Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғриәттең тоғро хеҙмәтсеһе
Шиғриәттең тоғро хеҙмәтсеһеОшо көндәрҙә күренекле башҡорт ғалимы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм уҡытыусы Ким Әхмәтйәновҡа 80 йәш тулыр ине.
Ким Әбүзәр улы 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Ул — республикаға бик күп ғалимдар, яҙыусылар, педагогтар, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарындағы белгестәр биргән башҡорт ауылдарының береһе.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын Темәс педагогия училищеһында дауам итә. Артабан уҡыу алдынғыһы булараҡ, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына ебәрелә. Уҡыу йортон яҡшы билдәләр менән тамамлай һәм башҡорт теле, әҙәбиәте кафедраһында уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ошонда ике йыл эшләп, фәнни-педагогик тәжрибә туплап, 1957 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә.
Үҙенең тәүге ғилми хеҙмәте өсөн шул осор буйынса өр-яңы һәм башҡорт әҙәбиәте өсөн көтөлмәгән теманы – башҡорт поэмаларының композицияһы мәсьәләләрен – һайлай. Ғалим, әҙәбиәт белгесе Әхнәф Ибраһим улы Харисов уның ғилми етәксеһе була. Поэма жанры үҙенсәлектәрен бөтә яҡлап тикшергәндән һуң Ким Әхмәтйәнов тос йөкмәткеле теоретик эш яҙа һәм кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1962 йылда тәүге ғилми хеҙмәтен “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” тигән исем аҫтында айырым китап итеп баҫтырып сығара.
Ким Әхмәтйәнов заман һулышын һиҙгер тоя, республика мәктәптәренең һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт телендәге әҙәби һүҙлеккә киҫкен ихтыяжын аңлай. Шул сәбәпле “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”н әҙерләп, 1965 йылда нәшер итә. Ошо уҡ йылда ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Терминдарҙы һайлағанда һәм аңлатҡанда Ким Әхмәтйәнов урыҫ һәм башҡа телдәрҙә сыҡҡан ошондай һүҙлектәрҙе ҡабатламай. Һәр төшөнсәгә үҙенсәлекле аңлатма бирә, башҡорт әҙәбиәтенә генә хас булған яңы факттарҙы һәм күренештәрҙе асып һала, улар өсөн әҙәбиәт фәне ҡаҙаныштарына тап килгән уңышлы һүҙҙәр һайлай.
Ғалимдың егерме йылдан ашыу ғүмере Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үтә. Бында ул әҙәбиәттең ҡатмарлы проблемалары — әҙәбиәт теорияһы һәм яҙыусы оҫталығы буйынса төп хеҙмәттәрен ижад итә.
Ким Әбүзәр улының 1971 йылда баҫылып сыҡҡан һәм шунда уҡ йәмәғәтселектең юғары баһаһын алған “Әҙәбиәт теорияһы” филология фәне ҡаҙаныштарының береһен тәшкил итә. Ошо китабы өсөн ул 1972 йылда Башҡортостандағы әҙәбиәт белгестәре һәм тәнҡитселәре араһында беренсе булып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. “Әҙәбиәт теорияһы” республикабыҙ мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ өлкән класс уҡыусылары өсөн ярҙам сығанағына әүерелә. Ошо ҙур хеҙмәт 1985 һәм 2004 йылдарҙа ҡабаттан нәшер ителә.
Әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе булараҡ Ким Әхмәтйәнов нигеҙҙә шиғриәт үҫешен анализлау менән шөғөлләнә, уның төрлө үҫеш дәүерҙәренә арналған хеҙмәттәр яҙа. Аҙаҡ улар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙерләнгән һәм Өфөлә башҡорт телендә, унан һуң Мәскәүҙәге “Наука” нәшриәтендә урыҫса донъя күргән “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” китабына индерелә.
Ғалимды айырыуса Ш. Бабич, Ғ. Сәләм, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, М. Кәрим, Н. Нәжмиҙең ижады йәлеп итә. Мәҫәлән, “Шиғриәт иленә сәйәхәт” китабына (1967) ингән М. Кәрим, Р. Ниғмәти, Ш. Бабич ижады тураһындағы мәҡәләләрҙең, шулай уҡ “Н. Нәжми — шиғыр оҫтаһы” (1974), “Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады” (1980) китаптарының иғтибар үҙәгендә шиғри оҫталыҡ мәсьәләһе ята.
1971 йылда Ким Әхмәтйәнов тарафынан нәшер итеүгә әҙерләнгән ҙур күләмле “Башҡорт шиғриәте антологияһы” донъя күрә. Ә 1980 йылда ул урыҫ телендә ике томлыҡ “Поэты Башкирии” антологияһын баҫтыра. Ошо баҫма Башҡортостан әҙәбиәтен өйрәнеүселәр өсөн әле лә яҡшы ҡулланма булып тора.
Шағирҙың оҫталығы, шиғри телмәрҙең үҙенсәлеклелеге, уның проза теленән айырмаһы тураһындағы фекерҙе үҫтереп, ғалим 1979 йылда шиғриәттең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнгән “Поэтик образлылыҡ. Теоретик нигеҙҙәр. I бүлек” ғилми трактатын сығара. Уның II бүлеге 1994 йылда донъя күрә. 1980 йылда ғалим иң яратҡан шағирҙарының береһе хаҡында китап яҙа. Үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһында ла ошо шағирҙың ижадына ҙур иғтибар бирә. Хеҙмәт “Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады” тип атала. Ошо уҡ йылда К. Әхмәтйәнов тарафынан әҙерләнгән бер томлы “Ғ. Сәләм. Һайланма әҫәрҙәр” китабы нәшер ителә.
Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов менән күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә халыҡ шағирҙары М. Ғафури, Р. Ниғмәти, М. Кәрим тураһында мәҡәләләр яҙалар. Улар “Лекторға ярҙамға” рубрикаһында баҫылып сыға. М. Кәримгә 60 йәш тулыу айҡанлы Һарытауҙың “Волга” журналында — “Из племени “Урала-батыра” (1979 йылдың октябре), шулай уҡ “Вопросы литературы народов СССР” журналында “Поэзия Мустая Карима” (Киев, Одесса, 1976) мәҡәләләре донъя күрә,
Ким Әхмәтйәновтың Башҡортостандағы әҙәбиәт ғилеменә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙылған “Башҡорт әҙәбиәтендә әхлаҡ мәсьәләләре”, “Фәнни-техник революция һәм шиғри фекерләү” тигән хеҙмәттәре әҙәби-теоретик фекерләү ҡаҙаныштары бейеклегенән бөгөнгө башҡорт шиғриәте проблемаларын хәл итә.
Ижади тәжрибә туплаған К. Әхмәтйәнов тора-бара йәштәрҙең өлкән кәңәшсеһенә, остазына әүерелә. Хеҙмәттәре лайыҡлы баһа ала. 1972 йылда ул Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ була, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарының мөхәрририәт, Башҡортостан Юғары Советы Президиумы ҡарамағындағы терминология комиссияһы ағзаһы, Өфөнөң Киров районы халыҡ депутаты итеп һайлана, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, эшендәге уңыштары, коллектив тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм СССР Фәндәр академияһының 250 йыллығы айҡанлы академия президиумының һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Юғары наградаларға, абруйға эйә булыуына ҡарамаҫтан, Ким Әбүзәр улы баҫалҡы, итәғәтле кеше булып ҡалды. Ул йәштәргә, ижад юлын яңы башлаған авторҙарға айырыуса иғтибарлы ине, йыш ҡына әҫәрҙәрен анализлай торғайны. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү теләге уны 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Ошонда, доцент булараҡ, әҙәбиәт теорияһы курсын алып бара.
Ким Әхмәтйәнов ҙур ижади ынтылыштар, бай уй-хыялдар менән йәшәне. Ауыҙ-тел һәм яҙма шиғриәттәге образлылыҡ проблемаларына арналған докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә ныҡышмалы эшләне. Ошо хеҙмәттәргә ныҡлы бирелеп, ҡаты сирләүенә лә иғтибар итмәне. 1980 йылдың 9 ноябрендә ғалимдың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Күп кенә бөйөк тәнҡитселәр кеүек үк ул да, илле йәшкә лә етмәйенсә, арабыҙҙан иртә китте. Ысын таланттарҙың тәҡдире шулдыр, күрәһең. Әммә ҙур ғалимдарҙың, рәссамдарҙың үлемһеҙ ижады сағыу йондоҙҙай һәр саҡ балҡып тора.
Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы тормош иптәше Рәйфә Шәйғәрҙән ҡыҙының ҡатнашлығы менән башҡорт телендә “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” китабы баҫыла. Әйткәндәй, Ким Әбүзәр улының ижади мираҫын һаҡлап ҡалыу буйынса ул ғалимдың исемен йөрөткән премия лауреаттарының береһе була. Әҙип вафат булғандан һуң тағы ла алты китабы донъя күрә. “Әҙип һүҙе — танһыҡ һүҙ” тигән исемле мәҡәләләр йыйынтығы “Китап” нәшриәтендә баҫмаға әҙерләнде.
Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың башҡорт әҙәбиәте ғилеменә һалған хеҙмәте йылдар үтеү менән бәҫен юғалтманы. Ул шиғриәттең тоғро хеҙмәтсеһе булараҡ әле лә алғы сафта ҡала.
Әбйәлилдәр күренекле яҡташтарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. 1992 йылда К. Әхмәтйәнов исемендәге премия булдырыла. Ул йыл һайын 5 февралдә әҙәбиәт, сәнғәт һәм журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тапшырыла.
Әлмөхәмәт ауылындағы мәктәптә әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған музей асылды. Ошо ауылдағы һәм район үҙәге Асҡарҙағы урамдарға Ким Әхмәтйәновтың исеме бирелгән.
Р. РАМАҘАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566