Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуңғы күстәнәс
Һуңғы күстәнәс Иртәнге ҡояш нурҙары тәҙрәлә сағылыу менән Маһинур инәй күҙҙәрен асты, ойоған аяҡ-ҡулдары яҙылғас, ололарса һәлмәк кенә атлап, болдорға сыҡты. Ул бына нисә йыл инде яңғыҙ йәшәй, балалары ситтә, әлдә донъя­һына күҙ-ҡолаҡ булырҙай күршеләре бар. Улар ярҙам итеп тора.
– Баҡсам иҫән-һау микән? — Ихата­һында мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотмағас, уның бөтә йыуанысы өй алдында үҫкән алмағас, сейә ағастары ине.
Күҙҙәре насар күреүгә ҡарамаҫтан, һыныҡ рәшәткәне шәйләп, инәй сай­ҡалып ҡуйғандай итте, ҡойма эргәһендә ятҡан йыуан алмағас ботағын ҡулына алғас, шиге ҡалманы — баҡсаһына тағы төшкәндәр.
– Рәхәт күрмәгерҙәре, Хоҙай һуҡһын үҙегеҙҙе. Ниңә мине, бахырҙы, шулай илатаһығыҙ? Ейәндәремде ҡыуандырыр өсөн генә үҫтергәйнем бит, ҡалай ботарлағанһығыҙ. — Ул ҡарғана-ҡарға­на яртылаш тешләп ташланған алманы ҡулында әйләндерҙе.
Яуҙырған ҡарғышы кем балаһына тейер, ул үҙе лә белмәй, шулай ҙа йөрәген ярып сыҡҡан зары барып етәсәгенә ышанысы ҙур ине.
Көсһөҙ генә алмағас үҫентеһен инәй район үҙәге Ыҡтамаҡтағы баҙарҙа һатып алды, уны ҡәҙерләп, сабый балалай күреп, өйөнән алып килгән ҡалын кәзә яулығына ураны, тыштан ҡатырға киҫәге менән ҡапланы. Ботағы һынып, зарарланып ҡуймаһын тип ҡурҡты. Ҡайтҡас, баҡсаһында улай-былай йөрөп урын эҙләне, үҙ алдына һөйләнде:
– Ағасымды ҡайҙараҡ ултыртһам, төҫ бирер икән, бында ҡараңғы, ҡояш төшмәй, тегендә – ташлы, тамыр ебәрә алмаҫ, өй нигеҙенә, ҡоймаға ла яҡын булмаһын, иркенлек кәрәк.
Малай-шалайҙарға ышанмай соҡорон да үҙе ҡаҙҙы, ергә һеңеп, артып ҡалғансы, һыу ҡойҙо. Инәйҙең ихлас тәрбиәһенән ағас бер-ике йыл эсендә матурланды, сибек кенә үҫентенән тарбаҡлы мөһабәт алмағасҡа әйләнде.
Май еттеме, баҡсаһы беҙҙең ҙур урамға саф­лыҡ, хуш еҫтәр бөркә, алмағас ап-аҡ сәскәләргә күмелә, алыҫтан күпереп, болотто хәтерләтә. Мөғ­жизә, япраҡтары ла хатта юҡ кеүек, шау сәскә­ләрҙән генә тора тиерһең. Гөжөлдәп туҡтауһыҙ осҡан бал ҡорттары баҡсаға йәнлелек өҫтәй.
Әллә ошо матурлыҡтан, әллә ҡыуанысынан инәй үҙе лә йәшәргәндәй, балитәкле алһыу-ҡыҙғылт күлдәген кейеп, башына аҡ яулығын бәйләп ебәрһә, алмағасына оҡшап киткәндәй була. Ул ағасының нисек күтәрелеүен, сәскәләнеүен бөгөнгөләй хәтерләй, сөнки көн һайын, тәҙрәнән күҙен алмай, күҙәтеп тора. Ағас сабый кеүек бит ул: наҙға, тәрбиәләүгә мохтаж, мал-тыуарҙан, ҡырау­ҙарҙан, бөжәктәрҙән ҡурсалап торорға кәрәк үҙен.
Алмағасын шуҡ малайҙар ҡулынан һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй генә юлдар эҙләп ҡараманы ул: ергә ҡаҙаҡ ҡағылған таҡта, энәле ботаҡтарын да һалды — тик бушҡа. Бөгөн тағы талағандар бит үҙен, етмәһә, һындырып ташлағандар, бәғер­һеҙҙәр...
Ике йорттоң ихаталары йәнәш кенә булған­ғалыр, мин инәйҙең үҙ алдына һөйләнеп йөрөүен йыш ишетәм. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, хәлен беләйем әле тип, йортона табан атланым. Баҡсаһын сүп үләндәре баҫып китһә лә, ағастар шәбәйгән, ут-ҡыҙыл төймә төҫлө сейәләр, ҡурай еләктәре балҡып ултыра. Тик өй эргәһендә, тәҙрә алдында нимәлер етмәгәндәй тойолдо, элекке матурлыҡ юҡ, баҡсаның ҡото киткән, хатта урам етемһерәп ҡалған төҫлө. Әллә... Юҡ, юҡ... булмаҫ...
— Алмағасың ҡайҙа, инәй? – Буҫағаны үтеүем менән тәүге һорауым шул булды.— Ел-дауыл юҡ ине буғай.
“Ҡайҙа булһын, урынында, — тине инәй, иламһырап. – Ана ята һуҙылып, кил тәҙрәгә. Йортҡа ингәндә күҙ һалманыңмы ни? Быстым мин уны ҡул бысҡыһы менән. Көсөм етмәгәс, урамдан үтеп барған Илһамды саҡырып индерҙем. Ул йыҡты. “Ҡуйсы, инәй, улай итмәйек, ағастың яралары уңалыр, икенсе йылға ла емештәрен бирер”, – тиһә лә, ризалашманым. Сит балалар өсөн үҫтермәнем бит ул ағасты, алмаларын ашап ҡыуанмаһындар. Мә, ҡыҙым, ағасымдың һуңғы күстәнәсен ауыҙ ит. – Йөҙө һурылып, күҙҙәре һағышҡа тулған инәй ҡулыма түп-түңәрәк ҡыҙыл алма тотторҙо.
Тама­ғыма төйөр ултырғандай булды.
– Рәхмәт, ашағым килмәй, — тип ҡырт киҫтем. Инәйҙән бигерәк миңә алмағас йәл ине. Йорттан сыҡҡанда урамыбыҙҙың күрке, инәйҙең йыуанысы булған алмағастан тороп ҡалған төптө күреп, күңелем ғазапланды.
Уны йыҡҡандан һуң, инәй ҙә оҙаҡ йәшәмәне. Әйтерһең, бер йән булғандар.
Инде нисә йылдар йәнемде әрнетеп, тет­рәндереп торған был аяныслы хәлде уҡыусылар хөкөмөнә сығарырға булдым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566