра­йо­ны­ның хакимиәт башлығы урынба­ҫары Рөстәм Шәрәфетдинов Өфө районының хакимиәт башлығы урын­баҫары Люцина Ризуановаға тап­шырҙы.
Әҙәбиәт байрамы Николаевка урта мәк­тәбенең өлкән класс уҡыусыла­ры сәхнәләштергән “Тере хәтер” исемле спектакль менән тамамланды.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573