Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡлы-ҡаралы яҙмыштың төҫө
Аҡлы-ҡаралы  яҙмыштың төҫө
Элегерәк беҙ бындай кисәләрҙе үҙәк телевидение каналдарынан күргәнебеҙ бар ине. Фекерҙәштәр, дуҫтар, ижадсылар йыйылышып, сынаяҡ артында бенефис үткәрә. Хәҙер инде Мәскәүҙә лә уларҙың форматы үҙгәрҙе. Бына шундай яңы, заманса стилдәге аралашыу, моноспектакль формаһында үткәрҙе шағир Азамат Юлдашбаев үҙенең ижад кисәһен. Үҙебеҙҙә, Өфөлә, төнгө клубта...



Шул саҡта
хәтер уяна ла
сәнсеп ала
һәм
күҙ алдынан үтә
ретро кино һымаҡ
аҡлы-ҡаралы яҙмыш...
Аҡлы-ҡаралы яҙмыш...
Аҡлы-ҡаралымы ул яҙмыш, әллә ошо ике төҫ арауығына башҡа төҫтәр ҙә килеп ингәнме?! Хәйер, кисәнең сәбәпсеһе шиғырҙарын уҡығанда һәр кем үҙ кисерештәре, үҙ гонаһ-сауаптары хаҡында уйланғандыр. Был кистә һәр хәлдә шағир уҡыусыһы, саҡы­рылған ҡунаҡтар алдына әҙип кенә түгел, шоумен да, йөрәге асылған шиғриәт хулиганы булып та килеп баҫты. Хулиганы тим, сөнки ул заман телендә, йәштәр күңеленә етерлек телмәр менән һөйләште.
Ә инде Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова кеүек исемдәре билдәле йәш таланттарҙың гитарала уйнап, күңелдәрҙе һиҫкән­дерерлек тауыш менән залға әллә һағыш, әллә тетрәнеү һирпеүе кисәне шағир ижадына ауаздаш моң менән һуғарҙы. Әле скрипка, әле ауыҙ гармуны тауышы шулай уҡ кәйефтәрҙең йыр менән бер бөтөн, әммә төрлө булыуына ишара яһағандай итте. Барабансы Ришат Сөләймәнов, скрипкасы Резана Вәлиева кисәгә илһам өләште.
...Ямалып та ғына бөткән күңел,
йүрмәлгән дә генә йән менән
ҡайттым бына...
Һинең ҡаршыңа.
Рәнйеһәң дә, әсәй,
әрләһәң дә...
Һөй арҡамдан. Һыйпа башымдан.
А. Юлдашбаев был байрамын әсә­һенең ижад кисәһе һәм уны “трилогия” авторы тип атаны. Бер туған Азамат, Рәжәп, Нәжип Юлдашбаевтар сәхнә тү­рендә урын алды. Мәрфүғә апай Юл­дашбаева ысын мәғәнәһендә кисәнең йәме булды.
Йәш ижадсылар Алина Ғәлиева, Айгөл Ғәбитова шиғырҙы оҫта һөйләү һәм шиғыр яҙыу буйынса был юлы ла үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алды. Әйт­кәндәй, Алина Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ши­ғырҙарын яттан һөйләү конкурсын­да еңеү яулаһа, Айгөл “Ҡош юлы” гита­рала уйнап йырлаусылар фес­ти­вале сиктәрендә ойошторолған шиғриәт конкурсында 1-се урынға лайыҡ бул­ғайны. Быларҙы айырым әйтеп ките­үем юҡҡа түгел, сөнки тап шул са­ра­ларҙың башында шағир Азамат Юлдашбаевтың исеме тора. Ул үҙенең янында йәш ижадсылар тулҡыны булдыра алды. Монстоп менән барған “спетакль”дә һәр кем үҙ ролен уңышлы башҡарҙы: артыҡ бер һүҙ юҡ, бары тик шиғыр, йыр, монолог!
Миңзәлә Яхинаның йырҙары, гитара, ауыҙ гармунында уйнауы үҙе бер тамаша булды. Рок-н-ролл был кисә­нең шулай уҡ саҡырылған ҡунағы ине.
Эйе, беҙ күнегеп, өйрәнеп киткән юбилей кисәһе түгел ине был, ә ижади отчет, яланғас йәндең ауазы кеүек ишетелде һәр кемебеҙгә таныш изгелек, яуызлыҡ, ҡуштанлыҡ, дуҫлыҡ, әрһеҙлек, әҙәп, һатлыҡйәнлек һәм тоғролоҡ хаҡындағы әйтелгән һүҙҙәр, күҙ алдына баҫҡан образдар!
Ҡотлауҙар ҙа ғәҙәттәгесә булманы. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сәғәт­тән ашыу монолог тотҡан, шиғырҙарын яттан һөйләгән шағирға һоҡланыуын белдерһә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары, шағирә Йомабикә Ильясова кисәне ҡалыптарға һыймаған осрашыу тип атаны. Шағир Ирек Кинйәбулатов байрам сәбәпсеһенә ғәҙәттәгесә юмор аша мөрәжәғәт итте. “Азамат, әлдә кисәңде төнгө клубта үткәрҙең әле, улайһа уның ни икәнен дә белмәй үлер инем!” – тип йылмайҙы ул. Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев та, ижады кеүек үк, кисәнең дә бик үҙенсәлекле булыуына баҫым яһаны. Яҙыусылар Тамара Ғәниева, Әх­мәр Үтәбаев, Дамир Шәрәфет­ди­нов, Айҙар Хөсәйенов, Зөлфиә Ханнанова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡо­тоева, Зәки Әлибаев, Рәсүл Сә­ғи­тов, Айгөл Арыҫланбәкова, журналис­тар Артур Дәүләтбәков, Фәнүр Йә­ғә­фәров, Шамил Ку­чуков, Гөлназ Ҡолһарина, Миләүшә Ғәлиева, Ләйсән Мәзитова, Гөлназ Ишемғолова, Башҡорт википе­дияһы ирекмәне Рөстәм Нурыев, бик күп йәш ижадсылар, музыканттар, Азамат Юлдашбаев стиленә тап килтереп, уны үҙенсәлекле итеп ҡотланы.
Бер ҡараһаң, кисәлә һәр нәмә үҙ урынында кеүек: микрофон да шытырламаны, һүҙен онотоусы ла булманы, музыка ла сифатлы булды, әммә шул уҡ ваҡытта байрам ҡалыптарҙан сыҡ­ҡайны! Үҙенең һүҙ сәнғәтен заманса стилдә халыҡҡа еткереүе, ихласлығы, яһалма булмауы, аралашыуға һыу­һаған әҙәбиәтселәрҙе берләштереүе менән! Ҡайтып барышлай уҡ шиғыр яҙғы килде. Классиктарҙың береһе әйт­кән бит әле: ысын ижад шуның менән таныла, уға саҡ ҡына барып ҡағылһаң да, күңелдән урғылып йыр сыға башлай тип!..





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571