Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Ғафуриҙа!
Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡ. Бер көн райондың “Йондоҙ” гәзитендә “Мағаш тауышы” исемле әҙәби түңәрәк асылыуы тураһында хәбәр баҫылып сыҡты. Үҙем дә шиғриәт менән мауыҡҡан кеше булараҡ, күңелдә ҡанаттар үҫкәндәй булды. Тора-бара мине лә түңәрәк ултырышына саҡырып яҙған хат килеп төштө. Осоп барҙым. Исемдәрен гәзиттә баҫылған әҫәрҙәре аша ғына белгән районыбыҙҙың шағирҙары менән таныштым. Киләсәгем дә шунда хәл ителгәндер тип уйлайым хәҙер, сөнки “Мағаш тауышы” әҙәбиәт донъяһына әйҙәне мине. Әлбиттә, бер мине генә түгел, түңәрәктең ойоштороусыһы һәм етәксеһе, ул саҡта “Йондоҙ” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, шағир Нияз Сәлимов күптәргә моң иленә юл күрһәтте.
Ҡайнап торҙо әҙәби түңәрәк: районда үткән төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ; Өфөнән, Стәрлетамаҡтан килгән шағир-яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙек; ҡулъяҙмалар тикшерҙек; гәзиттә шиғырҙарыбыҙ, хикәйәләребеҙ баҫылды... Нияз Сәлимов Өфөгә эшкә күскәндән һуң, үкенескә ҡаршы, “Мағаш тауышы”ның моңо тынып ҡалды.
Күптән түгел районыбыҙҙың “Табын” гәзитенән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө: “Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр, “Мағаш тауышы”н тергеҙеү маҡсатында, редакцияла һөйләшеүгә йыйылды”, – тиелә унда. Түңәрәктең етәксеһе итеп уҡытыусы-шағирә Рәмзиә Монасипова һайланған. Бик мәслихәт! Уға беҙ ижади уңыштар теләйбеҙ, “Мағаш тауышы”ның моңо алыҫтарға яңғырар тип өмөтләнәбеҙ. Районыбыҙҙа Фәрғәт Ғәлин, Саимә Игелекова, Фәүзиә Ҡотлогилдина, Әминә Йәрмиева, Разия Зәйнуллина кеүек шиғри йәнле кешеләр йәшәй бит!


Салауат ӘБҮЗӘР,
шағир, “Мағаш тауышы”ның элекке ағзаһы.


КҮҢЕЛЕМ ЙЫРЛАЙ

Ҡояш ҡалҡа. Күңел-күлде
Наҙлы аҡҡоштар биләй.
Шаян елдәр болоттарҙан
Дебет шәлгә йөн иләй.

Ысыҡҡа үлән мансылған,
Тереһыу эскәнме ни.
Талғын елгә йәнләнәләр
Йәрәшеп сәскә менән.

Күбәләктәр уянғандар,
Сәскә битен үбәләр.
Һандуғастар ҡыуаҡтарҙан
Моң тамсыһын түгәләр.

Илаһи йәм, сихри тылсым
Донъяны нурға сорнай.
Сеү, өндәшмә, һин дә тыңла –
Донъя һөйөүҙе ҙурлай.

Саимә ИГЕЛЕКОВА.

БУРАН

Иҫеңдәме, ҡот осҡоһоҙ буран
Ҡоторона ине урамда.
Ә беҙ, иҫәр, юлға сыҡҡан инек,
Үс иткәндәй ошо буранға.
Йөрәктәге буран һымаҡ хисте
Ауыҙлыҡлай алмай бер нисек,
Ҡосаҡтарға беҙ ташланған инек,
Бер тән булып икәү ул кисте.
Тәндәр – тәнгә, йәндәребеҙ йәнгә
Ҡушылғандай ине мәңгегә.
(Бөтәһе лә сағым һымаҡ ҡына),
Иренемдә ҡалды тәм генә.
Һинең һөйөү тәмең. Мәңгегә.

Рәмзиә МОНАСИПОВА.

БАШҠОРТОСТАНЫМ

Еҙем буйҙарын, Егән буйҙарын
Бик күп буйланым.
Тыуған яҡтың саф һауаһын
Һулап туйманым.
Йөрәгемде елкендерә
Татлы һыуҙарың.
Эскән һайын шул һыуҙарҙы
Килә йырлағым.
Һағыштарҙы тиҙ тарата
Иҙел буйҙары.
Алыҫтарға киң тарала
Ҡурай моңдары.
Дан йырлаһа үҙ иленә
Башҡорт улдары.
Һәр саҡ шулай үҙ илемдә
Булһын дуҫтарым!
Йәшә, гөрлә, данға күмел,
Башҡортостаным!

Миңтимер КӘРИМОВ.

ЯҠШЫ ҺҮҘ

Яҡшы һүҙ — ул йән аҙығы, тиеп
Ололар бит белеп әйткәндәр,
Матур һүҙҙәр генә һөйләйексе,
Әрнетмәһен беҙҙе үткәндәр.
Яман һүҙ — ул баш ҡаҙығы,
тиҙәр
Был мәҡәлде улар тамамлап,
Күпме баштарҙы бит ҡатыралар
Ғәйепһеҙгә кеше яманлап.
Бер-береңә матур һүҙҙәр һөйләп
Йәшәйексе ғүмер иткәндә,
Йәндәребеҙ ризыҡһыҙ ҡалмаһын
Яҡшы һүҙҙәр генә көткәндә!

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.


ЙӘШӘҮ – БӘХЕТ!

Донъя матур, йәшәү еңел,
Пар ҡанат булһа иңдә.
Күңелеңде күтәрерҙәй
Дуҫтар булһа эргәңдә.

Улың-ҡыҙың йүгереп тә
Уйнайҙар икән янда,
Атаң-әсәң, туғандарың
Һау-сәләмәт булғанда,

Нисек зарланаһың инде,
Иламайым – мин көләм.
Булғандарға шөкөр итеп,
Бәхетле донъя көтәм.

Әминә ЙӘРМИЕВА.

ТАЛЬЯН ГАРМУН

Тальян гармун уйнағанда
Күтәрелә күңелдәр.
Сәскәләргә бөрөләнә
Шул моңдан хатта гөлдәр.

Тальян гармундың көйөнә
Ҡыҙҙар төштө бейергә,
Араһынан иң сибәрен
Һайланым мин ғүмергә.

Тальян гармундың моңдары
Таралһын тирә-йүнгә.
Болондарға, урмандарға,
Ҡош моңо булған ергә.

Тальян моңон ишетһендәр
Яҡын-тирә ауылдар.
Йөрәктәргә дәрттәр бирһен,
Өҫтәлеп торһон моңдар.

Фәйез САДИҠОВ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573