Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотмаған Мәскәү Рәмиҙе
Онотмаған Мәскәү Рәмиҙе“Мин аллеялар буйлап, бушап ҡалған баҡсаның хуш еҫтәрен һулай-һулай, Кремль стеналарына ҡарап алға атлайым. Минең менән уйҙарым ғына бергә. Ҡыҙыҡ бит тормош. Кем уйлаған бындай аҡ төндә Рәсәйҙең боронғо ҡалаһының ҡарт стеналары эргәһендә бер заман уйланып ултырырымды? Үҙемде әкиәттәге һымаҡ хис итәм...” – тип яҙған студент көндәлектәрендә Рәми Ғарипов.
Мәскәү ҡалаһы йәш шағирҙың донъяға үҙ ҡарашын булдырыуҙа, яңы ижади үрҙәргә күтәрелеүҙә ҙур этәргес була. Ғүмерлек юлдашы — украин ҡыҙы Надежданы ла нәҡ ошонда осрата. Мәскәү ҙә бит, дөрөҫөрәге, унда йәшәгән милләттәштәребеҙ Рәмиҙе онотмай. Шуға ла уҙған йылдың аҙағында, илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан тәүгеләрҙән булып хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолоуы осраҡлы булмағандыр.
Был көндә Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Рәми рухы өҫтөнлөк итте. Республикабыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, студенттар һәм аспиранттар шағирҙың яҡты Онотмаған Мәскәү Рәмиҙеиҫтәлегенә баш эйеү өсөн кисәгә йыйылғайны.
Ошо урында Мәскәүҙә халыҡ шағирының хәтер кисәһен ойоштороусы хаҡында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми хеҙмәткәре Земфира Сәхипова милләттәштәребеҙҙе берләштереү өсөн бихисап эш башҡара. Уның педагогия буйынса ғилми хеҙмәттәре лә халҡыбыҙ өсөн мөһим әсбаптарҙан һанала. Әле Земфира Ғизетдин ҡыҙы “Күп милләтле Мәскәү” яҙыусылар ойошмаһының рәйесе вазифаһын үтәй.
Тамаша залына йыйылған һәр кем икеләтә шатлыҡ кисергәндер. Тәүгеһе яҡташтар менән осрашып, хәл-әхүәл белешеү булһа, икенсеһе Рәми Ғариповтың шиғырҙарын ишетеү, уның һүҙҙәренә яҙылған тәрән мәғәнәле йырҙарҙы тыңлауҙыр.
Онотмаған Мәскәү РәмиҙеКисәлә Рәми Йәғәфәр улының тормош һәм ижад юлы хаҡында документаль фильм күрһәтелде. Унда шағирҙың холоҡ-фиғеле, йәшәү принцибы тулы сағылыш тапҡан. Бына экрандан билдәле әҙиптәр Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Динис Бүләков ижадташ һәм дуҫ хаҡында йылы һүҙҙәр әйтә, уның ауыр яҙмышы өсөн әрнеү белдерә...
Хәйер, тамаша залында ла Рәми Ғариповты яҡшы белгән һәм аралашып йәшәгән шәхестәр бар ине.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә Нагаеваның сығышы күптәрҙең күңеленә хуш килде. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған, хәҙер инде нисәмә быуын үҙ иткән йырҙарҙы башҡарғандан һуң, тамашасылар дәррәү алҡыштарын йәлләмәне.
— Рәмигә һәр саҡ һоҡланып йәшәнем, — ти Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы. — Үҙемде бигүк яҡшы тоймаһам да, бөгөнгө кисәгә килмәйенсә булдыра алманым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөк шағирыбыҙ арабыҙҙан иртә китте, әммә күңелебеҙҙә уның шиғырҙарына урын һәр саҡ түрҙә.
Мәскәүҙә белем алыусы яҡташыбыҙ Азат Юлтимеровтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы, әсәле-уллы Флүрә менән Рэдик Ефремовтарҙың башҡарған моңло йырҙары, Нияз Баййегетов етәкселегендәге “Утрауҡай” балалар бейеүе ансамбленең сығышы сараның бәҫен бермә-бер күтәрҙе. Ә инде Башҡортостанда тыумаһалар ҙа, башҡорт телендә шиғырҙарҙы яттан һөйләгән балаларҙы күреү күңелгә йылылыҡ өҫтәне.
“Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” — тип күптәрҙе һоҡландырҙы Земфира Сәхипованың ейәне Генар. Күрәһең, милли рух уларҙың тамырында ныҡлы урын алған.
Земфира Ғизетдин ҡыҙының йомғаҡлау һүҙен барыһы ла ихлас ҡабул итте.
— Бөгөн йәштәр Рәми Ғариповтың ижадын яҡшы белә, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ла үҙ итә, сөнки Рәми Йәғәфәр улы — азатлыҡты һәм татыулыҡты һынландырыусы шәхес. Мөмкинлектән файҙаланып, бер тәҡдимемде еткермәксемен. Мәскәү метроһының вагондарында Рәми Ғариповтың юғары ҡиммәттәр хаҡындағы шиғри юлдары һәм портреты урын алһа, яҡшы булыр ине. Рәсәйҙә йәшәүсе һәр халыҡтың шағирына ла етди иғтибар кәрәктер, тип уйлайым.
Был фекерҙе барыһы ла дәлилләп алҡышланы, ә инде Мәскәүҙәге Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге белгесе Азат Ғафуров ошо тәҡдимде тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ күрһәтәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Мәскәүҙә тәүгеләрҙән булып халыҡ шағиры Рәми Ғарипов иҫтәлегенә хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолоуы хуплауға лайыҡ. Тимәк, шағир шунда уҡыған саҡта, яҡташтары күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған. Кеше үҙе үлһә лә, хәтер мәңге тере бит.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Өфө — Мәскәү — Өфө.


Онотмаған Мәскәү РәмиҙеВенер ҒӘЛИН, физика-математика фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты:
— Рәми ағай кеүек үк, мин дә Салауат районының Арҡауыл ауылында бер нисә йыл уҡыным. Бер заман мәктәп партаһында “Р. Ғарипов” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым. Баҡтиһәң, уны буласаҡ шағир яҙған икән. Тик ул Өфөлә ине инде. Тырышлығы арҡаһында баш ҡалаға уҡырға китеүе хаҡында мәктәптә һөйләгәндәрен ишетеп йөрөнөм. Минең дә Өфөлә белем алыу теләге көсәйҙе. Күп тә үтмәй, гимназист булып киттем. Ләкин Рәми ағай был ваҡытта Мәскәүҙә уҡып йөрөгән булып сыҡты. Рәми Ғариповтың һәм Диҡҡәт Бураҡаевтың гимназияла беҙҙең менән осрашыу үткәреүен әле лә яҡшы хәтерләйем. Мин ул ваҡытта IХ класта уҡый инем. Улар беҙгә Мәскәү хаҡында һөйләне, шуның менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ла арттырҙылар. Һуңынан үҙем дә шул ҙур ҡалаға белем тауын яуларға киттем. Университетты тамамлағас, Өфөгә килеп эш башланым. Кире Мәскәүгә барып артабан уҡырға теләк ни тиклем көслө булһа ла, ебәрергә теләмәнеләр. Бер ваҡыт Жәлил Кейекбаевты урамда осратып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Үҙемдең хәлемде аңлатып биргәс, Жәлил ағай миңә мотлаҡ уҡыуымды дауам итергә кәңәш итте. Шул арала беҙгә Рәми Ғарипов тап булды. Бына ошо булды ла инде халыҡ шағиры менән тәүгегә аралашыуым. Рәми ағай һөйләгәндәремде иғтибар менән тыңланы ла:
— Ҡустым, һин минең һуҡмаҡтан йөрөйһөң икән, — тип йылмайып ҡуйҙы. Уның яғымлы йөҙө әле лә хәтеремдә.

Онотмаған Мәскәү РәмиҙеБикйән АБДУЛЛИН, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы:
— Юридик институтта уҡыған саҡта Рәми менән танышып алғайным. Мәскәүҙә яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлеген йәнләндереп, уҙғарылған сараларҙа йыш осрашып торҙоҡ. Башҡортостандан бында уҡырға килгән йәштәрҙең һәр йыйылышында Рәми Йәғәфәр улы ялҡынлы шиғырҙарын уҡыр ине. Артабан Өфөгә ҡайтып эшләп йөрөгән осорҙа ла уның менән бәйләнеште өҙмәнем. Енәйәт кодексын башҡорт теленә тәржемә итеүҙе миңә ҡушҡайнылар. Билдәле булыуынса, Рәми Ғарипов — оҫта тәржемәсе. Шуға ла Кодексты тәржемә иткәндә Рәми менән кәңәшләшергә тура килде. Был яуаплы эштә уның да ярҙамы ҙур булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гульназ
    Гульназ от 05.02.2012, 23:30
    Афарин, Мэскэулелэр!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 669

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571