Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихлас йөҙө, уйсан һүҙе һаман да күңелемдә
Ихлас йөҙө, уйсан һүҙе һаман да күңелемдә Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башында матур көҙ көнөндә Рәшит Сол­тан­гәрәев, Самат Ғәбиҙуллин менән Өфө урамдарында оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрө­гәйнек. Самат дуҫлыҡты ҡәҙерләй тор­ған, дуҫ йәнле кеше ине, Өфөләге ҡәләм­дәштәрен һағынып килә торғайны. Әлеге осрашыуыбыҙҙа уның: “Егет­тәрҙең һәр береһен төндәр буйы барлап сығам, нимә эшләйҙәр, нимә яҙалар икән — шуны белгем килә”, — тип ихлас әйткәне хәтерҙә.

Самат Ғәбиҙуллин Өфөнән ситтә йә­шәгәндә бик йыш осраша алманыҡ. Уны күргән һайын ҡыуана ла, һыҙлана ла тор­ғайным. Әле лә уны уйлағанда күңелемдә ошо ике кисереш яңыра. Саматтың бар­лыҡ булмышында һис бер көнсөллөк, тарлыҡ, ҡаралыҡ юҡ ине. Уның бына ошо сифаттары айырыуса ҡыуандырҙы. Са­бый ихласлығын һаҡлаған шундай изге йәндәр арабыҙҙа тағы ла бармы икән? Бындай һорауҙар хәҙерге бит йыртышыу заманында айырыуса йыш тыуа. Үҙе эш­ләгән Бөрйән районы гәзите редак­ция­һында, иң аҙ эш хаҡын миңә тә­ғә­йен­ләгеҙ, башҡа­ларҙың ғаиләһе, ба­ла-сағаһы бар — бына шулай тигән шағир Самат Ғәбиҙуллин. Бындай дон-кихоттарҙы бөгөн көндөҙ сыра яндырып та таба алмаҫһың.
Саматтың яҙмышында күңелемде ныҡ һыҙлан­дырғаны шул: көнкүрешендә яң­ғыҙ булды, бигерәк ауыр, ҡарауһыҙ йә­шә­не. Әлеге осрашыуыбыҙҙа ла ҡә­ләм­дәшебеҙ ныҡ бөтөрөнгәйне, һаулығы насар күренде. Быларҙы ул белгертмәне, зарланманы, кемгәлер бер генә үпкә һүҙен дә әйтмәне. Ә бит рәнйергә лә хаҡы, сәбәбе бар ине. Өфөгә был килгәнендә Самат мул ғына гонорар алған булған. Ләкин шағирҙы рә­химһеҙ тырнаҡтарына эләктер­гән яҙыусы йораттары – әҙәбиәт ҡоҙғондары – был аҡсаны бер-ике көндә елгәртеп тә өлгөр­гәндәр, шағирҙың ҡайтырына ла ҡал­дыр­маған­дар. Юл­лығын хәстәрләп, уны Рәшит менән оҙатып ҡалдыҡ.
Самат Ғәбиҙуллин менән Башҡорт дәүләт университетында һабаҡташ булдыҡ. Ул минән бер курсҡа түбән уҡый ине, әммә шиғырҙарыбыҙҙы әҙәби түңәрәктә бергә тикшерҙек. Ҡулъяҙма жур­налыбыҙҙы, гәзитебеҙҙе бергә сығарҙыҡ. Беҙ­ҙең һымаҡ башлап яҙыусыларҙы туплаған түңәрәктең гөрләп торған саҡтары ине.
Аҙаҡ ер өҫтөндәге юлдарыбыҙ айы­рылһа ла, күңелдәребеҙ айырылманы. Ғүмеребеҙ әҙәбиәт донъяһында, ижад юлында бергә үтте. Самат, Өфөнән ситтә йәшәһә лә, бер ваҡытта ла шиғри мөхиттән ситләшмәне. Ижад уның шат­лыҡтары ла, борсолоуҙары ла — бөтә яҙмышы булды. Баш­ҡа шағирҙың уңыш­тарына бар күңел­дән ҡыуана белде. Бигерәк тә йәштәргә һәр саҡ ярҙамсыл ине. Ғүмеренең һуңына табан Самат оҙаҡ йылдар үҙенең тыуған районы Бөрйәндә редакцияла эшләне, айырыуса йәш шағирҙар менән ижади аралашты, уларға ҡарата иғтибарлы бул­ды. Бөгөн ошонда тәрбиәләнгән һәләтле ша­ғирҙар Самат Ғәбиҙуллинды үҙҙәренең остазы ти — бындай бәхет һәм хөрмәт һирәк­тәргә насип була. Әҙә­биәттең киләсәген хәстәрләп, йәштәргә ихлас та, талапсан да ярҙам итеп йәшәгәндә генә шуға ирешергә мөмкин.
Самат Ғәбиҙуллин — бына шундай бәхеткә өлгәшкән шағир. Үҙе иҫән саҡта уның биш китабы донъя күрҙе. Бик үк күп тә түгел һымаҡ. Ләкин ижадта һандан бигерәк сифат мөһим. Самат һан артынан ҡыу­ма­ны, һүҙгә талапсан булды. Үҙенең әҫәрҙәре хаҡында ғына уйлап йәшәмәне, әҙә­биәтебеҙҙең киләсәге тураһында борсолдо. Уның китаптары ғына түгел, һәләтле уҡыу­сылары ла ҡалды. Ижадсы өсөн быныһы айырыуса әһә­миәтле.
Ысын шағирҙың әҙәбиәткә килеүен уҡыусы уның беренсе китабынан уҡ күреп ҡыуана. Самат Ғәбиҙуллиндың 1967 йылда баҫылып сыҡҡан “Тауыш килә тауҙарҙан” тигән бәләкәй генә тәүге йыйынтығы ошо осорҙа башҡорт әҙәбиә­тенә үҙен­сәлекле яңы шағир аяҡ баҫҡанын раҫланы. Тау­ҙарҙа тыуған был тауыш уйсан да, моңло ла ине. Китапты уҡығандағы уйҙарымды “Туған тау­ҙар, туған тупһалар” тигән рецензиямда яҙғайным. Мәҡәләм “Совет Башҡорт­останы” гәзитендә 1967 йылда баҫылды. Туған тауҙары Самат өсөн атай йортоноң тупһаһы һымаҡ ғәзиз булды. Шағирҙың тәүге китабына ингән “Әсәм күҙҙәре” исемле шиғыр ошолай тамамлана:
Әсәм көтә.
Гүйә, елдәр тынды,
Сатнап торған һыуыҡ ҡаҡшаны.
Йәнгә йылы инде.
Ҙур тауҙарҙы
Тыуған тупһам итеп атланым.
Бында тауҙар кесерәймәй, кеше лә ниндәйҙер Алып батырға әйләнмәй. Тыу­ған яҡтарын, юлдан күҙен алмаған әсәһен һағынған егет сатлама һыуыҡты ла тоймайынса шул тиклем ашҡынып ҡайта, хатта ҙур тауҙарҙы ла ул тыуған йорто­ноң табан аҫтындағы тупһаһы һымаҡ тоя. Күнегелгән үлсәүҙәр үҙгәрә, әммә барыһы ла бик тәбиғи һәм кешесә.
Самат Ғәбиҙуллиндың тәүге китабын уҡыған саҡта минең Бөрйән тигән тауҙар илен күргәнем юҡ ине. Шул яҡтарҙың һулышы миңә Саматтың шиғырҙары менән килеп етте.
Бөрйәндәге тормош тураһында мин тағы ла бер һабаҡташымдың яҙғанда­рынан — университетта минән алдараҡ уҡыған Мөхтәр Сәғитовтың хикә­йәлә­ре­нән белдем. Ул илгә ҙур фольклорсы ғалим булып танылды. Уның менән Та­рих, тел һәм әҙә­биәт институтында бай­таҡ йылдар бергә эшләнек. Тәүге хикә­йәләре иҫ киткес үҙенсәлекле ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мөхтәр Сәғитовтың ҙур әҙип таланты тулыһынса асылмай ҡалды.
Бөрйән яҡтарына мин беренсе тапҡыр 1974 йылдың сыуаҡ октябрендә аяҡ баҫтым. Беренсе барыуымда Саматты осратманым. Күрәһең, уның башҡа районда эшләп йөрөгән сағы булғандыр. Ә инде һикһәненсе йылдарҙағы сәйәхәт­тәремдә байтаҡ юлдарҙы Самат менән бергә үттек. Шүлгән мәмерйәһенә бергә индек, Бабсаҡ ҡәберенә лә бергә баш эйҙек. Унда ҡуйылған ташта минең ши­ғырҙан алынған “Ырыуыбыҙ — ҡыпсаҡ” тип башланған юлдарҙы уҡыу ғәжәп яңылыҡ булды.
Бер көндө, Бөрйәндәге сәйхананан сыҡҡас, Са­мат менән йылға буйында һөй­ләшеп ултыр­ғайныҡ. Мин беренсе тапҡыр Бөрйәндең Ағи­ҙе­лендә һыу инеп алғайным. Ҡаршы ярҙағы яңғыҙ йортҡа ҡарап: “Шунда шиғыр яҙып ҡына йәшәһәң икән”, — тип әллә ниндәй хыялдарға ла бирелеп киткәйнек. Ошо барғанымда Саматтың Мөсәт ауылындағы Һауа исем­ле бик ихлас апаларында булғайныҡ, ҡунаҡсыл хужалар миңә күстәнәс итеп мәтрүшкә, ҡорот биреп ебәргәйне. Күрһәткән хөрмәттәре, әйткән матур теләктәре һаман да онотолмай.
Бөрйән тәьҫораттары минең “Һыу­һаным — һыу­ҙар бирегеҙ” тигән поэмама, “Бөрйән ҡара­ғаты” һәм башҡа шиғырҙа­рыма инде. Шүлгән мәмер­йәһе янында һыбай йөрө­гәндәрем һәм башҡа күре­неш­тәр яҡташым, атаҡлы режиссе­рыбыҙ Әмир Абдразаҡов төшөргән “Илем­дә илемде һағынам” тигән документаль фильмда һаҡланып ҡалды.
Урал тауҙарына күтәрелергә, Ағиҙел буйҙа­рын­да йөрөргә, күпме йырҙарҙа йырланған, шиғыр­ҙарҙа данланған Баш­ҡорт­останды күрергә мин бә­лә­кәстән хыялландым. Шуға ла миңә, Ырымбур далаларында үҫкән ялан башҡортона, тауҙар менән осрашыу — һәр саҡ ҡы­уаныслы ваҡиға. Бейек-бейек тауҙарға артыл­ғаным, хатта Ирәмәл­дең үҙенә ике тап­ҡыр күтәрелгәнем бар. Ул ваҡиғалар ни тиклем генә ҡыуаныслы булмаһын, тауҙар донъяһын, шундағы тормоштоң үҙен­сәлек­тәрен барыбер тау­ҙарҙа тыуып үҫкән кешеләр һымаҡ аңлай алмайым.
Тауҙарҙа тыуған шағир­ҙың фекерләүе ошон­дағы күренештәр, тик был ергә хас образдар менән бәйләнгән. Самат Ғәби­ҙул­линдың ши­ғыр­ҙарында ла нәҡ шулай. Донъяны ул тау кешеһенсә күрә, тау кешеһенсә ишетә. Әгәр ҙә ул:
Түбәләрҙән аҫта булған­да ла,
Түбәнлектән өҫтөн булайыҡ, —
ти икән, был образлы фекерләүҙә бейек­лектәр ғорурлығы, упҡындар һәләкәте — ҡыҫҡаһы, тауҙар донъяһы. Дала кешеһе башҡасараҡ фекерләй.
Бына тау балаһы Самат Ғәбиҙуллин­дың күреүе һәм ишетеүе:
Уралып, уралып, уралып,
Тауҙарҙы аралап юл үтә.
Шул юлда саҡ та соҡ елеүсе
Һыбайлы күңелде елкетә.
Иркен яландарҙа юлдар уралып-уралып үтмәй. Йомшаҡ дала юлында ат тояғынан бындай тауыш сығып бармай. Һыбайлының саҡ та соҡ елеүе дағалар­ҙың ташлы тау юлына ҡағылғанында ғына мөмкин. Шағир шул үҙенсәлектәрҙе сос ҡолағы менән ишеткән, үткер күҙе менән күргән.
Тағы ла бына шағир күргән тау күре­неше:
Ғәрәсәттәр тына. Ҡояш балҡый,
Тау һырттары нурға мансыла.
Ҡаяларҙың ялтыр маңлайынан
Тирҙәр тамып тора тамсылап.
Самат Ғәбиҙуллинды тормош тауҙар кеүек уйсан итте. Шағир туған тауҙары һымаҡ сабыр булды. Ошо тыуған еренән илһам алған фекер­ҙәшемдең йөрәк моңо бик күптәрҙең күңелендәге һымаҡ минең өсөн дә бер ваҡытта ла тынғаны юҡ. Ихлас йөҙө, уйсан һүҙе ғүмерем буйына хәте­ремдә һаҡланыр.
Донъяла барыһы ла үҙгәрә. Шағир ҙа үҙгә­решһеҙ ҡалмай. Яңыра, ғашиҡ була, ялҡындары һүрелә, күңеле төңөлә. Юғал­тыуҙарҙан һуң тағы ла ҡанатлана, илһамлана.
Самат Ғәбиҙуллин да донъя менән бергә үҙгәрҙе, уның шатлыҡтарына шатланды, ҡайғы­ларына ҡайғырҙы. Уның тормошо еңел­дән булманы. Ләкин ҡайһы саҡта өмөттәре өҙөлөп бар­ғанда ла үҙе булып ҡалды. Тоғролоғон, ихлас­лығын, киң күңеллелеген һаҡлай алды.
Тормош нисек кенә үҙгәргәндә һәм кешеләрҙе үҙгәрткәндә лә, шәхестең һис ҡасан үҙгәрмәҫкә тейешле йәшәү үлсәм­дәре, әхлаҡ ҡағиҙәләре була. Шуларҙы юғалтмайынса йәшәү шәхесте шәхес итә.
Самат Ғәбиҙуллиндың:
Алыҫта, алыҫта
Йәшен уттары, йәшен уттары.
Алыҫта, шул яҡта
Минең дуҫтарым, минең дуҫтарым —
тигән һағышы күптән инде йырға әйләнде. Ошо моң миңә йыш әйләнеп ҡайта, ихлас шағирҙы юҡһыныуҙарымды яңырта.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Флюза Хусаинова
    Флюза Хусаинова от 29.10.2014, 10:57
    Хөрмәтле Рауил ағай!Самат ағайыбыҙ тураһында яҙған йылы һүҙҙәрегеҙ, иҫтәлектәрегеҙ өсөн беҙ, туғандары, Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Самат ағайыбыҙҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре беҙгә лә яғын туған кеүек.
    Самат Ғәбиҙуллин халҡым, илем, туған ерем тип йәшәне, эшләне. Ул маҡтап йырлап ҡына ҡалманы, кәрәк саҡта үткер шиғырҙары менән уларҙы яҡлап та сыҡты. Тура һүҙле ине. Шуға ла уға икеләтә йәшәүе ауыр булды.Һеҙ әйткәнсә, ул үҙенә, үҙенең принциптарына тоғро ҡалды. Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 680

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 600

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 455

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 509

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 414

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 570