Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер шиғыр, ике шиғыр, йәки Тәржемә эше алға барамы?
Тәржемә эше тураһында әллә күпме оҙайлы, осһоҙ-ҡырыйһыҙ әңгәмә ҡорорға, бәхәсләшергә була. Был хаҡта “Ағиҙел” журналында ла яҙып сыҡҡайным, сөнки әҙәби хәл-торош, яңы фекер тап ошо баҫма аша халыҡҡа, юғары даирәләргә еткерелергә тейешлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Кемдер тәржемә эшен бөтөнләй һанламай, йәнәһе, ул – ҡуян һурпаһының һурпаһы, төп нөсхәнән бер ни ҙә ҡалмай тиергә лә була, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, тәржемә аша донъя, Рәсәй әҙәбиәтен белеүен таный, милли әҙәбиәттәрҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн юғары кимәлдәге сәнғәт институты икәнен иҫбатлай. Икенсе фекер миңә лә яҡын, нимә генә тимә, төрлө телдәрҙәге һүҙ сәнғәтенең үҫеше тап тәржемә эшенә бәйле.

Совет осорона әйләнеп ҡайтайыҡ. Уҙған быуатта Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов һәм, әлбиттә, Мостай Кәрим исем­дәрен әҙәбиәт һөйөүселәр яҡшы белә. Тәржемәнең дәүләт тарафынан юға­ры маҡсатта файҙаланыуы һөҙөмтә­һен­дә донъя әҙәбиәте тап ошо ҡәләм оҫта­лары­ның шәп әҫәр­ҙә­ре менән байыуын танырҙар. Ил­дә­ге идеология әҙәбиәтте үҙ маҡ­са­тында ла, халыҡ менән идара итеү йәһә­тенән дә бик оҫта файҙаланған, нимәһе яҡшы – әҙип­тәр ҙә был осорҙа күп әҫәрҙәр ижад иткән, төрлө телдәргә тотош китап­тарҙы ауҙарған, дәүләт наградалары алған, илдең иң шәп яҙыусы­лар йорттарын­да фекер алышып, ялҡынланып бергә әҙәбиәт үр­ҙә­рен яулаған. Ленин әйткәнсә, “революция яһарға телә­һәң, гәзит сығарырға кәрәк”, йәғни ул һүҙ аша фекер халыҡ аңына тиҙерәк барып етеүен таныған.
Бөгөн һүҙ телевидение, радио, Интернет майҙан­дарында эшен дауам итә. Нимәһе ҡыҙыҡлы – киң билдәле күп әҫәрҙәр дәүләт заказы булараҡ яҙыл­ған. Тимәк, дәртлән­дереү ижад иткәндәрҙе илһам­ландыра ғына түгел, ә кимәл хаҡында ла уйларға мәжбүр итә!
Әле хәл нисегерәк һуң? Тәржемәгә гонорар баҫ­маларҙа мәҡәләгә ҡаралғандың яртыһы самаһын­дай ғына түләнә. Эш хаҡы ғына түгел, мәҡәлә гонорары ла бик ныҡ кәмегәнен иҫәпкә алғанда, тәржемә ха­ҡында әйтеп тә торорға түгел. Был эш тотошлайы менән әҙәбиәтселәрҙең үҙ иңенә йөкмә­телгән һүҙ сәнғәте төрө булып йәшәй. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә һымаҡ. Һәр кем үҙе һайлаған юлының яҙ­мышын үҙе хәстәрләй. Дәүләт кимәлендә булды­рылған гранттар ҙа нин­дәйҙер кимәлдә өмөт уята. Ә бит икенсе яҡлап ҡараһаң, алда әйткәнемсә, тап тәр­жемә аша беҙ теге йәки был донъя әҙәбиәтен уҡып беләбеҙ, шул рә­үешле ул донъя кимәленә сыға. Был төр хеҙмәт бер нисек тә әҙиптең шәхси эше генә була алмай. Әҙәбиәттең тәрбиәүи әһәмиә­тен, көсөн баһалаған дәүләттә тәржемә аша милли һүҙ сәнғәтенең үҫешен тәьмин итеү мөмкинлеге тураһында фекер йөрөткән власть вәкилдәре лә бар. Йылдың Әҙә­биәткә бағышла­ныуы тап ошо хаҡта һөйләй түгелме?
Донъя әҙәбиәтенең аҫыл өл­гө­ләрен башҡортсаға тәржемә иткән халыҡ шағиры Рәми Ға­рипов көндәлектәрендә эшенең ни тиклем мөһимлеген һәм кәрәклеген ҡат-ҡат билдәләп китә. Тәржемә – ул һәр яҙыусының гражданлыҡ позицияһы ла, минеңсә. Эйе, был эшкә һәр әҙип, бәлки, тотона ла алмайҙыр, әммә һүҙҙе тәрән тойорға өйрәтә.
“Бельские просторы” журналы тап башҡорт әҙип­тә­ренең әҫәрҙәрен Рәсәй кимәленә, урыҫ аудито­рия­һына сығарыу маҡсатынан Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ҡарары ярҙамында нәшер ителә башлай. Әммә нимәһе ҡыҙыҡ: унда тәржемәсе вакан­сияһы юҡ. Хәйер, “Истоки” гәзитендә лә ошо уҡ хәл. Әҙәби баҫмаларҙа – тәржемә хеҙмәтен даими атҡарыу бурысы йөкмәтелгән матбуғат баҫмаларында тәғә­йен ошо эш урыны булдырыу кәрәкмәйме икән?
Милли республикаларҙа тәржемә эше – юғары кимәлдә ҡаралырға тейешле мәсьәлә. Граждандары яҡшы китап уҡыуын, яҡшы әҫәрҙәр рухында тәрбиәләнеүен теләгән дәүләт был эште мотлаҡ хәстәр­ләр­гә бурыслы. Тәржемә менән те­гендә бер яҙыу­сы, бында икенсе әҙиптең айға бер шөғөлләнеүенең бер ниндәй һөҙөмтә бир­мә­үе ихтимал. Башҡортостан Республика­һын­да – күп мил­ләтле төбәктә – нәфис әҙәбиәтте тәржемә итеү буйынса дәүләт һүҙ сәнғәте институты булырға тейештер, бәлки?! Шул саҡта “Бельские просторы” журналы асҡан йәш тәржемәселәрҙең дә ҡанаттары кирелеп, әҙәбиәт күгендә киң ҡолас ташлап осорҙар ине. Кристина Ан­дрианова, Лилиә Кликич, Андрей Кадынцев, Любовь Колоколова, Артур Гәрәевтәрҙең һәләте тап был баҫма йыл да үткәргән шиғыр тәржемә итеү конкурсында Р. Түләк­тең, М. Кәрим­дең, Р. На­за­ровтың, Р. Хи­са­метдинованың, Ш. Ба­бич­тың, Ғ. Ишкинин­дың әҫәрҙәрен урыҫсаға ауҙарыу осо­ронда бил­дәле булды. Уларҙы ошо өлкәләге эштәргә йәлеп итергә ине. Әгәр тәржемә эшен йәнләндереп ебәрергә теләйбеҙ икән, иң беренсе ижадсыларҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһалау мәсьәләһен хәл итергә тейешбеҙ! Һүҙ сәнғәте әҫәре – ул шул уҡ тауар, тик ул рухи тауар. Магазинда беҙ түләмәй бер нәмә лә һатып ала алмайбыҙ, бында ла шул уҡ хәл.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәки­мов хөрмәтенә Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хаки­миәте тәржемә өлкәһендә премия ла булдырҙы. Марсель Ғафуров – күп башҡорт әҙиптәренең әҫәр­ҙә­рен урыҫ­саға ауҙарған автор – ул ваҡытта иҫән ине әле. Миңә ҡалһа, ағай тәржемә эшендә иң күп эшләгән яҙыусыларҙың береһе булды, әммә лайыҡ­лы баһаһын алмай китеп барҙы. Йәл... Ана шул тәржемә өлкәһендәге һәр эште яйға һалыу өсөн Һүҙ сәнғәте институты кәрәк милли төбәгебеҙҙә!
Шуныһы ҡыуаныслы: Мәҙәниәт йылында Әхиәр Хә­кимовтың ҡатыны Лидия Хәкимова үҙе иҫән саҡта һәм билдәле тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова тәүге­ләрҙән булып Ә. Хәкимов исемендәге әҙәби пре­мияның лауреаттары булды.
Әйткәндәй, быйыл да иғлан итте “Бельские прос­торы” журналы шиғыр тәржемә итеү конкурсын. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын” әҫәре тәҡдим ител­де һүҙ оҫталарына. Эйе, ошо рәүешле баҫма тәржемә эше хаҡында журнал уҡыусы­ларҙың иҫенә төшөрөп тора, әммә был ғына етмәй. Әҙәбиәт йылында башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй, донъя кимәленә алып сығыу тураһында ла хәстәрлек күреү зарур!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566