Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҫыл улы булдың халҡыңдың
Аҫыл улы булдың  халҡыңдың1977 йылдың 20 феврале. Был көн башҡорт донъяһында иң ҡараңғы көндәрҙең береһе булып күңелдәрҙә ҡалған. Рәми юҡ... Мәңгелек йортона — асманға осҡан уның йәне.
Рәми, миңә лә, һиңә лә быйыл — 80 йәш, ләкин ошо түңәрәк датаны бергә үткәрергә тура килмәне. Әлбиттә, бер тыуған көнөңдә генә түгел, йыл дауамында кешеләрҙең телендә һин буласаҡһың. Шиғырҙарың уҡыласаҡ, йырҙарың йырланасаҡ, яңы быуын тормош юлыңды, ижадыңды өйрәнәсәк, теле- радио тулҡындары һинең турала һөйләйәсәк.
Рәми йыш ҡына төшөмә инә. Күңелем саф, кәйефем яҡшы саҡтарҙа ул төшкә инә лә, мине ҡеүәтләгәндәй, алыҫтан ғына йылмайып ҡарап тора: “Ләлә, бирешмә, эшең шәп”, — тип күҙҙән юғала. Тормош булғас, кәйефең ҡырылған, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән ваҡыттар ҙа етерлек. Шулай уйланған, күңелһеҙ мәлем ине. Йәнә Рәми төшкә килеп инде. Мин тау башында торам, имеш, ә ул тау аҫтынан йүгереп килеп менде лә, миңә туп-тура ҡарап, бармаҡ янаны: “Ләлә, ҡара уны, һинең арырға хаҡың юҡ”, — тине һәм тауҙан кире йүгереп төшөп китте. Эргәлә торған бер егеткә: “Ул минең өйҙә сисенгән икән, кейемен сығарып бирегеҙ”, — тип тә өҫтәне. Был бер ғәләмәт хәл булды. Тимәк, ул: “Эшлә, халҡың өсөн эшләүҙән арырға ярамай”, — тип әйтергә теләгәндер.
Рәми кесе йәштән үҙен рухи яҡтан да, физик яҡтан да киләсәк тормошҡа әҙерләне. Интернатта уҡығанда ҡыштың сатлама һыуығында ла тышта зарядка эшләп, тәнен ҡар менән ыуып, ҡып-ҡыҙыл булып килеп инә торғайны. Ул ваҡытта яңы ғына эш башлаған аэроклубҡа йөрөнө, самолетта осорға бик әүәҫ булды. Парашюттан һикереү ҙә киләсәккә сынығыу күнекмәләренең береһе булғандыр, күрәһең.
Аҫыл улы булдың  халҡыңдыңҺуғыштан һуңғы 15-16 йәшлек балаларға, үҫмерҙәргә хас булмағанса Рәми үҙен алдағы тормошҡа әҙерләне. Буш ваҡытын китапханала үткәрҙе. Донъя әҙәбиәтен ныҡ өйрәнде. Шуға ла уның урыҫ әҙәбиәтенән яҙған иншалары үҙе бер әҙәби әҫәр кеүек булды. Уҡытыусыһы Мөсәллиә Ғәлиә ҡыҙы Хәйруллина уның иншаларын беҙгә өлгө итеп уҡыр ине. Башҡорт әҙәбиәтенән ниндәй кимәлдә иншалар яҙыуы тураһында әйтеүҙең кәрәге юҡ. Рәмиҙең иншалары һәр саҡ өлгө булып күргәҙмәләрҙә торор ине. Әммә математика, физика, химия дәрестәре уға ауырлыҡ менән бирелде. Бөтә күңеле, булмышы менән әҙәбиәт даръяһында гиҙҙе. Рәми үҙенсә йәшәне, үҙе булып ҡалды, намыҫына тап төшөрмәне. Халҡына әйтер һүҙен ҡыйыу әйтә белде, дан артынан ҡыуманы.
Рәми донъялағы бөтә нәмәгә бик иғтибарлы ине. Кешеләрҙе яратҡан кеүек тәбиғәтте өҙөлөп яратты, үҙенең байтаҡ шиғырҙарында уй-тойғоларын, кисерештәрен тәбиғәт күренештәре, ҡош, тау, йылға, һыу образдары аша биреүе лә шуны дәлилләй.
“Әй, тәбиғәт, бармы һиндәгеләй
Шундай оло сәнғәт донъяла?
Ҡосағыңа алһаң, беҙ әле лә
Һинең алда — сабый бер бала”.
1952 йылда Башҡортостандың райондары буйлап Әсхәт Ашрапов менән йөрөп ҡайтҡас, көҙөн миңә бер хатында түбәндәгеләрҙе яҙғайны: “Ләлә дуҫҡай! Башҡортостандың бик күп ауылдарында йөрөп, халҡым менән осрашып, иҫ киткес байлыҡ йыйып ҡайттыҡ Әсхәт менән. Ул минең өсөн һис бер ни менән дә сағыштырғыһыҙ хазина.
Халыҡ — ул тиңһеҙ байлыҡ.
Тағы шуны аңланым: һәр төбәктең тәбиғәт шарттарына ҡарап үҙенә генә хас сифаттары барлығын төшөндөм. Беҙҙең төньяҡ райондарҙа һауа торошо ҡаты, шул сәбәпле хатта кешеләр ҙә ҡырыҫыраҡ. Йүрүҙәнем минең шым ғына аҡҡан кеүек күренһә лә, әҙерәк абайламай баҫһаң, аяҡтан йыға, хатта таштары ла осло-ҡырлы, яланаяҡ баҫып булмай. Һыуы ла һалҡын, күкһел-йәшел булып ята.
Ә һеҙҙең Эстек йылғаһы ниндәй саф, асыҡ, йомшаҡ, таштары ла йомро, йәйпәк, аяҡҡа рәхәт. Һеҙҙең яҡта халыҡ та бит йомшаҡ күңелле, ихлас һымаҡ, ҡыҙҙары ла бигерәк наҙлы... Һеҙҙең яҡтың сиңерткәләре лә нескә тауыш сығарып сырылдаған һымаҡ”.
Эйе, донъяны ифрат яратты ул. Тимәк, кешеләрҙе лә яратты. Рәми төрлө илдәрҙең, телдәрҙең, һәр халыҡтың да тигеҙ үҫешкә хаҡлы булыуын, телдәрҙең гүзәллегенә һоҡланып йәшәне, бер телде лә кәмһетмәй, үҙ телеңде тиңдәр менән тиң итеп күреү теләге менән янды:
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артынан яу булыр, — тип яҙғайны бер шиғырында.
Һәр милләттең теле үҙенә үтә лә ҡәҙерле, шуға ла һәр береһе үҙ телен яҡларға һәм һаҡларға бурыслы икәнен асыҡ әйтеп бирҙе.
Үҙ телен белмәгән баланың аҡыл һәм рухи үҫешендә кәмселек барлыҡҡа килеүен иҫкәртеп, ул:
Тел асҡысы — ил асҡысы,
Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ,
Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,
Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ.
Һай, таш булма, таш булма,
Аң ғына бул телеңә,
Аң булмайса туң булһаң,
Бер имгәк һин илеңә, — тип яҙғайны.
Рәми милләтенең яҙмышы, тел яҙмышы хаҡында заманында бер кем дә яҙырға, әйтергә баҙнат итмәгән саҡта беренсе булып ҡыйыу һүҙ әйтә алыусы шағир булып, халҡының аҫыл улы булып күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Ул үҙенең үткер шиғыр юлдары менән үлемһеҙ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566