Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Донъяларҙың, гүйә, серен беләм...”
“Донъяларҙың, гүйә, серен беләм...” “Тәнзилә Хисамова тыуҙырған образдарҙың барыһы ла – “Сәхнә – ғүмер ул” тигән фәлсәфәне асыу, ролде классик уйнау, тәрәндән әҙәмдең күңел хисен, михнәт-шатлыҡтарын тетрәндереп вә кәүҙә­ләндереп күрһәтә белеүҙең ғәжәйеп шәп өлгөһө ул. Сәхнәлә кемде генә, ниндәй генә милләт вәкилен уйнамаһын, Тәнзилә Хисамова – Хоҙайҙан һәләтле, оло исемле драматик рәссам, ниндәй генә ҡатлам бисәһенең фиғелен кәүҙәләндермәһен, ул – актриса-шәхес. Ул – күңел тулҡындарының матур булмышын һоҡланғыс, ихлас аса белеү маһиры. Артыҡ ҡыла­ныу, ышандырырға тырышып уйнайым тип уйнау уға ят. Сере – күңел күҙе тәрәнлегендә, күҙҙә­рендә. Сәхнәлә уның һүҙҙәренән элек күҙҙәрен күреү, илағанынан алда өнһөҙлөгөн ишетеү кәрәк. Уның аһ тигәненән үлән көйөрҙәй, ә хәсрәте – сабыр сат­нарҙай. Шатланғанда, гүйә, һәр кемдең итәгенә ҡояш килеп ятҡандай. Ә миллилеге, сәнғәтенең халыҡ­санлығы, күңел түрҙәренә йәһәт үтеп инеүенең хаҡ билдәләре ки – сәхнәгә килеп сыҡҡас та тамаша­сының бер талай тын алмай уға ҡарап тороуында. Тамашасының уны тыңлай-тыңлай, ишетеү зауығын ҡандырып, моңға тирбәлеп ултырыуы – актрисаның яһалма телдә түгел, ә үҙ туған телендә, тел күркәм­леген, йән күркәмлеген башҡортса балҡыта беле­үендә. Уның сәнғәте – “Мәҙәниәт миллилегендә мәҙә­ниәт” тигәнгә өлгө. Ижадсы, алмағас һымаҡ, үҙ тупрағында һутлана, емеш бирә тигән хәҡиҡәтте раҫлай уның тормошо. Күк торнаҡай ҡайтҡанда уның бейеүен ҡарарға барғандай, Тәнзиләне ҡарар өсөн килә театрға бәғзе берәү. Уны күреп күңелен, зиһенен ағарта, зауыҡ, нескә тойомон ҡандыра”, – тип яҙғайны бынан байтаҡ йыл элек ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева.
“Донъяларҙың, гүйә, серен беләм...”Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына, асылына Тәнзилә Хи­самованың бер нисә сәхнә образы менән танышҡас уҡ төшөнәһең. Мәҫәлән, “Нәркәс” (И. Йомағолов, режиссеры – И. Ғиләжев) мелоромантик трагедия­һынан Зөмрәтте генә алайыҡ: сәхнә төпкөлөнән берсә сәйер, берсә үтә таныш тәбиғи өн-ауаздар менән – ел иҫеүен дә, ҡыҙ баланың үҙәк өҙгөс сеңләүен дә, йөрәк һыҡрауын, сүл бүреһе олоған тауышты ла, күңел рәнйешен дә, еңелмәҫ рух аһәңен дә үҙ эсенә алған бер йыры менән – пәйҙә булған бөкрө ҡар­сыҡ­ты күреп, күңелдең аҫты-өҫкә килә. Шундай дәрә­жәлә тәьҫир итә актрисаның уйыны йәки сәхнәлә тиҫтә йылдар уңыш менән барған Хәкимйән За­ри­повтың “Их, кәләше лә кәләше!” комедияһынан шаян Йәнһылыу, йә Василий Шукшиндың халыҡсан хикә­йәләре буйынса “Ҡыҙыҡ был тормош!” хикмәттә­ренән Квасиха.
Тәнзилә Хисамова – бөгөн сәхнәнең иң нескә сер­ҙәренә төшөнгән, тормош-йәшәйеш ҡанунда­рын тә­рән­дән үҙләштергән, абруйлы, асылынан нур бөр­көлөп торған сәхнә оҫтаһы. Башҡорт театр сәнғәтенә рух­лы, сағыу ижады менән оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, ул меңәрләгән тамашасының ихтирамын яуланы. Театр белгестәре: “Тәнзилә Хиса­мованың сәхнә үҙен­сә­ле­ге шунда: ул әҫәрҙең эс­тәлегенә, образдар­ҙың психологик тәрәнле­генә, актер телмәренең аһәң­ле яң­ғы­рашына, драма­тик хәрәкәттең көсөр­гә­нешлеле­ге­нә иғти­бар­лы, тышҡы биҙәк менән ма­уыҡ­май, яңы­лыҡ­ҡа ынтыла. Уның сәхнәлә йәшә­йешендә үҙенә генә хас бер аһәң бар”, – тип билдәләһә, талантын үҙ итеүсе бихисап тамашасы: “Актриса, инде етенсе тиҫтәһен ваҡлаһа ла, ғүме­ренең ошо күркәм миҙ­ге­лендә лә йәп-йәш, башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас бәҫ­ле, затлы, үҙ дәрәжәһен бел­гән, зауыҡлы ханым булып ҡала. Ошо популярлыҡ, моғайын, актри­саның күңел байлығында, тормошто яратыуындалыр”, – тип һоҡлана.
Актрисаның сәхнә биографияһы ғәжәйеп бай. Ул классик пьесаларҙа ла, милли драматур­гия­быҙ әҫәр­ҙәрендә лә берҙәй оҫта уйнай. Айырым бер күңел торошо менән һуңғы йылдарҙа баш­ҡарған ролдәре Йәнбикә (“Урал батыр”, Ғ. Ша­фи­ҡов), Ҡарсыҡ (“Аҡ пароход”, С. Айытматов), Әсә (“Бәхет хаҡы”, Х. Мө­ҙә­рисова), Фәнүзә (“Бер мәл санаторийҙа”, Н. Ғә­йетбаев), Ил инәһе (“Ай то­толған төндә”, М. Кәрим), Ғилми (“Ҡара йөҙҙәр”, М. Ғафури. А. Абушахманов, Ш. Ғилманова инс­ценировкаһы) һәм башҡалары ла уның сағыу талантының һәм халыҡсан ижадының тамашасылар араһында киң таралыуын дәлилләй. Ошо ролдәренең күптәре бөгөнгө башҡорт сәхнә­һенең иң аҫыл өлгөләре рәтендә. Тәнзилә Динислам ҡыҙы кеүек тамашасының оло ышанысын, юғары баһаһын яулап, ижад бәхетен күтәрә белеп, лайыҡ­лы йәшәү ҙә үҙе бер сәнғәт бит!

Мөхәббәтем – Уралҡайым!
Һағыштарҙан өйөлгәндер,
Моғайын да, һинең тауың.

Мөхәббәтем – Урал тауым!
Сабырлыҡтан уралғандыр,
Моғайын да, һинең билғау.

Кәрәҙҙәрҙең буш күҙенә
Аң тултыра бал ҡорттарың –
Мөхәббәтем, башҡорттарым!
***
Баш эйәмен һиңә, бөйөк ғаләм.
Һинең серҙәреңде яҙыр өсөн
Ҡулдарыма йәнә алдым ҡәләм.

Күк көмбәҙе, әйтерһең дә, келәм.
Йыһан буйлап төпһөҙ уйҙарымда –
Келәмдәрҙә – осоп, йөҙөп киләм.

Күҙҙәремде күккә текләп еләм.
Донъяларҙың, гүйә, серен беләм:
Сағыу төҫтән нурлы һуҡмаҡ үрәм.

Ғаләмдәрҙең сере ерҙә һымаҡ.
Бәндә күңеленә һалғы килә
Ғилемдәрҙән торған яҡты һуҡмаҡ.
Актриса Тәнзилә Хисамова яҙған шиғри юлдар был. Киләсәктә лә уның илһамланып, театрҙың иркен бүл­мәләрендә үҙе үҫтергән гөлдәре кеүек тормошто йәмләп йәшәүен теләйбеҙ.
Тәнзилә Динислам ҡыҙының юбилей бенефисы – “Бер мәл санаторийҙа” комедияһы – 18 апрелдә була. Был көндө юбиляр спектаклдә лә актриса ролендә сығыш яһай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571