Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирҙары тыуып тора был ерҙең
Шағирҙары тыуып тора был ерҙең “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр. Хәҙер ул ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Ниһайәт, быйылғы лауреаттар менән танышыр мәл дә етте. Бәләбәй районы хакимиәтенең фронтовик шағир Ф. Кәрим исемендәге премияһына күренекле башҡорт шағиры Рәмил Йәнбәк, Стәрлетамаҡ районында йәшәгән шағирә, тәржемәсе Любовь Әфләтунова, шағир-юморист Леонид Соколов, Ҡазандан Рәмил Сарчин (“Фәтих Кәримдең тормошо һәм яҙмышы” документаль китабы өсөн), Федоровка районында йәшәп ижад иткән сыуаш шағирәһе Зинаида Сурбан лайыҡ булды. Ҡәләм әһелдәре араһында исемдәре таныш яҙыусыларҙы фестивалдең 15, Бөйөк Еңеүҙең
70 йыл­лығы уңайынан ойошторолған байрамда лауреат булыуҙары менән тәбрик итәбеҙ. Фестивалдең төп бүләген Роберт Фәтхигә бирҙеләр.

“Шағир һәм ваҡыт” номина­ция­һында Сергей Шилкин, Кә­рим Сәлимов, Нина Федорова, Венера Мәжитова тәбрикләнһә, фестиваль йолаларына тоғро ҡалған Александр Зиминға диплом тапшырылды.
Шулай итеп, һөҙөмтәләр тү­бәндәгесә: башҡорт, татар, рус, сыуаш телдәрендә ижад иткән, Яҙыусылар союзы ағзаһы бул­маған шағирҙар араһында 3-сө урынға Белорет районынан Ве­нер Сәлихов, Ауырғазынан Эльверт Хаматшин, Бәләбәй ҡа­ла­­һынан Светлана Прокофьева лайыҡ булды; 2-се урын Күмертауҙан Алексей Уваров менән Санкт-Петербургтан Наталья Ефимоваға бирелде; 1-се урынға Ейәнсура егете Ра­маҙан Ҡолмөхәмәтов сыҡты. Рамзай псевдонимы менән ижад емеш­тәрен башҡорт матбуғатында баҫтырған әҙиптең бер шиғы­рынан өҙөк тә тәмләтеп китәйек:
Мәңге иҫтә атай йорто:
Ҡарт ҡарағас – нигеҙ ҡото,
Өрлөктәге сәңгелдәгем,
Шартлап янған усаҡ уты.
Шәп бит!
Фестивалдең асышы тип та­былған Бөрйән ҡыҙы Айгөл Ғә­би­това “Атайһыҙҙар” шиғыры ме­нән “Бәйләнештә” социаль сел­тәрен­дә бик күптәрҙе тетрәткәйне. Унда шундай юлдар бар:
Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
Көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай,
Һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.
Тамағыма төйөр тығылды, һеҙгә нисектер – белмәйем...
Белорет районы егете, телефон аша ла шиғыр менән һөй­ләшкән Венер Сәлихов ха­ҡын­да былтыр “Йәшлек” гә­зитендә яҙып сыҡҡайным. Ҡанат ҡуйһын уға ла был фестиваль! Бер шиғырында Венер бына нимә тип яҙа:
Ебәк ҡайыш булып
тауҙарымдың,
Биленә бит Иҙел уралған.
Уралған да бөтмәҫ кәр
өҫтәгән
Беҙҙең өсөн ғәзиз Уралға.

Тәрән һыуҙар, бейегерәк
тауҙар
Башҡа илдәрҙә лә булһа ла,
Уралымдан гүзәл,
Уралымдан бөйөк,
Беләм, ерҙәр юҡ ул донъяла!
Башҡортостан Яҙыусылар со­юзы рәйесе урынбаҫары Спар­так Ильясов фестиваль лау­реаттарын ижади балҡыш­тары менән ҡотланы.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығының беренсе урынба­ҫары Ихсан Бәҙретдинов байрамда ҡатнашыусыларҙы Әҙә­­биәт йылы менән тәб­рик­ләне. “Бә­ләбәй хәбәрҙәре” гә­зитенең баш мөхәррире, фес­тивалдең жюри рәйесе Любовь Иванова йыл һайын йәш авторҙар ижады менән һө­йөндөрөүе хаҡында әйтеп үтте. Әйткәндәй, яңыраҡ Рима Баталова исе­мендәге “Милләт йәшлеге” пре­мияһын, мөмкин­лектәре сик­ләнгәндәр тураһын­да иң күп яҙған матбуғат баҫ­маһы булараҡ, “Белебеев­ские известия” гәзитенә лә биргәндәр.
Йәштәрҙең “Браво” театр-сту­дияһы режиссеры Олег Данилинды “Илһам шишмәләре” шиғ­риәт фестивалендә даими күреп өйрәнелгән. Ул, әй­тер­һең, илдә ниндәй генә хәлдәр булыуына ҡарамаҫтан, ошо тө­бәктең ижади мөхите һағында тора.
Мине лә ҙурланы юбилей байрамы. “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль” номинацияһында тәбрикләнеләр! Рәхмәт һиңә, Бәләбәй, онотмауың өсөн!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566