Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшә әле, йәшә...
Хикәйә
– Әшәкенән дә әшәкеләр!..
Бер ҡортҡа һөйләүенсә, ауыл ҡулдан-ҡулға күскән, немецтар ҙа байтаҡ ҡы­рылған. Күҙҙәренә ҡан һауған яһилдар сигенгәндә, кемдәрҙелер тотоп, ҡайһыһын яралап, яфалап, ҡайһыһын үлтереп, ҡойоға быраҡтырған.
Миңләхмәт бер нисә юлдашы менән тәҙрә ҡапҡастары ябыҡ иҫке генә өйгә ин­де. Тамам талсыҡҡайнылар, асыҡ­ҡай­ны­лар, һалдат тоҡтарындағы ҡоро па­ек­­тарын сығарып, тамаҡ ялғарға тотон­долар. Хужа ҡатын башын баҫып, шым ғына эскәмйәлә ултыра. Мейес башынан ябығышып бөткән балалар, муйындарын һоноп, ауыҙҙарынан һеләгәйҙәрен ағы­ҙып, мөлдөрәп ҡарай. Миңләхмәт ҡапҡан тәғәменә төйөлә яҙҙы. Эстәре өҙөл­гән­дәрҙең алдында ни йөҙөң, ни намыҫың менән ашап ултырмаҡ кәрәк, бар ризығын уларға өләшеп бирҙе. Меҫкенкәйҙәрҙең бойоҡ күҙҙәре ялтырап китте.
Иртән иртүк юлға әйҙәнеләр. Ярты көн барғас, ялға туҡтанылар. Барыһы ла билдәле ваҡытҡа бирелгән аҙығын алып туҡлана. Миңләхмәт кенә ас ултыра. Шул саҡта кисәге өйҙәш һалдат уның ризыҡланмауы тураһында взвод командирына ошаҡланы.
– Взвод, встать! В одну шеренгу становись! Смирно! – тине лә командир Миңләхмәткә ике аҙым алға сығырға бойорҙо. Ул иһә, әллә ниҙәр уйлап, шомланып китте.
– Красноармейцу Бадретдинову объявляю благодарность за достойное отношение к голодающему населению!
Офицер асыҡ, көр, хатта ки ҡыуаныслы тауыш менән шулай тип белдерҙе лә үҙенең паегының бер өлөшөн һалдатына һондо. Башҡалар бышылдашты:
– Ябай яугир күңелен, йөрәген аңлаған командирҙар ҙа була икән дә...

* * *
Был ваҡытта Старая Русса тарафында аяуһыҙ ҡаты бәрелештәр бара ине. Бында – ҡыҙыу яу ҡыры. Ҡаршыла – дошман! Биләгән ер урманлы, һаҙлыҡлы. Окоп ҡаҙып ҡарағайнылар, шунда уҡ һыу сыға башланы. Асыҡ ерҙә ышыҡланыр, йәшеренер урын юҡ. Шуға ла сауыллыҡ араһына яттылар. Урманда йәрә­хәтл­әнмәгән, имгәнмәгән ағас ҡалмаған, снаряд, мина тейеүҙән баштары өҙөлөп, олондары сәрпәкләнеп бөткән. Йә Хоҙай! Бөтөн йәнле үә йәнһеҙ донъя һуғыш ғәрәсәтенә, үләтенә дусар. Өшөтә, ҡалтырата.
Яугирҙәр урман ситенәрәк шыуышып, командир күрһәткән яҡҡа атырға тотондо. Шул саҡ немецтар рота, взводтар урын­лаш­ҡан урынға миномет утын йүнәлдерҙе. Миналар алға ла, артҡа ла төшөп ярыла. Баш күтәргеһеҙ. Миңләхмәт аҡтарылып йығылған ағастың ос яғына һыйынған, ә төп эргәһендәрәк Алкиндан бирле таныш Стәрлетамаҡ урыҫы ята. Ул ҡалҡына бирә лә башҡорт белешенә өндәшә, уны үҙ янына саҡыра. Бергә йәтешерәк, яйлыраҡ булыр, тиме икән. Ниңәлер, күңеле тартмаһа ла, теге бошаланғас, эргәһенә күсергә ҡуҙғалайым тигәндә, ҡаты шартлау яңғыраны. Үрелеп ҡараһа, белешенең башы, ҡан саптырып, тапалған ерҙән тәгәрәй. Миңләхмәт, ҡото алынып, үҙе лә аңғармаҫтан, тәгәрәп килгән баштан ситкә ташланды. Взвод командиры ҡаты итеп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ложись! Ложись, солдат!
Бында, һуғыш тамуғында, бигерәк тә алғы һыҙыҡта, бер генә көн, хатта бер сәғәт, минут дауамында иҫән ҡалыуың – мөғжизәлер?.. Үлем – баш осонда, аяҡ аҫтында, уңда, һулда. Ниндәйҙер сихри, тылсымлы көс Миңләхмәтте йәнә бер үлемдән араланы.
Рота алда күренгән ҡалҡыулыҡта нығынған дошманға һөжүм яһарға бойороҡ алды. Винтовкаларын алға һона биреп, алға ынтылдылар. Немецтар уларҙы шәйләп, автоматтарынан пуля яуҙыра. Ир-егет аһылдап бер-бер артлы ергә ауа. Таныш тауыш йәнәштә генә йән әсеһе менән өндәшә:
– Ахмет! Минниахмет!
Ҡараһа, күрше Эләү ауылы урыҫы ҡанһырап ята. Ҡаты яраланған. Яраһын бәйләргә сүгәләгәйне, командирҙың ярһыу тауышы ирек бирмәне:
– Вперед! Вперед!..
Яҡташы асырғанып ҡысҡырып, үрһәләнеп ятып ҡалды:
– Не оставляйте меня. Лучше пристрелите! Пристрелите!..
Ул йәрәхәтен үҙе бәйләрлек хәлдә түгел ине. Оҙаҡ ятып, ҡаны һарҡыны һәм күккә ҡарап ҡатып ҡалды. Санитар ҙа яраланғайны.

* * *
Төн уртаһында һикһәнләп һалдатты сафҡа теҙеп, олораҡ командир мөһим хәрби бурыс ҡуйҙы:
– Дошман нығытмаларынан бире – сәнскеле тимер сыбыҡ заграждениеһы. Шуны ҡырҡып, таңға билдәләнгән һөжүмгә юл асаһығыҙ...
Ҡараңғы ине. Моғайын, немецтар йоҡлайҙыр. Шым ғына атлап барҙылар. Заграждениеға етәрәк, ятып, баштарын бик ҡалҡытмай ғына шыуыштылар. Уңайһыҙ хәлдә тимер сыбыҡтарға эләгә-эләгә, сәнселә-сәнселә ҡырҡа торғас, байтаҡ ваҡыт уҙҙы, яҡтыра ла башланы. Ниндәйҙер ғиллә менән “дейеү-пәрей”ҙәр ни эшләгәндәрен һиҙеп ҡалды, тотондолар ут бөркөргә. Ҡәһәр ярсыҡ Миңләхмәтте билһеҙ итте. Йәрәхәтен көпләп, бәйләргә маташҡан ыңғайы йәҙрә тәнен өттө һәм шул ыңғайы иҫенән яҙҙы.
Аңын юғалтып күпме ятҡандыр, һушына килгәндә, Миңләхмәт үҙен ағып барған һымаҡ тойҙо. Улай тиһәң, ниҙер шығыр-шығыр килә. Күктә – төтөн. Гөрһөлдәгән, шартлаған тауыштар ишетелеп ҡала. Шөкөр, күҙҙәре күрә, ҡолаҡтары ишетә икән... Ағыу туҡтаны. Берәү ҡаршыһына баҫып, йөҙөнә бағып, уға текләп ҡараны. Маскировка халаты кейгән санитармы, кемдер?.. Миңләхмәт ыңғырашты.
– Слава Богу, еще жив, жив, – тине лә ағас санаһын йәһәтерәк һөйрәне ҡотҡарыусы. Күпме ваҡыт барғандарҙыр, тағы иҫһеҙләнгән. Урман ҡуйынындағы лазаретҡа еткәс, йәнә күҙҙәрен асты. Тамуҡтан алып сығыусыға ишаралап, бармағын гимнастеркаһының түш кеҫәһенә төрттө. Унда аҡсаһы бар ине. Ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырлатып, шулайыраҡ ымланы:
– Бери, бери... Они уже мне не нужны...
Носилкаға һалып, тиҙ генә лазаретҡа индерҙеләр. Хәрби хирург яраларын ҡараны ла төҫө ҡасҡанын күреп, йәнәшәләгеләренә:
– Немедленно организуйте переливание! Много крови потерял... – тигәнен ишетер-ишетмәҫтән мәрткә китте. Шәфҡәт туташы хафаланды:
– Үлек төҫө керҙе, пульсы ла тойолмай. Үлде, һуңланыҡ...
Әҙәм ышанмаҫ, шул саҡ ни үле, ни тере Миңләхмәттең йәне тирәләй ҡанатлы бәпәйҙәр пәйҙә булды. Өндәге һымаҡ өндәшәләр:
– Атай, зинһар өсөн, ҡал! Мин – тыуасаҡ ҡыҙың Әнисәң. Һинең кеүек йырлармын, балалар уҡытырмын.
– Мин – Ғәлиәхмәтең. Үҫмер сағымда һүнмәһәм, йырсы булырмын.
– Китмә, китмә!.. Мин – Сәлимйәнең, үҙең кеүек шиғри күңеллемен. Һиңә бағыш­лап: ”Дошман ҡаны ерҙе һулытҡанда, атай ҡа­ны уны йәшәрткән”, – тип шиғыр яҙырмын.
– Мин – Вәлиәхмәтең. Мәскәүҙә уҡыр­мын, йән-рух серҙәрен өйрәнермен.
– Мин – Фәйрүзәң, мин – Әхмәтдинең...
– Күп ейәндәрең, ейәнсәрҙәрең тыуыр, кеше булыр. Йәшә әле, йәшә!..
– Беҙ – бал ҡорттарың. Ҡалдырма беҙҙе. Ҡайт, ҡайт!..
Шәфҡәт туташы ҡапыл бөтә лазаретҡа яр һалды:
– О Боже!.. Он воскрес... Воистину воскрес!..
Мәрткә киткән изге йән ҡайта икән, ҡайта. Мина ярсығы Миңләхмәттең биленә ғүмерлек тамға һалған. Ҡан биргәс, тәүҙә хирург ҡашыҡ башындай йәрәхәтте таҙар­тып бәйләне. Шунан тәнен телеп, пуляны тар­тып алды. Яраһы ныҡ әрнеүҙән Миң­ләхмәт тамам уянды. Хирург йылмайып:
– В рубашке родился, снова появился на свет. Сохрани на память! – тип Миңләхмәттең усына ҡурғашлы йәҙрәне һалды.

* * *
Биш-алты көндән, ҡойон яҡынлашҡан һымаҡ, лазаретта ҡапыл ығы-зығы ҡупты. Шаулашалар, йүгерешәләр, бойороҡтар бирешәләр. Нимә булған? Нимә? Берәй ҙур командир яраланғанмы? Ут сыҡҡанмы?.. Кемдер асығын ярып әйтте:
– Немецкие танки прорвались!..
Аяҡ-ҡулдары һауҙар, ҡыбырлай, тора алғандар ҡабаланып үҙҙәре кейенә. Ауыр яралыларҙы ныҡ ашығып, санитар самолеттарға ташыйҙар. Миңләхмәт ҡуҙғала алмай, сират етмәй, ята ла ята, ҡысҡырып һөйләшеүҙәрҙе генә ишетә:
– Самолеттарҙа урын бөттө.
– Машиналарға тейәгеҙ! Йәһәтерәк! Йәһәтерәк!
Хәл үтә лә ҡырҡыу, күрәһең. Аяҡтары шеш булғас, ботинкаларын да кейҙерә алмай, Миңләхмәтте кузовҡа сығарып һалдылар. Сығарғанда ыңғырашҡас, ярай әле ырғытманылар. Шунда уҡ ҡуҙғал­дылар. Һелкеткән һайын ауыртына. Өҫтәүенә аяҡтары өшөй башланы. Күпме барырҙар? Бәлки, бик оҙаҡ. Башҡа ҡот осҡос уй килә. Аяҡтары туңһа?.. Һис шикһеҙ, ҡырҡырҙар. Ул сағында нишләр? Нишләр?.. Ғәриптең кемгә кәрәге ҡалыр?.. Миңләхмәт асырғанып ҡысҡыра башланы:
– Ноги мерзнут! Ноги мерзнут! Укройте чем-нибудь! Укройте, пожалуйста!
Ҡысҡыра торғас, ҡуҙғала алған берәү һонолоп, одеял менән аяҡтарын ураны.
– Спасибо, друг. Спасибо!
– Ладно, успокойся...
Ирекһеҙҙән Миңләхмәттең күҙ йәштәре субырланы. Ҡыҙыу ғына бара торғас, машиналар туҡтаны. Кузовтарҙы асып, яралыларҙы тиҙ-тиҙ генә бушаттылар ҙа күҙ асып йомған арала кире боролдолар. Башҡа яралылар менән бергә Миңләхмәт ҡар өҫтөндә яланаяҡ ятып ҡалды. Тирә-яҡта өйҙәр күренә. Һыуыҡ ныҡ ҡына семеткәс, йәне өҙгәләнеп, йәнә яр һалды:
– Помогите! Помогите!..
Хызыр Ильяс кеүек һаҡаллы ҡарт пәйҙә булып, аяҡтарын урап, ни менәндер сырманы. Байтаҡ ҡына ятҡас, санаға һалып, ҡайҙалыр алып киттеләр. Бәлки, госпиталгәлер. Ҡарҙа хәрәкәтһеҙ ятыуҙан бөтөн тәне дерелдәһә лә, Миңләхмәт эстән генә ҡыуанды:
– Ҡотолдом, туңып үлеүҙән дә ҡотол­дом...
Әллә өн, әллә төш... Тирә-йүн йәм-йәшел. Талғын елдә елберләп, ҡайын япраҡтары сәләмләй, ҡарлуғастар ҡыйы­лып-ҡыйылып осоп ҡаршылай. Умарталыҡ та баһа!.. Миңләхмәт бил быуырҙан үлән, аллы-гөллө сәскәләр араһында тора, имеш. Бал ҡорттары уға: “Йәш-шә! Йәш-шә!” – тип йырлап, илаһи күк һыуы менән ҡойонған, ҡояш нурҙарынан наҙланған сәскәләргә ҡуна, тәндәргә сихәт бирер һут-им һура...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545