Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли асыл асҡан әҫәрҙәр
Милли асыл асҡан әҫәрҙәр
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған саралар үткәрелде. Әлбиттә, әҙип иҫән саҡта донъя яҙыусыларын үҙендә йыйыусы Кендектең тыуған яғы ла бындай тантаналарҙан ситтә ҡалманы.
Һүҙем Шишмә районының Келәш ауылында, Шишмә ҡасабаһында уҙған саралар тураһында булыр. Мостай Кәримдең тыуған ауылы – Башҡортостан халҡы өсөн үҙенә күрә рухи мәркәз дә ул. Ошо уҡ ауылда Фәриҙә Ҡудашева, Зыя Камали тыуған. Әйткәндәй, тап Келәш мәктәбендә ошо шәхестәрҙең һәр береһенең ижадына арналған кабинеттар булдырылған, Сәйфи Ҡудаштыҡы ла бар. 1979 йылда асылған белем усағы 2005 йылдан Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Ауылда Мостай урамы һуҙылған. Шағир шишмәһе лә ҙур мәҙәни комплекстың бер өлөшө кеүек. Юбилей саралары ваҡытында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәрипов киләсәктә бында әҙәби-мәҙәни үҙәк ойошторолһа, бик яҡшы булыр ине тигән фекер әйтте. Шәп бит! Әгәр халыҡ шағиры Мостай Кәримдең музей комплексы ла киләсәктә үҙ ишектәрен асһа, был ауылда, ысынлап та, сәнғәт утары булдырыу һис тә насар булмаҫ ине. Дим, Ҡыҙҙар тауы, шишмәләр, Аҡманай ҙа – ошо матур төбәктең тәбиғи йәме.

Милли асыл асҡан әҫәрҙәрРайон хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов әйтеүенсә, Шишмә халҡы үҙенең шәхестәре ижадына тәрән һөйөү менән ҡарай һәм уны ҡәҙерләп һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә әҙер! Мәктәптә экскурсияны балалар алып барҙы, улар һәр кабинет менән таныштырып, һәр шәхес хаҡында матур итеп һөйләй ҙә белде. XI класс уҡыусылары Гөлназ Хәбибова менән Нияз Сәхәүетдинов әҙәби композиция нигеҙендә ҡыҙ менән егеттең һуғыштан һуң осрашыу сәхифәһен сәхнәләштерҙе. Гөлназ шул тиклем тәрән кисерештәр менән образға инеп китте, хатта күҙҙәренән тәгәрәгән йәштәрен дә тыя алманы. Афарин һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ йәштәргә!
Сарала ҡатнашҡан шәхестәр – Башҡорт­остандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, прозаик Спартак Ильясов, шағирә Йомабикә Ильясова, яҙыусылар Ҡәҙим Аралбаев, Таңсулпан Ғарипова, Ирек Кинйәбулатов, Марсель Сәлимов, ғалимдар Тимерғәле Килмө­хәмәтов, Әхмәт Дәүләтҡолов, Зәки Әлибаев, тележурналист Шәүрә Ғилманова – Мостай Кәрим хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, тыуған яғындағы сараларҙың мәртәбәһе, юғары кимәлдә үтеүе хаҡында әйтте.
Байрам тантаналарынан ша­ғир­ҙың балалары ла ситтә ҡалманы. Улы Илгиз, ҡыҙы Әлфиә, килене Нәзифә яҡын кешеләренең юғары тойғолар, юғары маҡсаттар менән йәшәүе тураһында һөйләне. “Мин бала саҡтан һәр эшемде, һәр аҙымымды ағайым нимә тип әйтер тип баһаланым. Мостафа ағайым миңә ғүмер буйы терәк тә, маяҡ та булды!”– тине 92 йәшлек Сәлисә апай Кәримова.
Сарала Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижа­дына арналған халыҡ-ара ғил­ми-ғәмәли конференцияла ҡатна­шыусы башҡа төбәк­тәрҙән кил­гән ғалимдар ҙа сығыш яһаны. Ҡа­ҙағстан ҡунаҡтары, К. Жубанов исе­мендәге Аҡтүбә төбәк-ара дәү­ләт университеты уҡытыусылары, филология фәндәре докторы, телсе Сабира Исакова, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәтсе Ғәй­шә Ниязова, Мәскәү ҡунағы, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен өйрәнеүсе ғалим Руслан Хәйруллин Мос­тай Кәрим ижады хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Руслан Зиннә­тулла улы: “Рәсәй­ҙең уҡыу әсбап­тарына Мостай Кәримдең изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе әҫәр­ҙәре инде, киләһе Әҙәбиәт йылында милли әҙәбиәттәргә иғтибар артыр тип уйлайым!” – тине. Ҡаҙаҡ ғалимәһе Ғәйшә Ниязованы тың­лау үҙе бер кинәнес булды. “Юҡҡа ғына заманында Мостай Кәрим башҡорт менән ҡаҙаҡ халыҡтарын төрки донъяһының ике тамсыһы, бер-береһенә телдәре, асылы ме­нән бик оҡшаған мил­ләт­тәр тип әйт­мәгән, күрәһең. Ҡаҙаҡ халҡы бөгөн дә Мостай Кәрим ижадын яратып уҡый. Күптән Баш­ҡорт­останға ки­лергә теләгем бар ине, хыялдар тор­мошҡа аша, тиҙәр бит. Шағирҙың тыуған яғына килеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Аралаш­ҡандан беҙ­ҙең рухиәтебеҙ байый ғына!” – тине ул. Башҡортостан ме­нән Ҡаҙағстандың рухи бәйләнеш­тәре яңынан нығыныуы ҡы­­уа­ныс­тар килтерһен!
Район хакимиәте башлығы Флүр Зиннур улы тантанаға килеү­селәрҙе яҡташтарының уңышта­ры, ҡулланыуға тапшырылған спорт комплексы хаҡында ғына һөй­ләп ҡалманы, Шишмә ҡасабаһында тө­ҙөлөп бөтөп, бына-бына ишек­тәрен асырға торған “Хөсә­йен­бәк” мәсетенә алып барҙы. Иҫ киткес архитектура ҡомартҡыһы хасил булған район үҙәгендә! Шәреҡ оҫ­талары боронғо йолаларҙы һаҡлап төҙөгән был Хоҙай йорто Баш­ҡортостандың иң күркәм бинала­рының береһе исеменә лә дәғүә итә ала. Диуарҙарға яҙылған Ал­лаһтың 99 исеме, зиннәтле биҙә­леш, иркен зал, ҙур тәҙрәләр ке­шеләрҙе донъялыҡтағы ваҡлыҡ­тарҙан айырып, гонаһ-сауаптары бизмәненә баҫтырыу көсөнә эйә төҫлө.
Шуны ла әйтеп китмәй булмай: һуңғы йылдарҙа республика яҙыу­сылары, зыялылары араһында Мос­тай Кәрим ижадына төрлө ҡараш белдереүселәр ҙә юҡ түгел. Кемдәрҙер асыҡтан-асыҡ шағирҙы власҡа хеҙмәт итеүсе тип атай, икенселәр ижадын юҡҡа сыға­рыр­ға тырыша, өсөнсөләр яулаған наградаларын, алған бүләктәрен һа­нау менән мәшғүл. Был үҙенә күрә замананың кире йоғонтоһо һөҙөмтәһендә әхлаҡи төшөнсә­ләр­ҙең түбәнәйеүе менән дә бәй­ле, күрәһең. Үҙен яҙыусы, әҙип тип ата­ған зат бер ҡасан да башҡаның шәхесен юҡҡа сығарыу юлы менән билдәле булырға тырышмаҫ. “Әҙәп” һүҙе “әҙә­биәт” менән бер тамырҙан икәнен онотмайыҡ. Эйе, әҫәр­ҙәрҙе тәнҡитләргә була, әммә, ни сәбәптәндер, беҙҙең замана “тән­ҡитселәре”нең һүҙе китап ту­ра­һында фекерҙән башлана ла шәхесте тикшереүгә ҡай­тып ҡала. Пушкин, Есенин, Аҡмулла, Бабич, Джек Лондон, Мопассан ниндәй кеше бул­ғанын беҙ белмәйбеҙ, улар хаҡындағы хәтирәләр аша ғы­на фекер йөрөтә алабыҙ, әммә әҫәр­ҙәре уларҙы бөйөк иткән, донъяға та­ныт­ҡан.
Мостай Кәрим дә – ана шундай арҙаҡлы шәхес­тәрҙән. Әле үҙе иҫән саҡта юбилей материалдары әҙер­ләгәндә, Рәсәйҙең төрлө ҡала­ла­рында йәшәгән яҙыусы, нәш­риәт­се, төҙөүсе, тәржемәсе та­ныш­та­­рым­дың үҙҙәре бәйләнешкә сығып, Мос­тай ағайҙың ижады хаҡында яҡты фекерҙәрен әйткәне, “Беҙҙең өй­ҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ай тотолған төн­дә” әҫәрҙәре йо­ғонтоһонда үҫеүе тураһында яҙ­ға­ны хәтеремдә. Был юлы ла шулай бул­ды. Күптәр уның юбилей саралары нисек үтеүе хаҡында ҡыҙыҡ­һын­ды.
Оло инәйҙе, Үлмәҫбайҙы, Кендекте, Тәңкәбикәне һәм башҡа бик күп геройҙарын иҫкә төшөрәйек ша­ғирҙың! Улар аша ҡитғаларҙы үтеп, башҡорт холҡо, башҡорт асы­лы замана әҙәбиәте йөҙөндә донъяға сыҡты. Башҡорт ҡатын­дарына хас сабырлыҡты, баш­ҡорт ирҙәренә хас айбарлыҡты донъя уҡыусылары таныны, яратып ҡа­бул итте. “Мудрый Мустай”ҙың йө­ҙөн­дә, ижадында Рә­сәй, элекке СССР, хатта бик күп башҡа сит ил уҡыусылары тәрән зиһенле, аҡыл­лы, ҙур йөрәкле башҡорттарҙы донъяға ҙур яҙыусы биргән мил­ләт тип белде. Әҙиптәребеҙҙе илаһи­лаштырмайыҡ, ә ижадтарын та­ный, дөрөҫ баһа бирә беләйек!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545