Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибай сәхнәһенең йөҙөк ҡашы
Сибай сәхнәһенең йөҙөк ҡашы “Башмағым”да — Хөсни, “Ҡатын түгел, аждаһа”ла — Юлбикә, “Тылсымлы ҡурай”ҙа — Алтынбикә, “Үҙ ҡатыныма өйләнәм”дә — Айһылыу, “Китмәгеҙ, торналар”ҙа — Ямал, “Тәңкәле ҡыҙ”ҙа — Нәсихә, “Санаторий”ҙа — Таһира, “Ҡайырылмаһын ҡанаттар!”ҙа — Хөмәйрә, “Өҙөлгән өмөт”тә — Ғәтифә, “Йәнкиҫәк”тә — Сәриә, тиҙҙән ҡуйыласаҡ “Эт саба тип...” комедияһында Фаина ролен башҡарасаҡ Резеда Сафиуллина-Абдуллина үҙенсәлекле таланты менән арбай. Һәр геройына, тормошон күңеле аша үткәреп, яңы һулыш өрә ул. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында бына егерме йыл яңынан-яңы образдар тыуҙырып, үҙ тамашасыһын һөйөндөрә актриса.

Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ Әбйәлил районының йәмле Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫә. Атаһы Риф Абдуллин уйнаған дәртле гармун көйҙәренә бейергә ярата, ул күрмәгәндә ипләп кенә телдәренә баҫҡылап ҡарай. Әхирәте Зәминә менән мунсала (имеш, ҡара мунсала гармун уйнарға тиҙерәк өйрәнәһең тигән лаҡап йәшәгән була) ата-әсәһенән йәшеренеп, гармун уйнарға өйрәнә. Мәктәп йылдарында уҡ йыр-моңға маһир, бейергә яратҡан ҡыҙҙы пионер вожатыйы булып эшләгән Фирүзә Сафина күреп ҡала. Тап ул сәнғәткә ғашиҡ балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына йыйып, аҫылташтарҙы шымартҡандай, сәхнәгә сығара, матурлыҡ донъяһына һөйөү тәрбиәләй. Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, күрше Амангилде урта мәктәбендә белем алғанда ла Резеда Сафиуллинаға бәхет ҡояшы йылмая: һәүәҫкәр йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған Садиҡ Шаһыбалов етәкселегендә бейеү, йыр түңәрәктәрендә шөғөлләнә, төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Сәнғәткә һөйөүҙең ваҡытлыса мауығыу түгеллеген аңлаған ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инә.
Ҡулына диплом алғас, тыуған яғына эшкә ҡайта, Гусев ауылы мәҙәниәт йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Ҡыҙ ауылдағы тормошто гөрләтеп ебәрә: төрлө саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә, байрам уңайынан ойошторолған концерттар тиһеңме, халыҡ ҡуйған спектаклдәрме — барыһы ла Резеда Риф ҡыҙының тырышлығы менән башҡарыла.
Юғары белем алыу теләге буласаҡ актрисаны Өфө сәнғәт институтының режиссерлыҡ бүлегенә алып килә. Талантлы режиссер Рифҡәт Исрафилов төркөмөндә уҡыу бәхете тейә уға, шулай уҡ режиссер-педагог Булат Хәйбуллиндан театр сәнғәте нескәлектәренә өйрәнә.
Ҡайһы саҡта тормошта барыһы ла һин уйлағанса килеп сыҡмай шул, хыялдар ғына түгел, өмөттәрҙең дә селпәрәмә килгән ваҡыттары була. Әммә күпселек осраҡта ундай ваҡиға, киреһенсә, үҙеңде икенсе яҡтан асырға, үҙ юлыңды табырға ярҙам итә. Резеда Сафиуллина менән дә тап шулай була: театр донъяһына ул режиссер рәүешендә түгел, ә актриса булып аяҡ баҫа. Театрҙың да ниндәйенә бит әле! Ғүмере буйы ғашиҡ булған, тап унда эшләргә хыялланған Сибай сәхнәһенә. Үҙенең халыҡсанлығы менән бар республика тамашасы­һын арбаған театрға ул ҡыуанып та, шул уҡ ва­ҡыт­та бер аҙ шөбһәләнеп тә эшкә килә. “Ҡабул итерҙәрме, ышаныстарын аҡлай алырмынмы?” тигән уй тынғылыҡ бирмәй йәш актрисаға.
— Яңы мөхиткә нисек яраҡлашып китермен, тәжрибәле әртистәр менән нисек уртаҡ тел табырмын тигән борсолоуҙарым театрҙың тупһаһы аша атлап үткәс тә юҡҡа сыҡты, — ти Резеда Риф ҡыҙы. — Йәштәрҙе яҡын күреп, үҙ кәңәштәрен биргән өлкән хеҙмәттәштәремә рәхмәтлемен. Театрҙың директоры, талантлы режиссер Дамир Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғолова, Рәдиф Яныбаев, Зифа Баязитова һәм башҡалар тәүге көндән үк бар яҡлап ихлас ярҙам итте. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең театрҙа быуындар бәйләнеше матур йолаға әйләнгән, ололар йәштәр менән тығыҙ эшләй, яңы образдар тыуҙырғанда тәжрибә уртаҡлаша, һиңә ауыр саҡта арҡаңдан һөйөп, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Ғөмүмән, татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәйбеҙ.
Мауыҡтырғыс театр тормошо геройымды ла үҙенә мөкиббән ғашиҡ иттерә. Һәр яңы ролде, һәр геройының яҙмышын ентекләп өйрәнә, образды бәләкәйме-ҙурмы икәнлегенә бүлеп ҡарамай, һәр береһен йөрәге аша үткәреп уйнай. Төрлө характерлы ролдәр тыуҙырыуы менән бәхетле ул: йәш ҡыҙ образын да, оло әбей ролен дә ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Актер үҙен төрлө амплуала һынап ҡарарға тейеш, шунһыҙ үҫеш булыуы мөмкин түгел. Актрисаның үҙе әйтмешләй, төрлө ролдә уйнау — үҙ-үҙеңдә эҙләнеү ул. Тәбиғи һәләт ни тиклем ҙур булмаһын, бер урында тапанһаң, уның да юҡҡа сығыуы мөмкин. Йәнә геройымдың гармунда өҙҙөрөп уйнауын да иҫәпкә алып, матур итеп бейеүен дә ҡушҡанда, Резеда Риф ҡыҙы Сибай театры өсөн оло табыш икәнлегенә һис тә шик юҡ.
Егерме йыл буйы тик бер сәхнәлә — Сибай театрында башҡарған геройҙарының яҙмышына инеп, уларҙың булмышы менән йәшәп, үҙ тормошонда осраған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, һөйгән йәре йәшләй вафат булғас, бер үҙе өс балаһын үҫтереп, сәхнәлә лә, тормошта ла сағыу образдар тыуҙырып йәшәй белә ул. Оло улы Табир — студент, игеҙәктәре Искәндәр менән Зарина ҡаланың “Ирәндек” лицейында белем ала. Икеһе лә бейеү, йыр түңәрәгенә йөрөй, Искәндәр үҙен артист булараҡ һынап та өлгөргән. “Игеҙәктәрегеҙҙең һеҙҙең юлды һайлауын теләйһегеҙме?” — тигән һорауыма Резеда Риф ҡыҙы, ихлас йылмайып: “Теләктәре бар икән, ҡаршылығым булмаясаҡ”, — тип яуап ҡайтарҙы.
Сәхнә кешеһенең буш ваҡыты аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағына сығырға, тыуған яғы Әбйәлилдең шифалы күлдәрендә ҡойонорға, йәмле Талҡаҫта ял итергә, туғандары янына ҡайтырға ла ваҡыт таба Резеда Сафиуллина. Нәзәкәтле ҡатын күптән инде “ҡорос ат”ты йүгәнләгән.
Ул “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы”, “Иң яҡшы характерлы роль” номинацияларына һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Ҡасандыр бала саҡта “ҙурайғас, әртис булам” тигән хыялына тоғро ҡалып, ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта сағыу ваҡиғаларға бай тормош һәм ижад юлы үтеп, бөгөн Сибай театрының йөҙөк ҡашына әүерелгән Резеда Сафиуллина-Абдуллинаға артабан да уңыштар, асыштар, йәйғорло балҡыштар юлдаш булһын!



ҺҮРӘТТӘ: Резеда Сафиуллина-Абдуллина Т. Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ”ында Нәсихә ролендә.

Фото ғаилә архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545