Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағир рухы күңелдәрҙә
Баҫыуҙарҙа тос башаҡтар баштарын эйгән. Уңыш мул булмаҡсы. Уны юғалтыуһыҙ, тиҙ йыйып алыу өсөн коммунистар, комсомолдарҙың яуаплылығы бермә-бер артты, улар иген яҙмышы хәл ителгән яуаплы участкаларға беркетелде. Был яуаплы осорҙа “Һарғамыш” совхозының (хәҙер “Йүрүҙән”) комсомол комитеты секретары Рәми Ғарипов та тынғыһыҙ көндәр шауҡымында йәшәне. Июль аҙаҡтарында Арҡауылға комскомитет ултырышына саҡырылдыҡ. Унда идеология хеҙмәткәрҙәренең аныҡ бурысы билдәләнде. Ҡайтҡас, тиҙ генә йәштәрҙе йыйып һөйләштек, эш планы ҡабул иттек...
Көн шундай ҡыҙҙыра, ел әҫәре лә юҡ. Һәр ерҙә йәнлелек, комбайндар, тракторҙар гөрләүе ишетелә. Беҙ Рәми Ғарипов менән яҡындағы комбайн янына килеп туҡтайбыҙ. Комбайнсы Сабир ағай Хәжипов ине. Ул үҙ комбайнынан төшкә тиклем биш бункер иген бушатҡан икән. Үҙенең әйтеүенсә, төштән һуң тағы ла күберәк буласаҡ. Тимәк, Сабир ағай ураҡ башланғаны бирле 1000 центнерҙан ашыу иген һуғырға өлгөргән. Комбайнсыларҙың өс көнлөк эшенә йомғаҡ яһағандан һуң, иң күп игенде Сабир ағай һуҡҡан булып сыҡты. Төшкө аш мәлендә Рәми Ғарипов Сабир ағай Хәжипов эргәһенә яҡынланы.
— Рәхмәт, Сабир ағай, яҡынса иҫәп менән өсәр центнерҙан ғына өләшкәндә лә, өс көн эсендә һеҙ 330-ҙан ашыу ғаиләне ҡышҡа иген менән тәьмин иттегеҙ. Әгәр һәр кем шулай эшләһә, илдә күптән муллыҡ булыр ине, — тип уны ихлас ҡотланы һәм комбайнына ал флажок беркетте. Шул арала мин Сабир ағайҙың баҫыу карабының уң яғына бер йондоҙ төшөрөп өлгөрҙөм.
Сабир ағай бер аҙ уңайһыҙланды булһа кәрәк, ҡыҙарып китте. Шулай ҙа өндәшмәй булдыра алманы.
— Уныһы шулайын-шулай ҙа, Рәми ҡусты, әммә запас частар етмәүе бәкәлгә һуға, — тине ул, күңелендәген сисеп, — илдә ҡеүәтле промышленность бар, тибеҙ. Мәгәр ауылдағы техниканы тәьмин итерлек запас частар юҡ. Етәкселәребеҙ ете ер аръяғына сығып эҙләй бит уны. Таба ла алмай ҡайталар күп саҡ. Әгәр уттай эш мәлендә комбайның ватылһа, нишләмәк кәрәк? Вәт бит эш ҡайҙа килеп төртөлә. Ә юғарынан, давай-давай, тип теңкәгә тейәләр. Быны нисек аңларға?
— Тура һүҙгә яуап юҡ, Сабир ағай. Беҙҙә шулайыраҡ шул, ура ҡысҡырырға яратабыҙ. Ҡана һуң, техника эшләп сығарғас, запас частары хаҡында ла уйлаһалар. Әммә был юҡ. Бөтә нәмә лә туҙмай тормай бит. Ҡыш — санаңды, йәй арбаңды әҙерлә, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Быныһы урындағы етәкселәргә ҡағыла, — тип яуап бирҙе Рәми.
Совхоздың “Комсомол тормошо” гәзитендә “Илде икмәк менән туйҙырыусы ил ағаларына дан һәм хөрмәт!” тигән баш аҫтында мәҡәлә сыҡты. Беҙ, мөхәрририәт ағзалары, ауылыбыҙҙың ғорурлығы һәм таянысы булған ағайҙарға арнап, “Молния”, “Боевой листок” әҙерләнек.
Ҡыҫҡа ғына ялға туҡтаған ялан батырҙары, ярҙамға килгән шоферҙар, агитаторҙар бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән, һуғыш йылдарында ал-ял белмәй эшләгән уңған ураҡсы Мәүлиха Ғарипова бешергән итле ашты һәм ҡабарып бешкән икмәкте яратып ауыҙ итте. Һый Рәми Ғариповҡа ла оҡшаны булһа кәрәк. Уның, башҡалар кеүек үк, аяҡтарын бөкләп ултырып, тимер туҫтаҡтан тәмләп ашауы, туҫтаҡ төбө ялт итеп ҡалғас, Мәүлиха әбейҙең: “Аша, улым, аша, ҡана тағы өҫтәйем әле бер ижау”, — тип әйтеүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Былай ҙа көләс йөҙлө шағирҙың йөҙө тағы ла көләсләнеп китте, маңлайына, ике яҡ сикәһенә бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты.
Төштән һуң эш дәррәү барҙы, кискә ер һөрөүселәр килгәнсе баҫыуҙан игендәр йыйылып бөттө. Көҫәпәйҙәрҙең тырышлығы, тәүәккәллеге Рәмиҙе бик тә шатландырҙы. Уларҙың хеҙмәт еңеүендә, һис шикһеҙ, уның да ҙур өлөшө булды. Артабан да баҫыу эштәре шулай дауам итте.
Секретарь совхоздың бөтә бүлексәләрендә лә булырға, йәштәр, оло быуын кешеләре менән осрашып һөйләшергә, кәңәшләшергә тырышыр, үҙенең ялҡынлы, һағышлы шиғырҙары менән кешеләрҙе һөйөндөрөр ине.
...Баҫыуҙар бушап ҡалды, тирә-яҡ алтын төҫөнә мансылды. Урманда, йылға буйҙарында миләш-балан, гөлйемеш өлгөрҙө. Ауыл халҡы, бигерәк тә әбей-һәбейҙәр балан-миләш йыя торғайны. Бына мин дә бер ялымда, күрше ҡыҙы менән урманға барып, күп итеп балан йыйып ҡайттым. Шул баландан минең ҡәҙерле әсәйем бик тәмле итеп бәлеш бешерҙе. Баландың мейестә шул көйө суйынға һалып бешерелгән бер өлөшөн шәкәр ҡушып һалҡынға ултыртып ҡуйҙы. Сираттағы мәшәҡәтле эштәрҙән һуң төш алдынан Рәми Ғарипов беҙгә килде. Атайым да, әсәйем дә шағирҙы әйҙүкләп, ихлас ҡаршыланы. Әсәйем ҡоймаҡ ҡойорға, бәрәңге шәңгәһе лә бешерергә өлгөргәйне. Һәммәбеҙ ҙә сәй табынына ултырҙыҡ.
Шунда Рәмиҙең өҫтәлдәге һый-ниғмәттәр араһынан балан бәлешен, шәкәр ҡомо менән тәмләндереп һыуытылған баланды шундай ләззәтләнеп, кинәнеп ашағанын, әсәйемә мең-мең рәхмәт уҡығанын мәңге онотмам. Атайым менән әсәйем уның ихласлығына һоҡланып ҡарап ултырҙы. Табын өҫтәле янында төрлө һөйләшеү булды. Хәтирәләр яңыртылды. Рәми һорай, ҡыҙыҡһына, ә атайым менән әсәйем яуап бирә, һөйләй. Шағирҙың йыш телгә алған кешеһе атаһы булды. Атайым уның атаһын яҡындан белгәс, күпте һөйләне, Рәми тыңланы ла тыңланы... Шунан атайым уға:
— Буйың-һының, төҫөң, ҡарашың, хатта ҡылығың тас атайың Йәғәфәр инде, — тине.
Әсәйем иһә Мәрйәм апай тураһында:
— Һинең әсәйең оҫта ураҡсы булды, рекорд ҡуйғас, райком вәкиле Йосоп Яҡупов уға күлдәклек ситса, бал бүләк итте. Беҙ ҙә һинең әсәйең өлгөһөндә эшләнек, — тип һөйөндөрҙө шағирҙы. Аҙаҡтан Рәми, һағышланып:
— Атайлылар бәхетле инде, мин уларҙан көнләшәм, — тип ҡуйҙы.
Өҫтәл янында ошо фәһемле һөйләшеүҙән һуң, беҙ, атай-әсәйебеҙҙең балалары, был әңгәмәнән ҙур һабаҡ алдыҡ. Ғәзиз атай-әсәйебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яраттыҡ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Был мәшһүр шағирҙың беҙҙең өйгә һуңғы килеүе булған икән.
Һәр осрашҡан һайын Рәми атай-әсәйемде һорашыр, тәмле балан бәлеше ашауын хәтеренә төшөрөр булды.
“Совет Башҡортостаны” гәзитендә Рәми Ғариповтың вафаты тураһындағы некрологты уҡығас, шаҡ ҡаттыҡ, шундай кешенең үлеүенә ышанманыҡ. Юҡ, ул үлмәне, уның рухы беҙҙең арала йәшәй. Уның исеме үлемһеҙ.
Зилә ҒӘББӘСОВА-БУРАНҒОЛОВА.
Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 669

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571