Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин донъяға бағам һөйөү менән...”
Тик мөхәббәт уттарында
Янғандар була сыҙам,
Ғүмереңдә бер яратыу
Үҙе бер ғүмер һымаҡ.

Ә. Атнабаев.

Эй, һөйөклөм, бәғрем,
Аҡ фәрештәм!
һин булғанға, яҡты хыялдарым.
Мең йәшәп тә наҙҙарыңды татып,
Һине һөйөп һис тә туялмамын.

Бөгөн сикһеҙ ҡыуаныслы көнөм —
Көтөп алдым, иркәм, хаттарыңды.
Һин беләһең, изге доға күреп,
Мин уларҙы ихлас ятларымды.

Изге доға саф мөхәббәт кеүек,
Һин үҙең дә, бәғрем, изгеләрҙән.
Күңелеңә иман балҡыштары
Килә икән ҡайһы миҙгелдәрҙән?

Ул балҡыштар — һинең йылмайыуың,
Наҙ тулышҡан серле ҡарашың да.
Нур бөркөйһөң үҙең, керпегеңде
Таң нурына мансып алаһың да.

Мөхәббәттә мең гүзәллек күрәм,
Барҙыр унда тиңһеҙ батырлыҡ та.
Күҙҙәренә ҡарап һөйгәнеңдең
Йылмайыуы — үҙе матурлыҡ та.

Онотолмаҫ мөхәббәтле йәшлек,
Йәшлегемдең айлы кистәре лә,
Тәүге һөйөү ләззәттәрен татып,
Хозурланған йөрәк хистәре лә.

Хаттар яҙам һиңә.
Яралғандыр
Һөйөү өсөн генә саф хистәрем,
Һинең өсөн генә һарығандыр
Йәйғорҙар ҙа күккә бар төҫтәрен.

Һиңә атап, һинең өсөн генә
Моңон түгә сәхрә турғайҙары.
Һине һағынып, гөлләмәләй балҡый
Беҙ ҡауышҡан Иҙел туғайҙары.

Хаттар яҙам, бәғрем, һинең өсөн
Йөрәгемдең бөтөн ҡағыштары.
Уралмаһын беҙҙең яҙмыштарға
Саҡ-Суҡтарҙың һары һағыштары.

Нимә икән һөйөү, саф мөхәббәт?
Бармы әллә уның ҡөҙрәттәре?
Илаһи наҙ менән ғашиҡтарҙың
Йөрәген ул күпме тетрәтмәне.

Мөхәббәт ул — серҙәр тулы хистәр.
Кәрәк икән үткер ҡылыстан да.
Йәйебеҙҙә мәңге йәшәй һөйөү.
Ҡаҡшамаҫлыҡ, ныҡ ул ҡоростан да.

Таһир менән Зөһрә мөхәббәтен
Күпме дәүер данлай дастандар ҙа.
Юҡҡамы һуң таң билдәһе булып
Зөһрә йондоҙ балҡый асмандарҙа.

Һин, бәғерем, яҙмышыма юлдаш,
Һин – ғүмерлек өмөт-йыуанысым.
Бар донъямды йәмләп, һине һағынып,
Ал таң ата.
Таңдар — ҡыуанысым.

Тупраҡ тартһа, һағыштарың арта.
Ерһенәһең һин дә, аҫыл йәрем.
Изгелеге, тиңһеҙлеге менән
Ҡәҙерле ул һәр саҡ тыуған ерем.

Бик һағындым, тиһең, һин хатыңда,
Көт һин, тиһең, кисен-иртәһен дә.
Мөмкинме һуң, бәғрем, һине көтмәү,
Яғымлы ла үҙең, иркәһең дә.

Ал һин, тиһең, бар булмышым менән,
Танһыҡ, тиһең, ҡайнар ҡосағыңда.
Ҡәҙерҙәрен беләйек беҙ йәшлектең,
Бер генә бит була ҡыҙ сағым да.

Тыуған ерем, торған яғым берәү,
Һөйөклөм дә минең берҙән-берем.
Мөхәббәттән, саф һөйөүҙән башҡа
Кем һуң белә ғәйре йәшәү серен.

Һөйөүебеҙ сере һис бөтмәһен.
Серһеҙ ҡалһа, бөтә мөхәббәт тә.
Һайығасаҡ ул саҡ күңелебеҙ,
Һүнәсәктер унда мәрхәмәт тә.

Булған заман, йыраҡ ырыуҙарҙа
Шундай заттар һәр саҡ табылғандар —
Изге күреп, улар боттарға ла,
Уттарға ла хатта табынғандар.

Саф күңелдән сәждәләргә китеп,
Мөхәббәткә генә табынырмын.
Яҙмыш ҡушһа, бәлки, ғашиҡтарҙың
Фирғәүене булып танылырмын.

Мөхәббәт ул һәр йөрәктә үҙгә.
Мәңге йәш ул, хатта яңыра ла.
Булмышыңды ут-ялҡынға һала,
Ялҡындарҙан үҙе ярала ла.

Эй мөхәббәт! Һин – мәңгелек бәхет.
Бәхеттәрҙән яҙмыш айырмаһын.
Ғорурлығың тау бөркөтө кеүек,
Тик ҡанатын дауыл ҡайырмаһын.

Һин – ғүмерлек шатлыҡ, мөхәббәтем,
Хистәремдең ҡайнар даръяһы ла.
Һөйөүемдән яҙһам, хәсрәтемдән
Ҡуҙғалыр ул йөрәк яраһы ла.

Нәфислегең мине әсир итте.
Һин йылмайһаң, ал таң балҡығандай,
Һулышыңдан, бөтөн булмышыңдан
Сафлыҡ бөркөп, хуш еҫ аңҡығандай.

Сибәр ҙә һуң беҙҙең яҡта ҡыҙҙар —
Осратҡан бар шундай аҫылдарын.
Гүзәлдәрҙең затлы бәйгеһендә
Иҫең китер, күрһәң буй-һындарын.

Гүзәлкәйҙәр менән донъя матур.
Матурлыҡта күрәм йәшәү көсөн,
Һулышым да, һөйөү ялҡыным да
Ғүмерлеккә, иркәм, һинең өсөн.

Һинең өсөн һандуғастap моңо,
Шишмәләрҙең бөтөн шифалары,
Һинең кеүек танһыҡ йәш ҡыҙҙарҙың
Һылыу икән ниңә зифалары?

Алиһәләй күрәм һине генә,
Аҫыл ҡошом минең, ҡара ҡашым.
Теләктәрең аҡ бәхетең булып,
Игелектә гел бойомға ашһын.

Бөгөн минең һөйөнөслө көнөм —
Ҡайтам, тиһең, йыраҡ диңгеҙ кисеп.
Дауылдары менән диңгеҙ ярһыу,
Торһа икән йылы елдәр иҫеп.

Онотмам мин беҙ осрашҡан мәлде:
Күҙ нурыңдың ихлас һирпелеүен,
Һулышыңдан, бөтөн халәтеңдән
Ләззәт тулы хуш еҫ бөркөлөүен.

Хистәреңдең тоям ҡайнарлығын.
Бар наҙҙарың танһыҡ — һағынғанһың.
Мөхәббәтең ялҡын — иңдәремә
Йәнең-тәнең менән һырынаһың.

Һөйөү наҙы һәр йөрәккә танһыҡ.
Яулай уны йөрьәт иткән генә.
Мөхәббәттең ялҡынында янып,
Ожмахтарын үҙе үткән генә.

Рәхмәт һиңә, иркәм, саф күңелдән
Ҡайнар хисең, бөтөн наҙың өсөн,
Яманһыулап китһәм, йөрәгемә
Дәрт бирерлек моңло сазың өсөн.

Рәхмәт, йәнем, ҡайғыларға төшһәм,
Мине уйлап, янып-көйгән өсөн.
Гүзәлдәрҙән үҙең булһаң да һин,
Мине генә өҙөлөп һөйгән өсөн.

Рәхмәтлемен мәңге, һин, һөйөклөм,
Ил-һыуымдың йәме булған өсөн,
Күңелеңдең бөтөн гәүһәрҙәре
Илаһи нур менән тулған өсөн.

Рәхмәттәрем сикһеҙ, аҫыл йәрем,
Яҙмышыма бәхет биргән өсөн,
Саф һөйөүҙе хаҡ иманға тиңләп,
Мөхәббәтте изге күргән өсөн.

Мин донъяға бағам һөйөү менән,
Ихлас ҡараш, ҡайнар хистәр менән.
Шул сағында ерем-күгем балҡый
Йәйғор кеүек аҫыл төҫтәр менән.

Кешеләргә бағам мин яратып.
Илаһи нур дуҫтар күҙҙәрендә.
Бәхетемдең тулышҡанын күрәм
Мин уларҙың яҡты йөҙҙәрендә.

Мин таңдарҙа бағам Сулпаныма.
Сулпан йондоҙ — һөйөү балҡыштарым.
Ғүмеремдең бөтөн миҙгелдәрен
Мөхәббәткә генә бағышлармын.

Һөйөклөмә бағам мин һоҡланып,
Гүзәлдәргә кем һуң һоҡланмаған?
Нур һирпегән гүзәлкәйҙәр йөҙөн
Бер күрергә кемдәр уҡталмаған.

Һине, йәнем, ҙурлай нәҫелдәштәр.
Намыҫың саф — күркәм хәсиәтең.
Ҡатын-ҡыҙҙан өҫтөн бер кем дә юҡ —
Боронғолар әйткән васыят ул.

Ҡатын-ҡыҙға хатта табынғандар,
Изге күргән уны бар пәйғәмбәр.
Аҫыл затһыҙ яҡты донъя ла юҡ —
Мөхәббәттән башҡа ниндәй ғәм бар?

Булат кеүек сынығабыҙ янып
Мөхәббәттең һүнмәҫ уттарында.
Мәңгелеккә тыуғас, һөйөү йәшәр
Күктә — ҡояш, ерҙә ут барында.

Саф мөхәббәт олоғая белмәй.
Мәңге йәш ул, хатта яңыра ла.
Хистәреңде ут-ялҡынға һала,
Ялҡындарҙан үҙе ярала ла.

Ҡитғаларҙы, асмандарҙы иңләй,
Илаһи көс булып тарала ла.
Мәңге йәш ул, осор-дәүер үтеп,
Сынығыуҙан хатта яңыра ла.

Кәрәк икән, иркәм, һөйөү хаҡына,
Ут-ялҡындар булып ҡабынырмын.
Ғүмер буйы иманымдай күреп,
Мөхәббәткә генә табынырмын!
Табынырмын!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573