Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күстәнәстәре йыр-моңдан һығылып тора
Күстәнәстәре йыр-моңдан  һығылып тора
Гәзитебеҙ иғлан иткән
“Талантлыны данлай “Башҡортостан” конкурсына йәлеп итеү өсөн берәй өлгөлө, матур ғаилә менән таныштырығыҙ әле”, — тип үтенгәс, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә оҙаҡ уйланып торманылар – Низаметдиновтарҙы тәҡдим иттеләр. Икеһенең дә байтаҡ ваҡыт хаҡлы ялда икәнлеген ишеткәс, “йәшерәк ғаилә һәйбәтерәк булыр ине лә” тигән уй үтте баштан. Шулай ҙа ризалашып, өйҙәренә юл тоттоҡ.


Ихлас ҡаршы алды Рауза апай менән Фәннүр ағай. Дәртле кеше ҡасан да дәртен һүрелтмәй, матур­ҙа­ры төҫ ташламай инде ул. Рауза апай милли кейемен кейеп үк ҡуй­ғайны. Йырлы-моңло ғаиләлә, ауыҙ­ҙарынан сыҡҡан һүҙҙәре ши­ғыр булып ҡойол­ғанда танышыу оҙаҡҡа һуҙыла тиме ни?! Шунда уҡ күптән күреп-белгән кешеләргә әүе­релдек тә ҡуйҙыҡ. Рауза апай оса-ҡуна тигәндәй ҡул эштәрен күр­һәтеп, “аһ” иттерҙе. Әле күпе­реп торған шәл­дәре һоҡландырҙы, әле эшләпә, семәрле кофталарҙы, япма­ларҙы ҡулға алдыҡ. Сигелгән, бәй­ләнгән әйберҙәре бүлмәне тағы ла сағыу­ландырҙы, йылылыҡ өҫтә­не.
Рауза Шәкүр ҡыҙы дебет шәл бәй­ләргә IV класта өйрәнгән. Хә­йер, Ҡоръ­ятмаҫ ауылы ҡыҙҙары хаҡын­да һүҙ барғанда яңылыҡ тү­гел был, улар бә­ләкәйҙән шәл бәй­ләү оҫтаһы булып таныла. Ҡул эше­нә маһирлы­ғы менән бергә йыр-бе­йеүгә лә ғашиҡ йән ул. Ата­һының скрипкала, ағаһының гармунда уйна­ғанын күреп-тыңлап үҫкән ҡыҙ, киреһенсә, йыр-моңға битараф булһа, аптырар инең. Етмәһә, бер өләсәһе ҡурайҙа ла һыҙҙырған.
Ауыл йәштәре дәррәү спектакль әҙер­ләгән, тирә-яҡ ауылдарға концерт ҡуйып та йөрөгән. Әйткәндәй, Рауза апай менән Фәннүр ағай бер ауылдан, йәшлектәре бергә уҙған, икеһе лә үҙешмәкәрҙәр түңәрәгенә йөрөгән. Ана шул йыр-моңға ға­шиҡ­лыҡ яҡынайтҡан да инде дәртле, һәләтле егет менән ҡыҙҙы. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән­дән, үҙҙәрен ғаилә тормошона әҙер­лә­гән­дән һуң ғына ҡауышҡан Низа­мет­диновтар.
Ҡоръятмаҫта урта мәктәп булмау сәбәпле, Х класты тамамлай алмай­ҙар. Әммә икеһенең дә төп­лө белем алырға теләге ҙур була. Шуға бергәләп киске мәктәпкә йөрөйҙәр. Артабан Рауза апай ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай, уҡы­тыу­сы һөнәренә эйә була. Фәннүр ағай баш ҡалала баянсылар мәктәбен­дә остазы Роберт Заһретдиновтан моң серҙәренә төшөнә, Өфө йылға учи­лище­һында уҡый.
Өҫтәлдәге бәләкәйерәк ике гар­мун­ға ла, урындыҡтағы ҙурыһына ла ҡа­раш ташлап алыуыбыҙҙы һи­ҙеп алған гармунсы ағайыбыҙ, һис инәлтмәй, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе ижад иткән “Асылыкүл” йырын ишет­терҙе. Колхозда ла, Ишем­байҙа заводта эш­ләгәндә лә үҙеш­мәкәр түңәрәккә йө­рөргә ваҡыт еткерә ул.
Ишембайҙа ансамбль көслө ине, тип хәтерләй. Дәүләкәнгә ҡайт­ҡас, фольклор ансамбле ойоштороуға ла булышлыҡ итәләр. 15 йыл элек бул­дырылған был коллектив хәҙер – райондың йөҙөк ҡашы. Фәннүр ағай ансамбль ҡа­тын-ҡыҙҙары өсөн йырҙар ижад итә, ­байрам­дарҙы биҙәүҙә ярҙам­лаша.
– Барыһы ла йыр-моңға ғашиҡ йән­дәр тупланған унда. Бер туған кеүек­тәр, рухлылар, тырыштар. Рау­за мә­ҙә­ниәт йортонан хатта йәшәреп ҡайта, – тип йылмая Фән­нүр Миңлейәр улы.
– Беҙҙе мәжлестәргә йыш са­ҡыр­ҙылар, әле лә байрамдарҙан ҡалдыр­майҙар. Матди байлыҡтан бигерәк рухи байлыҡ кәрәк бит кешегә. Кү­ңелдәрендәге рухи буш­лыҡты йыр-моңобоҙ менән аҙға ғына булһа тул­тырыуҙан үҙебеҙ ҙә ҙур ҡәнәғәтлек алабыҙ. Туйҙарға бүләгебеҙ ҡулда­рым­дың йылыһын һалған, күҙ нур­ҙарым түгелгән аҡ түбәтәй менән аҡ шәл булһа, күс­тәнәсебеҙ – гармун моңо, йыр-бейеү. Ҡул эштәремде их­лас бүләк итәм. Берәй шөғөлгә бире­леүҙе хобби тиҙәрме әле, бәйләргә, си­гергә яратыуым шул була инде, – ти Рауза Шәкүр ҡыҙы.
– Рауза апай һеҙҙе лә бәйләп кейендерәме һуң? – тип ҡыҙыҡ­һы­на­быҙ Фәннүр ағайҙан.
– Мин тәүге сиратта инде. Түбә­тәйҙәрҙең төрлөһөн бәйләп бүләк итә, – ти ул, ҡәнәғәт йылмайып.
– Икебеҙ ҙә уҡырға яратабыҙ. Гәзит-журналдан әҙәби әҫәрҙәр уҡый торғас, 67 йәшемдә, хаҡлы ялға туҡтағас, үҙем шиғыр яҙа башланым. Бик ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул. Бер яҡын туға­нымдың ҡыҙының туйынан һуң килде ил­һам. Хоҙайҙың хикмәтелер, моға­йын, улар­ҙың йорто элекке мәсет урынында ине. Тәүге тәнҡитсем, әл­биттә, Рауза, иң элек уға уҡып күрһәтәм. Оҡшамай тиһә, ҡаршы­лашып тороу юҡ, үҙгәр­тәм. Шөкөр, өс китабым донъя күрҙе. Авторҙар тупланмаһында ла сыҡты шиғыр­ҙарым. Шулай, пенсияла ла тик ятмайбыҙ, ижад менән шөғөл­лә­нәбеҙ, баҡсала эшләйбеҙ, мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ. Әйткән­дәй, өс китабым­ды ла үҙ иҫәбемә нәшер иттем. Пенсия аҡсаһына. Ғөмүмән, байлыҡ тип йәшә­мәнек, эшләп тап­ҡан аҡсаны күңел күтә­ренкелеге өҫтәгән нәмәләр өсөн тотондоҡ. Яңы ғына баҫылған ки­та­быңды ҡулыңа алыу әйтеп бирә ал­маҫлыҡ шатлыҡ кисертә. Рауза апа­йы­ғыҙ ҙа яҙышып алғылай. Ауы­лыбыҙға ар­нап ҡобайыр ижад итте. Хәҙер тарихи темаларға то­тонорға иҫәбем бар, – ти Фәннүр Низаметдинов.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Рауза Шәкүр ҡыҙы менән Фәннүр Миңлейәр улы алтын туйҙарын билдәләгән. Ра­йон мәҙәниәт йортонда матур итеп, ҙурлап үткәр­гәндәр Низаметдинов­тарҙың ғаилә байрамын. Күңелдәре тулы моң, ижад ҡомары менән янған матур парҙың артабанғы көндәре лә бө­гөнгө ялҡынын һүрелтмәһен, бергә­лектә, тигеҙлектә йәшәргә яҙһын.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566