Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәтебеҙ яҡлауға мохтаж
Мәҡәләне уҡып сыҡҡас, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым. Автор үҙенең йәнен әрнеткән ифрат мөһим мәсьәләләр тураһында бәйән итә. Әҙәбиәт әҙипһеҙ йәшәй алмай. Был уңайҙан халҡыбыҙҙың күренекле аҡыл эйәһе, мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдиндең «Әҙәбиәтһеҙ халыҡ үлек, үҙ әҙәбиәтен онотҡан халыҡ үлемгә дусар ителгән» тигән һүҙҙәрен хәтерләү урынлы булыр.

Мәҡәләлә күтәрелгән бөтә мәсьә­ләләр ҙә халҡыбыҙ яҙмышына, килә­сә­генә бәй­ле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһ­рә Ҡотлогилди­наның «Нисек йә­шә­­йһең, әҙип?» тигән һорауына, ми­неңсә, ыңғай ғына яуап биреп булмай. Республикала 260-лап ҡәләм оҫтаһын берләштергән Яҙыусылар союзы бар, яңы романдар, повестар, шиғриәт әҫәрҙәре донъя күрә, әммә уларҙың ижад емештәре халҡы­быҙға, бигерәк тә йәш быуынға, барып етәме? Етһә, нисек ҡабул ителә, рухи байлығы­быҙ тулыланамы, ниндәй һөҙөм­тәләр би­рә? Бөгөнгө йәшәйешебеҙ, ғөмү­мән, тормош шарттары аҫты-өҫкә әй­лән­гән осорҙа әҙип үҙе нисек йәшәй һуң?
Мәҡәләлә әйтелгәнсә, Рәсәйҙең иң ҙур төбәктәренең береһе булған Баш­ҡорт­останда бөгөнгәсә яҙыусыла­ры­быҙҙың ижад йорто ла юҡ. Май сүл­мәге тышынан билдәле, тиҙәр бит. Юҡҡа ғына бөгөн бәләкәй генә хужа­лыҡ, бизнес структуралары үҙҙәренең эштәрен иң тәүҙә офис­тарын заманса төҙөкләндереп, йы­һаз­лан­дырыуҙан башламай бит. Заман башҡа – заң башҡа!
Авторҙың милли әҙәбиәт музейы, ха­лыҡ китапханаһы хаҡындағы фекере, тәҡдимдәре яҡлауға лайыҡлы һәм хәл ителергә тейеш. Глобал­ләш­тереү шарттарында рухи байлыҡ­та­рыбыҙҙы ентек­ләп йыйып, музейҙарҙа һаҡлап ҡал­ма­һаҡ, улар тиҙ арала юҡҡа сығасаҡ, быуындар бәйлә­не­шенең тағы ла бер ебе өҙөләсәк.
Китаптар нәшер итеү тураһында ла һүҙ беренсегә күтәрелмәй. Беҙ, урын­дарҙағы йәмәғәтселек, баш ҡалабыҙ Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте булдырыуҙы ҙур өмөт­тәр менән ҡаршы алдыҡ. Ләкин, мәҡәлә­нән күренеүенсә, унда ла хәл­дәр ҡыуа­ныслы түгел. Нисек инде үҙенең бинаһы ла бул­маған нәшриәт заманса биҙәлгән, матур, уҡымлы китаптар сыға­ра алһын?! Йылдан-йыл әҙәби әҫәрҙәр аҙыраҡ сығарыла, уларҙың тиражы кәмей – ошо хәлдә нәш­ри­­әт нисек үҙенең финанс тотороҡлоло­ғон нығыта алһын? Быға гонорарҙарҙың кәмеүен дә ҡушһаҡ, әҙиптәрҙең матди хәлен күҙаллау ауыр түгел.
Уҙған йыл республикабыҙға өс яҙыу­сы биргән бәләкәй генә Дәүләт­ҡол ауылы­ның 230 йыллыҡ юбилейын һәм шул әҙиптәрҙең береһе Булат Рафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы ҙур байрам итеп үткәрҙек. Ошо уңайҙан яҙыусы яҡташтары­быҙҙың китаптарын һатыуҙы ойоштороу ниәтендә Өфө магазиндарын йөрөп сыҡтыҡ, «Китап» нәшриәтенә, Яҙыусылар союзына шылтыраттыҡ. Бер дана ла таба алманыҡ, сөнки Булат Рафиҡовтың 2013 йылда нә­шер ителгән өс томлыҡ роман, повес­тар, хикәйәләр йыйынтығы ни бары 1500 дана ғына булған икән. 2002 йылда нәшер ителгән «Юғалт­мағыҙ мине…» шиғырҙар йыйын­ты­ғы­ның тиражы – 3000 дана. Рес­пуб­ли­каның китапханалар сел­тә­рендә, мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттарын иҫәпкә алмайынса, 1742 китапхана булыуын иҫәпләһәк һәм быға 62 ҡала, район биләмәләрендәге китап магазиндарын ҡушһаҡ, баҫма нәшер итеү эшмәкәрле­генең ни тиклем зәғиф булыуы ғәжәп­лән­дерә, күп һорау тыу­ҙыра. Респуб­ли­каның дәүләт телендә — башҡортса — китаптар, башҡорт китабы магазиндары булмауына һис аптырарға түгел икән. Нәшер итергә алынған әҫәрҙәр ныҡ сикләнгән, һәм уларҙың тиражы ла остоҡ ҡына.
Был проблеманың икенсе яғы ла бар. Үткән йыл аҙаҡтарында беҙҙең Мәләүез ҡалаһында күптән эшләп килгән китап магазинын ябып, «Планета» китап һатыу селтәренең яңы, бик иркен (элеккеһенең майҙанынан дүрт-биш тапҡырға ҙуры­раҡ), һатып алыусылар өсөн уңайлы сауҙа урынын астылар. Төрлө йүнәлештә заманса нәшер ителгән китаптар, уҡыу кәрәк-ярағы, кәнсә тауарҙары – нимә теләйһең, бөтәһе лә бар. Тик башҡорт телендә китаптар юҡ тиерлек. Был турала фирма вәкиленә әйткәс, баш­ҡорт, татар телендәге китаптарҙы ҡайҙандыр йыйып алып килделәр, ләкин бик аҙ. «Планета»ның Өфөләге магазиндарында ла шундай уҡ хәл.
Мәҡәләлә бөгөн милләтебеҙ өсөн иң көнүҙәк, мөһим проблемаға ҡағы­лып, автор «рухи мираҫыбыҙҙы ҡәҙер­ләрлек, телен белгән, башҡортса уҡыған балалар үҫтерә алмау ҙа яҙыусы өсөн үҙе бер фа­жиғә» тип яҙа. Эйе, был хәүефле ысын­барлыҡ, һәм беҙ рухи байлыҡтарыбыҙҙы, иң беренсе туған телебеҙҙе һаҡлап, үҫ­тереп, йәш быуынға ышаныслы тапшырыу проб­лемаларын мәктәп, ата-әсә­ләр, дәүләт органдары, йәмә­ғәт­се­лек менән бергәләп тотонһаҡ ҡына хәл итә алабыҙ. Был йүнәлештәге эштә, минеңсә, иң алдынғылар рәтендә халҡыбыҙҙың рухи терәге булараҡ яҙыусылар барырға тейеш!
Ләкин байтаҡ йылдар инде яҙыу­сы­ларҙың уҡыусылары менән аралашыу, осрашыуҙары ҡайһы бер бай­рам­дар, юби­лей саралары менән сикләнә. Бындай хәлдең ҡайһы бер сәбәптәре тура­һында юғарыла әйтел­де. Яҙыусы ҡай­ҙа­лыр осрашыуға ба­рырға риза­лашһа ла, килергә ма­ши­наһы булмауы беренсе проблемаға әүерелә.
Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа район, ҡа­ла­ларҙа урындағы яҙыусылар ойошмалары барлыҡҡа килде. Беҙҙәге Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы ағ­заһы Мәрйәм Күс­мәева етәкселе­ген­дәге «Мәләүез таңда­ры» ойошмаһы ағзалары, мәктәптәрҙә йыш ҡына балалар менән осрашып, бик файҙалы эш алып бара. Өфөнән дәрә­жәле яҙыусылар килһә, был уҡыусылар, әҙәбиәт уҡытыусылары өсөн дә, бер һүҙһеҙ, шулай уҡ фәһем булыр ине. Был уңайҙан Зөһрә Ҡотлогилдинаның мәҡә­ләләге тәнҡит һүҙҙәре, тәҡдимдә­ре бик тә урынлы. Яҙыусылар союзы идараһы уларҙы ишетеп, аныҡ саралар күрер тип ышанғы килә. Дәүләт ярҙамы ла булырға тейеш, әлбиттә, Әҙәбиәт йылында яҙыу­сы менән уҡыу­сы араһындағы бәйлә­неште кө­сәйтеүҙә ыңғай яҡҡа ныҡлы һынылыш булһын ине. Баҙар шарттарында был – әҙәбиәтебеҙ өсөн кисек­терге­һеҙ ысынбар­лыҡ талабы.
Әҙиптәр, ижад кешеләре булараҡ, үҙҙәренең дәрәжәһен үҙҙәре бар итә. Ләкин был йүнәлештә йәмәғәтселек, тейешле дәүләт органдары ла ситтә ҡала алмай. Тик һуңғы йылдарҙа республика кимәлендә үткәрелгән ижти­ма­ғи-сәйәси сараларҙа, байрам­да­рыбыҙҙа, радио һәм телевидениела, матбуғат биттәрендә лә яҙыусыларҙың халҡы­быҙҙы борсоған, киләсәгебеҙгә хафа янаған мәсьәләләр буйынса төплө сығыштары юҡ тиерлек. Был проб­лемаларҙы, минеңсә, иң тәүҙә яҙыусы әйтергә хаҡлы һәм бурыслы!
Әҙиптәрҙең тейешле дәрәжәһен, һүҙ иркен булдырыуға ынтылыш Яҙыусылар союзының эшендә мөһим бер йүнәлеш булырға тейештер, тип уйлайым. Был еңел генә мәсьәлә тү­гел, ләкин оҙайлы, эҙмә-эҙлекле алып барыла торған кәрәкле эш. Тик әлегә беҙ үҙебеҙҙең яҙыусылар араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың ру­хи донъяһын ҡайғыртып, уның килә­сә­ге өсөн бөгөнгө йәмәғәтселек, дәү­ләт органдарын йырғы­лап ныҡышмалы йөрөгән лидерҙарҙы төҫмөрләмәйбеҙ.
Февралдең ун өсөндә миңә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Зөһрә Бура­ҡае­ва­ның бөйөк Рәми Ға­ри­повҡа ба­ғыш­ланған «Февраль. Буран…» спек­так­лен ҡарарға насип булды. Әҙәбиәтте, шағирҙы һәр кешенең йөрәгенә үтеп инерлек, күҙҙәрҙе йәш томаларлыҡ итеп ҙурлаған, данлаған бындай тамашаны бығаса күргәнем булманы. Залдағы шығырым тулы тама­шасылар аяғүрә баҫып, Рәми Ғари­повтың рухи донъяһын, уны са­ғыл­дырған артистарҙы тәбрикләп, оҙаҡ алҡыш­тарға күмде. Ошо ғәжәп шиғриәт тамашаһын республика­быҙ­ҙың һәр район үҙәгендә, ҡалаһында бер тапҡыр ғына күрһәтеп сыҡһаҡ та, ниндәй ҙур әҙәбиәт байрамы булыр ине!
Мәҡәләләге яҙыусыларыбыҙҙың аб­ру­йын күтәреүгә, уларҙың исемен мәңге­ләш­тереүгә ҡағылған һүҙҙәрҙе ҡеүәтләге килә. Был уңайҙан эштәр башҡарылмай түгел, әммә ниңә мәш­һүр яҙыусыбыҙ, халҡыбыҙҙы Рәсәйҙә генә түгел, бөтә төрки донъяһына танытҡан Зәйнәб Биишеваға ҡуйыла­саҡ һәйкәл тураһында һаман да һүҙ генә йөрөтәбеҙ?
Бында башҡорт әҙәбиәтенең тағы ла бер классигы, талантлы шағир, про­заик, драматург, публицист, 1937-1938 йыл­дар­ҙағы золом ҡорбаны Дауыт Юлтыйға һәйкәл тураһында ла телгә алғы килә. Әҙип тыуған Юлтый ауылында уның исемен йөрөткән ике ҡатлы мәктәп бинаһы алдында һәйкәл (бюст) ҡуйыуҙы ауыл халҡы күптән көтә. 2013 йылда Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы «Башҡортостан» гәзитендә был тура­ла тәҡдим менән мәҡәләм дә ба­ҫылғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына ла хат тапшырғайным.
Зәйнәб Биишева, Дауыт Юлтый һымаҡ әҙәбиәтебеҙҙең ҡото, хал­ҡыбыҙ­ҙың шөһрәте булған шәхестәргә һәйкәл ҡуйыу йәһәтенән дәүләт органдарының аҡса юҡлыҡҡа һыл­та­ныуҙары, минеңсә, бөтөнләй урын­һыҙ. Республиканың Мәҙәниәт ми­нистр­лығына, Яҙыусылар союзына был турала гәзит аша мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ. Дауыт Юлтый Башҡортос­тандың Яҙыусылар союзын ойош­тороусыларҙың береһе, күренекле мәҙәниәт эшмәкәре лә булған бит.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның Әҙәбиәт йы­лы ла шау-шыулы байрамдар, осрашыу­ҙар менән үтеп китерме икән тип хафаланыуына ҡушылам. Әлегә шулайы­раҡ булырға оҡшай.
Әҙәбиәт – рухи донъябыҙҙың айырыу­са үҙенсәлекле, ифрат нескә һәм нәфис, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы, иң мөһим бер өлөшө. Шуға күрә ул ғәҙәт­тәгесә, саралар теҙмәһе булып ҡал­маһын ине. Иң беренсе әҙәбиәткә ҡа­ғылған ойошмаларҙың матди хә­ленә бәйле проблемалар ҡаралһын ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл финанс өлкәһендә бик күп сикләүҙәр вәғәҙә­ләй, әммә эште башларға кәрәк. Был уңайҙан аныҡ план әҙерләп, уны дәү­ләт кимәлендә ҡабул итеп, сараларҙы тормошҡа ашыра башлаһаҡ, Әҙәбиәт йылы оҙаҡ ваҡыттарға иҫтә ҡалырлыҡ эҙ ҡалдырыр ине.
Республикабыҙҙа бихисап эш баш­ҡараһы бар. Әммә халҡыбыҙҙы рухи, йән аҙығы менән тәьмин итеүсе әҙәбиәт — иң мөһимдәренең береһе. Донъялар болға­уыр. Әҙәбиәт йылында әҙиптәребеҙгә ҙур ижади уңыш­тар, һүҙ сәнғәтен һаҡлау, үҫтереү йүнәлешендә ныҡыш­ма­лылыҡ, ҙур әүҙемлек теләйек.

Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостандың
Журналистар союзы ағзаһы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566