Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Риф Мифтахов ЯҠТЫ КИТАП

Кешелек тыуҙырған аң-аҡыл булған
Китаптар битенән күпме нур аҡты.
Уҡылған, уҡыйҙар, уҡырҙар һәр ваҡыт
Тормошсан тойғолар тупланған китапты.

Юлымды үтәм мин тик халыҡ юлынан,
Тормошо, яҙмышы хаҡында уй уйлап.
Ҡалһасы ижадының осҡоно халҡына –
Йөрәктән яҙылған иң яҡты бер китап.

Ғүмәр Хәйәмгә арналған шиғырҙарҙан

Мең йыл үткәс, тупрағымдан тағы тороп,
Ышанамын үлән булып ҡалырыма.
Ғүмәр Хәйәм.
(Р. Ғарипов тәржемәһендә)

Ышанамын аңды арбар уйҙарыңа –
Хис һәм аҡыл көсө – робағиҙарыңа.
Тағы мең йыл үткәс, илдәр-телдәр яулап,
Рухи байлыҡ булып мәңге ҡалырыңа.
***
Һалмаҡ булып уй-аҡылдан ҡаруанһарай,
Көндө – төнгә, төндө көнгә ялғай-ялғай,
Ултырамын үҙ-үҙемде аҡлай алмай,
Фәлсәфәмде һиндәй оҫта ялғай алмай!
***
Һинең юлдан, быуаттарҙы урап, мин эйәрәм,
Таң ҡалдырған тормош аҡылыңа башты эйәм.
Булыр, бәлки, яҙған – хәрәм, ваҡыт,
ғүмер – әрәм…
Даһи ҡабатланмай: кисер, зинһар,
Ғүмәр Хәйәм.
***
Һин шарапты данлағанһың,
Ижадыңда ләззәтләнеп.
Һинекендәй йырҙар тыуһа,
Йотор инем рәхәтләнеп.
***
Ғүмәр Хәйәм, һүҙең ҡыҫҡа,
Алтын һүҙгә булғас оҫта.
Өйрәнермен: кеше ҡапмаҫ
Бешермәҫкә һүҙҙән бутҡа.

ВАҠЫТ ҺӘМ ШАҒИР

Бар нәмәнән Ер-йыһанда Ваҡыт оло,
Һәр тереклек, һәр үҫемлек уның ҡоло.

Ҡояшҡа һәм Ай-йондоҙға тик ул хаким,
Ваҡыт аға – аса көсөн, тәбиғәтен.

Ваҡыт етмәй нисек Ерҙе Ҡояш солғар?
Ул булмаһа балҡый алмай Ай-йондоҙҙар…

Һөрән һалдым: бөтә донъя ҡыҙ-улдары,
Әйтегеҙсе, һеҙ Ваҡыттың ҡолдарымы?!

Ракеталар яуап булып күтәрелде,
Гүйә, әйтте: Ваҡыт артта күптән инде!

Эйе, Ерҙә бар нәмәнән Кеше оло,
Итә алһа ул Ваҡытты тоғро ҡоло…

Ҡарап ҡуйҙым сәғәтемә – мин Ваҡытҡа,
Һәм ҡартайҙым шул арала бер минутҡа.

Ниндәй тиҙлек!.. Ҡайҙан үтә шағир юлы:
Ваҡыт – уның, ул Ваҡыттың тоғро улы.

Ваҡыт күңел, аҡыл хисен тирбәтеүсе –
Шағир уны йөрәгендә терелтеүсе.

Йөрәк-күңел үлсәй Ваҡыт араларын:
Шағирҙарһыҙ биҙәге юҡ замананың!

АТЛЫ БАШҠОРТ

Арымаған әле арғымағым,
Хыял-маҡсат алға юл ярыу.
Юҡ, ярамай беҙгә офоҡтарҙың
Яҡтырыуын күрмәй юғалыу.

…Халҡым рухы килер быуындарға
Һаҡлап ҡалған ерен, лөғәтен.
Техник үҫеш, ҡорос тояҡ менән
Тапамаҫмы илдәр милләтен?

Халыҡ бит ул түгел тауар-хаҡтар,
Һәр милләттең бар һүҙ баһаһы.
Улар ҡиммәттәрен һаҡлар-яҡлар
Илен һөйгән ата балаһы.

Ер шарыбыҙ дөйөм йорт булғанда ла,
Булмай милләт, телгә дөйөмлөк.
Һәр милләттең була бейеклеге,
Һәр милләттә йәшәй бөйөклөк.

Тәбиғәткә баҡһаң, иҫең китәр:
Ҡош-ҡорт, йәнлек – күпме тереклек.
Ә милләттәр – биҙәктәргә биҙәк:
Тел, өн, ауаз – затлы төрлөлөк.
Арыма һин, йәнем – ел, толпарым,
Юҡ, ярамай беҙгә арырға:
Атлы башҡорт, хаҡлыҡ атын менеп,
Бер йән булып тейеш сабырға!

ҠАЯ ҺӘМ СОҠОР

Ҙур бер ҡая ишелде –
Тәрән соҡор күмелде.
Уйланым мин ғүмерҙе –
Ҡая, соҡор түгелме?

Ҡая ла бар тормошта,
Бар бит тәрән соҡор ҙа…
Шулай беҙҙең яҙмыш та
Ғүмер тигән осорҙа.

Күтәрә ҡаяға ла,
Осора соҡорға ла,
Барыһын да күрергә
Килгәнбеҙ был донъяға.

Торған саҡта күк терәп
Ҡаҡмайыҡ беҙ күкрәк.
Яҙа баҫып осорға
Әҙәмгәме күп кәрәк?

Шуға артыҡ осонма,
Осоуың бар соҡорға.
Һәр берәүгә яҙмаған
Унан имен сығырға.

Булһын ғаилә – терәгең –
Бергә типкән йөрәгең.
Дуҫ та кәрәк, тик улар
Булмай һәр саҡ терәгең.

Тормош-яҙмыш күрһәтә
Төрлө яғын донъяның,
Һаҡла һәр саҡ выжданың –
Кеше тигән ҙур даның!

Тәнең-йәнең бирешмәҫ,
Ғүмер буйы сынығыр:
Сөнки кешегә донъя –
Ҙур ҡая, тәрән соҡор.

РУХИ БЕЙЕКЛЕК

Ҡыҫҡа ғына был донъяла
Беҙгә яҙған ғүмер, бына,
Көндө көнгә ялғай-ялғай,
Етеп бара аҙағына.

Дошманлыҡтар, үс алыуҙар
Көсһөҙҙәрҙә – үслеләрҙә.
Бер-береңде ғәфү итеү
Гүзәл сифат изгеләрҙә.

Гонаһтарҙан азат түгел
Донъялыҡта һәр беребеҙ.
Бәлки, азат итер беҙҙе
Ғәфү итә белеүебеҙ.

Шул сифатты ташламайыҡ
Ғүмерҙәрҙең сигендә лә:
Барҙыр гонаһ был донъяла
Ул һиндә лә, ул миндә лә.

Көрәшсе көс кәрәк беҙгә
Йәшәүҙә лә, китеүҙә лә.
Бер-береңдең гонаһтарын
Ғәфү итә белеүҙә лә.

БӘХЕТ

«Бәхет!» – тиһең, мөгөҙөнән
Тоталмайһың – ысҡына.
Икенсегә ҡысҡырмайһың
Күргәндә лә йыш ҡына.

Биш хәрефле ошо һүҙҙең
Яҙмышы әллә нисек:
Тормош хәҡиҡәте була
Бәхете – бәхетһеҙлек.
***
Тауҙан ҡарап ташланған таш
Зыянһыҙ барып төшә.
Ҡырын ҡыйыҡтан шыуған боҙ
Әҙәм баштарын тишә.

Бәлә аяҡ аҫтарында
Төшһә лә юғарынан.
Эй, Тәңре, һаҡла бәңдәңде
Хәүефле юлдарынан.

КҮҢЕЛ КҮҘҘӘРЕ

«Маңлай күҙе – ботаҡ тишеге» тип
Халыҡ әйткән уҫал һүҙҙәрҙе,
Хәҡиҡәте – хаҡлыҡ: кеше һуҡыр,
Булмай икән күңел күҙҙәре.

Күңел күҙҙәрендә, әйтерһең дә,
Һутлы ерҙә үҫә гөл-сәскә.
Уның менән күргән, ҡарағандар
Башҡа күңелдәргә нур сәсә.

Күңел күҙҙәре бит, гүйә, диңгеҙ
Ер байлығы – алтын-көмөшлө.
Киң күңеллек – бәхетеңә киңлек:
Башҡалар ҙа, һин дә өлөшлө.

Мөхәббәттең ысын асылы ла
Ҡатын-ҡыҙҙы, егет-ирҙәрҙе
Бер йән итә.
Илде, ерҙе һаҡлай
Әҙәмдәрҙең күңел күҙҙәре.

***
Ғүмер – көршәк… Һуңлап төшөнәһең
Уны тормош утта ҡатырырын.
Бәндә белмәй ҡайһы сәғәттәрҙә
Ҡай тарафта сатнап ватылырын.

Яҙғанынса булыр – ҡабул итәм,
Нишләтһәң дә мине, фани донъя.
Тик, ғүмерем, ҡай саҡ көршәк кеүек
Буш тороуҙан ғына сатнап ҡуйма.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 562

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 589

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 394

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564